Мең дә бер күҙәтеүем: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
175 юл:
'''Өлкән чабан булыр инең'''
 
Яңыраҡ тыуған ауылыма ҡайтҡанда тиҫтерем Әхәт Алтынбаев осраны. Колхозда һыйыр көтөүсеһе булып эшләп йөрөй икән. Әле лә ат арбаһына ултырып йәйләүгә китеп барышы. Әйткәндәй, 1979 йылда мин ауылдан сығып киткәндә лә, һыйыр көтә ине. Күрештек. Ҡосаҡлаштыҡ. Беҙҙең арала шундайыраҡ һөйләшеү булды...
 
-- 1979 йылда мин ауылдан сығып киткәнгә 40 йыл үткән, Әхәт дуҫ. Иҫләйһеңме, һин Ташкит туҡталышына ат менән кемделер автобусҡа алып килгәйнең. Мин шул автобусҡа ултырып Өфөгә юлландым...
-- Иҫләйем, күрше, мин һаман шул һауын гуртында көтөүсе булып эшләйем инде...
-- 40 йыл буйына бер төрлө эш ялҡытманымы ни?
-- Атыу ҡайҙа барайым инде? Ауылда башҡа эш тә юҡ. Һин дә Өфөгә сығып киткән сағыңда чабан булып эшләй инең. Шул саҡ ауылдан китмәгән булһаң, моғайын, өлкән чабан итеп ҡуйырҙар ине үҙеңде...
 
Шулай тине лә Әхәт тиҫтерем: "Шаяртам, өлкән чабан була алмаҫ инең. Сөнки колхозда һарыҡты бөтөрҙөләр", — тип үҙ-үҙен төҙәтеп ҡуйҙы, етди генә итеп.
 
06.08.2019