Кейәү үләне (чабрец): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
күренеште төҙәтеү
күренеште төҙәтеү
 
5 юл:
Кейәү үләнен медицинала ғына түгел, аш-һыу әҙерләүҙә лә, парфюмерияла ла киң файҙаланалар. Көслө, әскелтем тәмгә эйә булғаны өсөн [[аш-һыу]] әҙерләгәндә иткә, ҡаҡланған [[ризыҡ]]тарға ҡушалар. Унан алынған бал хуш еҫле һәм бик тә файҙалы. Хуш еҫле был үлән [[сәй]]гә лә бик үҙенсәлекле тәм бирә.
 
Медицинала кейәү үләне иң ҙур урындарҙың береһен биләй. Сәскә атҡан ваҡытта йыйылып, асыҡ һауала киптәрелгән үләндең япрағы һәм сәскәһен ике йыл һаҡларға мөмкин. Уларҙан төрлө төнәтмә әҙерләп, киҫкен һәм хроник тын юлдары ауырыуҙарын, туберкулезды, ауыҙ ҡыуышлығы һәм тамаҡ ялҡынһыныуын дауалауҙа файҙаланалар.
 
Эфир майҙары мускулдар һәм быуындар ауыртҡанда ыуыныу өсөн ҡулланыла. Шулай уҡ серәкәй һәм башҡа бөжәктәр тешләгәндә, 90 мл зәйтүн майына 10 мл эфир майын ҡушып, зарар күргән урынға һөртөргә кәңәш ителә.
 
[[Халыҡ медицинаһы]]нда был дарыу үләнен невралгиянан, [[Ҡан баҫымы күтәрелгәндә|гипертониянан]], ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан, быуындар һәм мускулдар һыҙлағанда, һәм бәүел ҡыуҙырыу сараһы булараҡ та тәҡдим итәләр.
 
Әммә уның һәр кемгә берҙәй файҙаһы тейә тип уйлау дөрөҫ түгел. Бөйөр, бауыр һәм ашҡаҙан ауырыуҙары, бөйән сей яраһы ауырыуҙары менән яфаланыусыларға, шулай уҡ ауырлы һәм бала имеҙгән ҡатындарға ла уны ҡулланыу тыйыла.