Айыуҙар, айыусылар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Айыуҙар, айыусылар'''— Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы тормошонан х..." исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
7 юл:
Ҡар яуғас, тәжрибәле һунарсы, эҙенән юллап барып, уның ҡайһы тирәлә өңгә ятасағын билдәләп ҡуя. Ҡар ҡалынайғас, айыуҙы барып аталар. Ҡыйыуыраҡ айыусыларҙың уны яңғыҙ ғына алған осраҡтары ла була. Мәҫәлән, Үрге Нөгөш ауылында йә­шәгән Әҡсән ағай Иҫәнаманов йәштән һунарсы, балыҡсы булып таныла. Тирә-яҡтағы таш өңдәрҙең ҡайҙалығын да биш бармағындай белгән.
 
Хатта Мәләүез районындағы Кәшәлә ауылының түбән яғындағы өңдәрҙе лә барып тикшереп ҡайтыр ине. Бер саҡ әлеге өңдәрҙе, һайғау ҡырҡып алып, айыуы бармы-юҡмы тип тикшереп йөрөһә, берәүһенән ажарланып айыу килеп сыға. Һунарсы бер генә тапҡыр атып ҡала һәм айыуҙың ҡулбаш һөйәген онтай. Еңелсә яраланған януар, ташланып, аяғын тешләп йәрәхәтләй. Яра йәнгә үтеп һыҙлаһа ла, йәшәү менән үлем араһында ҡалған айыусы, үҙендә ғәййәр көс табып, нисек тә иҫен юғалтмаҫҡа тырыша, һәм, айыу уның этенә әүрәгән арала, мылтығын яһай һалып, йыртҡысҡа терәп тигәндәй ата. Йөрәгенә йәҙрә алған айыу уның аяҡ алдына тәгәрәп, йән бирә. Айыу өҫтөндә ултырып, бер аҙ хәл ингәс, Әҡсән ағай үҙенең хәленең мөшкөллөгөн аңлай.
 
Әлеге урындан ауыл биш саҡрымда ята, ә аяҡҡа баҫыу мөмкин түгел. Айыу үксә һөйәген көслө яңағы менән быйма аша ныҡ итеп тешләгән. Бындай ваҡытта иң мөһиме — төшөн­кө­лөккә бирелеп, юғалып ҡалмаҫҡа. Ә тәжрибәле һунарсы Әҡсән ағай ундай­ҙарҙан түгел. Ана бит, “Ысын кеше тураһында повесть” китабында үлем менән йәшәү араһында ун һигеҙ тәүлек көрәшкән һәм әжәлде еңеп сыҡҡан герой-осоусы Алексей Мересьев ниндәй ныҡлы ихтыяр көсөнә эйә булған! Ә уның хәле күпкә еңелерәк.