Тормош һабаҡтары. 8 класс: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
815 юл:
Зәйтүнә Әғзәм ҡыҙы Насретдинова — СССР-ҙың, РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың халыҡ артисткаһы.
===Хәләф Сафиуллин (1921—1965)===
{{Өҙөмтә
 
| Выравнивание = right
| Ширина = 210px
| Фон = #3FFF00
| Заголовок =<center>[[File:Wikipedia-logo-ba.png|35px]] [[w:Сафиуллин Хәләф Ғата улы|Сафиуллин Хәләф]]
| Заголовок снизу = 1
| Содержание =<center> '''Википедияла'''
}}
X. Сафиуллин Шишмә районының Сәлих ауылында тыуа. Ленинград хореография училищеһын тамамлап ҡайтҡандан һуң, ғүмере буйы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй. РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы. "Сыңрау торна" фильм-балетында Арыҫланбай ролен башҡара. А. С. Ключаревтың "Тау хикәйәте"ндә — Тимерғол, П. И. Чайковскийҙың "Аҡҡош күле"ндә — Зигфрид, И. Штраустың "Зәңгәр Дунай "ында — Франц һәм башҡа шундай киң даирәле образдар ижад итә ул.
 
Хәләф Ғата улын замандаштары, балет артисы булыу өсөн тыуған ул, тип әйтер булғандар. Сөнки ул һикереү, өйөрөлөү кеүек хәрәкәттәрҙе бик еңел һәм һығылмалы итеп башҡарған. Образдарының булмышын ым-ишаралар, хәрәкәттәр менән асыҡ, тәьҫирле итеп асыуға өлгәшкән.
 
===Фәүзи Саттаров (1923-1996)===
Балет артисы, балетмейстер, педагог Фәүзи Саттаров Өфө ҡалаһында тыуып үҫә. Ленинградта хореография училищеһын тамамлап ҡайтҡас, бөтөн ғүмерен балетҡа арнай.