Мең дә бер күҙәтеүем: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
175 юл:
'''Ғәҙәт ҡылыҡтың ҡустыһымы?'''
 
Ғәҙәт – ҡылыҡтың энеһе,
Бик ғәжәп бит ул ғәҙәт,
Һунар сыға һалыуыма
Шул ғәҙәт булды сәбәп...
Был юлдар Мостай Кәримдең "Үлмәҫбай" поэмаһынан алынды. Ысынлап та, ни өсөн ғәҙәт ҡылыҡтың ҡустыһы икән? Шул хаҡта фекер йөрөтөп ҡарайыҡ.
 
Иң тәүҙә шундай һорауға яуап эҙләйек? Нимә була һуң ул ҡылыҡ һәм ғәҙәт? Ниндәйҙер күренеште, сифатты ҡылыҡһырлаған билдәне ҡылыҡ тиҙәр. Ғәҙәт иһә тотороҡло, ул – “традицияға” әүерелгән ҡылыҡ. Сағыштырыу өсөн ҡылыҡты ҡаймаҡ, ғәҙәтте май тип алайыҡ. Ҡаймаҡтан май яҙалар. Улайһа, нимә ул һуң һөт? Һөт ул ғәмәл, бер тапҡыр башҡарылған эш. Ғәмәл бер нисә тапҡыр үтәлһә – ҡылыҡҡа, бер нисә тапҡыр үтәлгәне – ғәҙәткә, ғәҙәткә күскәне – холоҡҡа әүерелә. Холоҡ – ул характер, ә характер – яҙмыш. Тимәк, бер үк ғәмәлде даими башҡарып, холҡоңдо, тимәк, яҙмышыңды үҙгәртеп була. Һөттән май эшләп була, ә майҙан кире һөт яһау мөмкин түгел...
 
 
07.08.2019