Мең дә бер күҙәтеүем: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
177 юл:
Афарин, "Юлдаш" радиоһы егеттәре! Зарланырға юл ҡуймай, ҡыҙыҡлы темалар табып ҡына торалар! Бөгөн "Мәктәп уҡытыусыларына берҙәм форма кәрәкме?" тигән теманы әңгәмәгә сығарҙылар. Шәхсән үҙемә килгәндә, мин быны хуплайым да, ҡаршымын да. Хуплайым шуның өсөн, берҙәм форма мәктәптә, урамда, йәмәғәтселек урындарында уҡытыусыны таныулы итәсәк. Икенсенән, әрмеләге кеүек үк, берҙәм форма тәртипкә, дисциплинаға өйрәтә, сөнки форма йөкмәткене лә билдәләй. Ҡаршымын: һәр уҡытыусының үҙ йөҙө, индивидуаль стиле бар, берҙәм форма шуны юҡҡа сығармаҫ, тип кем әйтер?
 
Ҡаршымын тағы шуның өсөн... [https://agidel.rbsmi.ru/upload/resize_cache/iblock/f80/563_376_1/f80d5674902ec6a494d809d55e72180e.jpg]
 
Шундай сағыштырыу. Йә, әйтегеҙ, ни өсөн ашҡа тоҙ һалалар? Автоматик яуап шулай яңғырар ине: аш тәмле булһын, тоҙо сыҡһын өсөн! Дөрөҫ, әммә иң мөһиме – ашҡа тоҙҙо башҡа еҫтәрҙе ҡаплар, юҡҡа сығарыр өсөн (әйтәйек, ит бешергәндә ҡан еҫен юҡҡа сығарыр өсөн) һалалар. Тап шуның кеүек кеше кейемде башҡалар алдында матур күренер, бер үк ваҡытта, идеаль атлетлыҡҡа тап килеп бөтмәгән "етешһеҙлектәрен" ҡаплар өсөн дә кейә, һайлай. Ә инде уҡытыусылар өсөн берҙәм форма быға булышлыҡ итер, тип, йә, кемегеҙ әйтә ала?