Тормош һабаҡтары. 9 класс: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
52 юл:
Башҡортостан телевидениеһы студияһында эшләү дәүерендә Әнүәр Әбүбәкер улы Талха Ғиниәтуллин әҫәре буйынса «Миҙал» нәфис фильмын, «Президент бүләге» тигән ҡыҫҡа метражлы фильм, ике сериялы «Һарығолаҡ» нәфис фильмын (яҙыусы Рамаҙан Өмөтбаев әҫәре буйынса) төшөрә.
 
== Һынлы сәнғәт ==
=== ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ, СКУЛЬПТУРА, АРХИТЕКТУРА ===
==== Һынлы сәнғәт һәм рәссамдар ====
Башҡорт милли сәнғәтендә һынлы сәнғәт (изобразительное искусство), төҫлө һүрәт (живопись) айырым бер әһәмиәтле урын тота. Сөнки был әлкәләгеөлкәләге ҡаҙаныштар профессиональ оҫталарҙа ла һоҡланыу тыуҙыра. Уны өйрәнәләр, унан өйрәнәләр.
 
Ағас һырлау, күнгә биҙәк һалыу, биҙәнеү әйберҙәре кеүек нескә зауыҡ талап иткән әйберҙәр эшләү, сигеү- ҡайыу, нағышлау, ҡорама ҡорау, келәм-балаҫ һуғыу, селтәр һәм дебет шәлдәр бәйләү — былар бөтөнөһө лә күңел матурлығы, бик ентекләп, тәфсирләп эшләүҙе талап иткән оҫталыҡ.
 
Мәҙәниәттең бөтөн тармаҡтары кеүек үк, XIX быуаттың 20—30 йылдарында һынлы сәнғәт, төҫлө һүрәт, сәнғәт төрө булараҡ, ныҡлы үҫеш ала башлай. Илдәге революцион үҙгәрештәрҙән һуң был йүнәлеш ғилми нигеҙҙә алға китә. Һынлы, төҫлө һүрәт ғилеме үҫешенә, әлбиттә, халыҡтың фекерләүе һәм ғәмәли эштәре нигеҙ була.
Юл 62 ⟶ 63:
Был йылдарҙа Өфөлә бик күп сәнғәт оҫтаханалары барлыҡҡа килә. Тимер юлсылар клубы эргәһендә — А.П. Лежнев ҡулы аҫтында, ә В.И. Ленин исемендәге клуб эргәһендә Ҡ.С. Дәүләткилдеев етәкселегендә изостудиялар эшләй башлай. Башҡорт һынлы сәнғәтенең формалашыуында рәссам Д.Д. Бурлюктың йоғонтоһо көслө була.
 
1919 йылда Пролетариат художество музейы (М.В. Нестеров исемендәге Художество музейы) төҙөләасыла. Ундағы картиналарҙы башҡорт рәссамдары өсөн оҫталыҡ мәктәбе тип һанап та була. Башҡортостан рәссамдары 1927—1928 йылдарҙа Мәскәүҙә күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Улар шулай уҡ республиканың райондарына ижади командировкаларға сығалар. Командировкаларҙың халыҡ тормошон өйрәнеүҙәге әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ була.
 
Драма, опера һәм балет театрҙары өсөн сәхнә биҙәү сәнғәте барлыҡҡа килә. Сәхнә биҙәү сәнғәте — айырым бер тармаҡ. Бөгөнгө көндә республикабыҙҙа театрҙар байтаҡ. Өфө дәүләт сәнғәт академияһының һынлы сәнғәт факультетында театр өсөн махсус рәссамдар әҙерләнә. М.Н. Арыҫланов, Ғ.Ш. Имашева, С.Н. Яҡшыбаев,
 
Мөхәммәт Арыҫланов, С.И. Никандровтар тәүге театр рәссамдары була. Артабан улар сафына сәхнә биҙәү буйынса оҫталар Р. М. Арыҫланов, Н. Ғ. Байбурин, Т. Ғ. Еникеевтар өҫтәлә.
 
=== Мөхәммәт Нуриәхмәт улы Арыҫланов (1910—2003) ===
М.Н.Мөхәммәт Арыҫланов башҡорт театр сәхнә биҙәү сәнғәтенә нигеҙ һалыусы булып иҫәпләнә.
 
М.Н. АрыҫлановУл Кушнаренко районының Мәмәк ауылында тыуа. Урта мәктәптән һуң Өфө сәнғәт техникумын тамамлай ҙа үҙ тырышлығы менән Санкт-Петербургтың И. Е. Репин исемендәге живопись, скульптура һәм архитектура институтына уҡырға инә.
 
1934—1936 йылдарҙа Баймаҡ колхоз-совхоз театрында, 1936—1944 йылдарҙа Башҡорт академия драма театрында, 1938—1980 йылдарҙа Башҡорт опера һәм балет театрында баш рәссам булып эшләй. 200-ҙән ашыу спектаклде биҙәй ул. Бер үк ваҡытта Өфө сәнғәт училищеһында һәм Өфө дәүләт сәнғәт институтында (хәҙер академия) рәссамдар әҙерләү бүлегендә дәрестәр алып бара.
 
Ул сәхнәгә ҡуйыласаҡ әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен, идея йүнәлешен тәрән тойоп, күңеле менән һиҙеп ижад итә һәм әҫәр йөкмәткеһен асыуға тос өлөш индерә. Уның биҙәү оҫталығы бик юғары баһалана. Ул режиссерҙар менән һәр ваҡыт фекерҙәш булып эшләй. Заһир Исмәғилевтең «Салауат Юлаев» (1955), «Шәүрә» (1963), Халиҡ Займов менән А. Б. Чугаевтың «Ҡара йөҙҙәр» (1965), Лев Степановтың «Сыңрау торна» (1953) милли музыкаль спектаклдәрен, А. П. Бородиндың «Кенәз Игорь», П. И. Чай- ковскийҙыңЧайковскийҙың «Мазепа», Дж. Вердиҙың «Аида» һәм башҡа бик күп спектаклдәрҙе биҙәү эше юғары баһалана. Һәр эше миҙал менән билдәләнә.
 
Мөхәммәт Нуриәхмәт улы Арыҫланов үҙ һәнәре тураһында былай тип яҙа: (Жизнь в искусстве. — «Ватандаш» журналы. 2001, № 11.144— 153-сө биттәр).
 
«1943 йылда Башҡортостан хөкүмәте опера театры фойеһын биҙәү бурысы йөкмәтте. Фойеның баҫҡыстарының өҫ яғында киң ҡоласлы панно төшөрөргә кәрәк булды.
Юл 83 ⟶ 84:
Миңә бик ҙур оҫтахана бирҙеләр. Бөгөнгө көндә унда театр музейы урынлашҡан. Мин ең һыҙғанып эшләй башланым. Минең эргәмә эш араһында ваҡыт арттырып Арыҫлан Мөбәрәков ингеләп сыҡты. Мин Салауат Юлаев образын уға ҡарап ижад иттем. Булат Имашев, Хәләф Сафиуллин, Фәйзи Ғәскәров, Хажи Бохарскийҙар эшем менән ҡыҙыҡһынып, хуплап торҙолар.
 
Оҫтаханамда Александр Тюлькин менән Анатолий Лежневты һәр саҡ ихлас көтөп алдым. Улар ҙа мине илһамландырҙы, файҙалы кәңәштәр бирҙе. Скульптор ('осланбәкСосланбәк Тавасиев та йыш килде. Ул Салауат Юлаевҡа һәйкәл эшләү хыялы менән яна ине. Беҙ уның менән Художество академияһында танышҡайныҡ. Эштән һуң беҙ Өфө янындағы Сиған туғайы тип аталған аҡланға барып, Өфөгә һоҡлана һәм шул уҡ ваҡытта Салауат Юлаевҡа буласаҡ һәйкәлде урынлаштырыу өсөн урын һайлай торғайныҡ.
 
Беҙ сәнғәт тураһында ла, Емельян Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы хаҡында ла туҡтауһыҙ әңгәмә алып бара инек. Мәскәүҙән эвакуацияланған рәссамдарҙан төҙөлгән ҡабул итеү комиссияһы эшемде яҡшы баһаланы. Паннола Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы менән Бөйөк Ватан һуғышы күренештәре аша башҡорт менән рус халыҡтарының тарихи яҙмыштарының айырылғыһыҙ булыуын сағылдырғайным...
 
...Миңә 90 йәш. Үткән юлыма ҡайырылып ҡарайым да, күңелемде ҡыуаныс тойғоһо солғап ала. Мин ысынлап та бәхетлемен. Ижадымдың яратҡан илемдең сәнғәтенә тос өлөш индереүе өсөн дә, улым менән ейәнсәремдең минең юлымдан китеп, сәнғәткә хеҙмәт итеүҙәренә лә, заман йәштәренең юғары сәнғәткә ынты- лыуҙарыынтылыуҙары, халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныуҙарына ла ҡыуанам. Тимәк, мине лә, минең ижадымды ла онотмаҫтар, иҫләрҙәр. Мин бөтөн булмышым менән сәнғәткә хеҙмәт иттем».
 
М.Мөхәммәт Арыҫланов — Республикабыҙҙыңреспубликабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы.
 
Мөхәммәт АрыҫлановтыңУның улы Рифҡәт тә атаһының юлын дауам итә һәм, Мәскәүҙә В.И. Суриков исемендәге Художество институтының театр биҙәү бүлеген тамамлағандан һуң, Башҡорт опера һәм балет театрында эшләй.
===Ғәлиә Шакир ҡыҙы Имашева (1914—1995)===
Ғ. Имашева — башҡорт профессиональ театр декорацияһы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһынан беренсе профессиональ рәссам.
 
 
Ғ.Ш. Имашева Алтай крайы Камень ҡалаһында тыуа. Өфө сәнғәт техникумында Ҡ.С. Дәүләткилдеев һәм А.Э. Тюлькин класында уҡый. Ул бәләкәйҙән сәнғәт донъяһына ғашиҡ була.
=== Ғәлиә Шакир ҡыҙы Имашева (1914—1995) ===
Ғ.Ғәлиә Имашева — башҡорт профессиональ театр декорацияһы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһынан беренсе профессиональ рәссам.
 
Ғ.Ш. Имашева Алтай крайы Камень ҡалаһында тыуа. Өфө сәнғәт техникумында Ҡ. С. Дәүләткилдеев һәм А. Э. Тюлькин класында уҡый. Ул бәләкәйҙән сәнғәт донъяһына ғашиҡ була.
 
Шуның өсөн дә техникум тамамлағас та Өфө художество музейында экскурсовод булып эшләй башлай. Музейҙа бер кем юҡ саҡта ла рәссамдарҙың һүрәттәре янына килеп оҙаҡ-оҙаҡ һоҡланып ҡарап тора.
Юл 283 ⟶ 286:
#Ә. Ситдиҡова ижадының үҙенсәлеге нимәлә?
Рәссамдарҙың төп картиналарын атағыҙ.
 
==Башҡорт һынлы сәнғәтенең артабанғы үҫеше (Байҡау яһау )==