Тормош һабаҡтары. 9 класс: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
 
1093 юл:
'''Ер еләге''' яланда, асыҡ тау битендә, урман аҡланында үҫә. Емеше йәшкелт-ҡыҙыл төҫтә. Емештәре бик файҙалы. Әммә япраҡтарында файҙалы матдәләр күберәк, шуның өсөн халыҡ уны сәй итеп файҙаланған. Ҡан баҫымын төшөрөү, бауыр ауыртыуын баҫыу, эҫе һуҡҡанда ярҙам итеү өсөн ҡайын еләгенең емешен дә, япраҡ сәйен дә файҙаланғандар. Косметикала ла уңышлы ҡулланыла. Һытҡыларҙы бөтөрөү һәм пигмент таптарын юҡ итеү өсөн ҡайын еләге һутын файҙаланалар.
 
=== Ашай торған үҫемлектәр ===
Ҡурай еләге, балан, ҡарағат, ҡыҙыл һәм аҡ ҡарағат, миләш (мышар), муйыл, ҡара бөрлөгән, ҡыҙыл бөрлөгән, еҙәй (йөҙәй, энәлек), ер еләге, ҡайын еләге, сейә, әлморон, көртмәле, артыш тубырсығы һәм башҡалар. Ҡуҙғалаҡ, йыуа, ҡуян тубығы, балтырған, әтмәкәй, тау йыуаһы, кесерткән, ҡаҡы, ҡымыҙлыҡ, ат ҡолағы, дегәнәк тамыры һ. б.
 
=== Буяу өсөн файҙаланылған үҫемлектәр ===

Башҡорттар борон-борондан буяу өсөн тәбиғи үҫемлектәрҙе файҙаланған. Киндер, йөн,ағас буяған.
*'''Ҡыҙыл төҫ''' — мәтрүшкә үл эненән,