Мең дә бер күҙәтеүем/140-149: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
"==140-сы күҙәтеүем== Бөгөн "Юлдаш" радиоһы егеттәре ипотека хаҡында һөйләшеү ойош..." исемле яңы бит булдырылған
 
күренеште төҙәтеү
27 юл:
Хеҙмәттәшебеҙ Сабир ағай Шәрипов көн һайын иртәнсәк берәй елле кәнфит йә башҡа тәм-том тотоп килеп: "Мә, ҡайтып ҡыҙың Тамсыны ҡыуандыр",— тип бирә торғайны. Ғөмүмән, ул һәр ваҡыт кемгәлер яҡшылыҡ эшләргә, илтифат итергә, бәләкәй генә булһа ла ярҙам күрһәтергә ынтылып йәшәне. Быларҙы ул үҙенең ижад өсөн бүленгән ғүмере иҫәбенә башҡарҙы, күпме башлап яҙыусыларҙы китаплы, ижади яҙмышлы итте.
Баҡыйлыҡҡа күсеүеңә 40 көн тулғанда ҡылған изгелектәреңдең сауабын татып, ожмах түрҙәренә үтеүеңде теләйбеҙ Сабир Нәғим улы!
 
 
==144-се күҙәтеүем==
Юл 36 ⟶ 35:
Ғоссам олатай, һуғышта үпкәһенә мина тейеп, ҡаты яраланғас, операция яһарға йыйынған тәжрибәле хәрби врач уға был операцияның уңышһыҙ тамамланыу ихтималлығы, бер нисә һалдаттың тап ошондай операция арҡаһында үлеп ҡалыуы хаҡында иҫкәртә. Врач уға тыуған яғына ҡайтырға, өйләнергә, балалар тыуҙырып йәшәп ҡалырға тәҡдим итә. Олатай шулай итә лә. Дөрөҫөн әйткәндә, үлемесле яраһына бәйле ошондай ҡатмарлы һәм ауыр шарттарҙа ҡатыны Яңылбикә инәй менән дүрт ҡыҙына һәм улына ғүмер бүләк итергә өлгөрә. Ғоссам олатайҙың был аҙымы яу ҡырында күрһәткән батырлыҡтарына йәнәш оло ҡаһарманлыҡҡа тиң. Шул сағында ул, башҡорт әҙәбиәтенә оло әҙипте бүләк итәм, тип башына ла килтермәгәндер. Ниндәй һыҙланыуҙар, ғазаптар менән йәшәүен Ғоссам олатай үҙе генә белгәндер.
Кем белә, бәлки, Рәйестең ашҡынып, янып йәшәүендә лә, ялҡынланып ижад итеүендә лә Ғоссам олатайҙың «Ғүмер биреп өлгөрөп ҡалырға» тигән ынтылышы яталыр. Юҡһа ғүмеренең һуңғы йылдарында поэмаларға, романдарға нигеҙ, символ булырлыҡ фекер-образдарын ябай мәҡәләләргә нышып тултырып, нисек булһа ла әйтеп ҡалырға ашығыуын нисек аңлатмаҡ булаһың инде? Рәйестең “Башҡортостан» гәзитендә баҫылған һуңғы мәҡәләләрен генә киренән уҡып ҡарағыҙ. Уларҙа шағирҙың атаһы Ғоссам олатайҙыҡына оҡшаған «...өлгөрөп ҡалырға кәрәк» тигән ынтылышын тоймау мөмкин түгел. Былар – аталы-уллы Ғоссам һәм Рәйес Түләковтарҙың һуғышта, тормошта һәм ижадта яһаған батырлыҡтарының бына тигән өлгөләре.
 
 
==145-се күҙәтеүем==
Юл 48 ⟶ 46:
==147-се күҙәтеүем==
Өфө аэропортына кемдең исемен биреү хаҡында төрлө кимәлдә ҡыҙыу-ҡыҙыу бәхәстәр бара. Кандидатураларҙың һәр ҡайһыһы хаҡында бик күп дәлилдәр, иҫбатламалар килтерергә мөмкин һәм был осраҡта һәр кем үҙенсә хаҡлы булыр ине. Әммә бер шарт һис шикһеҙ рәүештә иҫәпкә алынырға тейештер тип иҫәпләйем. Ул да булһа — ул исем тарих, быуат, дәүер һынауын үтеүе мотлаҡтыр. Нимә генә тимә, иң объектив баһаны тарих бирә. Был күҙлектән ҡарағанда кандидатуралар араһында дәүер, мәңгелек һынауын үтеүсе Урал батыр менән быуаттар аша атлаусы Салауат Юлаев исемдәре генә тороп ҡала.
 
 
==148-се күҙәтеүем==