Сергетыш: версиялар араһындағы айырма
→Халыҡ ижадында
(" '''Сергетыш'''— 1.Серге өҫтөнән көпләгән биҙәкле күн йәки буҫтау;2.Төрлө буҫтау..." исемле яңы бит булдырылған) |
|||
Матурлыҡҡа ынтылыш кешенең кейгән кейеме менән генә сикләнмәгән. Башҡорттар үҙҙәренең тоғро дуҫы атты, ат өҫтөндәге эйәрҙе, йүгәнде, уҡ-һаҙаҡтарын һ.б.биҙәүгә лә ҙур иғтибар биргәндәр. Башҡорт халыҡ йыры ”Ҡара юрға” ла был күренеш бигерәк тә асыҡ сағылдырылған:
Һай, йомро матур тояғыңды,
Дағаларбыҙ, юрғам.
Ҡырас матур ялдарыңды
Уҡаларбыҙ, юрғам.
Өҫтөңдәге һылыуыңды
Төшөрсәле, юрғам!
Һайт, Ҡара юрғам,
Тайт, ҡара юрғам!
Таштан ҡаты тояғыңды
Дағаларбыҙ, юрғам.
Ҡара ҡырпыу үңлегеңде
Нағышларбыҙ, юрғам.
Өҫтөңдәге һылыуыңды
Төшөрсәле, юрғам!
Һайт, Ҡара юрғам!
Тайт, Ҡара юрғам!
Ҡырас ҡара ялдарыңды
Уҡаларбыҙ, юрғам.
Ҡабырсаҡтай ҡолағыңа
Суҡ тағырбыҙ, юрғам,
Өҫтөңдәге киленсәкте
Төшөрсәле, юрғам!
Һайт, Ҡара юрғам!
Тайт, Ҡара юрғам!
|