Аҙашҡан быуын: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
119 юл:
Ә бит Мөхәммәт (с.ғ.с) пәйғәмбәр ҙә, оҫта полководец та булған. Ул да хәлифәлек төҙөгән. Ул да ҡорал күтәргән. Тик күтәрелгән ҡылысҡа ҡаршы ғына! Бер кемде лә дингә саҡырыу көскә нигеҙләнмәгән. Хатта был аяттар менән нығытып тыйылған! Бары 23 йыл эсендә аҙғынлыҡҡа батҡан, юлдан яҙған, әшәкелектең сигенә сыҡҡан халыҡтан инсафлы, әҙәпле, күңелдәре паҡ, йәшәйештәре һөйөү менән һуғарылған бөйөк халыҡтың дәүләтенә нигеҙ һалған.
 
Ғәрәп хәлифәлеге дәүерендә фән, сәнғәт, иҡтисад ҡолас ташлап алға киткән. Хатта донъя үҫешенән меңәр йыл алдын торған асыштар яһалған. Гөрләп сәскә атҡан ысын мәғәнәһендәге цивилизация ҡалдырған! Ә ҡалған империялар полководецтарҙың үҙҙәренең күҙ алдында тиерлек емерелеп төшкән. Оҙағыраҡ йәшәгәндәре лә ҡорал көсө менән генә тотолған. Ә аҙағы бер булған: көҙрәтенән килгән бөтә хаштаға, эшәкегә, аҙғынлыҡҡа батып емерелгән…емерелгән... СССР тигән империябыҙ ҙа…ҙа... Умыртҡаһы барҙа, бишектән иман һеңдерелгәндәр иҫән саҡта, ныҡ ине әле ул. Юғары технологиялар ғына прогресты аңлатмай шул.
 
Фәйләсуфтар әйтә бит: ҡайҙалыр китеп барыуың алға барыуҙы аңлатмай әле, бәлки тап кирегә йүнәлгәнһеңдер…йүнәлгәнһеңдер...
 
== Сирҙәр — тынғылыҡ белмәүҙән ==