Аҙашҡан быуын: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
11 юл:
Тимәк, ныҡлы тотҡаһы булған затты ла, төҙәлмәҫ әүермәнде лә тәү инештән әүәләйҙәр.
 
Хоҙай Тәғәлә ир затына орлоҡто һалған ғына. Ниндәй ерлеккә сәсә, нисек сәсә — үҙенән! Зөфаф кисенең дә, ҡатының менән һәр ҡушылыу алдыныңалдынан да, изгелекле бала һорауҙың да үҙ доғаһы бар. Ғәилә лә бер баҡса ул. Хәләл менән ашлайһыңмы, харам менәнме? Хәләл көсөң менән үҫтергән малың да харамға әйләнә, ислам ҡушҡанса салынмаһа.
 
Ниәт әйтеп, бисмилла менән башланамы һәр эшең? Шөкөр итә беләһеңме тыныс күгеңә? Һауаға? Эскән һыуыңа? Тереклегебеҙ унан бәйле булмаған донъя байлыҡтары теләгәндә уйландыңмы: шундай ерҙәр бар, күпме хаҡ биреп тә артыҡ бер тамсы ла һыу ала алмайһың. Һатып алырлыҡ булғанда ла, етештереүсеһе кеше түгел...