Аҙашҡан быуын: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
73 юл:
ЗИЛ машинаһы ҡыуып еткәндә, ҡул күтәрерлек түгел инек. Шофер, ҡулыбыҙҙан сумкаларҙы ысҡындырып ала алмай, ҡатҡан һыныбыҙҙы бөгөп кабинаға индерә алмай оҙаҡ мәшәҡәтләнде. Күпмелер барғас, тәнебеҙҙең сәңкеп-сәңкеп һыҙлауы үҙәктәрҙе өҙҙө генә. Ағай әрләй: «Юлым төшмәһә, үлә инегеҙ бит. Ял көнөндә осраҡлы ғына сығып киттем», ти. Кем, ҡайҙан икәнлеген һорашырға башҡа килмәгән. Иҫән микән, белмәйем. Бөгөн булһа, йыһан ҡәләменән өҙөлмәй яҙылып тотор рәхмәтебеҙ бар ҡотҡарыусыбыҙҙың ғәмәл дәфтәренә! Гәүһәр менән икебеҙҙән!
* Ҡулымда сабый…сабый... Юлым да яҡындан түгел…түгел... Баҫып барған уй-кисерештәремдән онотолоп киттемме, арыуҙан, томранан иҙерәнемме…иҙерәнемме... Барса һиҙеү нөктәләрем көпләнгән дә ҡуйған. Эстән, төпкөлдән, һаҡ ҡына тауыш биргән хәүеф ҡапылғара аңыма барып етмәне…етмәне... Таш юлдан сыҡҡаныбыҙҙы, сиҙәмдән китеп барғаныбыҙҙы…барғаныбыҙҙы...
 
Алағуяндың текә ярын аңғарып, шоферға боролоп ҡараһам, күҙҙәре йомоҡ! Өнһөҙ, тынһыҙ ҡаттым! Бары тәнемдең һәр күҙәнәге генә ниҙер тип ялбара һымаҡ ине! Тик бына хәтерләмәйем, нимә тип икәнен генә…генә... Остоҡ тигән уйға килеп еткәнемдә, машина ярҙың иң ҡырында ине, иң һуңғы сиктә…сиктә... Тормозға баҫылғанын, машинаның әкренәйгәнен тойманым. Нимә туҡтатты ул машинаны, башым етмәй әлегәсә. Ышанмайса, шоферға боролоп ҡарағанымда, күҙҙәре шар асылып, бер нөктәгәме, әллә сикһеҙлеккәме текәлеп шаҡ ҡатҡайны…ҡатҡайны...
 
* Бөрйән-Белорет юлы һалынып бөткәйне. Асфальт юл. Мотоциклда елдерәбеҙ генә. Мин Рәилдең арҡаһына башымды һалғанмын да, тиҙлектән, көндөң матурлығынан, юл ситендәге йәшеллектән бар донъяға мөкиббән китеп барам. Шуға, мотоциклдың ниңә, ни өсөн туҡтағанын, Рәилдең ниңә бер һуҙ ҙә өндәшә алмауын, йөрәген тотоп ултырыуын шундуҡ төшөнә алманым. Өнһөҙ генә ымға алдымды ҡарағайным…ҡарағайным... Күргәнемдән әле булһа арҡам өшөй. Китеп барған юлыбыҙ тапҡырынан алдыбыҙҙа оҙон, тар, тәрәәәәәән соҡор ҡалған ине юлсыларҙан. Беҙ ип-иң ситендә торабыҙ…торабыҙ... теге һәм был донъя сигендә…сигендә...
 
* Ҡайтып киләбеҙ. «Ҡәйнә теле» бөгөлөшен үткәйнек инде. Мотоциклға ниҙер булды. Әйтерһең, күҙгә күренмәҫ йән эйәһе рулде шаҡара ине. Ирем күпме тырышһа ла, ҡаршы юлға барып сыҡтыҡ. Ә ул яҡта юл сите текә лә, бейек тә. Хатта, бер мәл шылып, бер өйҙө бар ҡаралтылары менән күмеп тә ҡуйғайны. Шунан һуң, юл ситенә ҡоймалар һуҙҙылар. Ниндәйҙер бер мәлдә, Рәил ҡоймаға тибеп өлгөрҙө. Шул ғына һаҡлап ҡалды аҫҡа осоуҙан…
83 юл:
* Көҙ. Ҡар яуып үткән ине. КамАЗ менән Баҙалға менеп барабыҙ. Түбәһенә етерәк юл ҡырҡа һулға ҡайырыла, текәрәк тә. Инде нисәнсе мәртәбәгә ынтылабыҙ, машина менеп етә алмай кире шыуа.
 
Сираттағы сигенгәнендә, тәҙрәнән тышты ҡараным. Минең яҡтан юлдың сите юҡ ине. Урынына һыу менән ашалған тәрән ур! Юлға тәгәрмәстең яртыһы ғына эләгеп тора…Урыҫтарҙантора... Урыҫтарҙан животный страх тигәнде ишеткәнем бар ине. Нисек була икән ул хайуандарса ҡурҡыу, тип аптырай инем. Бына белдерҙе инде Хоҙай Тәғәлә! Иң ныҡ ҡурҡыу табанда ла, йөрәктә лә түгел, ҡорһаҡта була икән! Уртала ултырған апайым бер ни ҙә һиҙмәй ҡалды. Шофер ғына миллиметрлап сигенеп, кире ҡайтмаҡтан һалдырҙы ғына!
 
Кеше ғүмере — күҙ менән ҡаш араһы, — тиер ине оләсәйем. Нисә тапҡыр шуны сабыр ғына иҫкәрткән Хоҙай Тәғәләмә шөкөрәнә ҡылыһы ғына…ғына... Уйымда шундай осраҡтарымды барлайым барлайым да, осраҡлылыр тип әйтергә тел бармай…бармай...
 
== Доға — һорау тигән һүҙ ==