Аҙашҡан быуын: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
орфография, аныҡлаштырыу, күренеште төҙәтеү
33 юл:
== Бар нәмәнең дә башы — дин ==
 
Ултырағыраҡ класс булдыҡ. Тәнәфес мәлдәрен күберәк фәлсәфәүи темаларға һөйләшеп үткәрә инек. Бер мәл фекер төйөнөбөҙ «ниндәйҙер илаһи көс булырға тейеш» тигәнгә килтереп сығарҙы. Шул һығымтабыҙға ҡапылғара баҙап, аптырап ҡалдыҡ. Минең икеләнеп, урап һөйләргә маташыуыма Гәүһәр көйҙө лә китте. «Ниңә исемен әйтеп һөйләмәйһең, ул бит Алла», — тине. Ошо иҫкәрмә йылдар һуҙымында оҙатып килә. Аманат булып! Кәйкәләмәҫкә, һәр әйберҙе үҙ исеме менән атарға!
 
Бына ни ҡасандан йөрәгемде бер һорау өйкәй: ниңә әле дин юлына баҫҡандың күбеһе, хатта имам булып йөрөгәне лә ғәм алдында баҙай ҙа тора. Ғәйеп эштә тотҡандар тиерһең. Бар сығыштары баҙнатһыҙ ғына «Дин бит зыян итмәй» тип аҡланыуға ҡоролған. Шул уҡ фекер мөфтийҙәрҙең вәғәздәрендә лә сағылып ҡалғылай. Ә бит тап дин барыһының да башы. Унда бөтәһе лә ғәҙел, аныҡ, теүәл итеп билдәләнелгән:
48 юл:
* фәҡирҙәр менән байҙар хәле;
* тормош биргән бөтә ниғмәттәргә (тән, йән, байлыҡ, ер-һыу, һауа) мөнәсәбәт;
* етәксе менән уның ҡул аҫтындағыларҙың мөнәсәбәте;
* матди менән рухи тормош сиктәре.
 
Донъя бутау, ыҙғыш башы, йәнҡыйыш, ҡантүгеш, бола башында дәһрилек, иманһыҙлыҡ ята. Шуға ла һәр мосолман балаһының тәрбиәһе иман шартынан башланған. Мәҙрәсә юҡлыҡтан ғына балалар уҡытылмай тормаған. Күп кенә хәлле кешеләрҙең, муллаларҙың өйө уҡыу-уҡытыу урыны итеп файҙаланылған. Ундағы һабаҡ биреүсе абыстайҙарҙың, муллаларҙың белем дәирәһенә аптырайһы ғына ҡала. Ярай, ир заттары әллә ҡайҙарға китеп белем алғанда ла, ҡатын-ҡыҙҙар бит ҡырға китеп уҡымаған. Шулай ҙа төрки, фарсы, ғәрәп телендә уҡып, яҙып иркен аралашыу ғына түгел, шиғриәте, сәсмә әҫәрҙәре менән хәбәрҙар булғандар. Поэмаларҙы яттан һөйләп ултырыусылар ҙа әҙ булмаған.
 
Ә иман шарты өйрәтелмәгән бала булғандыр тип уйламайым. Нигеҙ булып Хәкимә оләсәйемдең һөйләгәндәре тора. Миңә оләсәйле булыу ғына түгел, ә уның иң һөйөклө ейәнсәре булыу бәхете лә тейҙе. Өй эсендәге барлыҡ эштәр икәүебеҙҙең елкәләелкәһендә булып, уның янында үтте баласағым. Бик тә ғәҙел, талапсан, тоғро һүҙле булыуы менән ихтирамлы булды ил эсендә. Энә күҙәүенән үткәрер ине һәммәбеҙҙең уң һәм һул ғәмәлдәрен. Уның бәйән иткәндәрен яҙып алырға кәрәклеге башыма етмәгән. Шулай ҙа ниҙер һеңеп ҡалған.
 
Ә ул яҡын тирәләге генә түгел, әллә ҡайҙарҙағы мәҙрәсәләрҙе лә белеп һөйләп ултырыр ине. Күп итеп «Ғәлиә» мәҙрәсәһен иҫкә алыр ине. Томаналығым менән ул өлөштәрен ҡолығыма ла элмәгәнмен, йәнәһе лә иҫкелек ҡалдығы миңә нимәгә тип. Айырым яҙмыштар ғына түгел, тотош ил һемерҙе инде дәһрилектең һурпаһын. Бына хәҙер ҡоҫтора ғына. УлемҮлем хәлдәре элек тә әҙҙән булмаған. Шулай ҙа халыҡ артҡан, ишәйгән. Ырыуы менән сырхау булып ултырмаған. Хәҙер һәр икебеҙ — сирҙәр гөлләмәһе! Гайморит менән геморройҙың ғәҙәти лексиконға инеүе лә беҙҙең заман «ҡаҙанышы». Башта икеһен айыра алмай ултырыла торғайны, ҡайһыныһы нимә аңлата әле ул, тип.
 
Әле инде һәр икебеҙ «аяҡлы энциклопедия» медицина өлкәһендә! Мәктәп йәшенә саҡ еткән туғаныма, «Ныҡ ҡысҡырма, өйрәктәреңә инфаркт була» тип шаяртһам, бик етди генә яуап алдым. «Юҡ, булмайсы, улар бит йәш әле, холестериндары күп түгел әлегә», — ти.