Мең дә бер күҙәтеүем: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
175 юл:
'''Һулаҡайҙың бисмиллаһы һулымы?'''
 
Бөгөн "Юлдаш"радиоһы егеттәре "Бөтә донъя һулаҡайҙар көнө" уңайынан ҡыҙыҡлы һөйләшеү ойошторҙо. Һорау шулай ҡуйылды: "Һулаҡайҙарға ниндәй ғәмәлде башҡарыуы ауыр?" Беҙҙең ауылда, мәҫәлән, "Һулаҡайға һурпа юҡ" тиҙәр. Ысынлап та, гел уң ҡулы менән ашаған кешеләр араһында ултырған һулаҡай ҡалағы менән һурпаһын эсә алмай, түгеп бөтөрә икән. Ә бына "Һулаҡайҙың бисмиллаһы һулымы?" тигән һорауға нисек яуап бирергә икән?
 
Иң башта шундай һорауға яуап эҙләп ҡарайыҡ: Телебеҙҙәге "уңыу", "уңыш" һүҙҙәренең нигеҙендә "уң" тамыры ятамы, әллә киреһенсәме? Һәр бер телдәге тамыр һүҙҙәрҙең кешенең тән ағзаларына бәйле булыуын иҫәпкә алғанда, "уңыу" менән "уңыш"тың "уң" ҡул менән башҡарылған ғәмәлдең һөҙөмтәһе икәнлеген аңлауы ҡыйын түгел. Ошонан сығып фекер йөрөтһәк, тимәк, һулаҡай кешенең уңы һул ҡулы икән, тимәк бындай кеше ҡәҙимге кешеләрҙән айырмалы рәүештә дини талап буйынса ғәмәлдәрҙе һул ҡулы, аяғы менән башҡара башлай икән, уның бисмиллаһы ла һулы булып сыға түгелме?
 
13.08.2019