Мең дә бер күҙәтеүем: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
175 юл:
'''Ҡыҙҙар беҙҙе нисек һайлай?'''
 
Беҙ, ир-аттар, йыш ҡына "буласаҡ кәләштәребеҙҙе үҙебеҙ һайлап алабыҙ" тип хаталанабыҙ. Әгәр ҙә ҡыҙ кеше, һиңә кейәүгә сыҡмайым, ти икән, ней нәмә эшләй алабыҙ инде?
 
Бал ҡорттары һәм бөркөттәр донъяһы был йәһәттән бик ҡыҙыҡлы. Инә бал ҡорто умартанан сығып һауаға күтәрелә, ҡайһы ата ҡорт уны ҡыуып етә ала, шуның менән ҡауыша. Инә бөркөт иһә ағас ботағын тырнаҡтарына эләктереп һауаға күтәрелә. Шунан уны ысҡындыра. Парлыҡҡа дәғүә итеүсе ата бөркөт ботаҡты, ергә төшмәҫ элек, тотоп ала. Был хәл бер нисә тапҡыр ҡабатлана, инә бөркөт һынауҙы уңышлы үтә алғаны менән генә парлаша. Урынлы һорау тыуа: ни өсөн ул себештәренең буласаҡ атаһын тик ошо юл менән һынай икән?
[https://agidel.rbsmi.ru/upload/iblock/427/427e7f35037253e292e9473a5e834ada.JPG]
 
Себештәрен осорға өйрәткәндә кәрәк икән ата бөркөттөң был һәләте. Тик ата-инәһе килтергән ризыҡ менән генә ояла туҡланып ятыусы себештәргә ризыҡ бирмәй башлайҙар бер саҡ. Аслыҡ үҙенекен итә. Етмәһә, ата бөркөт менән инә бөркөт килтергән ризыҡты оя янындағы ағас ботағына ултырып үҙҙәре ашарға керешә. Себештәрен ошо рәүешле тамшандыра улар. Себештәр, билдәле, уларға ынтыла, шунан ояның ситенә сығып, ергә ҡолай башлай. Шул саҡта ата бөркөт таш кеүек ергә шыҡыйып, себеше ергә төшөп йәнселмәҫ элек һыртына ултыртып алып, кире ояға алып менә. Осорға өйрәнеүҙең тәүге күнекмәләре ошо рәүешле башлана.
 
Һе, ҡыҙыҡ, ә ҡыҙҙар беҙҙе нисек һайлай икән?
 
08.08.2019