Аҙашҡан быуын: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
орфография, аныҡлаштырыу, күренеште төҙәтеү
1 юл:
'''Аҙашҡан быуын'''
 
«…Ауыл...Ауыл йәме инәй, бабайҙарҙарыбыҙбабайҙарыбыҙ — гүр эйәләре. Урындары йәннәттә булһын. Тик йөрәк кенә һыҙлай. Уларҙан алған күңел йылыһын ниңә беҙ бирәлмәнек балаларыбыҙға? Ҡасан, ҡай төштә ерләнек һуң ул күңел йомартлығын?» Яуабын таптым буғай…буғай...
 
== Тәү инешең нимә? ==
 
Үҙгәртеп ҡороуҙар заманы ине. Магазиндар шыр стена. Иң тәү ихтыяж — тамаҡ хәстәре һәр кемдең үҙ тернәкселлегенә терәлеп ҡалды. Беҙ ҙә, мөмкинлегебеҙҙе барлап, ҡош-ҡорт ишәйтергә ниәтләнек. Эш ем өлкәһенә килеп терәлде. Мал сөгөлдөрө сәстек. Эргә -тирәләге кесерткәнде, сөгөлдөр япраҡтарын ашатып, көҙгә килтереп еткерҙек тә ул өйрәк бәпкәләрен, ҡар ятыуға үлән бөттө. Нисекме кәрәк, бер аҙ һоло таптыҡ. Тик ҡаҡҡа ҡалһа ҡалдылар, һолоға әйләнеп тә ҡараманы өйрәктәребеҙ…өйрәктәребеҙ...
 
Шул ғибрәттән бер фәһем яһаным үҙемә. Бишегеңдән эскәнең — һыумы, әллә ыумы, ашағаның — имме, әллә боҙоҡмо, тәү асылыңа нимә һеңдерелһә, шул ҡала икән фиғылыңда ахырғаса…ахырғаса...
 
Тимәк, ныҡлы тотҡаһы булған затты ла, төҙәлмәҫ әүермәнде лә тәү инештән әүәләйҙәр.
13 юл:
Хоҙай Тәғәлә ир затына орлоҡто һалған ғына. Ниндәй ерлеккә сәсә, нисек сәсә — үҙенән! Зөфаф кисенең дә, ҡатының менән һәр ҡушылыу алдының да, изгелекле бала һорауҙың да үҙ доғаһы бар. Ғәилә лә бер баҡса ул. Хәләл менән ашлайһыңмы, харам менәнме? Хәләл көсөң менән үҫтергән малың да харамға әйләнә, ислам ҡушҡанса салынмаһа.
 
Ниәт әйтеп, бисмилла менән башланамы һәр эшең? Шөкөр итә беләһеңме тыныс күгеңә? Һауаға? Эскән һыуыңа? Тереклегебеҙ унан бәйле булмаған донъя байлыҡтары теләгәндә уйландыңмы: шундай ерҙәр бар, күпме хаҡ биреп тә артыҡ бер тамсы ла һыу ала алмайһың. Һатып алырлыҡ булғанда ла, етештереүсеһе кеше түгел…түгел...
 
== Йәшәйеш кануны ул — һынауҙар аша үтеү! ==
 
Тәүләп дивандан ҡолап төшкәнендә ҡыҙыма дүрт ай ине. Атаһы «тәрбиәне башларға ваҡыт еткән икән», — тине лә эшкә тотондо. Энә, ҡайсы, бысаҡ, эҫе сәйнүк, розетка кеүек ҡурҡыныс нәмәләрҙең һәммәһе менән дә «таныштырып» сыҡты. Минең бер нисә уҡталыуыма, ҡаты итеп «Күҙ яҙлыҡтырмай ҡарап ултыралаңмы өйҙә?», — тип туҡтатты ла, иң аҙаҡ яйлап ҡына дивандың япмаһын һөйрәй башланы. Ҡыҙым сатырман үрмәләй, ҡоламаҫка йән тәслим тырыша. Һөйрәп төшөрҙө тәки атаһы. Шаҡ ҡатып ултырҙым, был һабаҡтарҙы ҡайҙан белә икән тип. Әммә ул дәрестәр онотолмаҫлыҡ булды миңә лә, ҡыҙыма ла…ла...
 
Хоҙай хикмәте менән һәммәбеҙгә лә тойом ҡеүәһе бирелгән. Тойом аша фекер төйнәйбеҙ, танып беләбеҙ уратып алған мөхитте. Ҡапма-ҡаршы сифаттары аша яҡты-ҡараңғыһын, эҫе-һалҡынын, ҡоро-еүешен, ҡаты-йомшағын, имен-хәүефен, рәхәт-ҡыйынын, әсе-сөсөһен, һөйөү-нәфрәтте…нәфрәтте...
 
Иң ҙур хаталарҙың береһе: «Үҙем нужа күреп йәшәнем, балама ыҙа күрһәтмәйем», — тип, һәр нәмәнең тәмен үҙе татып -белеү бәхетенән уны мәхрүм итеү, «Барыһы ла бәхетле баласаҡ өсөн» тигән лозунг.
 
Ғүмер, көс-кәр мәңгелек түгел. Нисек кенә теләмәйек, юлына түшәк булып, ахырынаса оҙатып барыу мөмкин була торған хәл түгел. Теплица шарттарында үҫтерелгән бала беренсе «ҡырауҙа» уҡ киңгәйәсәк. Бәләкәй генә ҡаршылыҡтан да бәлтерәп төшәсәк. Ә иң аяныслыһы, «үҙ туҡһаны ғына — туҡһан», кисерештәрен ауыҙлыҡлай белмәҫ, тәҡәббер, яһил әүәләнәсәк.
 
Юғиһә, ниңә әле бала-саға, хатта өлкәндәр араһында ла мода китте: берәү миңә ҡарамай тип, йәиһәйә иһә минеңсә булманы тип кенә муйынын элмәккә тығып, яҡындарын шуның менән шантажлап ҡына торғандар? Бер нәмәнең дә бәйәһен, ҡәҙерен белмәҫ туң күңелдәр?
Буйы ла, аҡылы ла, рухы ла тигеҙ үҫкән бала үҫтерәм тиһәң, тәғәйен генә рецепт берәү ҙә бирәлмәҫ. Ә бына ғәрибен, ҡиблаһын ләззәт тә үҙе генә тип белгән хайуани затты нисек әүәләмәҫкә?