Янһары ауылы тарихы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
 
34 юл:
Был саҡ Мөсәт олатайҙын ғәйрәтле сағы була. Ул шым шым ғына килеп тегеләрҙең бер уҡ-һаҙағын һәм арҡандан ерән юрғаһын сисеп ала. Әммә күк юрғаға яҡынайғанда уныһы өркөп, ҡапыл бышҡырына башлай һәм ҡырғыҙҙарҙы уята.
 
Мөсәт олатай ерәнгә һалып баяғы уҡ-һаҙаҡты алып ҡаса. Ҡырғыҙҙарҙың йоҡо ҡайғыһы китә, тамаҡ туйҙыра һалып, урлаған малдарын ҡыуып юлға сығалар. Имән йортто үтеп , Бүтәгәле ҡырға урала башлағас, бер уҡ күк юрғаның ҡырлы арҡаһын тишеп сыға, икенсеһе бер ҡырғыҙҙың эйәр ҡашына ҡаҙала. Уларҙы ҡурҡыу ала. Ә тау бышынан Мөсәт ҡысҡыра:
 
- Баҫып алған беҙҙең малдың дүрттән өс өлөшөн, кешене ҡалдырығыҙ! Ҡалдырмаһағыҙ, барығыҙҙы ла уҡ менән сүпләйем!-ти.
 
Ҡырғыҙҙарҙың күк юрғаһына етер йүгерек булмай. Шуға Мөсәт олатай уны үлтерергә ҡарар итә. Хәҙер уны ерән юрғала бер кем дә ҡыуып етә алмай. Ҡырғыҙҙарға риза булыу әмәле ҡалмай. Әлеш олатайҙы һәм малдың дүрттән өс өлөшөн ҡалдырып, юлға сығалар.
 
Ә Мөсәт олатай күренмәйенсә генә ҡырғыҙҙарҙы хәҙерге Ғәлиәкбәрҙең үръяғындағы Оло Нөгөштө сыҡҡансы оҙатып бара һәм Буҙбейгә кискә генә ҡайтып инә. Мөсәт барымтасыларҙың байтағын берәм-берәм атып бөтөрөр ине, ләкин ҡырғыҙҙар теүәл ҡайтмаһа, улар оло яу булыпкире килеүе бар, тип уйлап теймәй.
 
Бер өлөшө мал биреп ебәреүе шул - баяғы ике юрға хаҡы була. Ошо батыр хөрмәтенә ауылдын исемен Мөсәт , ҡырғыҙҙар йоҡлап киткән урынды Әлеш тип йөрөтә башлайҙар.
 
Ауыл ерҙәрен ҡараһаң , районда Мөсәт биләгән тиклем ер берәүҙә лә юҡ. Саҡмағош башынан үр яҡҡа ике саҡрым үткәс Тарҡайҙан Боһондоноң уң ярына, Ярыу тамағы, Бәләкәй Нөгөш ике туғай, Суҡраҡты, Яңы Монасип һәм янһарыҠарағоштоһыянһары Ҡарағоштоһы, Серәкәй һәм баяғы Тарҡанайға тиклем булған Мөсәт ерҙәре. Яңы Монасип Ҡарағоштоһы уларға нисек киткәндер, мин уныһын белмәйем .
 
1966 йылда Яңы Монасипта бесән эшләп яттым. Малайҙарға ике саталы һәнәк эшләп бирҙем дә бесән йыябыҙ. Мораҙым ауылынан Моратшин Талха ағай мәрхүм тай-тулағын әҙләп килеп сыҡты. Сәй эскән саҡта теге ике саталы һәнәккаһәнәккә ҡарап ул:
 
- Боронғо олатайҙын ерендә боронғо һәнәк менән йыяһыңмы? Беҙ малай саҡта, һалдаттан ҡайтҡанда янһарылар ошонда йәйләүҙә була торғайнылар, беҙ туҡтап сәй эсеп йөрөнөк-тип һөйләне.
 
'''Алағуян башы (Яңы Мөсәт)''' Саҡмағош айырыу шулай килеп сыға. Алағуян ҡарттары ауылдарын бүлеү өсөн йылға бышынан ер һорай. Әммә ҡарттар ауыл халҡы менән кәңәшләшеп, ер уртаһынан, йәғни Алағуян башынан ер бирмәҫкә булалар.