Мең дә бер күҙәтеүем: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
176 юл:
 
Был хәл булғанмылыр-юҡмылыр, үҙебеҙҙең яҡта ишеттем.
Икеһе лә 80 йәшен тултырғас, ҡатыны иренә:[https://agidel.rbsmi.ru/upload/resize_cache/iblock/d87/563_376_1/d87cb5ffef27eab570303a3c12eb864a.jpg]
 
– Бабай, мына икебеҙ ҙә һикһәнде тултырҙыҡ. Баларыбыҙ эйәле-башлы булып бөттө. Барыһы ла: кейәбеҙ, тиһәк, кейемебеҙ, ашайбыҙ, тиһәк, ризығыбыҙ бар. Балалар ҙа өрмәгән ергә ултыртмай. Шулай ҙа һинең ошо йәшеңдә ниндәй теләк-ниәттәрең бар? – тип өндәшкән ти.
 
– Эх, әбей, быға тиклем гел балалар тип йәшәнек, тапҡан-таянғаныбыҙҙы уларға тотондоҡ. Ошо йәшкә еткәндән һуң, тик үҙебеҙ өсөн, туйғансы йәшәргә ине, – тигән бабайы.