Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
" ==Алыҫ–алыҫ баласаҡ иленә сәйәхәт== ===1-се бүлек=== '''Беҙҙең..." исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
==Алыҫ–алыҫ баласаҡ иленә сәйәхәт==
===1-се бүлек===
 
'''Беҙҙең өй'''
Урта Муйнаҡ ауылын икегә бүлеп ауылдың урта өлөшөндә Ҡылы-Өҫкәлек һыуына (тыҡырыҡ төшөп) йәйенке ярына текәлә. Мәгәзәй түшенән ҡарағанда уң яҡтан беҙҙең өй тора. Уны атайымдың атаһы, Мырҙагилде ҡартатайым, һалған. Бишәр тәзрәле, киң, ҙур, иркен, күтәренке ике ҡарағай өйҙәрҙе яҡын ғына ултыртып бер ҡыйыҡ менән ҡаплаған. Ишектәр ҡапма-ҡаршы, бер-береһенә яҡындар. Уртанан – солан. Бәләкәй генә келәт. Унда ураған һайын файҙалана торған әйберҙәр, көндәлек ризыҡ һаҡлана.
Әсәй, атай, мин һайғауҙан эшләнгән ҙур ҡапҡа яғындағы өйҙә йәшәйбеҙ. Икенсеһе – аш өй. Бында атайҙың әсәһе Нәзифә (Нәфисә) исемле ҡәрсәй, һурәсәй Хәкимә көн күрә. Хәкимә – атайҙың тәүге ҡатыны. Ул бик ауырыу. Аяҡтары һыҙлай. Саҡ йөрөй. Йыш ҡына бөтөнләй йөрөй алмай ята. Уның иң өлкән ҡыҙы Фәтхиямал апай, шунан Нуритдин абзый, иң кесеһе әле үҫмер малай – Ғилмитдин абзый. Мәхүпямал апай минән өс-дүрт айға өлкән. Әлбиттә, ғәилә ҙур!
 
'''Ғәилә кәсебе'''
 
Атай – плотник, столяр, жестянщик, кровельщик, стропальщик, стекольщик, белмәгән эше үҙе юҡ! Ауыр эш арбаһа, еңел тарантас, ағас һәнәк, тырма, оҙон кәбән һәнәге, тәгәрмәс туғындары һәм арба, фургон, тарантас өсөн төрлө көбсәктәр яһай.Ҡамыт яңаҡтары, ыңғырсаҡ, төрлө фасонда эйәрҙәр эшләй. Заказ буйынса тәҙрә рамдары, тәҙрә ҡапҡастары…Әүәле кис ҡараңғы төшөү менән һәр кем тәҙрәләрен ҡапҡас менән ҡаплай торғайны. Кис шәм яна.Өйҙә нимә бар, ни эшләйҙәр, күренмәҫ ине. Ул хәҙер генә тәҙрәлә шаршау. Атайҙың эшләй белмәгән һөнәре юҡ, тиҙәр ине.Эш хаҡына аҡса урынына он, төрлө ярма, мискәләп көнбағыш майы, ит, сәй-шәкәр алып килерҙәр ине.
 
Мин иҫ белгәндә, колхоздар бар ине. Атайға ла һин колхозға ин, единоличник булыу ярамай, тиҙәр. Атай риза түгел. Һин барыбер колхоз өсөн күп эшләйһең, ҡасан килмә, һәр нәмәң әҙер! Эш хаҡы – трудодень көндә яҙабыҙ. Шуға күрә, һиңә нимә кәрәк тағы ла, өйөңә килеп, колхозға тип иң кәрәкле нәмәләрҙе алалар, шулай булғас, һин - колхозник, тиһәләр, ысынтыллап асыулана, баҙарға китә лә, оҙаҡ ҡайтмай… Уға бер ҡасан да единоличник тигән ярлыҡ таҡманылар. Колхоз өсөн күп нәмә яһай!
Баҙарға ла, хужалыҡта ла көндә кәрәкле нәмәләр яһап, тейәп китә лә һәр кемебеҙгә ниндәй кейем кәрәк, шуны, ризыҡ тейәп ҡайта. Ҡырға, колхоз эшенә йөрөмәне.
 
Ҡартәсәйҙең төп белгән эше – ҡайын туҙынан һағыҙ яһау-ҡайнатыу. Уның ҡалын суйын ҡомғаны бар ине. Тығыҙлап эсенә туҙ тултыра ла, ҡайната. Һыу бик әҙ һала, күберәк һыйыр майы. Туҙ ҡара һағыҙға әйләнә. Ҡартәсәй ике тасҡа һалҡын һыу һала. Беҙ бөтә ауыл балалары уратып ултырып һағыҙ сәйнәп, йомшартып тәңкә яһап һыуға һалабыҙ. Бик күп тәңкәләр эшләнгәс, ҡартәсәй бөтәбеҙгә лә һағыҙ бирә. Әбей иртәгәһенә үҙ һауытына һыу һалып һағыҙҙы шунда тултырып, эргә тирәләге ауылдарға сығып китә.
 
Фәтхиямал апайға бөтә өй эштәре ҡала: һыйыр һауыу, ашап-эсер ризыҡ эҙерләу, кер йыуыу. Эш күп! Нуритдин, Ғилмитдин абзыйҙар мал тәрбиәләйҙәр, һалабаш һалалар. Таҫма кеүек йүкә алып ат ябырға септә үрәләр. Сабата үреү өсөн нәҙек-оҙон йүкә ағасы ҡырҡып ҡабығын ҡуптарып алып ҡайталар. Бәйләм-бәйләм ҡурысты сабата үреү оҫталары һорап ҡына торалар.Баҙарға алып барыу ҙа кәрәкмәй.Тапҡан болдырын йорт кәрәк-яраҡҡа “кассирша” ҡәрсәйгә бирәләр. Сабата үргән оҫталар үҙҙәре килеп алалар. Өҫтәмә заказ биреп китәләр. Ул заманда еңел дә, арзан да, аяҡҡа тыныс, тип халыҡ сабаталарҙы бик яратып кейҙе. Сабата кейеп йөрөү һис ғәйепкә һаналманы.. Абзыйҙар хатта әҙерләп өлгөрә алмайҙар ине.Ғәилә ҙур! Әммә ғәиләлә һис бер кем тауыш сығармай. Өйҙә һәр саҡ үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәт. Асыуланышыу, әрләшеү юҡ.
 
Мәрхәпъямал – минең әсәй. Аш өйҙә, йәғни ҡәрсәй, һурәсәйҙәр яғында ярты иҙәндең күп өлөшөн алып станок ҡуйылған. Был станокта бик күп киндер ептәр үткәрелгән кәрҫ. Әсәй иртәнән кискә тиклем шуның эсендә киндер һуғып ултыра, йә булмаһа, кәзә ҡылынан, иләнгән сепрәктән, йөндән балаҫ һуға. Таңҡ-тоңк киндер һуғып, тоҡтар тегеп, тегелмәгән төктәрҙе атай баҙарға алып китеп һата.
 
Һурәсәй Хәкимә ҡулынан килгән бар эште эшләй. Киндер, сепрәк иләй. Станок гел генә әсәй янында. Берәй еп өҙөлһә (ә был йыш була), ялғай һала. Ул ялғаған арала, әсәй аяҡ-ҡулын ял иттереп ала. Өй эсендә эшләмәгән кеше юҡ! Мин, Мәхүп тәҙрә тупһаһына бәйләп элеп ҡуйылған шешәләрҙе ҡарайбыҙ. Ул шешәләргә тәҙрә быялаһында туңып ирегән боҙ һыуы ағып төшөп тула. Беҙ шул шешәләр һыуын тасҡа түгеп, ҡабат элеп ҡуябыҙ.Ашау-эсеү бер көн беҙҙең яҡта булһа, икенсе көн - ҡәрәсәйҙәр яғында була. Урындыҡ тулып, уратып шау-гөр килеп үтә. Бөтә ғәилә фәҡәт бер ваҡытта ғына иртәнге, төшкө, киске ашау үткәрә. Ваҡытһыҙ бер кем тамаҡ һорамай. Беҙ, бәләкәйҙәргә, бер һыныҡ икмәк, бер туҫтаҡ ҡатыҡ! Эсәбеҙҙә үҙ эшебеҙ менән мәж киләбеҙ, ни етте шулай уйнап үткәрәбеҙ. Ололарҙың – беҙгә, беҙҙең – уларға иғтибар итеү юҡ!
 
Ғәиләнең кәсебе

'''Мәгәзәй'''
 
Мин көндә тәҙрәнән урамға ҡарайым. Өҫтә, дүң башында, япа-яңғыҙ, бейек текә ҡыйыҡлы, ҡара төҫлө ҙур өй тора. Уның тәҙрәләре юҡ. Асыҡ, аяҙ көндә тупһаһы, ишек бигенең ике арҡыры тимере, йоҙағы күренә.Ошо өй янына түбәнгә ҡарай кисен һырғалаҡ өйәләр. Мәгәзәй түше шау-гөр килә. Саналар бик шәп, тиҙ шыуа. Ҡайһы берәүҙәре йырлай-йырлай беҙҙең яндан Ҡылыға тиклем барып етә. Ҡыҙык та инде! Саналарынан ҡолап, аунап китәләр! Ҡайсаҡ бик ныҡ аунап илай-илай торалар! Танауҙарынан ҡан аға! Уға берәү иғтибар итмәй. Киреһенсә унан хахылдап көләләр. Тәҙрә аша күрәм: бына ул көшмөрәп, санаһын һөйрәп ҡайтырға йүнәлә! Ауыҙҙан да, танауҙан да ҡан аға!

Ай яҡтыртҡас, күп тормай барыһы ла таралыша. Ауылда ҙур тынлыҡ! Хатта эт өргән тауыш та юҡ!
 
Мәгәзәйҙән ары ҙур булмаған тигеҙлек. Унан – ҡыуаҡлыҡ, Һыртҡыуаҡ тип атала. Унда ҡара ерек-ҡарағай кеүек бейек, төҙ ағастар, муйыл,балан, ҡарағат, ҡара бөлдөргән, башҡа ыуаҡ ағастар… Бейек, ҡуйы үлән. Уң яғында быуат-быуаттарҙан килгән зыярат…

Был Һыртҡыуаҡ араһы әҙәм үткеһеҙ шырлыҡ, батҡаҡлыҡ. Һул яҡ осонан шишмә ағып сығып Ҡылыға ҡушыла. Бер кем был ҡыуаҡтан ниндәй суғым булһа ла, бер бөртөк емеш өҙмәне, йыйманы.

- Нишләп анау өйҙө мәгәзәй тиҙәр? Ни өсөн унда кеше тормай, гел бикле ишеге? – тип һорайым әсәйҙән.
 
- Әүәле ошо өйҙө өс Муйнаҡ халҡы һалған. Тауар, аяҡ кейеме, өҫ кейеме һаҡлағандар. Арыш, бойҙай, тары ондары,ярма, сәй-шәкәр, бал-май һаҡлағандар. Аслыҡта шул әйберҙәрҙе бик йонсоғандарға, өс ауыл ҡарттары хәл итеүенсә, бүлеп ярҙамдан биргәндәр. Шуға мәгәзәй тип исем биргәндәр, - тип аңлатты.

Мәгәзәй түшенә беҙ ҙә: Нуритдин, Ғилмитдин абзыйҙар, Фәтхиямал апай сана һөйрәп менеп өйөп төшәбеҙ. Өй янынан үткәндә өйҙәгеләргә сыулап ҡысҡырып үтәбеҙ! Күңелле бындай кистәр!

'''Кис ултырыу'''
 
Йәштәрҙең йоҡоһо килмәй. Тын. Матур яҡтыртып күк йөҙөндә ай йөҙә.Төн айлы, яҡты, күңелде дәртләндереп, йәш кешеләрҙе ҡытыҡлаһа ла, бушалайымға (беҙҙең заманда бер ни эшләмәй анда-бында һуҡлығып йөрөүсегә әйтерҙәр ине) урамда йөрөү яҡшы түгел! Аулаҡ өйҙә йыйылған урындар бар. Унда күңелле лә, ҡыҙыҡ та, төрлө эш менән мәшғүлдәр. Шундай өйҙәрҙең береһе - беҙҙеке. Ғәилә ҙур булһа ла, беҙҙең ишек һәр кис асыҡ-бикһеҙ.

Ауыл йәштәре бик йыш беҙҙең аш өйгә тулалар. Унда күп тапҡыр киңерәк, иркенерәк, ә бит бында киндер, сепрәк балаҫ, кәзә ҡылынан балаҫ, йөндән ирҙәр кейеме сәкмән һуғыу станогы ла тора. Унда минең әсәйем иртәнән алып ҡара кискә тиклем станок эсендә ултырып туҡыма һуға. Ул бик ныҡ арый. Ни тиһәңдә, аяҡ-ҡул гел генә туҡтауһыҙ хәрәкәттә.
 
Өйҙә ут барын күреп, хужалар ихлас ҡаршылап өйгә индереүҙәрен белеп, йәш ҡыҙҙар килеп тула! Барыһына ла урын етә. Ҡайһы кисен егеттәр ҙә тула, әммә уларҙы ла ихлас, һәйбәт ҡаршылап алһалар ҙа, башҡа килеүҙәрен тыйҙылар. Ни сәбәптәндер, әйтә алмайым!

Ҡыҙҙар аяҡ орсоғо менән йөн, дебет, киндер ебе бәйләйҙәр. Ҡабаға бәйләп орсоҡ менән дә шәп иләйҙәр. Өйҙә яҡты: ике кәрәсин шәме эленгән, өсөнсөһө – мейес һикәлтәһендә. Ҡаҙан ҙур, барыһына ла етерлек аш-һыу бешерәләр. Аш ашап, сәй эсеп бер аҙ ял иткәс, тағы ш башлайҙар.Эш ыңғайында йырлашалар, унан бик төртмәле, көлкөлө таҡмак әйтәләр.Берәм-берәм бейеү башлау өсөн, тәүҙә мине төшөрәләр. Мин тасылдата баҫып ике-өс круг бейейем дә миңә әйтелгән ҡыҙға “ тып” итеп аяҡ баҫам. Башҡалар таҡмаҡлай, ә теге ҡыҙ ихлас, матур итеп бейей. Шулай итеп күңелле йыр-бейеү, эш менән мәшғүл булып төн уртаһын ауҙырып таралышалар.
 
Урамда тағы ла тынлыҡ! Хатта эт тә өрмәй! Йәштәрҙең шағыр-шоғор иткән аяҡ тауыштарынан башға ҙур тынлыҡ. Бына ошондай кисәләрҙә мин күп йыр, таҡмаҡтарҙы, әйтелгән ҡыҙыҡ һүҙҙәрҙе отоп алам да икенсе юлы үҙҙәре булып таҡмаҡ әйтеп, бейеп күрһәтәм. Улар ҙа, беҙҙекеләр ҙә йығылып ятып көләләр. Минең өсөн бер ни түгел! Йырлап- бейеп бөткәс, үҙ урыным, һандыҡ янындағы яҫтыҡҡа, ятып торам тигәнсе уянып китһәм - таң атҡан!

Ә көндәр бер – береһенән айырылмай, бер төрлө үтә бирә. Көҙгө, яҙғы, күҙгә төртһәң күренгеһеҙ ҡараңғы төндәрәҙә, ауыл барлығы ла беленмәй! Тып-тын! Шул ҡараңғыла урындыҡҡа теҙелеп ятабыҙ. Йоҡлап китер алдынан ҡарһүҙ, әкиәт һөйләшәбеҙ. Әкиәттең ҡурҡыныс унындарында юрған аҫтында ҡурҡып дерелдәшәбеҙ! Нимә менән бөтөүен көтөп, юрған-яҫтыҡты мытҡып тотоп, ҡарһүҙҙә батыр еңгәнен белгәс, иркен тын алабыҙ! Шул саҡ ҡаты эш эшләгәндәй, арып, тирләп, бышлығып ятҡаныбыҙҙы һиҙәбеҙ! Шул ҡарһүҙәр иҫтә ҡалмаған. Үҙе бер тарихи яҙма булыр ине! Бик боронғо тормошто күҙҙаллау булыр ине!

Ғилмитдин абзый
 
Мин айырыуса Ғилмитдин абзыйға һырлыҡҡанмын. Ул мине йырларға, бейергә өйрәтә. Гел үҙе менән эйәртеп йөрөтә.Өйҙә, ишек алдында, утъяҡҡыста, кәртә лапаҫында, хатта Ҡылы ярындағы мунсала- бөтә ерҙә лә! Шундағы тигеҙлектә таҡмаҡлап мине бейетә, йырлата. Ҡайсаҡ һыны ҡатып көлөп, мине күтәреп әйләнә, айпалай. Икәү шарҡылдашып көләбеҙ! Ишеткән-тыңлаған, күргән күршеләр: әллә былар аҡылдан яҙғанмы? Икеһе лә иҫәүән кешеме ни, бушалалайымға көләләр, әйләнә-тулғаналар! Сыу киләләр! – тиҙәр икән. Ҡартәсәй:

- Беҙ уларҙың шулай йырлап, бейеп, уйнай-уйнай бар эште эшләгәндәренә ҡыуанабыҙ! Уларҙа эшегеҙ булмаһын, һүҙгә алып һөйләүе оят! – ти.
 
Ғилмитдин абзый үҙе йыр-бейеүгә бик оҫта ине.
Ә көндәр бер – береһенән айырылмай, бер төрлө үтә бирә. Көҙгө, яҙғы, күҙгә төртһәң күренгеһеҙ ҡараңғы төндәрәҙә, ауыл барлығы ла беленмәй! Тып-тын! Шул ҡараңғыла урындыҡҡа теҙелеп ятабыҙ. Йоҡлап китер алдынан ҡарһүҙ, әкиәт һөйләшәбеҙ. Әкиәттең ҡурҡыныс унындарында юрған аҫтында ҡурҡып дерелдәшәбеҙ! Нимә менән бөтөүен көтөп, юрған-яҫтыҡты мытҡып тотоп, ҡарһүҙҙә батыр еңгәнен белгәс, иркен тын алабыҙ! Шул саҡ ҡаты эш эшләгәндәй, арып, тирләп, бышлығып ятҡаныбыҙҙы һиҙәбеҙ! Шул ҡарһүҙәр иҫтә ҡалмаған. Үҙе бер тарихи яҙма булыр ине! Бик боронғо тормошто күҙҙаллау булыр ине!
- Һин мин өйрәткән “Перовский” көйөнә, Перовский бейеүен генә бейе! Башҡа бейүҙәр менән бутап быныһын да бейей алмаҫһың, - ти.
 
Мин ул әйткәнде үтәйем. Бер ваҡыт өйҙә икәү генә инек, ул “Перовский” көйөн таҡмаҡлап бейетә. Хәрәкәттәрҙе өйрәтмәй. Мин бейеп бөткәс: үәт, маладис, гел шулай бейе! Хәҙер булды, - тине. Мин “Перовский” бейеүен өйрәндем!
'''Ғилмитдин абзый'''
 
Мин айырыуса Ғилмитдин абзыйға һырлыҡҡанмын. Ул мине йырларға, бейергә өйрәтә. Гел үҙе менән эйәртеп йөрөтә.Өйҙә, ишек алдында, утъяҡҡыста, кәртә лапаҫында, хатта Ҡылы ярындағы мунсала- бөтә ерҙә лә! Шундағы тигеҙлектә таҡмаҡлап мине бейетә, йырлата. Ҡайсаҡ һыны ҡатып көлөп, мине күтәреп әйләнә, айпалай. Икәү шарҡылдашып көләбеҙ! Ишеткән-тыңлаған, күргән күршеләр: әллә былар аҡылдан яҙғанмы? Икеһе лә иҫәүән кешеме ни, бушалалайымға көләләр, әйләнә-тулғаналар! Сыу киләләр! – тиҙәр икән. Ҡартәсәй:
- Беҙ уларҙың шулай йырлап, бейеп, уйнай-уйнай бар эште эшләгәндәренә ҡыуанабыҙ! Уларҙа эшегеҙ булмаһын, һүҙгә алып һөйләүе оят! – ти. Ғилмитдин абзый үҙе йыр-бейеүгә бик оҫта ине.
- Һин мин өйрәткән “Перовский” көйөнә, Перовский бейеүен генә бейе! Башҡа бейүҙәр менән бутап быныһын да бейей алмаҫһың, - ти.
Мин ул әйткәнде үтәйем. Бер ваҡыт өйҙә икәү генә инек, ул “Перовский” көйөн таҡмаҡлап бейетә. Хәрәкәттәрҙе өйрәтмәй. Мин бейеп бөткәс: үәт, маладис, гел шулай бейе! Хәҙер булды, - тине. Мин “Перовский” бейеүен өйрәндем!
 
'''Атай ҡайтты'''
Ҡояш байыған. Әле тышта ныҡ ҡараңғы төшмәгән. Әсәй усаҡ янында ниҙер бешерә. Ҡапҡа шығырҙай: унда ике сана тора. Бер кеше ҡапҡа аса.Әсәй ҡараны ла, шәлен ябынып, бишмәтен кейә-кейә:
- Нуритдин, Ғилмитдин! Атағыҙ ҡайтты! – тип ҡараңғы соланға ҡысҡырып сығып китте.
Тегеләр шундуҡ леберләшеп йүгереп сыҡтылар. Мин тәҙрәнән күҙәтәм: ул арала ҡараңғылыҡ ҡуйырҙы. Аттарҙы туғарып, лапаҫҡа индереп, тоҡтарҙы келәткә ташынылар. Бөтә ғәилә ҡайнаша.Аш өйгә тоҡтар индерҙеләр. Беҙҙең яҡҡа индереп ниҙер мейес янына һалған саҡта, иртәгә бүлешерһегеҙ тигән һүҙҙе ишеттем. Бөтәһе лә беҙҙең яҡҡа инеп урындыҡҡа теҙелешеп ултырҙылар. Өйҙә тып-тын. Атайҙы көтәләр.
Ишекте ҙур асып тупһанан үтеүе булды, атай тайып китеп иҙәндә һуҙылып ятты. Уның һаҡал-мыйығы, ҡаштары ап-аҡ! Торорға маташа! Туң быймалар итек кеүек шаҡылдап тая! Һис тора алмай! Баҡа кеүек тарбаңлап тибенә. Уға ҡарап хахылдап көлә башланылар! Әсәй барып торғоҙорға итә. Атай баҫа алмай бит! Ҡартәсәй:
- Цы-ы-ыс! Маңҡалар! Дармоедтар! А ну! Торғоҙоғоҙ! Сисендереп урындыҡҡа ултыртығыҙ! – тип бойорҙо.
Нуритдин, Ғилмитдин абзыйҙар, Фәтхиямал апай уны урындыҡҡа һөйрәп килтереп ултыртып, көскә быймаларын һалдырып, яҫтыҡтар өҫтөнә һалдылар. Бөтәһе лә ипләп кенә аш өйгә сығып киттеләр.
- Нисек йөрөп ҡайттың, балам? Ҡолсоға инмәнеңме?
- Бик яҡшы, уңып йөрөп ҡайттым. Ҡолсомда өс көнгә туҡтаным. Аттарға ял бирҙем. Унда ни, барыһы ла иҫән-һау! Сәләм әйтеп, күстәнәстәр ебәрҙеләр! – тине атай.
 
Ҡолсом татар ауылы. Ҡартәсәйҙең бер ҡыҙы шунда тормошта. Унан һуң атай өйҙә булмаған осорҙағы хәл-әхеүәл, мал-тыуар, ауыл тормошо тураһында һөйләшеп бөтөүгә, ашөйҙәгеләр килеп инде. Өсөһө лә яңы кейемдә.
 
'''Ҡурай'''
 
Атай яйлап тороп, ишеккә барып етеп ишек башы кәсәге артынан ынтылып бер таяҡ килтереп сығарҙы ла, урынына менеп, яҫтыҡтарын текәләп һөйәлеп ултырҙы һәм баяғы таяғын усы менән һөртөп сыҡты. Ошонан һуң бер осон ауыҙына ҡабып, өрөп ҡараны, төрлө тауыштар сығарып ҡарағас:
- Фәтхиямал, ҡыҙым, һин башла! - тип бейеү көйө уйнай башланы.
Был бейеү көйө кис ултырырға килгән кыҙҙар йырлағандан миңә таныш ине. Апай бер аҙ тыңлап торҙо ла, бейей башланы. Уның өр-яңы матур күлдәге күҙ яуын алып тора! Сәстәрен бығаса күрелмәгән формала тараған. Аяғында һары ботинка. Ҡуныстары килеп тороп оҙон! Тубығына етеп тора! Ҡуныстары һары бау менән һырмап алынған да бәйләп ҡуйылған! Ап-аҡ алъяпҡысы сәскәләр менән биҙәлгән. Бейегәндә ҡул барамаҡтары ғәжәп матур, көй ыңғайына шартлап торалар! Ул ике-өс әйләнде лә, Нуритдин абзыйға баҫты.
Абзый шундуҡ һикереп торҙо ла круг яһап бейей ҙә башланы. Уның ныҡ баҫыуынан өй һелкенгәндәй булып китә! Тәҙрә сылтырап китә! Түбә-иҙән таҡталары һелкенә! Элеүле торған ике шәм ныҡ һелкенеүҙән һүнә яҙып сайҡалып ҡуя! Ҡәрсәй уны көс-хәлгә туҡтатып ултырырға ҡушты. Уның аяҡтарында тимер дағалы, оҙон ҡуныслы шәп итектәр. Өҫтөндә – яңы костюм-салбар. Аҡ кулдәктең яғаһы, түше сәскәле.Күлдәген суҡлы бау менән быуған. Үҙе бейеүҙән ҡара тиргә батты. Йыш тын ала. Башында ҡыялатып кейгән фуражка. Шарт-шорт баҫып урынына барышлай Ғилмитдин абзый алдына һыңар аяҡ менән көслө итеп баҫып китте.

Ғилмитдин
 
Ғилмитдин абзый урынынан торғанда уҡ еңел, етеҙ атлап иҙән уртаһына сыҡты. Уның аяктарында ҡупшы ялтырап торған хром итек, һәр аҙымында шығырлап ҡына торалар. Ҡапыл туҡтап, башын бер яҡҡа ҡыйшайтып ҡаушырған ҡулдары менән иҙән уртаһында кинәт деңк ҡатып ҡалды. Әйтерһең, бағанамы ни! Ни булды?- тип һорауҙарына атайға ҡарамай ғына:

- Перовский ,- тине.
Атай дәртле итеп “Перовский”ҙы башланы. Ул түңәрәк яһап “Перовский”ҙы бейене лә урынына атлағайны, ҡәрсәй уны туҡтатып:
- Бик аҙ бейенең! Тағы аҙыраҡ бейе әле,- тип бойорҙо.
Ғилмитдингә әйтеү менән атайға ла уйна тип ымланы. Ул яңынан дәртле итеп уйнай башланы. Ғилмитдин яңынан –яңы хәрәкәттәр яһап бейеп бөтәһендә ғәжәпләндерҙе!
- Бына, исмаһам! Унан үрнәк алығыҙ! –тип ҡәрсәй уны арҡаһынан һөйөп алды. Теге сығып китте. Уның артынан барыһы ла эйәрҙе.
 
'''Ҡурҡыу'''
 
Луғырлап ҡаҙан ҡайнай. Өйгә тәмле бешкән ит еҫе таралған. Әсәй турбашта аш әҙерләп йөрөй. Мин урын-ер әйберҙәре өйөлгән һандыҡҡа терәлеп ултырҙым да атайҙан күҙ алмай уға ҡарайым. Күкрәгенә һалған йыуан, эре бармаҡтары йыбырлап ҡыбырлайҙар, эсе бер күтәрелеп, бер төшә. Салҡанан ятып, башын артҡа ташлаған, һаҡалы тырпайып тора.Яланғас үңәстә ҡуғырлайы тупайып бер түбән, бер өҫкә күтәрелә.
Ауыҙ-ирендәре һис беленмәй, мыйыҡ-һаҡал бөтөнләй ҡаплаған! Ҡалын ҡаш менән сәс араһында маңлайы саҡ ҡына күренә. Шәүләһе бигерәк ҡурҡыныс! Был әллә атай тугел микән? Теге әкиәттәрҙә, ҡарһүҙҙәрҙәге ен-пәрей, йә булмаһа шайтан, юха түгел микән? – тигән уй килде миңә, ҡурҡышымдан бына-бына ҡысҡырам тигәндә , әсәй мине мытҡып алып күтәреп күкрәгенә ҡапландырып йүгерә-атлай барып ишекте тибеп асты ла ҡараңғы соланға:
- Барығыҙ ҙа сығығыҙ! Аш беште! – тип ҡысҡырҙы.
Оҙаҡ көттөрмәнеләр тегеләр, инделәр. Ҡул сайыштылар. Атайға тас килтереп урындыҡта сайҙырҙылар. Ҡурайын тәҙрә төбөнә ҡуйҙылар. Мин һаман ғәжәпләнәм: ошо таяҡтан ниндәй матур, күп төрлө тауыштар сығара! Бына бит ниндәй ул атай, оҫта, көслө, әҙәм белмәгәнде үҙе белә! Мин ҡурайҙы беренсе тапҡыр күрҙем һәм тәүгә ишетеп бик аптыраным. Ә шулайҙа атай шикле кеше тигән уйҙа ҡалдым!
 
Ҡунаҡтар
'''Ҡунаҡтар'''
Атай һүҙ башланы:
 
- Иртәгәнән ныҡлап әҙерләнәһегеҙ… Мин үҙем йөрөп ҡунаҡ саҡырам. Кискә аш-һыу әҙер булһын! Ә хәҙер – йоҡларға! Ял итегеҙ! Эш күп!
Атай һүҙ башланы:
Мин һандыҡ янында янындағы яҫтыҡҡа яттым. Хатта ҡаты йоҡлағанмын! Уянһам, өйҙә берәү юҡ! Ҡояшлы, аяҙ көн!
- Иртәгәнән ныҡлап әҙерләнәһегеҙ… Мин үҙем йөрөп ҡунаҡ саҡырам. Кискә аш-һыу әҙер булһын! Ә хәҙер – йоҡларға! Ял итегеҙ! Эш күп!
Кисен әсәйҙең ҡустыһы Сәфәрғәле, ағаһы Нурислам ҡатындары менән, Шакирьян ағай еэгәй менән, Түбәнге Муйнаҡтан Мусин Сөләймән, Үргауылдан атайҙың еҙнәһе Хөпбөхужа, Сахипъямал инәй, улдары Ихсан Үҙәнбаев, Әбделәхәт Әбдулғужин, тағы кемдәрҙер килеп тулды. Өйҙә шау-шыу, көлкө! Ә миңә бер көлкөлө нәмә юҡ! Түрбашта ултырам. Бер аҙҙан йырлашып та, бейешеп тә алдылар. Был ҡыҙыҡ! Атай ҡурайында ғәжәп шәп уйнай! Аптырайым! Ололарҙың ҡыҙыҡ хәбәрҙәрен тыңлап ятып торһам, йоҡлап киткәнмен!!!
Мин һандыҡ янында янындағы яҫтыҡҡа яттым. Хатта ҡаты йоҡлағанмын! Уянһам, өйҙә берәү юҡ! Ҡояшлы, аяҙ көн!
Кисен әсәйҙең ҡустыһы Сәфәрғәле, ағаһы Нурислам ҡатындары менән, Шакирьян ағай еэгәй менән, Түбәнге Муйнаҡтан Мусин Сөләймән, Үргауылдан атайҙың еҙнәһе Хөпбөхужа, Сахипъямал инәй, улдары Ихсан Үҙәнбаев, Әбделәхәт Әбдулғужин, тағы кемдәрҙер килеп тулды. Өйҙә шау-шыу, көлкө! Ә миңә бер көлкөлө нәмә юҡ! Түрбашта ултырам. Бер аҙҙан йырлашып та, бейешеп тә алдылар. Был ҡыҙыҡ! Атай ҡурайында ғәжәп шәп уйнай! Аптырайым! Ололарҙың ҡыҙыҡ хәбәрҙәрен тыңлап ятып торһам, йоҡлап киткәнмен!!!
 
'''Мин йырлайым'''
 
Һандыҡ янында йоҡлай торғас мине ҡунаҡтар бар тип тә белмәгәндәр. Мәжлестәренең күңелле сағы булғандыр. Көтмәгәндә мин көслө тауыш менән матур, асыҡ итеп йырлап ебәргәнмен. Әсәй килеп ҡараһа – мин йоҡлайым икән! Ҡунаҡтар шым булалар. Мин йырымды дауам итәм, ә улар һаҡлыҡ менән миңә ҡарайҙар ҙа икән, бер-беренә уятмаҫҡа тип ымлаша икән! Ғәжәп! Үҙем йоҡлайым, үҙем йырлайым! Ҡунаҡтар ҡалған ваҡыттарын шыбырлашып ҡына һөйләшеп таралышалар. Мине уянмаһын тип шым ғына сығып китәләр.
 
Йоҡлаған хәлдә йырлауҙы мөғжизә күреп тыныс, әкрен тауыш менән баланың йоҡлап йырлауын боҙмаҫ өсөн, шыпырт сығып таралалар! “Кешенең йоҡлаған сағында йырлауы үҙе бер мөғжизә, уятырға һис ярамай. Хәйерлегә юрарға кәрәк”, – тиҙәр улар. Йырлап бөткәс, тыныс йоҡлауымды дауам итәм. Тик әсәйем генә эш менән арыуы етмәгән, керпек ҡаҡмай мине һағалап оҙон төн уткәрә… Һүҙһеҙ көйләп йырлауым барыһына ла бик оҡшай. Туҡтап, тыныс йоҡлағансы тыңлағандар!

Иртәнсәк
 
Уянһам һаман шул урынымда ятам. Өйҙә бер кем юҡ. Теге өйгә инһәм, бөтәһе лә урындыҡта ултыра. Сәй эсәләр. Мине барыһы ла һөйөп – яратып сәйгә ултырттылар. Ашап-эсеп туйғас, кире сығып киттем. Тәҙрәгә килеп теге таяҡҡа ҡарайым, аптырайым! Бының менән ул нисек тауыш сығара икән!? Соланда – аяҡ тауышы. Тиҙ генә һандыҡ яғына китеп иҙәнгә төштөм дә бесәй менән уйнайым. Атай килеп инде. Шаярып мине тотайым тигәйне, мин ҡастым!
'''Иртәнсәк'''
- У-ух! Дика-арь! – тип үҙ урынына менеп ятты. Мин бер уға, бер ҡурайға ҡарайым, уйнамаҫ микән!? Тороп ишек кәсәгенән ҡурайҙы алып уйнай башланы. Мин тыңлайым да уйлайым: нишләп тәҙрә төбөндәге ҡурайҙа уйнамай икән? Аҙаҡ ҡына төшөндөм, уныһы сатнаған булған икән! Бына шулай тәүге тапҡыр ҡурайҙы күреп, тауышын ишетеп, сикһеҙ аптыраным! Ул шундай ғәжәп оҫталыҡ эйәһе! Ул ғына белә был ҡурай тигән нәмәне! Әллә сихырсы микән?! Урынында һуҙылып ятты, күп тә үтмәне хурылдап йоҡлап китте.
 
'''Оҫта һыҙғыралар'''
 
Ҡылы –Өҫкәлек буйында нәҙек оҙон мәке уйылған. Уны кем булһа ла балта менән йүнәтеп тора. Төш мәлендә ярты ауыл малын беҙҙең яндан шул мәкегә ҡыуып килтереп һыу эсерәләр. Ҡайһылары аттарын һуғарғанда һыҙғыра. Быранғай өс-дүрт кеше “Су-у-у-и-и-к!” тип әсе итеп ҡысҡыра. Кемеһенеңдер тауышы ҡалын, кемеһенекелер – нәҙек, бергә ҡушылһа, бик матур тауыш барлыҡҡа килә! Хәҙер инде әйтә алам: улар тауыштары берләшеп квинта музыкаль строй барлыҡҡа килтергән йә кварта стройы барлыҡҡа килгән! Уны, әлбиттә, улар үҙҙәре лә аңғармағандар! Ғилмитдин абзый менән беҙ тыңлай торғайныҡ.
 
Ҡунаҡтар килде
'''Ҡунаҡтар килде'''
Атай ашығыс кәсепкә йөрөп килергә булды.Әсәй һуҡҡан киндерҙе, үҙенең ағастарын тейәп баҙарға барып ҡайтты. Ҡайтҡас:
 
- Бар нәмәмде лә яҡшы һатып бөттөм! Хәҙер был яғына ҡукаҡтарҙы хөрмәт итеп була! Сураштан, Ҡолсомдан өс-дүрт дуға ҡунаҡ саҡырҙым… Хәҙерҙән уҡ әҙерләнә башлағыҙ! Ваҡыт бик тиҙ үтә, - тине.

Бына яҙ ҙа булды. Ҡылы яры ситендә беҙҙең мунса тора. Шунда матур урында ябыулап урын эшләп, эсенә йәш үлән килтереп түшәнеләр. Мунса яғып ебәрҙеләр, ике-өс самауыр ҡайнай. Ике-өс ҡаҙанда ит бешә. Төрлө тәм-том! Ҡунаҡтар килергә тейеш! Фәтхиямал апай, Нуритдин, Ғилмитдин абзыйҙар – ҡапҡа төбөндә. Түбән яҡтан Ҡырғыҙ яғынан күҙ алмайҙар! Мин дә, Мәхүпъямал апай ҙа ҡунаҡ көтәбеҙ. Ҡарауылда торабыҙ! Бер ваҡыт дуң аръяғынан саң күтәрелде. Был күмәк атлы арба саңы!

- Саң күтәрелде! Киләләр, ҡунаҡтар киләләр!- тип сыу булып ҡысҡырабыҙ.
 
Яр буйында ла ығы-зығы башланды. Дүңдән бер… ике…өс арба сабышып килә! Ҡу-наҡ-тар! Һыу буйынан ололар ҙа, атай ҙа ҡапҡаға килделәр. Күп тә үтмәй, атлылар ауылҡа инделәр!

- Әйе, дөрөҫ! Ҡунаҡтар! – тип ғауғаландылар.
Бына ҡапҡаға ла килеп еттеләр!
Һепереп таҙартҡан ишек алдына дүрт арба ҡунаҡтарҙың атын етәкләп индерҙеләр. Һә тигәнсе туғарып, һалҡын лапаҫҡа индереп бәйләнеләр. Арбанан әйберҙәрҙе алып бөткәс барыһын да һыу буйына төшөрҙөләр.
- А-а-ай! Бына ҡайҙа ул йәннәт! – тип йыуына башланылар. Ир-егеттәр аяҡтарын һәлендереп яр башына теҙелешеп ултырҙылар.
- Эх! Бына ҡайҙа ул балыҡ һөҙөргә! Ағын да түгел! Тәрән дә түгел, шикелле! Тик бына һөҙгө генә юҡ!
- Ә нишләп! Теләһәгеҙ, хәҙер һөҙгө була! Нуртин, Ғилмиттин, килтерегеҙ һөҙгөнө! – тип атай бойороҡ бирҙе.
Егеттәр йүгереп барып һөҙгө лә алып килде. Тағатып ҡарап ҡунаҡтар:
- Бик шәп һөҙгө! Әйҙә, төштөк! – тип ҡеүәтләштеләр.
Ҡунаҡтарҙан өсәү, беҙҙән – икәү ҡаҙандарҙан өҫкәрәк барып мунсаға ҡаршы йәйенке урынға һөйрәп сыҡтылар… Ни күҙең менән күрерһең: һөҙгө тулы балыҡ! Үҙе күп, үҙе эре! Бында суртан, шамбы, алабуға, опто, йомро сабаҡ! Өс күнәк алдылар! Эре балыҡты күнәккә һалманылар! Ҡабаланып тағыла бик яй, шым ғына барып икенсегә сыҡтылар! Был юлы һыуҙан сығып бер аҙ барып һөҙгөләрен ҡаҡтылар ҙа өсөнсөгә төштөләр.
- Етәр! Башҡа һөҙмәгеҙ! - тиһәләр ҙә, тыңламай ҡабат төштөләр.. Был ер тәрән! Күгәреп ята! Береһе ситтән атлай, ә икенсеһе шым ғына йөҙә. Етмәһә, һөҙгө бер урында, һыу төбөндә нимәгәлер эләкте! Тартһалар ҙа – ысҡынмай! Бер ҡунаҡ бик оҫта сумып, һөҙгөнө ысҡындырҙы. Яр башында:
- Был юлы балыҡ эләкмәҫ, һөҙгө оҙаҡ эләгеп торҙо,- тиештеләр.
Тегеләр ҡайҙа йөҙөп, ҡайҙа атлап һай ергә еттеләр ҙә бик ҡабаланып, шәпләп ярға ынтылдылар. Балыҡ юҡтыр, тигән кешеләр:
- Фу-у-у! Бына бит! Ниндәй эре, матур балыҡтар!
Ыуағын һыуға ырғытып, эреһен йыйып алдыларҙа, бө-тә-һе-лә:
- Ярай! Етәр инде! Унса балыҡ нимәгә! – тинеләр.
Һөҙгөнө ҡағып, сайып, ағасына урап, бәйләп ҡуйғас, мунсаға йүгерешеп инделәр. Балыҡ таҙалаусылар ҙа, балыҡ ҡурыусылар ҙа күмәк! Ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бергәләп эшләнеләр. Хатта хуш еҫ бөркөп торған йәшел үлән түшәлгән лапаҫҡа инеп берәр бәләкәй стәкән һыу эсеп өлгөрҙөләр. Шул тиклем тиҙ бер болот сыҡты, ҡай ерең иҫән ҡалырмы! Ғәжәп көслө, эре тамсылы, аяҙ күктән ямғыр яуа башланы.
Лапаҫтан бик тиҙ сыҡтылар. Сыулашып бик тиҙ, бер ни ҡалдырмай, өйгә, утъяҡҡысҡа, соланға, ике өйгә ташып бөттөләр. Ярай әле, атай, ағай, апайҙар беҙ йәшәгән яҡҡа өҫтәл, ширлек - скамейка, бүкән – табуреткалар ҡуйып бөткәйнеләр!
 
'''Мәжлес. Тағы ҡурай'''
 
Ҡараңғы тиҙ төштө. Тәҙрә ҡапҡастарын ябып өс элмәле шәм яндырҙылар. Өйҙә яҡты. Әле мәжлес яңы ғына башланғайны, бер кеше:
- Һай-һай! Минһеҙ ҡунаҡ булмаҡтар! Тәки килеп еттем! – тип ҡысҡырҙы.
- Әйҙүк! Әлмәс ағай! Әйҙә, рәхим ит, Әлмөхәммәт ағай!
Уны ҙурлап урынлаштырҙылар. Был кеше Ғәббәс ауылынан һурәсәй Хәкимәнең туғаны.
Уйын-көлкө ҡыҙа. Берәүһе:
- Фазтин ағай! Ҡурайыңды уйнап ебәрһәңсе, бейеп алырҙар ине! - тине.
Атай ишек башынан ҡурайын алды. Әлмәс-Әлмөхәммәт камзулы аҫтынан ҡынын сығарып, унан өс-дүрт ҡурайын алды. Ҡурайҙырының тауыштарын ҡысҡыртып ҡаранылар ҙа, бейеү көйөн башланылар. Ғилмитдин абзыйҙы саҡырҙылар.
- Перовскийҙы уйнағыҙ!
Ҡурайсылар уйнай башланылар. Ул тыңлап алды ла, бар кешене ғәжәпләндереп оҫта бейеп, бер ҡунаҡты саҡырҙы. Эй, мәжлес күңелләнде! Ҡыҙҙы! Бейеүселәр береһе артынан икенсеһе сығып ҡына торалар!
 
Мәргән менән Лил
'''Мәргән менән Лил'''
Уйлаған инем: атайҙан башҡа ошондай матур итеп моңло тауышлы ҡурайҙа бер кем уйнамай, фәҡәт атай ғына белә тип! Башҡа бер кеше лә ҡурайҙа уйнай белмәй, сөнки ҡурай ғәжәп аптырарлыҡ ҡатмарлы!
 
- Айырым оҫталығы ғына булған кеше уйнай ала!
- Ҡурайҙа һәр теләгән кеше уйнай алмай шул! – тиештеләр ҡунаҡтар.
Ғилмитдин абзый барыһын да үҙенә ҡаратып бейегәндә, бер ҡунаҡ урынынан тороп сығып китте. Уның артынан бер ҡатын эйәрҙе.
Ғилмитдин абзый бейеүен дауам итә. Мәргән бик матур ике яғы ла аҡ-ҡара төймәләр менән биҙәлгән ҡумтаны индерҙе. Ул ҡумтаны ҡайыштар менән яурындарына элгән. Төймә – һиҙәптәрҙән бармаҡтары менән йөрөтә. Ғәжәптән ғәжәп, бығаса ишетмәгән, күрмәгән йәшниктән тауыштар сығарып, әҙәм аптыратып, ҡурайға ҡушылып Перовскийҙы уйнап ебәрҙе. Был мәжлестәгеләргә әйтеп оҡшатмаҫлыҡ дәрт өҫтәне! Уны “баян” тип атанылар!
 
Лил
'''Лил'''
Ситтән килгән ҡунаҡтар бер тауыштан:
 
Ситтән килгән ҡунаҡтар бер тауыштан:
- Лил, бейе! – тип һорап ҡул саптылар.
Уларға беҙҙекеләрҙә ҡушылдалар. Мәргән Лилгә бер генә ҡарап алды ла икенсе көй уйнай башланы. Ҡурайсылар туҡтап, тыңлап алдыларҙа Мәргән менән ҡушылып уйнап ебәрҙеләр. Гөж килгән халыҡ кинәт тынды. Лил бейей башланы. Уның шундай төҫкә һылыулығы, матур кейеме, сәстәре айырылып тора. Бына Лил бейе башлауы булды, бөтәһе дә тынды.
- Бындайҙа төҫкә-башҡа һылыу, оҫта булырмы? Хоҙай был ҡатынға барында өйөп биргән”, – тиештеләр.
Уға һоҡланмаған кеше булманы! Тышта, тәҙрә ҡапҡасы ярыҡтарынан ҡараған ҡатын-ҡыҙ, йәштәр ҙә;
- Бындай ҡунаҡтарҙы, уйынды бығаса күргән юҡ,- тип ихлас ҡаранылар.
Ниндәй кәмит! Этәрешеп, төртөшөп әрләшәләр ҙә икән! Йәйге төн ҡыҫҡа! Таң ата! Яҡтыра, ҡояш ҡалҡа башлай. Шул саҡ көскә туҡталышып, ял итергә таралышылар.
 
'''Төштән һуң. Уйын'''
 
Ҡунаҡтарҙы саҡ йыйып, төш ауҙырып Сәфәрғәле абзыйым – әсәйемдең бер туған ҡустыһы, Нурислам – әсәйемдең бер туған абзыйы, Шәкирйән – уларҙың күршеһе, бергәләп һый әҙерләгәндәр. Сит ҡунаҡтарҙың ваҡыттары тар, шуға бергәләшкәндәр. Сәфәрғәле абзыйымдарҙың өйө ауылдың түбән осонда, аҫҡы рәттән, ә Нурислам олатайҙар юл аша иң оста йәшәйҙәр. Нурислам олатай рус-япон һуғышында ҡатнашҡан. Сатан.Шулайҙа Бөйөк Ватан һуғышына алдылар, трудармияға. Шунда донъя ҡуйған. Шәкирйән ағай һуғыштан ҡайтманы. Сәфәрғәле абзыйым да ҡайта алманы.
 
Киң ишегалды тап-таҙа! Дүрт-биш урында бағаналарға шәм элгәндәр. Өҫтәл ошонда уҡ әзерләнгән. Нисек кенә иртәрәк тип ҡабаландырып ҡараһалар ҙа, ҡараңғы төшә башланы. Кәртә артында дүң. Уның аҫтында – тал, өйәнке, ерек ағасы ҡыуаҡтары менән уратып алынған күл. Күлде шулай уҡ бик эре ҡамыш уратып алған. Күл Өҫкәлек-Ҡылы менән нәҙек кенә “ҡолаҡ” менән олғашкан. Кис була башлағас, унда-бында баҡалар баҡылдай башланы. Төрлө ваҡ ҡоштар, һандуғас та бар, кәкүк ҡысҡыра. Оҙаҡламай шаулап торған ҡош-баҡа тауыштары шул тиклем көсәйҙе! Хатта һөйләшергә тауыш алдырмайҙар. Уҫал бызылдап бик күп серәкәйҙәр һөжүм итә башлағайны, алдан әҙерләнгән тиҙәк өйөмдәренә үрт һалдылар! Был үрттәр ялбырлап янмай, быҫҡып ҡына яталар, куп, ҡуйы төтөн сығаралар! Төтөндән серәкәйҙәр ҡасты, ҡунаҡтар тынысланып ҡалды.

Хөрмәт башланды
 
Өҫтәлдәр тулы ашамлыҡ! Хатта ят ризыҡ та бар! Мәжлес ойошторолған урын яҡтыртылған. Мәжлес түңәрәк эсендәме ни! Уның сиктәре ҡараңғылыҡ менән уратылып алынды. Ә тегендә, ҡараңғылыҡта, кем йөрөй, нимәләр эшләй, билдәһеҙ. Әммә ҡараңғылыҡ эсендә ауыл кешеләре ифрат күмәк! Бер тауыш-тын юҡ! Ултыралармы, торалармы – күренмәйҙәр. Яҡтылыҡ эсендә хужалар, ҡунаҡтар үҙ һый-хөрмәте, уйын менән булалар. Уларға бер кем яҡынламай, сыуалмай. Тауышланмайҙар! Әйтерһең, ҡараңғылыҡта бер кем юҡ!
'''Хөрмәт башланды'''
Ваҡыт үтә килә, ҡунаҡтар һәм хужалар киң ишегалдында бергәләп бейешкәндә, батырырыҡ ауылдаштар ҙа күмәк бейеүгә ҡатнашып киттеләр. Түңәрәк киңәйҙе! Бейеүселәр сикһеҙ күбәйҙе. Байтаҡ ваҡыт бейешкәндән һуң музыканттар туҡтаны. Һыу буйында тынлыҡ! Ҡош-баҡа тауышы ла юҡ! Ҡунаҡтар үҙурындарына атлай башлау менән ауыл кешеләре һеперелгәндәй яҡтылыҡтан ҡараңғылыҡҡа инеп юғалды.
 
Таң ата.Ҡунаҡтар хужаларына ҡайтырға сыҡты. Мәргән баянда уйнай-уйнай бара. Уның тирә яғынан ауылдаштар ҙа йырлап бара. Беҙҙең ҡапҡаға еткәс туҡтап, зыу килеп бейешеп таралыштылар.

'''Үргауыл – Ҡужаған'''
 
Төшкә яҡын ҡунаҡтар ашап-эсеп тормай күрше Үргауылға киттеләр. Унда Үҙәнбаев Хөпбөхужа олатайым, атайҙың бер туған еҙнәһе, Сахипъямал инәйем Нәзифә ҡартәсәйемдең ҡыҙы, Әбделғужин Әбделәхәт, тағы кемдәрһер бер булып Хөпбөхужа олатайҙың ҡарамалар һалҡынында өҫтәлдәргә ашамлыҡтар ҡуйғандар. Ҡырғыҙҙан Мусин Сөләймән еҙнәйҙәрҙеңдә һыйы ошонда. Ҡунаҡтар ҙа, хужалар ҙа һис арыу тойғоһо күрһәтмәй, мәжлесте бик киң, күңелле үткәрҙеләр!
Айырыуса иҫемдә Әбделғужин Әбделәхәттең бейеүе иҫтә ҡалды. Ул киң яурынлы, оҙон буйлы, йыуанлығы ла бар, бейергә төштө. Уның оҙон ҡулдары, эре бармаҡлы устары, ә устары ниндәй киң, ҙур! Уның көслө булыуы, батыр, тыра һүҙле булыуы тураһында бөтә ҡиәфәте әйтеп тора. Ул төшөү менән кешеләр шаулашып устарына һуға башланы. Әбделәхәт ағай ҙур күҙҙәрен аҡайтып, ҡулдары киң ҡоласлы бөркөтмө ни йәйеп түңәрәк яһап сыҡты ла бик шаян бейей башланы. Шундай серьезный ауыр кәүҙәле кешенең шулай еңел, етеҙ йөрөүе аптыратты! Шаян хәрәкәттәр менән бейеп бейеп бөткәс, ярты биленән бөгөлөп, иңкәйеп осаһын уңлы-һуллы ҡыйшаңлатып үҙ урынына китте! Ҡарап торған халыҡ, ҡунаҡтар уның һуңғы шаянлығынан эстәре ҡатҡансы көлөп, көслө ҡул сабыуҙар менән оҙатты!
 
Ҡайтыу
'''Ҡайтыу'''
Ҡунаҡтар урындарынан тороп һәр береһенә рәхмәттәр әйтеп ҡайтырға ҡуҙғалдылар. Тыңлашманылар. Оҙатыусылар Сөләймән күпере тигән ергә тиклем ҡурай, баянға ҡушылып йырлап килделәр. Ошо ерҙә туҡтап тағы ла хушлашып, беҙгә килдек. Ишегалдында аттар егелгән, әйберҙәр һалынған! Ҡунаҡтар үҙ арбаларына ултырҙылар ҙа ҡуҙғалып сығып киттеләр. Ҡапҡанан сыҡҡас, әгәр беҙ бына ошолай эшләмәһәк, һеҙҙән айырылып бөгөн дә ҡайта алмаҫ инек, тиештеләр. Һаман рәхмәттәр әйтә-әйтә китеп тә барҙылар! Беҙ уларҙы остағы дүңде ауғандарынса, күҙҙән яҙғанса ҡарап ҡалдыҡ.Ҡартәсәй күҙ йәштәрен һөртә-һөртә өйгә китте. Лил менән Мәргән Ҡолсом ауылынан, уның ағай-энеләре икән!
 
Сурашҡа ҡунаҡҡа

Ҡыр эшен башҡарып, бесән сабып, ташып-өйөп ҡуйҙылар. Төп эш эшләнде, инде Сурашҡа ҡунаҡҡа барырға әҙерләнер кәрәк, тип атай бөтәһен дә иҫкәртеп ҡуйҙы. Сураш ауылындағы Лотфулла тигән олатайҙарға барабыҙ икән. Ул беҙҙә ҡунаҡта булғайны. Бер арбаға атай, әсәй, мин, икенсеһенә - ҡәрсәй, һурәсәй, Фәтхиямал апай, Нуритдин абзыйҙар тейәлеп юлға сыҡтыҡ. Өҫкәлек – Әндреевкә тигән урыҫ ауылына килеп юл ситендәге ҡоҙоҡ янында туҡтаныҡ. Ҡоҙоҡтоң тирә-яғы батҡаҡ, ҡойо! Шул ҡойола болғанған йәнлектәрҙе тәү тапҡыр күреп ғәжәпләндем. Был нимә ул, тип һорайым:
 
'''Сурашҡа ҡунаҡҡа'''
 
- Сусҡа балалары менән, - тип аңлатып рәхәтләнеп көлдөләр.
Элеүле торған күнәкте ҡоҙоҡҡа төшөрөп һыу сығарып эсеп алдыҡ та артабан киттек. Бер соҡорҙо ҡырлап теҙелгән өйҙәр – урыҫ ауылы икән. Уны Аптрагановка тиҙәр, был ауылды ла үтеп киттек. Ҡалай ҡыҙыҡ! Өҫкәлек тигән ауылға ҡаршы бейек, текә тау. Ул тауға уратып ҡаҙып арба юлы яһағандар. Тауҙың иң бейек, ослайған урынында өй һалғандар. Был өй беҙҙең ауылдан да күренә бит, тим.
- Их, шилма! Һин уны күреп йөрөгәнһең икән, - тиҙәр.
Андреевканың осонда беҙ барған юлдың һул яҡ ситендә ғәләмәт матур йорт төҙөгәндәр. Тирә яғын тимер рәшәткә уратҡан, һәр береһендә крест ҡуйылған. Ҙур йорттоң ҡыйығында түңәрәк өҫтөндә лә крест, ә урталағы ҙур түңәрәктең өҫтөндә иң ҙуры.
- Ә нишләп ул шулай? Ә кем унда ҡысҡырып йырлай? Әллә унда ла ҡунаҡтармы? – тип төпсөнәм.
- - Ю-юҡ! Был урыҫтарҙың сиркәүе, уның эсендә күмәкләп намаҙ уҡыйҙар. Гел урыҫтар унда…
Мин быға бик ныҡ аптыраным һәм бүтән бер нәмә лә һорашманым.
 
Юл 164 ⟶ 213:
Бер аҙ барғас текә дүң башында туҡтаныҡ. Һул яғыбыҙҙа ҡыҙыл кирбестән оҙон ғына, бейек йорт тора. Уның да түбәһендә ҙур түңәрәк тимер ҡалай, уныңосонда ғәжәп ҙур крест.Был йорттоң бер яғындағы ҡапҡаһы асыҡ. Кеше күренмәй, ә тауыш көслө. Беҙ дүң башында артҡы ике тәгәрмәскә ағас-мажар тығып төшөргә әҙерләнгән саҡта:
- Ана! Түбәндә бер урында кешеләр ниндәй күмәк! Алай-былай сайҡалып тегеләй-былай йөрөйҙәр! Ана бер яҡта һатырға килтерелгән ат өйөрө, бирерәк һыйыр малы! Ә һул яҡта – һарыҡ, кәзә, - тип атай күрһәтеп алды.
 
Текәне төшкәнсе ике артҡы тәгәрмәс һыҙылып өйрөлмәне. Мажаларҙы алғас, атай бер ҙур ҡапҡаға туҡтап үҙе инеп китте. Күп тә үтмәй ҙур ҡапҡа ике яҡҡа асылып китте. Таҙа һеперелгән киң ишегалдына индек. Беҙҙе бер ир менән ҡатын ҡаршы алып:

- Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ өйгә! Эҫелә арып киткәнһегеҙҙер!- тип өйөнә индерҙеләр.

Беҙ ни күмәк кеше, өйҙө тултырҙык та ҡуйҙыҡ! Икенсе бүлмәләре ҡараңғы, һалҡын. Шунда саҡырғайнылар, беҙҙекеләр юҡ та юҡ , баҙарға барабыҙ, тип сыға башланылар. Был урыҫ мәрйәһе менән минең әсәй иркен һөйләшә. Көлөп тә ебәрәләр. Өҫтәлгә самауыр ҡуйһалар ҙа, әсәй мине етәкләп урамға алып сыҡты. Ни бары киң, саңлы юлға сығыуыбыҙ булды, ҡайнап торған кешеләргә текәлдек.

'''Зәғифтәр'''
 
Беҙ туҡтаған ерҙә түбәле оҙон таҡтанан эшләнгән урындыҡ һуҙылған.Унда һуған, ҡыяр, ҡарбуз-ҡауын, күнәк-күнәк муйыл, балан, ҡабаҡ, кәбеҫтә, борсаҡ ҡуҙағы менән, тағы әллә нимәләр теҙелеп киткән. Кеше күплектән көс-хәл менән юл йырып үтеп йөрөй.
 
Эй, көслө итеп кеше ағымы этәрә башланы! Ҡолаһаң – тороу юҡ! Тапалып үләһең! Әсәй мине бер ҡулы менән күтәрҙе лә көскә икенсе ҡулы менән бағананы уратып йәбешә һалды, шулайтып ҡына бер урында тотоноп ҡалдыҡ! Күп тә үтмәй ике ирҙең йырлаған тауышы ишетелде, әкренләп беҙгә яҡынайҙы. Бер саҡ стена кеүек теҙелгән кеше өйөмө беҙгә яҡынлаша башланы. Өйөмдөң уртаһында бер кеше таҡтаға ултырған, дүрт тәгәрәмәсле арбаһын ике ҡулы менән этеп йөрөтөп килә. Уның ике аяғы ла юҡ. Ҡулдары күн бейәләй эсендә. Муйынына моҡсай эленгән. Кешеләр аҡса, тағы нимәлер шунда тыға. Уның артынан нәҙек оҙон кеше, түше асыҡ күлдәктән, салбары күн кеүек ялтырап киткән! Сәсе текә тора! Ап-аҡ! Уның да муйынында ике моҡсай. Яй ғына киләләр, йырлаәҙар, ниҙр һөйләҙәр. Икеһе лә рус-япон һуғышында зәғифләнгәндәр! Уларҙы күреп кеше илай! Ҡыҙғаныстар!. Халыҡ баҫымын әсәйем көс-хәл менән түҙеп, тотоноп торҙо фәҡәт уң ҡулы менән! Һулында – мин!

Кеше ағымы һирәгәйгәс, беҙ иркенләп тын алып, бушаған ерҙән юл ярып кире әйләнеп әлеге “знакум”дарға килдек. Шул арала беҙҙекеләр барыһы ла ҡайтты. Сәйгә туҡтаманыҡ. Сурашҡа киттек. Шулай итеп баҙар күреү урынына калекаларҙы күреп уфтандыҡ ҡына!
 
'''Осрашыу'''
 
Кршәндән сығып күп тә үтмәнек атай атын тал өйөмдәре араһынан ялансыҡҡа сығарҙы. Бында сурашҡа барған беҙҙең ҡунаҡтар икән. Һөйләшеү буйынса ошонда осрашып-йыйылып, бергәләп Сурашҡа инергә икән! 5-6 арба ҡунаҡ йыйылдыҡ. Бары ла һөйләшеү буйынса ваҡытына килгән! Ауылға ингәндәаттарҙа шәп йүгертеүҙән көслө саң күтәреп киләбеҙ. Ауыл уртаһы тирәһендә беҙҙең атбашынан алып бер ишегалдына индереп, рәтләп туҡтаттылар ҙа аттарҙы әллә нисә кеше туғарырға, йыйыштырыға тотоноп һә тигәнсе беҙҙе оҙон бер өйгә индереп, өҫ кейеме һалдырып, йыуындырып өйгә индереп ултырттылар.
Бында мин көтөп эҙләгән Мәргән менән Лил дә бар. Быға мин ҡыуанам! Лил беҙҙең янға килеп китте. Шат! Һөйләп һүҙе бөтмәй! Ул татарса һөйләшә.
 
Ҡунаҡ өйө
'''Ҡунаҡ өйө'''
Өҫтәл артына ултырттылар, сәй эсәләр! Ҡунаҡтар теүәлләнгәнсә, тиҙәр. Хужа Лотфулла поднос менән бәләкәй генә рюмкалар йөрөтөр булғайны ла һәр яҡлап тыйып, эсермәнеләр! Ни өсөн эсертмәйҙәр? Аптырайым!
 
Ике ҙур киң өй. Уртанан еңел ишек. Ике яҡта ла өҫтәлдәр, ултырғыс, ширлек-бүкәндәр! Ҡунаҡтар теүәлләнде, тип хәбәр иткәс, һәр кемде, хужа беленеүсе, урынлаштырҙылар. Беҙҙәге кеүек халыҡ күп. Бары ла урынлашҡас, хужа Лотфулла мәжлесте асып ебәрҙе! Уның билгеһе өҫтәлдәге ябыуҙарын алыу! Ошонан һуң ашау-эсеү китте!

Тыш ҡараңғы! Өй яп-яҡты! Байтаҡтан һуң Әлмөхәмәт олатай , атай, тағы бер нисә кеше бергә ултыртылған икән, ҡурайҙа уйнап ебәрҙе! . Уларға мәргән, тағы берәү – 2 баян, 2-3 тальян гармундар ҡушылып бына ғәжәйеп матур, дәртле музыка уйнай башланы. Берәм-берәм бейнүселәрһе бейеттеләр. Лил, Фәтхиямал апайҙар, Ғилмитдин, Нуритдин абзыйҙар, ят ҡатын-ҡыҙ, йәш егеттәр бейене. Бер аҙҙан оло кешеләрҙе бейетә-йырлата башланылар. Бейеүселәрҙән иң шаян, күңелле итеп фәҡәт Әбделғужин Әбделәхәт ағай булды! Уны 2-3 тапҡыр бейетеп бейеүгә йомғаҡ яһвнылар, йәғни әлегә туҡтанылар! Ошонан һуң мин әсәй ҡулында йоҡлағанмын! Сығарып һалғандар!
 
'''Икенсе көн'''
 
Тәүге оҙон өйгә йыйылдылар. Фәлән-фәлән кешеләрҙең һый-хөрмәте тип әйтеп торалар. Мәжлес көнө буйына дауам итте. Был көндө музыканттар :-ҙ кеше: 3 ҡурай, 2 баян, гармунсылар! Ҡунаҡтарға һис ыңғырҙашып ултырырға ваҡыт юҡ! Уйын бик көслө! Бөтәһе бергә тип-тигеҙ, матур, дәртле уйнайҙар! Шуға ла бейеүселәр ҙә, йырсылар ҙа исемдәрен әйтеп башҡарталар. Хисабы юҡ! Иртәнсәк башлап кис булыуын да, ҡараңғы төшөүен дә һиҙмәй ҡалдылар! Ҡунаҡтар төнөн генә таралышҡандар!
 
Өсөнсө көн
'''Өсөнсө көн'''
Өсөнсө көн фәҡәт Лотфулла йортондағы мәжлескә. Ҡунаҡ итеүселәр һис арыу һиҙҙермәй. Мәжлес дәртле, күңелле үтә! Был көндө мәжлес урталарында Лил апайҙың яңғыҙ йырлауын һоранылар. Ул инәлтмәне. Уртаға сығып баҫыуына янына мәргән баяны менән килеп баҫты. Лил йырлай, мәргән уйнаә! Бөтә мәжлес халҡы уны ҡат-ҡат хатта һуңынан инәлеп тигәндәй йырлатып тынысландылар! Лилдең һылыулығы тураһында “ҡурсаҡ кеүек” тиҙәр, ә тауышы – бындай моңло тауышты ишеткәнебеҙ юҡ, тиҙәр. Улар көскә үҙ урынына ултырҙы.
 
Ғилмитдин абзыйҙы саҡырҙылар! Ул аҡ күлдәктә, ҡара костюмда, хромовый итектән. Яланбаш. Сәстәре, әйтерһең, яһалма сәс кейҙергәнме ни?! Ҡап-ҡара, ҡуйы, артҡа таралған, әммә түңәрәк булып ныҡ үҙенә килешеп тора. Икерәт бейеттеләр! Аяғы аҫтына ташланған аҡсаларҙы хужа ҡатыны йыйып алып кеше алдына саҡырып тапшырғас, тағы бей, тип бейттеләр, әммә был юлы оҙаҡ бейемәне, бер-ике түңәрәк эшләне лә , рәхмәт әйтеп. сығып китте.
Өсөнсө көн фәҡәт Лотфулла йортондағы мәжлескә. Ҡунаҡ итеүселәр һис арыу һиҙҙермәй. Мәжлес дәртле, күңелле үтә! Был көндө мәжлес урталарында Лил апайҙың яңғыҙ йырлауын һоранылар. Ул инәлтмәне. Уртаға сығып баҫыуына янына мәргән баяны менән килеп баҫты. Лил йырлай, мәргән уйнаә! Бөтә мәжлес халҡы уны ҡат-ҡат хатта һуңынан инәлеп тигәндәй йырлатып тынысландылар! Лилдең һылыулығы тураһында “ҡурсаҡ кеүек” тиҙәр, ә тауышы – бындай моңло тауышты ишеткәнебеҙ юҡ, тиҙәр. Улар көскә үҙ урынына ултырҙы.
Мин бейейем
 
Ғилмитдин абзыйҙы саҡырҙылар! Ул аҡ күлдәктә, ҡара костюмда, хромовый итектән. Яланбаш. Сәстәре, әйтерһең, яһалма сәс кейҙергәнме ни?! Ҡап-ҡара, ҡуйы, артҡа таралған, әммә түңәрәк булып ныҡ үҙенә килешеп тора. Икерәт бейеттеләр! Аяғы аҫтына ташланған аҡсаларҙы хужа ҡатыны йыйып алып кеше алдына саҡырып тапшырғас, тағы бей, тип бейттеләр, әммә был юлы оҙаҡ бейемәне, бер-ике түңәрәк эшләне лә, рәхмәт әйтеп. сығып китте.
 
'''Мин бейейем'''
 
Лил апай урынынан тороп:
- Ағайҙар, апайҙар! Әҙ генә тынлыҡ!
Юл 197 ⟶ 259:
Мин куренһен өсөн бик тиҙ ике өҫтәлде беркетеп ултыртып клеәнка яптылар ҙа мине шул өҫтәлгә баҫтырҙылар. Бейейемме мин, юҡмы, уны һорамайҙар ҙа. Мин өҫтәлгә баҫҡас, бары ла тынды. Ике баянсы ғына уйнай башланы. Көй миңә оҡшамай!
- Йә, башла инде!- тиҙәр.
Мин:
- Перовский булмағас…- тием.
- Һай, һай! Хатта көй ҙә һайлай белә икән! – тип көлөшәләр. Бөтә музыканттар “Перовский”ҙы уйнай, кешеләрҙә – йылмайыу. Шул саҡ ишек яңағына Ғилмитдин абзыйым килеп торҙо! Мин “Перовский”ға бейей башлағас, кешеләр береһе- береһен тыйып, көлөү-һөйләшеүҙәрҙе бөтөрҙөләр!
 
Ялан аяҡ клеенкаға таҫылдата баҫып, абзыйым өйрәткәнсә, “Перовский”ҙы бейеп бөтөп туҡтап торам. Халыҡ та тын! Кинәт ҡул сабыуҙар, өҫтәлгә ваҡ һәм ҡағыҙ аҡсалар яуа башланы! Минең аҡсаға иғтибар юҡ! Әсәйем алдына йүгерҙем! Йүгереүем дә ҡыҙыҡ күренгәндер, шау-геү килеп, бер ағай күтәреп алды ла:

- Икенсегә бейеһен инде! – тип ҡысҡыра!
Тәки икенсегә бейеттеләр! Ишек яғынан урынһыҙ баҫып торған кешеләр тағы өҫтәлгә аҡса ташлайҙар! Минең унда эшем юҡ! Лил апай килеп күтәреп алды ла, тышҡа сығып киттек. Тышта туғандарым да ихлас яратып, һөйөп, маҡтап алдылар! Ә мин:
Юл 208 ⟶ 270:
'''Мин юғалдым'''
 
Ишегалдында бергә уйнарлыҡ бер кем юҡ! Арбалар араһында йөрөнөм-йөрөнөм дә ҡапҡа тышында урам буйлап аҡҡан бәләкәй генә йылғала булышып ултырҙым. Ул да ҡыҙыҡ түгел. Кире арбалар араһында йөрөй торғас, һарай яғында тау кеүек ҡыразланып ятҡан ҡара-һары тупраҡтарҙы күрҙем дә шул “тау” янына килеп ҡарап торҙом. Бер яғынан уның башына менергә юл юҡ. Бер яҡтан һарай, икенсе яҡтан келәт стенаһы! Тырмаша-тырмаша “тау” ҡыразына күтәрелеүем булды, ер ишелеп аҫҡа ҙур, дүрткел соҡор эсенә ҡойола башланы. Мин кире ҡыраз башына күтәрелергә тырышһам да тупраҡ менән бергә түбән оса башланым. Ҡаты һуғылғанымды белеп ҡалдым. Унан нимә булғанын белмәйем. Мәргән табып, баҫҡыстан төшөп күтәреп сыҡҡан! Мин уны ла белмәйем!
 
Мине юғалтып ауыл, һыу буйҙарынан оҙаҡ ҡына эҙләгәндәр! Таба алмай аптырағандар. “Тау”ҙа минең эҙҙе күреп Мәргән дүрт-биш метр тәрәнлектә табып мине иҫһеҙ көйөнсә алып сыға.

Быны күргән Лил мине үлгән тип, иҫенән яҙып йығыла! Мәргән бик тиҙ бер атҡа атлана ла Петровск -Кршәник балнисына саба. Врач арбаһына ултырып сығырға тигәндә генә өлгөрә. Врач тыңлай ҙа күсеренә: давай Сураш лошадь гоняй вскачь, ти. Сураштан Кршәниккә тиклем өс саҡрым! Тиҙ килеп етәләр! Мине ҡарай врач, Лил апайҙы. Уны иҫкә килтерәләр. Ә мине врач -дохтур үҙе көскә иҫкә килтерә! Иҫемә килгәндә, бөтә тәнемдә ауыртыу, баш әйләнә. Кискә тиклем үҙебеҙҙең ғәҙәти хәлебеҙгә киләбеҙ. Был, әлбиттә, ҡунаҡтар хозорон боҙған! Рәтләнгәсбеҙ, бөтәһе лә ҙур күтәренкелек менән мәжлес башлайҙар!
Төш ауыуға ҡунаҡтар таралыша башланы. Лотфулла:
- Фазтин! Һеҙгә бөгөн ҡайтыу юҡ! Иртәгә иртүк сығырһығыҙ! Хәҙер тыныслап сәй эсәйек…- тине.
Атай риза булды, әммә абзыйҙарға аттарҙы егеп, әйберҙәрҙе арбаға һалып әҙерләнергә ҡуша.
 
'''Өйҙә'''
 
Иртәнсәк уянһам, үҙебеҙҙең өйҙәмен! Тып-тын! Тышҡа сыҡһам, утъяҡҡыс һалҡынында күмәкләп сәй эсәләр. Миңә иғтибар итмәйҙәр.
- Тамаҡ туйҙырығыҙ ҙа ағас-ташты ҡарағыҙ. Әлегә башҡа эш юҡ, - тип атай команда бирә.
Сәйҙән һуң барыһы ла үҙ эштәренә тотона. Ғәҙәт буйынса мин гел Ғилмитдин абзыйҙан айырылмай бергә йөрөйөм. Ул мине бейергә өйрәтә!
Хәҙер мине Хәсән хуторы урыҫтары кеүек бейергә өйрәтә.Мин тиҙ отоп алам. Ул мине ҡосаҡлап алып, бына шулай гел отҡор бул, - ти, ҡыуана! Кистәрен аш өйҙә бөтә балалар бергә ятабыҙ. Әкиәт-ҡарһүҙ һөйләйҙәр. Дейеү, мәскәй әбей, шайтан-ен тураһында – ҡурҡыныс! Әлдә батырҙар, оҫталар бар, һәр саҡ еңеп сығалар!
 
Атай кемгәлер рам, һәнәк, балта һабы эшләй. Әсәй станок артында киндер һуға. Кисен йәштәр тула. Улар ҡул эштәре менән була! Шулай бер төрлө көндәр үтә. Абзыйҙар Оҙонкүлдән (Өҫкәлек һыуының бер өлөшө шулай атала, сөнки һыу күлдәге кеүек тын. Ағыуы һис беленмәй) һалабаш сығарып юкә һыҙырып алдылар. Ике-өс һалабаш эсенән суртан, шамбы балыҡтары сыҡты! Юкәнең ҡабығын киптерергә һалып ҡайттыҡ. Ете-һигеҙ көндән ебәк кеүек юкә төрөп алдыҡ, ә ҡабыҡтарҙы ҡат-ҡат һалып, барыһын да ташыныҡ. Өлөштәргә бүлеп, бәйләп ҡуйҙылар.

Ҡабыҡтар менән утъяҡҡыс, лапаҫ-һарай башын, мунса ҡыйығын яптылар. Онотолмаҫ ҡунаҡтар, музыканттар тураһында “сипарат” өйөндә бик йыш иҫкә алып һөйләнеләр.
 
'''Бер көн төштән һуң'''
 
Урам буйына теҙелешеп күмәк ылаусылар туҡтап бер төркөм ирҙәр беҙҙең ишегалдына инделәр. Атайҙы һоранылар. Ул лапаҫ аҫтында ниҙер яһай ине. Уның менән оҙаҡ ҡына әңғәмәләшкәндән һуң:
- Фазтин ағай! әйҙә беҙҙең менән! Беҙҙең оҫталыҡ та, оһоллоҡ та юҡ! Һин беләһең, беҙгә һатыу итергә ярҙам ит! Беҙҙең менән бергә бар! Ярҙам ит инде! – тип үтенделәр.
Атайҙың бер генә лә йөрөгөһө килмәгәс, тейәп китер нәмәләре әҙер булмауына һылтанды.Былар аттарын туғарып, тау тышына тышап ебәрҙеләр ҙә ярҙам итергә тотондолар! Ике арбаны майлап-йүнәтеп атайҙың ағастарын,йүкә, септә, киндерҙән һуғылған төңктәр, сабата үреүселәр өсөн ҡурыс, көрәк-балта, һәнәк һаптары, тырма, фургон өсөн көбсәк-тырнаҡ, арба-тарантас тәгәрәмәсенә тырнаҡтар, тәгәрмәс туғындары, ҡамыт яңаҡтары, дуғалар тейәп, тынысланып лапаҫҡа йыйыйлышып һөйләштеләр.
 
Ул арала ҡараңғы ла төштө. Ашағас йоҡларға яттылар. Ауыл йоҡлай! Хатта бер ҡош, эт тауышы ла юҡ! Был кешеләр иртә менән үҙҙәре самауыр ҡайнатты. Бер ҡаҙан картуф бешереп, ҡояш ҡалҡыуға ашап-эсеп, аттарын егеп тә ҡуйҙылар. Яйлап ҡуҙғала башланылар. Атайҙың аттарын уртаға төшөрөп, бөтә ҡарауан шағыр-шоғор килеп Кршәник яғына юл алды.

Атай ҡайтманы
 
Ғәббәс, Мәзит, Өмбәт ауылдары кешеләре төркөм-төркөм булып ҡайтып үттеләр. Һәр төркөмдән:
'''Атай ҡайтманы'''
- Фазтин ағай әйберҙәрен әле һатып бөтмәне! Бер-ике көндән ҡайтып етер! – тип үттеләр.
 
Беҙ атайҙың ҡайтыуын көн һайын көтәбеҙ. Ә ул һаман ҡайтмай! Уның оҙаҡлауына ике-өс ай үтте. Ул юҡ! Ҡартәсәй бер кувшин һағыҙҙарын алып Үргауылға, Өмбәт, Ғәббәс, Мәзит ауылдарында йөрөп үтә ябығып, тағы ла ҡартайып, хәлһеҙләнеп, танымаҫлыҡ булып үҙгәреп ҡайтып аш өйҙәге үҙ урынына йығылды! Көндәрен, төндәрен һыңҡылдап йыш иланы! Унан һорашып тороусы ла булманы, сөнки уның хәле, илауы әйтеп тора ине. Нисек әбейҙең йөрәген телгәләп һүҙ ҡуҙғатаһың! Ул иртән тороп сығып китә, ҡараңғы тәшәүгә ҡайтып инә. Ҡайҙа бара, нимә эшләй, бер кем уны борсоп һорашмай. Барыбыҙ ҙа мөмкин тиклем уға мәрхәмәтле булырға, ярҙам итергә әҙербеҙ! Ул бик аҙ һүҙлегә, ваҡытын ҡайҙалыр яңғыҙлыҡта үткәрер булды.

'''Ҡыш'''
 
Көтмәгәндә, ҡапыл иртән тороуға бөтә донъя ап –аҡ! Ҡалын итеп ҡар яуған! Кешеләр:
- Ер туңманы! Ҡалын булһа ла, был ҡар иреп бөтөр, бөтә ул! – тинеләр.
Ләкин көн ҡояшлы торһа ла, ҡар иремәне! Өҫтәп яуҙы! Ысындан ҡыш булды ла ҡуйҙы. Балалар, йәштәр һуңға тиклем Мәгәзәй түшенән сана шыуып, зыу булып уйнаны.
 
Ҡылыла, тағы ла беҙҙең мунса тапҡырында нәҙек оҙон мәке уйҙылар. Беҙҙең тыҡрыҡтан ҡысҡырыша-әрләшә малдарын һуғаралар. Төш мәлендә һыу буйы “су-у-уҡ! “тип төрлө тауыштар яңғырай! Ат эсереүселәрҙең һыҙғырыуы ишетелә.

Өйҙә әсәй һаман киндер ебе, балаҫтар, сәкмәнлектәр өсөн дә станогында эшләүен дауам итә. Ҡатын-ҡыҙ кис ултырырға эштәре менән киләләр. Ҡәрсәй көнөн-төнөн тигәндәй иҫке өйҙә. Бында мейес, усаҡ, урындыҡ, ҡаҙан, шәм, утын бар. Элгәреге кеүек ҡарһүҙ һөйләп, беҙҙең янда ятмай.Уға һәр төрлө яҡшы, йомшаҡ һүҙ-ней кәрәклеген һораһалар ҙа яуабы бер:
Өйҙә әсәй һаман киндер ебе, балаҫтар, сәкмәнлектәр өсөн дә станогында эшләүен дауам итә. Ҡатын-ҡыҙ кис ултырырға эштәре менән киләләр. Ҡәрсәй көнөн-төнөн тигәндәй иҫке өйҙә. Бында мейес, усаҡ, урындыҡ, ҡаҙан, шәм, утын бар. Элгәреге кеүек ҡарһүҙ һөйләп, беҙҙең янда ятмай. Уға һәр төрлө яҡшы, йомшаҡ һүҙ-ней кәрәклеген һораһалар ҙа яуабы бер:
- Бары ла бар. Йылы…
Көн һайын сәйгә, ашарға инә. Гел, телһеҙҙәй, өндәшмәй. Күҙҙәре һәр саҡ йәшкәҙәп тора! Аш өйҙәге үҙ урынына ҡайтып китә.
 
Шулай ҙа яҡшы һүҙ, ярҙамсыллыҡ уның ҡырыҫлығын һындырҙы булһа кәрәк! Һөйләшеп, аралашып йәшәй башланы! Әүәлге ғәҙәт: бер көн ҡәрсәйҙәр яғында ашап-эсһәк, икенсе көн беҙҙең яҡта, алмаш-тилмәш туҡланып, шаулашып, һөйләшеп-көлөп йәшәй башланыҡ. Нисек тә ҡәрсәйгә ярҙам, яҡшылыҡ эшләргә тырыштыҡ. Йыш ҡына кистәрен беҙҙең яҡта һөйләшеп ултырып, йоҡларға тегендә сыҡтылар. Ғәилә тормошо еңелләнеүен беҙ, балалар ҙа, белеп шат булдыҡ!

Ышкул
 
Бөгөнгө иртәнге сәйҙе беҙҙең яҡта әҙерләнеләр. Ҡәрсәй урындыҡ түре – үҙ урынына менеп ултырҙы. Сәй яһап, ашай-эсә башланылар. Нишләптер мин һуңлап өҫтәл аша урындыҡҡа төшөп үҙ урыныма ултырырға тип өҫтәлгә мендем дә тәҙрәгә ҡарап, бағаналай, шаҡ ҡатып ҡарап торам. Тышта ҡуйы томан! Көн йонсоу.
'''Ышкул'''
 
- Нимәгә ҡатып ҡалдың! Әллә урамда кәмит бармы? Үт! Ултыр урыныңа! – тип әсәй һуҡрана. Мин өндәшмәй һаман ҡарап:
- Ана-а-а! Мәгәзәй янында берғарыш әллә ен, әллә бәрейҙәр йөрөй! Аттары ла бар! Бәләкә-ә-әй генә! – тим.
Юл 252 ⟶ 326:
Ундағы аттар, кешеләр, саналарҙы күреп аптырауға ҡалдылар!
- Был ни ғәжәп!? Мәгәзәй янында ығы-зығы киләләр!
Нуритдин, Ғилмитдин абзыйҙар тиҙ генә өҫ кейемдәрен кейә-кейә тышҡа дөбөр-шатыр сығып мәгәзәй яғына йүгерҙеләр. Мәгәзәй янына барып бәләкәй күренгән кешеләр араһына үҙҙәре лә бәләкәйләнеп инеп киттеләр. Унда-бында йөрөйҙәр. Туҡтап торҙолар ҙа түбәнгә ҡарай йән-фарман йүгереп төшә башланылар! Урыны менән аяҡ менән шыуалар, ҡолап торалар ҙа тағы түбән йүгерәләр.
 
'''Яңы һүҙ'''
Юл 269 ⟶ 343:
'''Сенсация'''
 
Төш ваҡыттарына Ҡырғыҙҙан, Үргауылдан, беҙҙән мәгәзәй янында йыйылышып әңмәләшеп:
- Һай-һай! Ниндәй эре, матур ҡарағай бүрәнәләр килтергәндәр!
- Ышкул һалалар! Ышкул була! – тип беҙ ҙә ҡыуанабыҙ.
Юл 288 ⟶ 362:
 
'''Башланды!'''
 
Беҙҙең ауылда һәр өйҙә тиерлек башҡа ауылдарҙан килгән кешеләрҙе өсөшәр-дүртешәрен бер фатирға урынлаштыра башланылар. Уларҙың һәр береһендә тимер көрәк, балта, ә ҡайһы берҙәрендә – бысҡы. Улар күп! Иртәнсәк тимер һуғып шаңғыртып кешеләрҙе мәгәзәй янына саҡырҙылар. Ғәжәп! Эргә тирәләге ауылдарҙан кеше бик күп йыйылды. Иң беренсе эш – бар халыҡ мәгәзәйҙән өҫтәге тигеҙ урында ҡар көрәргә тотондо. Эш кискә тиклем барҙы. Ҡара ер бейек ҡар өйөмдәре менән уратылды.

Икенсе төркөм бүрәнә әрсене. Ҡабыҡтарын бер нисә урында яндырҙылар. Арала Бәзретдин ағайҙан башҡа ҡыҙыҡ ҡына һөйләшкән Хөснөтдин өйрәтеүе буйынса әллә нисә урында бүрәнәләрҙән козла эшләп ҡуйҙылар! Төп эш – бүрәнә әрсеү, таҡта ярыу. Бер нисә ерҙә туң ерҙе соҡоп, ҡаҙып канау яһанылар. Соҡорҙар һыу менән тулғас, ҡаҙыуҙы туҡтаттылар. Бүрәнә әрсеүселәр, алмашлап таҡта бысыусылар күбәйҙе! Таҡта, әрселгән бүрәнәләр өйөмө күҙгә күренеп үҫте!Туң ерҙе ҡаҙып, канауҙар яһарға теләгәндәр ине лә, ҡар һыуы соҡорҙо тиҙ баҫып алғас, туҡтаттылар. Таҡталарҙы йыша башлағайнылар ҙа әҙерәк кибеүен көттөрөп, мөмкин тиклем йәйеп һалдылар. Эш иртәнән кискә тиклем ҡайнаны. Бер көн бер кем килмәне, күренмәне. Фәҡәт көндөҙгә, төнгө ҡарауылсылар ғына йөрөнө. Беҙгә, ауыл малайҙарына, бында уйнап көн үткәрергә иркен ҡалды. Тыйған, ҡысҡырған кеше юҡ.
 
Интернат

Беҙ уйнап йөрөгәндә, ғәжәп бүрәнә-таҡталарҙан ситтә күмәк ағас тейәгән аттар туҡтаны. Бер кеше тегеләй-былай аҙымлап йөрөгәндән һуң ағасты дүрткә бүлеп ҡутарҙылар. Был ағастарҙан күренеүенсә, бер өйҙө боҙоп килтергәндәр. Ҡутарып бөткәс, киттеләр. Иртәгәһен тағы алып килделәр ҙә киттеләр. Ҡулдарында балта, көрәк, бысҡы, лом тағы әллә нәмәләр бар.
 
Ашағандан һуң үлсәп канауҙар ҡаҙҙылар, ә иртәгәһен таш килтереп ҡутарҙылар. Таштарҙы баяғы соҡорҙарға һалып, ниндәйҙер шыйыҡса ла ҡушып эшләнеләр. Баяғы ерҙә нигеҙ барлыҡҡа килде. Ошо таш нигеҙ өҫтөнә бура бурай башланылар. Һәр береһенә буяу менән яҙып сығылған. Бүрәнәләр иҫке. Ниндәйҙер өйҙө алып килеп ултырттылар. Араларына мүк һалдылар.Ике-өс көндә бейек, ҙур өй ҡалҡып сыҡты. Иҙән, түбәләрен түшәп, ҡыйыҡлап ябып та ҡуйҙылар. Икенселәре ишек-тәҙрә яңаҡтары ҡуйып та, тәҙрәләргә быялалар ҡуйҙылар.
'''Интернат'''
Ҙур, ике бүлмәле өй. Ҡатын-ҡыҙ килеп тәҙрә, иҙәндәрҙе йыуып та алдылар. Коридор – соландарҙы ла үҙ таҡталары менән бүлделәр. Был ҡайҙандыр килтерелгән өйҙө өс-дүрт көндә тулыһынса ҡороп бөттөләр. Ике яҡҡа ла пичниктар килеп мейес урындары яһап, килтерелгән яңы кирбестәр менән мейес сығарҙылар.
 
Төпкөһөндә мейес, өс стена буйлатып урындыҡ яһап, таҡта менән яптылар. Өңөрәйеп урындыҡ аҫтары күренеп тора! Ал яҡта бер ҙур мейес, уны“урыҫ мейесе” тинеләр. Киң мейес башы ла эшләнеләр. Икенсе яҡтараҡ усаҡ яһап, киң, ҙур, тәрән эсле ҡаҙан ултыртып мейесен дә, усағын да яғып ебәрҙеләр! Төпкө мейесте лә яҡтылар.
Беҙ уйнап йөрөгәндә, ғәжәп бүрәнә-таҡталарҙан ситтә күмәк ағас тейәгән аттар туҡтаны. Бер кеше тегеләй-былай аҙымлап йөрөгәндән һуң ағасты дүрткә бүлеп ҡутарҙылар. Был ағастарҙан күренеүенсә, бер өйҙө боҙоп килтергәндәр. Ҡутарып бөткәс, киттеләр. Иртәгәһен тағы алып килделәр ҙә киттеләр. Ҡулдарында балта, көрәк, бысҡы, лом тағы әллә нәмәләр бар.
- Мейестәр төтәмәй! Усаҡта ҡаҙан шәп ҡайнай! - тигән йомғаҡ яһанылар. Шундай ҡатмарлы ваҡ эште өс-дүрт көн эсендә эшләп тә ҡуйҙылар!
 
Өс стена буйындағы урындыҡта малайҙар ятып йөрөргә тейеш! Ал яҡта ҡыҫҡа урындыҡ поварҙың ятып йөрөр урыны!
Ашағандан һуң үлсәп канауҙар ҡаҙҙылар, ә иртәгәһен таш килтереп ҡутарҙылар. Таштарҙы баяғы соҡорҙарға һалып, ниндәйҙер шыйыҡса ла ҡушып эшләнеләр. Баяғы ерҙә нигеҙ барлыҡҡа килде. Ошо таш нигеҙ өҫтөнә бура бурай башланылар. Һәр береһенә буяу менән яҙып сығылған. Бүрәнәләр иҫке. Ниндәйҙер өйҙө алып килеп ултырттылар. Араларына мүк һалдылар. Ике-өс көндә бейек, ҙур өй ҡалҡып сыҡты. Иҙән, түбәләрен түшәп, ҡыйыҡлап ябып та ҡуйҙылар. Икенселәре ишек-тәҙрә яңаҡтары ҡуйып та, тәҙрәләргә быялалар ҡуйҙылар.
 
Ҙур, ике бүлмәле өй. Ҡатын-ҡыҙ килеп тәҙрә, иҙәндәрҙе йыуып та алдылар. Коридор – соландарҙы ла үҙ таҡталары менән бүлделәр. Был ҡайҙандыр килтерелгән өйҙө өс-дүрт көндә тулыһынса ҡороп бөттөләр. Ике яҡҡа ла пичниктар килеп мейес урындары яһап, килтерелгән яңы кирбестәр менән мейес сығарҙылар.
Төпкөһөндә мейес, өс стена буйлатып урындыҡ яһап, таҡта менән яптылар. Өңөрәйеп урындыҡ аҫтары күренеп тора! Ал яҡта бер ҙур мейес, уны“урыҫ мейесе” тинеләр. Киң мейес башы ла эшләнеләр. Икенсе яҡтараҡ усаҡ яһап, киң, ҙур, тәрән эсле ҡаҙан ултыртып мейесен дә, усағын да яғып ебәрҙеләр! Төпкө мейесте лә яҡтылар.
- Мейестәр төтәмәй! Усаҡта ҡаҙан шәп ҡайнай! - тигән йомғаҡ яһанылар. Шундай ҡатмарлы ваҡ эште өс-дүрт көн эсендә эшләп тә ҡуйҙылар!
Өс стена буйындағы урындыҡта малайҙар ятып йөрөргә тейеш! Ал яҡта ҡыҫҡа урындыҡ поварҙың ятып йөрөр урыны!
- Ул ошонда йәшәргә, балаларға аш бешерергә, сәй эсерергә тейеш! – тип һөйләштеләр.
Соланда бүлмә. Унда – аҙыҡ-түлек! Улар план ҡороп һөйләшеп йөрөй, беҙ, эйәрсендәр, арттарынан йөрөйбөҙ. Беҙҙе әрләмәйҙәр ҙә, ҡыуаламайҙар ҙа!
- Бына был интернат була, йәғни, уҡыусылар ятағы! Тыштан һылаһалар, аҡлаһалар, интернат әҙер инде! – тип ят кешеләр сығып киттеләр.
Интернат һүҙен белмәй инек, белдек! Ул – ятаҡ икән!
Юл 304 ⟶ 384:
'''Ышкул төҙөү'''
 
Мәгәзәй түше. Мәгәзәй япа-яңғыҙ, уның тирә яғы һыртҡыуаҡ, тауҙар һәр көн асыҡ күренеп тора. Хәҙер бер нисә урында бура, бүрәнәләр, таҡталар, ҡарауылсы, бары ла күренә, ә хәҙер бер матур, ҙур өй тора. Төтөндәре сыға! Ҡарауылсы яға. Бер буранан һәм өйҙән ситтә Үргауыл юлынан өҫтәрәк бер төркөм кешеләр ат менән килтергән ҙур бағаналар ҡаҙып ултырттылар. Өс бағана әҙер булғас, уларға таҡта ҡапҡалар элделәр. Береһен асһаң-япһаң бер кеше йөрөрлөк! Ә ике ҙур ҡапҡаны шар асһаң, теләгән йөк: утын, бесән һ.б. нәмәләр индерергә мөмкин. Ләкин ҡапҡаларҙың тирә-яғы ҡола ялан! Мәгәзәй, һыртҡыуаҡтан башҡа.
 
Болот, быҫҡаҡлап торған ыуаҡ ямғыр осоро! Ҡапҡа тора. Интернат әҙер. Барак бар.
Болот, быҫҡаҡлап торған ыуаҡ ямғыр осоро! Ҡапҡа тора. Интернат әҙер. Барак бар. Ышкул янына эй күп оҙонса бик күп тимерҙәр ташып һалдылар. Бына бер заман арбалар менән сүбәк, таш ташый башланылар. Зыярат яғынан текә ҡабаҡлыҡта тәрән соҡор ҡаҙҙылар, тирә яғын кәртәләгәс, соҡорға улаҡ үткәрҙеләр, ә соҡорға йөкләп-йөкләп Әндрееевканан бире ерҙән эзбиз ташып ауҙарҙылар. Алыҫтан ат менән ташып улаҡҡа һыу ағыҙҙылар. Күп тә үтмәй соҡор шаулап-гөрләп тирә яғына аҡ “ямғыр” сәсте! Унда яҡын барырлыҡ түгел! Бик ҡурҡыныс! Күмпелер соҡор шулай шаулай торғас, бер көн иртәнсәк иртүҡ, бик көслө, ҡурҡыныс шартлау ишетелде! Был шартлауҙы Түбәнге ауыл, Үргауыл, Өмбәт, Аҡбирҙе, Хәсән хуторында ла ишетеп аптырайҙар! Был ниндәй гөргөлдәү-шартлау!? Был тауыштан һуң соҡор , күрәһең, тынысланғандыр.
 
Буласаҡ ышкулдың нигеҙен ҡаҙып, уратып таштар һалдылар. Эзбизде мискәләп ташыйҙар, ер, таш эзбиз һалалар. Бына бер саҡ бик матур ап-аҡ ышкул нигеҙе әҙер булыуына шатланып, балта оҫталары бүрәнәләр һала башланы! Эш күңелле, ҡыҙыу бара! Бүрәнәләр араһына мүк түгел, ә сүбәк һалдылар. Нисә көн үткәндер, бер заман бар кешене хайран ҡалдырып ышкул стенаһы ҡалҡты! Халыҡ шатлығын әйтеп кенә аңлатып ҡына булмай! Стеналар, иҙән үрҙалары әҙер булғас, иҙәндәр ябыу эше айырыуса ҡыҙыу барҙы! Шул уҡ ваҡыт өҫкө өрлөктәр ябылып, тупраҡ һалынды! Алдан ҡуйылған стрәпилдәрҙе теге тимерҙәр менән ҡапланылар. Дүрт ерҙә мейес сығарҙылар! Бөтә халыҡ ышкул булыуына ышанып бик тырыш эшләне. Берәүҙәр күмәкләшеп түбә таҡтаһын эстән обшивать иттеләр. Ишектәр ҙә ҡуйылдылар!

'''Кластар әҙер!'''
 
Ингәс тә беренсе кумыт ҡарауылсы – завхоз Тулыбаев Ишбулды ағайға бирелде. Ул кумытҡа ҡатыны Мәғрифә апай менән күсеп сыҡты! Уға ике ат яуаплылыҡҡа беркеттеләр. Икенсе кумыт уҡытыусылар бүлмәһе – “Учительский”, өсөнсө ҙур залды 1 класс тинеләр. Уның янындағы шундай уҡ ҙур залды 2 класс тинеләр. Ә уларҙың алдындағы ҙур яҡты залда уҡыусылар тәнәфестә сығып тороу урыны тип бүлделәр! Артыҡ кешеләргә бында эш бөткәс , мейестәрҙе аҡлап, иҙән-түбәләрҙе буяп, кипһен, кеше, мал инмәһен өсөн рәшәткәләр ҡуйып, елләтеп кибергә ҡуйҙылар.
 
Бығаса беҙҙә бер кем күрмәгән “парта” ташып тултырҙылар! Ике класҡа дүртешәр рәттән теҙҙеләр. Өҫтәл янына бер ултырғыс, ҡара таҡта – доска ҡуйҙылар. Уның бейек ике тояғы бар. Шулар араһынан таҡтаны тегеләй-былай әйләндерергә лә мөмкин! Кластар әҙер!

Ҡурай
 
Бер йәй, бер ҡыш үтте! Атай тураһында ләм-мим! Ҡәрсәй Кршәник, Һарыҡташтағы таныш-белештәрҙән бер-ике рәт һорашып ҡайтты! Бер кем, бер ерҙә уның турала белмәй! Ғәиләлә тын алыш та үҙгәреүен һиҙеп ҡалам! Минең йыуаныс-ҡыуаныс! Теге йәйҙә ҡунаҡтарҙан һуң һыу буйында ҡурайҙа уйнайҙар кеүек ишетеп ҡалдым. Шунда йүгереп төштөм! Ғилмитдин абзыйым яр башында, мунса аръяғында, аяҡтарын ярҙан төшөрөп ултырған да ҡурайҙа уйнай! Мин янына ултырһам да иғтибар итмәне. Уйнап бөткәс:

- Ҡурай уйнарға өйрәнгең киләме? – ти.
Мин ҡыуанып, өйрәт тә өйрәт, өйрәнәм, тием. Ошонан һуң ул бәләкәй генә ҡурай яһап бирҙе лә, нисек ҡуйырға, нисек өрөргә кәрәклеген күрһәтте. Ул әйткәнсә, мин гел өрә торғас, һыҙғырта башланым. Беҙ гел бергә йөрөй башланыҡ. Бармаҡ урындары яһағас, бер еңел генә көйҙө сығарҙым! Абзыйҙың быға ҡыуанауының сиге булманы! Ул мине бейергә өйрәтеүенән башҡа хәҙер ҡурайҙа ысынтыллап өйрәтте! Ҙурыраҡ ҡурайҙа уйнауҙан көй ҙә һәйбәт сыға башланы! Ул ике ҡурай: үҙенә лә, миңә лә бер төрлө итеп эшләне, инде беҙ икәү уйнай башланыҡ. Уйнап туҡтағас, ул мине күтәреп, өйөрөлтөп- әйләндереп, яратып, төшөрә лә:
- Ҡайҙа йөрөһәң дә өр, уйна! – тине.
Бер - ике көйҙө айырыуса шәп уйнаныҡ!
Юл 324 ⟶ 408:
Бер йәйге кистә беҙгә Сәфәрғәле абзый килеп инде лә:
- Апай, Әһли! Хәҙер уҡ мин һеҙҙе үҙебеҙгә алып ҡайтам! Йыйынығыҙ! – тине.
Беҙгә йыйыныуға күп кәрәкмәй! Һандыҡты сығарып ултыртып, ятыр ҡаралты, кейемдәребеҙҙе алып сығып, арбаға ултырҙыҡ! Беҙҙе бер кем оҙатманы. Сыҡманылар! Һә тигәнсә уларға, ауыл осона, килдек тә нәмәләрҙе аш өйҙәренә ташып та ҡуйҙыҡ! Беҙҙең янға өләсәй, әсәйҙең әсәһе, Мәхмүзә әбей, Орхия еңгәй, Әхмәҙғәле абзый сыҡтылар! Бергә ултырып ашап-эсеп алдыҡ та Әхмәт менән мин бында йоҡларға яттыҡ! Шулай итеп, ҡапыл беҙ уларға күсеп сыҡтыҡ. Ул саҡ әле йәй, эҫе саҡ ине. Ололар ҡырға, эшкә, китеп бөтә. Беҙ икәү ҡала инек. Әхмәт абзыйҙы ҡыр эшенә алып киттеләр. Әсәй ҙә китте. Ҡартатайҙың тәүге ҡатыны Ғәбиҙә өләсәй мкәү өйҙә ҡалабыҙ. Башҡалар эштә!
 
'''Кушловский'''
 
Йәй көндәре эҫе! Мин тиңдәштәрем менән Ҡылы буйында! Өшөгәнсе һыуға инеп, ҡыҙынабыҙ ҙа , өйрәк кеүек, сыу булып тағы һыуға һикерәбеҙ. Шулай, ирендәр буҙарып өшөгәндән, ҡалтыранып ишегалдына инһәм, утъяҡҡыста кемдер һауыттар шалтырата!
Инһәм, әсәй:
- Эштән ҡайтарҙылар. Ырымбурҙан әртистәр килгән… Шуларға ашарға әҙерләйем, - ти.
Кәртә яғына ҡараһам, бик ҡыҙыҡ ят тарантас. Кеше ултыра торған урын көплө, тәҙрәле! Арттан баҫҡыс бар. Ике яҡтан да баҫҡыстар. Ат тотҡан дилбәгесенең урыны айырым, алда. Лапаҫ аҫтында ике шоморт ҡара аттар тора! Ҡамыт, ыңғырсаҡ ышлыялар, югәндәр бик матур һары төймәләр менән биҙәлгән! Аптырырлыҡ! Барыһы ла уйынсыҡ кеүек!...
Әсәй янына инеп һорашырға уйлағайным да, өйҙән бер йөрәк өҙгөс матур тауыш ишетеп аптыраным да өйгә йүгереп инеп ишек яңағына һөйәлеп ҡапыл туҡтаным! Нәҙек, оҙон кеше ишеккә арты менән торған да баяғы тылсымлы тауыш сығара! Һул яғындағыһы күренмәй. Аҡ епле таяҡсығын уңға-һулға йөрөтә! Уйнай! Икенсеһе стена буйлап һуҙылып яҫтыҡта ята. Күрәһең, теге уйнағанға знак биргәндер, моңло тауыш туҡтаны. Яурынынан һул ҡулында бик ҡыҙыҡ, матур, ҡыҙыл төҫтәге уйынсығын (таяғын) төшөрөп, миңә ҡарап торҙо ла башымдан һөйөп-һыйпап:
- Эй, ыланҡай, ишек төбөндә торма, әйҙә, үт бире! - тип етәкләргә иткәйне, мин сығып ҡастым! Шул саҡ минең күҙ йәштәрем сыҡҡанын белдем!
Әсәй уларға ашарға әҙерләгәнсе, теге ғәжәп кеше әсәй һәм минең менән һөйләшеп китте. Теләмәһәм дә, бергә ашап-эскәс, ышкулға, театрға, киттек! Ул мине етәкләп бара…
Юл 338 ⟶ 423:
'''Мәгәзәй. Ышкул яны'''
 
Беҙ килгәндә ҡояш тау артына ултыра башлағайны. Мәгәзәй янынан алып юл, һыртҡыуаҡ, интернат яғы, ышкул тирә-яғы ат-арба, йәйәү халыҡ менән тулған! Йырып үткеһеҙ… Беҙ аптырауҙа ҡалдыҡ! Ышкулға яҡын барырлыҡ түгел! Мәшхәр! Геү киләләр: аттар кешнәй, алай-былай этәрешеп, сайҡалалар! Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ сәрелдәп ҡысҡыра, һүгенәләр, әрләшәләр! Балалар аҡырып илай! Был әртист менән мин әллә ҡайҙа, ситкә этәрелеп, сығарылдыҡ. Ышкул түбәһенән бер әртист:
- Кушловский! Бер ерҙә тор! Хәҙер ярҙам ебәрәм! – тип ҡысҡыра.
Беҙгә ун биш-егермеләп кеше килеп, юл ярып тәҙрәгә килдек! Ишек бикле! Тик әртистәр генә ҡуйылған баҫҡыс аша тәҙрәнән инәләр! Башҡа әмәл юҡ! Беҙ ҙә көс-хәл менән тәҙрәгә ҡуйылған баҫҡыс аша эскә индек! Ышкул эсе шығырым тулы! Эҫе! Эленгән шәмдәр ҙә насар яна! Саҡ, көскә, шаршау артына индек. Мин мейес мөйөшөндә торҙом. Шаршау асылыр алда ғына иҙәндә ултырыусылар араһына урынлаштырҙылар!
 
Театр
'''Театр'''
Шаршау асылғанда тынлыҡ! Себен бызылдауы ла ишетелерлек. Ғәләмәт матур кейенгән ҡыҙҙар, Лил кеүек һылыуҙар, теҙелешеп ултырып йырлайҙар. Баян-скрипка (уның исемен Кушловский әйткәйне), шаршау артында шундай уйнай! Ҡыҙҙарҙың ҡыҙғаныс һүҙҙәре, музыка илата инде! Был ҡыҙҙар ҡайҙалыр-кемгәлер һатылғандар, мал кеүек! Шуға илашалар икән! Ярай әле, театр күңелле тамамлана! Халыҡ гөж килеп ҡул саба!
 
- Инде кешеләр ҡайтыр, кәмер, - тиҙәр әртистәр.
Кушловский шундуҡ мине табып алып шаршау артына индерҙе. Көс-хәл менән залды бушатҡас ҡына, тын алдыҡ! Күп кешеләр ҡайтһа ла , ышкул янындағы кешеләр ҡайнаша, күмәктәр! Залдан күп ширлек, ултырғыстар ҙа алдылар. Стена буйлап ике-өс рәткә эскәмйәләр теҙҙеләр. Унда ла халыҡ бытҡышып ултырҙы.
Кушловский скрипкала, икенсеһе баянда уйнай башланылар. Тик берәү ҙә бейемәй, өндәшмәй ултыралар! Музыканан башҡа тауыш юҡ! Шул саҡ Бәҙритдин ағай тегеләр менән һөйләшеп, көйҙө алмаштыртты. Бер апай килеп:
- Әһли! Хәҙер бейе лә, анау ағайға баҫ, - тип күҙ менән генә күрһәтте.
Теге әртистәр икәүләп һыҙҙыралар бит “Перовский”ҙы! Мин ни... ялан аяҡ, ялан баш, күлмәк-ыштан, төшөп киттем бит бейергә! Башта көләләр ине минән! Тындылар! Ҡул сабып дәрт өҫтәйҙәр! Өс-дүрт түңәрәктән һуң күрһәткән кешеләренә баҫыуым булды, бына көслө ҡул сабыуҙар менән теге кешене халыҡ һорай! Ул уҡытыусы “Ҡаришбулды” кличкалы Ишбулды Арсланов икән! Мин уны тәүгә күрҙем. Бына ул “заказ” буйынса, көйгә ойота баҫып, кеше аптыратып бейене, минең кеүек! Ул икенсегә, өсөнсөгә, унан күмәк уйынға әйләнеп, таң атҡас таралышып ҡайттыҡ!
 
'''Кушловский ҡайта'''
 
Башҡа ауылдарҙа булғас, Кушловский Ырымбурға ҡайтышлай беҙҙә туҡтаны. Әсәй менән улар Мәргән, Лил тураһында һөйләшкәндәр ине. Әле лә уларҙы, Сураш ауылын иҫкә алдылар. Тағыла мине Ырымбурға уҡырға алып ҡайтыу тураһында һөйләштеләр.
- Мин ни, Ырымбурға ебәрергә риза, - ти әсәй.
Минең менән дә һөйләштеләр. Мин Ырымбурға уҡырға барырға шатланып риза булдым! Сәй эскәс, теге матур ҙа, ҡыҙыҡ та күренгән арбаға Алағаш ҡайынға тиклем ултырып барып төштөм. Кушловский ҙа төшөп:
- Көт! Мин һине уҙем килеп алам, - тип арбаға менде. Ишеге асыҡ. Ҡуҙғалыр алдынан бер сепрәккә төрөлгән нәмә тотторҙо ла китеп барҙы. Мин уларҙы күҙҙән юғалғансы ҡарап ҡалдым! Миңә әллә нисек күңелһеҙ, буш кеүек булды! Сәбәпһеҙ күҙҙән йәш килде! Төйөнсөктө тотоп, саң борҡотоп ҡайтып индем. Әсәй баяғы төргәкте ҡараны ла:
- Көт! Мин һине уҙем килеп алам, - тип арбаға менде.
Ишеге асыҡ. Ҡуҙғалыр алдынан бер сепрәккә төрөлгән нәмә тотторҙо ла китеп барҙы. Мин уларҙы күҙҙән юғалғансы ҡарап ҡалдым! Миңә әллә нисек күңелһеҙ, буш кеүек булды! Сәбәпһеҙ күҙҙән йәш килде! Төйөнсөктө тотоп, саң борҡотоп ҡайтып индем. Әсәй баяғы төргәкте ҡараны ла:
- Ҡайһылай күп аҡса биргән һиңә, - тип йыйып ҡуйҙы.
Ошонан һуң мин көн һайын тиерлек Кушловскийҙың килеүен көттөм. Ул килмәне лә килмәне! Беҙгә ауылға тағыла Ырымбурҙан әртитстәр килде… Уларҙан Кушловский тураһында һораштыҡ.
- Ул фәжиғәле һәләк булды! Хәҙер ул юҡ инде, - тигәс, мин башты түбән эйеп, әсе күҙ йәштәре түктем!
Әсәй йыуатып:
- Илама, балам! Улай ярамай! – тине.
Мин уны тыңлап, башҡа иламаным. Әҙ көлдөм. Онотоуы уны миңә ауыр булды, сөнки мин унан күпте көттөм! Ҡайсаҡ һөйләшеүемдең рәте булманы! Ҡайҙа йөрөһәм дә, ятһам да, скрипка тауышы ишетелгән кеүек тойолдо! Кушловский мине скрипкаға ғүмерлеккә ғашиҡ итте! Һәр саҡ ҡолаҡтарҙа скрипка сеңләүе ишетелгән кеүек булды! Барыбер скрипкала уйнарға өйрәнәм тигән уй-фекер миңә тыңғы бирмәне! ! Тик ҡайҙан, нисек уны табырға!?
 
'''Ике өй араһында'''
 
Мин ҡартәсәйҙәргә көндә барам. Ғилмитдин абзый буш булһа, уның менән ҡурай уйнайым, бейейем, йырлайым! Һәр ваҡыт кем генә йә йырла, йә бейе,тиһә, шундуҡ урамда йырлап-бейеп китәм. Ат юлы күпереп ятҡан саң. Ул саҡта ат-арба менән үткән кеше күп. Мин ҡәрсәйҙәргә ошо юл менән барғанда үҙемә-үҙем таҡмаҡлап бейеп китәм, йырлап ебәрәм. Башта мине кеше көлкө-мәҙәк итеп алды! Аҡылға теүәл түгел, иҫәүән тип һананы! Юл буйлап аяҡтарымды саңға батырып, саң туҙаны күтәреп, йырлап барам! Кешеләр был ғәҙәткә өйрәнгәндер, өндәшеү-көлөү минең өҫтән онот булды!
 
'''Ышкулды асыу байрамы'''
 
Бер ваҡыт ышкулды асыу байрамы үткәрелә тигән хәбәр таралды. Һуң ул ышкул асыҡ та инде! Нимәһен асалар икән? Интернат яғына ҡараған тәҙрәһеҙ стенаға терәтеп иҙән йәйҙеләр.Уның бейеклегенә минең ҡулым етмәй! Ике яҡтан шаршауҙар ҡорҙолар. Уртаға өҫтәл, ултырғыстар ҡуйылды. Ауыл йәштәре кәнсирте була тип эре хәрефтәр менән яҙып өс ауылда ла кешеләрҙе саҡырып белдереү элделәр.
 
Фәтхиямал апай, Нуритдин, Ғилмитдин абзыйҙар миңә таман итек, камзул, билбау, ҙур йөнлө кәпәс кейҙереп “Перовский” ға бейетеп ҡаранылар. ”Алға тибеҙ, алға тибеҙ, алға табан барабыҙ! Алға барырға ҡушҡан бит беҙгә Ленин бабабыҙ” – тигән йырҙы ла йырлатып ҡаранылар. Ғилмитдин абзыйым менән бергә ҡурай уйнарға әҙерләндек. Ышкулдың асылыуын мин көндәрҙе һанап ныҡ көттөм!

Интернатта ла, тышта ла иртәнән уҡ ҡаҙандар, самауырҙар ҡайнай! Төш ауыр ваҡыттарҙа йәйәү, атлы кешеләр килеп тулды! Һәр ауыл бригада кешеләрен список менән килтерҙе! Кеше һаны, балаларҙы ла иҫәпкә алып, һаналған. Һауыт-һаба етерлек килтерелгән, бригадаларҙың урындары билдәләнгән! Һәр береһе үҙ халҡы менән бер ерҙә ултырҙы.

Бөтә саҡырылғандарҙы ашатып-эсереп бөтөүгә ҡараңғы ла төшә башланы. Ҡараңғы булыр тип уйлһаҡ, күп бағаналарға шәм элделәр! Бөтә тирә-яҡ яктырып китте! Йәйелгән иҙән яғы айырыуса яҡты. Халыҡҡа ултырырға стена буйлап бик күп эскәмйәләрҙә әҙер ине.

'''“Асыу” башланды'''
 
Өҫтәл уратып ситтән килгән кешеләр ултырҙы. Улар артындағы скәмйәгә список менән саҡырып ауыл кешеләрен ултырттылар. Улар араһында минең абзыйҙар, Фәтхиямал, Гөлзифа, Фәхерниса, Маһира, Зәнзәбил, Нәсимә апайҙарҙан тыш курше ауыл кешеләре. Бөтәһе лә ултырып. Тынысланғас бер район упалномучинныйына һүҙ бирҙеләр. Ул бик күп матур ҡотлау һүҙҙәре, рәхмәттәр әйтте. Икенсеһе, ҡулына ҡағыҙҙар тотҡаны, ышкул һалыныуы тураһында һөйләне. “Бына, ошо ҡағыҙҙарҙа ышкул эшендә яҡшы эшләгән кешеләр исемлеге. Списокты уҡып тормайым! – тип һәр хужаға бирҙе. -Бөгөн күп кешегә бүләк тапшырырға тейешле инек, был әллә нисә сәғәткә һуҙыла, бүләктәр алынған, һәр кемгә бүленеп яҙылды! Иртәгә үҙ ауылдарығыҙҙа алырһығыҙ, бер кем онотолмаған, мәхрүм ҡалған кеше юҡ! – тине лә кәнсирт башлана тип иғлан итте.
 
Сәхнәнән ултырғыстарҙы, өҫтәлде алдырып, үҙҙәре лә аҫҡа төшөп ултырҙылар. Шаршау ябылды. Бына кәнсирт башланды.! Хәсән хуторынан күмәк балалайкала уйнағандарына ғәжәпләнмәгән кеше булмағандыр! Ары йыр-бейеү, күмәк таҡмаҡ әйтеү! Ғәббәс, Мәзит күмәк йыр – хорҙан башланы, яңғыҙ йыр-бейеүҙәре бик яҡшы булды! Өмбәт, Үргауылдан ике-өс ҡурайсы , бер төркөм гармунсылар… Берәү халыҡ һынын ҡатырып көлкөлө декламация һөйләне. “Нисек ятлаған, ниндәй оҫта һөйләй бит әле!” - тиҙәр.

- Әбделәхәт Әбделғужин ағай бейей! – тип әйтеүҙәре булды, бөтә халыҡ алдан уҡ ҡул сабып, сыу булып ҡаршы алды!
Ул үҙе ҙур кәүҙәле, ҡулдарын йәйеп, сәхнә тултырып йөрөп бейеүе! Ике тапҡыр һорап бейеттеләр! Бына Уртауыл, Түбәнгеүауыл сығышы!
- Скрипкала Зәбихулла Ишкинин! – тиҙәр.
Минең йөрәк аттай тулап тибә! Ул сығып бер көйҙө уйнап киткәйне лә, ҡабат бороп, шуны, шуны уйна, тип ҡысҡырышып сәхнәнән ебәрмәнеләр. Зәбихулла ағайҙың уйнауы бик оҡшаны! Беҙҙең ауылда бар икән скрипкасы, тием. Ошонан башҡа мин уның уйнағанын ишетмәнем. Концерт шундай ҡыҙыу бара!
- Хәҙер Сөләймәнов Ғилмитдин, Сөләймәнов Әһлитдин ҡурайҙа уйнайҙар! – тпи иғлан ителде.
Мин абзыйым янында былайҙа бәләкәй генә, ә сәхнәнән бигерәк бәләкәй күренгәнмендер инде! Беҙ икәүләп тетә һуғып бейеү көйҙәре уйнайбыҙ!
 
'''Кис'''
Юл 389 ⟶ 478:
Кискә ат менән күпмәләр – матрас килтереп йәйеп, өҫтәрен турпыша – ҙур одеялдар менән ябып һәр кешегә бәләкәй яҫтыҡ биреп, йыйыштырғас, ябышырға одеялдар һалғас общежитиегә йәм керҙе. Тәҙрәгә аҡ ҡорғандар эленде.
- Сәпсим матурланды! – тип ҡыуанышалар.
Ҡыҙҙар ҡайҙа урынлашыуын бер кем һорамай ҙа, белмәй ҙә! Улар ауылда бер өйҙә урынлашҡан. Кискә табан ҡыҙҙар килде. “Фантик” уйыны ойошторҙолар. Отолған кешене йырларға, бейергә, нимәлер һөйләргә, төрлө һорауҙарға яуап бирергә мәжбүр итәләр! Бейергә төшкән кешегә таҡмаҡ әйтәләр. Зыу киләләр! Йоҡларға ятҡас, кем ниндәй “ҡарһүҙ” белә, шуны һөйләй! Ҡыҙығы ла, ҡурҡынысы ла бар! Мин улар эргәһендә, мейес янында ,ятам. Быға мөғәллим дә ҡаршы килмәне. Йоҡлар алдынан кемдер:
- Беҙ нисек, нимә уҡыйбйҙ икән? – ти.
- Белмәйһеңме? Яҙырға, уҡырға! Иртән башлайбыҙ бит! Шунда күрерһең! – ти икенсеһе.
Юл 395 ⟶ 484:
'''Беренсе дәрес'''
 
Һәр кем звонок булғас, үҙ урынына ултырыштылар. Ҙур тынлыҡ! Аяҡ тауышы… Мин йылп итеп мейес артына йәшендем. Ҡарауылсы бисәһе менән, мөғәллим – өсөһө әллә ниндәй коробкалар, ҡағыҙҙар күтәреп инделәр. Мәғрифә инәй тағы килтерҙе! Класта мөғәллим һәм егеттәр генә ҡалды. Һәр береһенә чернила (күк) һалынған быяла, матур ғына ҡара һауыты өләште. Унан һары ручка, дәфтәрҙәр таратты ла:
- Пероларҙы ошо һауытҡа тығып, манып алғас, дәфтәрҙәрегеҙгә яҙаһығыҙ. Мин ҡара таҡтаға яҙғанды күсерерһегеҙ, - тип аңлатты.
Унан һәр береһенең исем-фамилияһын, тыуған йылын, кем сығышы буйынса бай, ярлы, крәҫтиән, интеллигент, колхозсы, единоличникмы тип һорап яҙҙы. Ҡайһы берәүҙәр нисек әйтергә белмәй аптыраны! Шулай икенсе дәрес бөтөүгә звонок яңғырауы булды, һеперелеп сығып киттеләр.
Ҡырғыҙ, Үргауылдар һуңланы
Звонок булып, кластан сыҡҡандарынса был залға ике ауыл йәштәре тулды. Мөғәллим сығып:
Юл 411 ⟶ 500:
Мин мейес артынан сығып ишек төбөндә ултырам. Ишек ярығынан ҡарайым, тыңлайым. Шулай көн һайын мәктәпкә йөрөйөм. Бер нисә уҡытыусының күҙенә эләктем.
- Мәрхәбә! Һин малайыңды ары мәктәпкә йөрөтмә! Ярамай, - тиҙәр.
Мин әсәйҙән ҡасып барыбер мәктәпкә киләм. Уларҙы ҡарайым, тыңлайым. Бер нисә иҫкәртеү ҙә туҡтатманы. Бер көн уҡытыусы үҙе класҡа индреп беренсе рәткә үҙенә ҡаршы ултыртты. Мин көн һайын йөрөй башланым. Бер бит аҡ ҡағыҙ, ҡәләм бирҙе. Дәрес барышында берәү һорауға яуап бирмәһә, мине торғоҙа:
- Әһли, әйт әле шул-шул нисек була?
Мин яуап бирәм. Мине, һин икенсе класс уҡыусыһы, тип маҡтай. Яуап бирмәгәндә , һин нуль класы булаһың, ти. Башҡалар бышылдап көләләр. Көлөүселәрҙе “наказать” итә. Хәҙер мин мейес артында гел, иң алда, иң шәп уҡыусы булып һаналам.
 
Йыр дәресе
'''Йыр дәресе'''
 
- Хәҙер йыр дәресенән һуң ҡайтырһығыҙ. Ғәббәс, Мәзит алыҫ. Ҡайта алмаҫһығыҙ. Баҙар йөрөүселәр күп. Шулар аша нимә кәрәк, әйтеп ебәрерһегеҙ. Йә, кем ниндәй йыр белә? Оялмағыҙ! Йырлап күрһәтегеҙ!- тине мөғәллим.
Класта шымлыҡ. Уҡытыусы көтә. Бер йырлап күрһәтеүсе юҡ!
- Берегеҙҙә йыр белмәйме ни? Әһли! Тор! Бер йырлап ебәр әле беҙгә! -тигәс мөғәллим, мин торҙом.
Бер аҙыраҡ иҫкә алып йырлап та ебәрҙем, йәғни ишеткән-белгәнемде. Гел көлкө һүҙле, төртмәле йәштәр таҡмағын! Бөтәһе лә, мөғәллим үҙе лә, шаулашып, күҙҙәренән йәш сыҡҡансы көләләр! Тағыла, тип ҡеүәтләйҙәр! Мин, биғәләш, йырлауымды беләм! Үҙем көлмәйем дә. Туҡтап ҡалғас, мөғәллим:
- Әһли, һиңә биш! – ти. Мин ниндәй биш,ниндәй әйбер был, тип уйлайым. Мөғәллимдән биште биреүен көтәм. Ул класҡа мөрәжәғәт итеп:
- Хәҙер “Аҡ ҡайын” тигән йырҙы өйрәнәбеҙ! - үҙе йырлап күрһәтте.
Юл 426 ⟶ 517:
- Мин ни, йырлағайным! – тим.
- Улайһа һинең йырың матур булған! Оҡшаған! Шуның өсөн һиңә “биш” әтмиткәһе ҡуйған. “Биш “алғас ни яҡшы булған! – тине әсәйҙе лә ҡыуанып.
Мин тәки аңламаным! Биш тигәстә бер нәмә лә бирелмәй! Әтмиткә ҡуя!
 
'''Һаҙый Ғүмәров'''
 
Ял көнө. Көҙгә табанғы аяҙ, эҫе көн! Ышкул ятағында бер кем юҡ! Тып-тын! Өй күләгендә, һалҡында беҙ сәй эсеп ултырабыҙ. Беҙҙең янға таныш түгел, йәш кенә егет килеп баҫты. Башында иҫке кепка, терһәктәре ямалған кәзәкей. Түше асыҡ иҫке аҡ күлдәк. Тубыҡтары ла ямалған иҫке салбар! Аяғында галош кейгән, ҡулында – сумка. Ул – беҙгә, беҙ – уға аптырап ҡарайбыҙ. Хәбибъямал инәй, кем булаһың, ҡайҙан, кем кәрәк, тип һорашҡас, ул баҙнатһыҙ ғына:
- Мин Һаҙый Ғүмәров булам. Ошо ышкулға уҡытыусы итеп ебәрҙеләр… Зиянчуранан, - тине.
Ғәжәпкә ҡалған бисәләр уны сәй эсергә ултырттылар. Күренеп тора, ул ныҡ һыуһаған да, асыҡҡан да! Ашап-эсеп туйынғас, һорашып, уның Ырымбурҙа уҡып, ошонда ебәрелеүен белдек. Һүҙгә бай, ябай башҡорт егете, тиештеләр. Хәҙер мөғәллимгә барып әйтербеҙ, тип торғанда, тегеһе үҙе күренде. Килеп етеү менән:
- Ә-ә-! Һеҙ Һаҙый Ғүмәров булаһығыҙмы? – тип танышты.
Ошо саҡ ат менән үтеп барған Шаһимәрҙән Исмәғилов – колхоз председателе, атын бороп, беҙҙең янға килде. Һорашып-һөйләшеп бөткәс:
- Яңы уҡытыусы Һаҙый Ғүмәров килә, тиҙәр ине. Ул һеҙ икән! Көн эҫе! Килеп етеүе ҡыйын булғандыр инде… Бәҙритдин! Мин Һаҙыйҙы үҙемә алып ҡайтайым! Әйҙә,Һаҙый ҡусты, ултыр атҡа, беҙгә төшәбеҙ! – тине.
- Һай, Шаймәрҙән ағай! Салт кешеһең дә инде! Кемгә урынлаштырайым тип торһам, бик-бик шәп иттең! Рәхмәт! – тип бөтәһе лә ҡыуаныштылар.
Юл 441 ⟶ 532:
'''Ялдан һуң иртәнсәк'''
 
Сит ауылдарҙан кисләтеп уҡыусылар килделәр. Иртәнсәк Бәҙритдин ағай менән һис танымаҫлыҡ кеше килде. Башында өр-яңы кепка, өҫтөндә таҙа аҡ күлдәк. Муйынында аҡ сепрәк (галстук икән), яңы костюм, ялтырап торған ботинка, өр-яңы портфель. Һаҙый Ғүмәров! Уны таң атҡанса мунсала йыуындырып, кейендереп кәртинкәме ни, бөтөнләй икенсе егет иткәндәр! Шуныһы ҡыҙыҡ: беренсе күреүҙән уҡ ғашиҡ булған ҡыҙҙар ҡайҙа, имеш, беҙгә ошондай егет, тип уфтанғандарҙыр.
 
Интернатта беҙ ике йыл йәшәнек. Ошо осорҙа яңы уҡытыусылар ғәиләләре менән килә башланы. Интернат ябылды. Унда Хәйрулла Арсланов, Мәхтимә апайҙар йәшәй башланы. Беҙ өләсәйҙәргә күсеп ҡайттыҡ. Ашөйҙә беҙ барҙағы кеүек һис үҙгәреш юҡ. Тыныс йәшәй башланыҡ. Сит ауыл балалары беҙҙең ауылда урынлашып бөттөләр. Ҡайһылары Үргауылда. Тағы күп кенә уҡытыусылар беҙҙең ауылда урынлашты.

'''Минең ҡаш'''
 
Һаҙый Ғүмәров ауыл йәштәре менән репетиция яһай. Спиктәкел була тигән хәбәр таралды. Унда мине лә саҡырҙылар ҙа “Ҡурҡам, ҡурҡам!”тип ҡысҡырырға ҡуштылар. Сәхнәгә мине тоҡ менән сығарыусы: бына, һеҙгә ашарға килтерҙем, ти. Мине алып сығалар. Бөтә роль шул!
Бына спиктәкелгә халыҡ ышкулдың залына йыйылды. Һыйыш юҡ! Шау-шыу! Урын еиешмәй! Эҫе! Тәҙрәләрҙе асып ҡуйҙылар. Мин шаршау артында ултырам. Апай-ағайҙар танымаңлыҡ итеп кейенгәндәр! Оҙон һаҡал, ялбыр, еткән сәслеләр! Һөйләшкән-көлөшкәндән генә кемдең кем икәнен белеп була! Ҙур-ҙур бысаҡтары ла бар…
 
Спиктәкел башланды. Бер ваҡыт сәхнәлә ысын ут яна! Ике тимергә эленгән ҡулаҡаҙан – бәләкәй ҡаҙанда урғылып һыу ҡайнай. Уны уратып һаҡал-мыйыҡлы, еткән сәсле кешеләр бысаҡтарын ялтыратып тотоп йырлайҙар! Уларға ҡарауы ҡурҡыныс! Бына береһе мине тоҡҡа һалып сәхнәгә сыҡты ла тоғон аса-аса:

- Һә-ә-әй! Һеҙ бер баш ҡына бешерергә ултыраһығыҙ! Мин һеҙгә ашарға ит килтерҙем! Хәҙер һуябыҙ! – ти.
Ә тегеләр алдында ҡашлы, ҙле, ауыҙы асыҡ “әҙәм башы”. Шуны өтөп, бешереп ашарға әҙерләнгәндәр! Мин был бик ҡурҡыныс әҙәм башын күреп, ҡуркам, ҡурҡам тип ҡысҡырыр урынына:
-Мин ҡурҡам, ҡурҡам, ысын ҡурҡам! – тип ҡысҡырып илай башлайым. Залдан:
- Мәрхәбә! Баланың йөрәген ярҙыраһың бит! Ал балаңды! – тип ҡысҡыра башланылар.
Мине кире тоҡҡа тығып алып сығырға тейештәр ине. Шул саҡ бер “людоед” һикереп тороп минең башты тубыҡтары араһына ҡуйып, үткер бысағы менән минең ике ҡашымды ла юнып-ҡырып та алды! Шул саҡ мине сәхнә артына алып сыҡтылар! Йыуатып, һылап-һыйпап, кәнфит тоттороп саҡ тынысландырҙылар!
 
Был ауылда беренсе спиктәкел булды. Ҡабаҡтан кеше башын эшләгән Һаҙый ағай Ғүмәров шәп художник, ботаник ине. Тик оҙаҡ эшләтмәнеләр. Абзан урта мәктәбенә күсерҙеләр!

Ошо спиктәкелдән һуң мин байтаҡ ҡашһыҙ йөрөнөм. Ҡаш үҫкәндә лә үҫте! Япрайып, хатта күҙҙәремә төшөп, ка-алын ҡара ҡаш үҫте! Был ҡаш әле лә минең баласаҡ осорон, барын – барын да иҫкә төшөрөп тора.
 
Йәш, егет саҡта, ялбыр ҡуйы ҡашты ҡырып та йөрөп ҡараным! Әммә уның файҙаһын бик аҙ ғына күрҙем! Ҡырырға ал арыным! Хәҙерге ҡашым шул спиктәкел заманыныҡы.

Шулай ҙа мине күп ҡыҙҙар яратты! Ҡашыма ҡараманылар! Ха-ха-ха-ха!

Тышта ҡаты һыуыҡ, буран! Еле үтеп бара! Әсе ел, тиҙәр. Ҡайсаҡ күҙгә бер ни күренмәй! Был буранда уҡыу ҙа юҡ. Кис. Өй йылы. Әхмәҙғәле абзыйым менән бер мөйөштә ҡарһүҙ һөйләшәбеҙ. Әсәй киндер һуға. Күмәк ҡатын-ҡыҙ бейәләй-ойоҡбаш бәйләй. Зыу килеп көлөшөп тә алалар! Өйҙә ике шәм яна, шулайҙа яҡтылыҡ етмәй. Кемдер берәү ишек ҡаға! Өләсәй ҡысҡыра:
- Ишек асыҡ! Кем шаяра! Инегеҙ!
Бер кеше көскә ишек асып инде лә, туҡтап өҫтөн ҡағып, буш тигәндәй тоғон мейес артына ырғытып, һепертке эҙләнә. Ул кеше ныҡ өшөгән! Быймаһы шыҡылдап туңған!
- Кем ул унда?! Һаман үтмәй, өндәшмәй! – тип кәрнистәге шәмде тотоп уның янына өләсәй килеп:
- Аһ-аһ! Фазтин кейәү түгелме? Әллә яңылышаммы?! – тине лә башҡа һүҙ таба алмай туҡтап ҡалды.
- Мин… Ҡайттым, тип өшөүҙән ҡалтыранған тауыш менән яуап бирҙе тегеһе.
Әсәй эшен туҡтатып шаҡ ҡатты. Нишләргә лә белмәй. Атай һаман ишек төбөндә! Кис ултырырға килгәндәр шунда уҡ һеперелеп сығып киттеләр. Өләсәй атайҙы етәкләп урындыҡҡа еткереп көскә туң быймаларын, өҫ кейемен систереп, ултыртты ла урындыҡҡа яҫтыҡ ырғытты. Яуырынына йылы кейем һала һалды. Шунда ғына әсәй иҫенә килгәндәй станок араһынан сығып, һүҙһеҙ генә өләсәйҙе ситләтеп, ашарға әҙерләй башланы. Ошо саҡ ҡулына стакан, шешә тотоп, шалтыратып ҡойҙо ла:
- Мына! Ошоно эс! Йылынырһың! – тине.
Шунда ғына әсәй иҫенә килгәндәй станок араһынан сығып, һүҙһеҙ генә өләсәйҙе ситләтеп, ашарға әҙерләй башланы. Ошо саҡ ҡулына стакан, шешә тотоп, шалтыратып ҡойҙо ла:
Атай өндәшмәй генә биргән нәмәне һыу кеүек эсте лә өҫтөндәге кейемгә төрөнөп стенаға терәлде! Бик тиҙ арала әсәй самауырҙа сәй шажлатып, бешкән ит менән картуф ҡурып килтерҙе. Атай инде ныҡ ҡалтырамай. Бер һүҙ һорашмай, һөйләшмәй сәй эстеләр. Атайға урын һалып бирҙеләр. Ул ятыу менән йоҡлап китмәне. Яртылаш тороп ултырып:
- Мына! Ошоно эс! Йылынырһың! – тине.
- Мине юғалтыу түгел, онота ла башлағанһығыҙҙыр инде! Мәзит, Өмбәт, Ғәббәстәр менән һатыу эше бөткәс, хушлаштыҡ. Минең эш бөтмәгәйне… Һарыҡташта ҡалдым. – тип һүҙ башланы.

Аръяғында ул ҡайтырға тип сыҡҡанда ғына, көтмәгәндә, ҡапыл иҫтән яҙыуы тураһында һөйләне:
- Иҫемә килгәндә, ҡараңғы төн ине. Ат-арбам юҡ! Торайым тиһәм тороп булмай! Тағыла иҫтән яҙғанмын. Бер аҡ бүлмәлә иҫемә килдем. Тимер карауатта ятам! Көс-хәл менәнаяҡтарымды төшөрөп ултырҙым. Аҡ халатлы урыҫ килеп инеп һине Фрол тигән кеше алып килде тине.
Ике-өс көндән атайҙы Ырымбурға алып килеп балнисҡа һалғандар. Быны уның таныш-белеш “знакум”дары эшләгән. Бик ҡаты сирләүе арҡаһында үҙе тураһында ауылға бер ниндәйҙә хәбәр ебәрә алмаған.
 
Әхмәҙғәле абзыйым менән мин йоҡонан торғанда, өйҙә бер кем дә юҡ ине. Торараҡ атайҙың тегендә, ҡартәсәйҙәргә, киткәнен белдем. Шулай ҙа бар аҙҙан атай беҙгә килә башланы. Ике ғаилә, ике өй араһында хужалыҡ итте. Тегендә лә, беҙгә лә ярҙам итте, сөнки ул балта оҫтаһы! Эше күп! Күп түләгәндәрҙер, күрәһең!

Дүртенсе бүлек
 
Ырымбур. Кеше ашаусылар
===3-сө бүлек===
Еткән ҡыҙҙар-егеттәр Урта Муйнаҡтан Иҫке Зиянчураға ШКМ –ға уҡырға киттеләр. Апайҙарым Фәтхиямал, Гөлзифа, Фәхерниса, Маһира, Нәҙерулла, Хасанов Камил, Яҡшыбаев Мөхәммәтсафа, Зәбихуллалар, Өмбәттән – Сағит Бикбулатов (һуңынан Фәтхиямал апайҙың ире), Ҡырғыҙҙан – Мусина Хәлиҙә (улар күмәк кенә ине) Зиянчура ШКМ –нан һуң Ырымбур училищеһына уҡырға инделәр.
 
Күпмелер уҡыусы көтмәгәндә ҡасып ҡайттылар. Унда уҡыуы бик ҡыйын, уҡыусылар юғалып тора, эҙләүҙәрҙең файҙаһы юҡ, уларҙы урлап, һуйып ашайҙар икән! Баҙарҙа ит бәлеше итеп тә һатҡандар! Студент уҡыуҙа юҡ, ҡасып ҡайтҡандыр тип, училищела быға тыныс ҡарағандар. Күбәйеп киткәс, уҡыусыларҙың ауылдарына барып белешһәләр – өйҙә лә юҡ! Ошонан тыныслыҡ бөтә! Сәбәп нимәлә? Студенттар ҡайҙа була? Аптырайҙар! Ата-әсәләре хафаға ҡалалар. Эҙләйҙәр!
'''Ырымбур. Кеше ашаусылар тотола'''
 
Училищела бер кеше ҡарауылсы булып эшләй. Уның улы башҡалар менән уҡый икән. Йәшәйҙәр ҡарауанһарайҙа бер бүлмәлә. Улар гел итле, тәмле аштар ашай. Улы ҡунаҡҡа егет-ҡыҙҙарҙы алып эйәләштерә. Ҡайһы берҙәрен тора-бара –ҙҙәрендә йоҡларға ҡалдыралар! Был студент кире ҡайтмай! Нисектер бик оҫта, шыма эшләйҙәр! Былар –үлтерә, подвал юлынан икенселәр алып китә! Бына уларҙың групповой кәсибе!
Еткән ҡыҙҙар-егеттәр Урта Муйнаҡтан Иҫке Зиянчураға ШКМ –ға уҡырға киттеләр. Апайҙарым Фәтхиямал, Гөлзифа, Фәхерниса, Маһира, Нәҙерулла, Хасанов Камил, Яҡшыбаев Мөхәммәтсафа, Зәбихуллалар, Өмбәттән – Сағит Бикбулатов (һуңынан Фәтхиямал апайҙың ире), Ҡырғыҙҙан – Мусина Хәлиҙә (улар күмәк кенә ине) Зиянчура ШКМ –нан һуң Ырымбур училищеһына уҡырға инделәр.
Бер аҙҙан уларға подозрение төшә! Төн. Ҡарттың, улының бүлмәһендә шарылдаған тауыш ишетелеп ҡала! Ҡарауылда булған кешеләр күмәкләп ишек ватып инәләр! Һуң була! Үлтерелгән кәүҙә юҡ, ә улы ең һыҙғанып иҙәндәге ҡанды таҙарта! Ошо күренештә уларға ташланып, тотоп, бәйләп, кәрәгенсә хәбәр ителә! Подвал ҡапҡасынан иҙән аҫты юлын табалар! Юлдан тышҡа сығалар! Унда һуйылған кәүҙәне алып китергә генә йөрөгәндә уратып күмәкләп тотоп алалар!
Ошонан һуң тикшереү китә! Кеше ашаусы - үлтереүселәрҙең бер төркөмөн урам буйлап алып китеп барғандарында көтмәгәндә шәһәр халҡы нәфрәтләнеп уларға ташлана! Туҡмай! Самосуд! Бер нисәһен бөтөнләй эшлектән сығаралар! Ырымбур урамында шау-шыу! Һуғыш! Ярай әле һыбайлылар килеп етеп тыныслыҡ урынлаштыралар! Бына ошонан һуң инде Ҡарауанһарайҙан беҙҙекеләр ҡасып ҡайта! Ҡабат бармайҙар. Бик аҙҙары ғына Ҡаруанһарайҙы тамамлап сыға. Араларынан Нәҙерулла ағайҙың ҡатыны Хәзирә, Мөхәммәтсафа, Сәғит еҙнәй, Арсланов Хәйруллалар, мин белгәндән, Ырымбур педучилищеһын тамамлап ул замандың иң ҡәҙерле уҡытыусылары булдылар.
Күпмелер уҡыусы көтмәгәндә ҡасып ҡайттылар. Унда уҡыуы бик ҡыйын, уҡыусылар юғалып тора, эҙләүҙәрҙең файҙаһы юҡ, уларҙы урлап, һуйып ашайҙар икән! Баҙарҙа ит бәлеше итеп тә һатҡандар! Студент уҡыуҙа юҡ, ҡасып ҡайтҡандыр тип, училищела быға тыныс ҡарағандар. Күбәйеп киткәс, уҡыусыларҙың ауылдарына барып белешһәләр – өйҙә лә юҡ! Ошонан тыныслыҡ бөтә! Сәбәп нимәлә? Студенттар ҡайҙа була? Аптырайҙар! Ата-әсәләре хафаға ҡалалар. Эҙләйҙәр!
'''Кеше ашаусылар тотола'''
 
Училищела бер кеше ҡарауылсы булып эшләй. Уның улы башҡалар менән уҡый икән. Йәшәйҙәр ҡарауанһарайҙа бер бүлмәлә. Улар гел итле, тәмле аштар ашай. Улы ҡунаҡҡа егет-ҡыҙҙарҙы алып эйәләштерә. Ҡайһы берҙәрен тора-бара –ҙҙәрендә йоҡларға ҡалдыралар! Был студент кире ҡайтмай! Нисектер бик оҫта, шыма эшләйҙәр! Былар –үлтерә, подвал юлынан икенселәр алып китә! Бына уларҙың групповой кәсибе!
Бер аҙҙан уларға подозрение төшә! Төн. Ҡарттың, улының бүлмәһендә шарылдаған тауыш ишетелеп ҡала! Ҡарауылда булған кешеләр күмәкләп ишек ватып инәләр! Һуң була! Үлтерелгән кәүҙә юҡ, ә улы ең һыҙғанып иҙәндәге ҡанды таҙарта! Ошо күренештә уларға ташланып, тотоп, бәйләп, кәрәгенсә хәбәр ителә! Подвал ҡапҡасынан иҙән аҫты юлын табалар! Юлдан тышҡа сығалар! Унда һуйылған кәүҙәне алып китергә генә йөрөгәндә уратып күмәкләп тотоп алалар!
Ошонан һуң тикшереү китә! Кеше ашаусы - үлтереүселәрҙең бер төркөмөн урам буйлап алып китеп барғандарында көтмәгәндә шәһәр халҡы нәфрәтләнеп уларға ташлана! Туҡмай! Самосуд! Бер нисәһен бөтөнләй эшлектән сығаралар! Ырымбур урамында шау-шыу! Һуғыш! Ярай әле һыбайлылар килеп етеп тыныслыҡ урынлаштыралар! Бына ошонан һуң инде Ҡарауанһарайҙан беҙҙекеләр ҡасып ҡайта! Ҡабат бармайҙар. Бик аҙҙары ғына Ҡаруанһарайҙы тамамлап сыға. Араларынан Нәҙерулла ағайҙың ҡатыны Хәзирә, Мөхәммәтсафа, Сәғит еҙнәй, Арсланов Хәйруллалар, мин белгәндән, Ырымбур педучилищеһын тамамлап ул замандың иң ҡәҙерле уҡытыусылары булдылар.
Һаҙый Ғүмәров, Ҡарабулатов Таһир Үргауылдыҡылар була.
 
Беҙҙең заман
'''Колхоз. Иген эше'''
 
Түбәнгауыл, беҙҙең ауыл – “Алға ”колхозы, Үргауыл – “Ҡыҙыл Урал”. Аттарҙы йыйҙыларҙа “общекәртә” яһап шунда аҫранылар. Колхоз эшенә ектеләр. Һыйырҙар йыйып ферма яһанылар. Ферма Үргауыл менән Өмбәт араһында булды. Хужаһы булып Сәмсит исемле ағай эшләне. Ферма ике ауыл өсөн берәү.

Ат менән һөрөп, ирҙәр муйынына тәпән тағып, ҡул менән иген сәстеләр. Арттарынан болот кеүек сәүкә-ҡарға, һайыҫҡан, башҡа ҡош ябырылып сүпләй. Йөрөй алған ҡарт-ҡоро, беҙ, бала-саға ,баҫыу өҫтөндә шул ҡоштарҙы һуйылға аҡ сепрәк бәйләп ҡыуабыҙ! Иген шытҡас ҡына тын алабыҙ! Көнбағыш, тары, арышта ҡош булмай.
 
Ҡатын-ҡыҙ ураҡ менән ура, көлтә бәйләй, ҡырлыҡҡа һала. Ут яғып ҡый-селектән таҙалап ырҙынды, шунда берәүҙәр скердкә һала, беҙ, малайҙар, ригә-ридван эсенә әйбер йәйеп ырҙынға ташыйбыҙ. Оҙон ағасҡа туҡмаҡ ҡуйып баулап ирҙәр иген һуға. Ҡатындар ҙа бар. Һаламын һелкеп, игенен йыйып, көрәк менән елгәреп, таҙаһын – келәткә, мәгәзәйгә һалалар. Был игенде унан хөкүмәткә тапшыралар.

Ат молотилкаһы килә, тинеләр. Килде – өс ҡырлы, ауыр кәтүктә, кәтүккә берәр ат егәләр. Өс-дүрт кәтүк таға. Улар туҡмаҡты алыштырҙы. Круг буйлап игенде тапалатып һуҡтырып, һаламын ташлап, игенен таҙартып алдылар! Эш еңеләйҙе бит! – тип ҡыуанды халыҡ.

Жнейка. Уға өс ат егеп, берәү алда ултыра. Икенсеһе – жнейкала. Туҡтауһыҙ сабылған игенде ике сата ағас менән жнейка площадына. Күбәйә башлағас, этәреп төшөрә! Һай! Сәпсим енеләйҙе! Ураҡ тотоусы юҡ! Ҡарттар игенде скердкә һала.
 
Бер заман ат молотилкаһы килтерҙеләр! Соҡор ҡаҙып ҙур, ауыр, яҫы тәгәрмәсте төшөрөп ҡуйҙылар. Бейек молотилканы ат менән һөйрәтеп килтереп ултыртып молотилка менән тәгәрмәсте яҫы брезент ҡайыш менән тоташтырып, бер ҙур цистернаны тәртәләргә икешәрҙән алты ат егеп, берәү цистерна өҫтөндә тороп аттарҙы юрттырып ҡыуа. Улар валдан суйын тәгәрмәсте шәп әйләндерә. Молотилка геү килеп эшләй! Уның барабанына көлтәләрҙетаратып биреп торалар. Иген тап-таҙа һыу шикелле тоҡтарға аға!

- Һай-һай! Әҙәмде! Уның иләктәре ниндәй сурттарға бүлә! Кешелә баш бар! Ғәжәп! Нисек уйлап сығарғандар! Бына ниндәй ауыр эш сә-әпсим еңеләйҙе!- тип ҡыуанышалар ауылдаштар.

Трахтыр
Трахтыр килә, тигәс, аптырашып “теге ахрызаман йәъ-юз- мәъ – юздер инде”. Уны ҡурҡмай кем йөрөтһөн! Ауылдың ябай ғына кешеһе Ғәлиев Ильяс ике бәләкәй алғы, ике ҙур, бейек, уҫтаптай эре ялтыр тешле колесный трактор алып ҡайтты. Был машина һәр эште шәп, тиҙ башҡара! Тик эсендәге бер нимәһе тиҙ ирей! Шаҡылдай башлай! Ильяс тракторҙы ҡутарып, әллә нимәһен йыша, юна, кире ҡуя! Трактор һиндә мин эшләп китә! Бына был Ильяста баш, атырарлыҡ” – тинеләр. Күп тә тормай Четвергов – Хәсәндеке ғәләмәт бейек, ҙур баҫҡысынан менеп-төшөп йөрөй, гусеница тәгәрмәсле трактор алып килде!

- Был аптырауҙың сиге! Бының һанһыҙ винттары! Хәсәндән дә шулай башлы кеше сығыр икән! Четвергов сихырлылыр ул! – тиҙәр.

Ҡайһылай көслө нимә быныһы! Һөрөү, тырматыу, иген сабыу эштәре һаман үҙгәрә! Көрәк урынына веялка, треер килде! Халыҡ өйрәнә башланы!
 
Тик шуныһы: иген таҙа, яҡшы, ләкин келәттә бөртөгө ҡалмай хөкүмәткә китә! Кешегә труддингә ҡый-мый, мысайлы отход! Машиналар килһә лә, халыҡ тормошо насарланды.
'''Трахтыр'''
1931 йылы халыҡтың ашарына бөттө! Аслыҡ яҙ көндәрендә үҙен бик ныҡ белдерҙе. Халыҡ һеперелеп ашай торған үлән: бәпкә үләне – балтырған, тау йыуаһы – талғыр, әтмәкәй, ҡымыҙлыҡ, әтләк – йыуан, бер үлән тамырын йыуып, балта төйҙәһе менән туҡмап иҙеп, көслө яғылған мейестә киптереп, килелә төшөрөп, үлән тамыры икмәге бешереп ашай башланыҡ. Ас кеше барын да ашай икән!
 
Түбәнге Муйнаҡ, Урта Муйнаҡ, Үрге Муйнаҡ, Өмбәт, Ғәббәс, Мәзит ауылдарында ҙур аслыҡ. Кеше шешенеп үлгән хәлдәр булды. Өҫкәлек буйы аслыҡ кисергәндә лә ҙур аслыҡ кисерҙе.

Ер еләге
- Был аптырауҙың сиге! Бының һанһыҙ винттары! Хәсәндән дә шулай башлы кеше сығыр икән! Четвергов сихырлылыр ул! – тиҙәр.
Ҡарт-ҡоро, бала-саға еләк тумалай башланғандан йыйып, алай-былай бешергән өйрәгә һалып бешереп эстек! Тамаҡ туйып ҡалды! Еләк көндән – көн эреләнә. Кешеләр өсөн ысынлап та туҡланыу ризығына әйләндей
Ҡайһылай көслө нимә быныһы! Һөрөү, тырматыу, иген сабыу эштәре һаман үҙгәрә! Көрәк урынына веялка, треер килде! Халыҡ өйрәнә башланы!
Камундар тигән урыҫ ауылында бер күнәк еләккә күп итеп он бирәләр тигән хәбәр таралды. Камундарҙан он алмаштырып алып ҡайтҡан ҡәрсәйемде, Фәрхиҙә, тағы бер нисә әбейҙе күреп аптыраным! Алыҫ түгел! Ҡырғыҙ һыу тирмәнен үтеп бер аҙ барғас, ҙур быуа ялтырап ята икән! Шул быуанан Камунар ауылына инәһең. Унда гел урыҫтар! Шулар еләккә он бирә! Бөтә юлды белдем. Әсәй, өләсәй, Сәфәрғәле абзый, Орхия еңгәй, Әхмәҙғәле абзыйҙар Аманингән буйында бригадта эштә. Өйҙә Ғәбиҙә өләсәйем - бик өлкән әбей. Ҡартатайыма еңгәләтә өйләндергән әбей. Башҡа бер кем юҡ.
 
Бәшәр ҡоҙоғо
Тик шуныһы: иген таҙа, яҡшы, ләкин келәттә бөртөгө ҡалмай хөкүмәткә китә! Кешегә труддингә ҡый-мый, мысайлы отход! Машиналар килһә лә, халыҡ тормошо насарланды.
Ҡоҙоҡ тирәһендә өс-дүрт өйәнке. Эй һыуы шәп! Ярты ауыл шунан һыу ала! Унан урта тау китә. Уның Баһауәсенә тиклемге өлөшөндә еләк ғәләмәт күп! Еләк йыйып киләһеңдә бәшәр ҡоҙоғонан рәхәтләнеп һыу эсеп ҡайтып инәһең!
1931 йылы халыҡтың ашарына бөттө! Аслыҡ яҙ көндәрендә үҙен бик ныҡ белдерҙе. Халыҡ һеперелеп ашай торған үлән: бәпкә үләне – балтырған, тау йыуаһы – талғыр, әтмәкәй, ҡымыҙлыҡ, әтләк – йыуан, бер үлән тамырын йыуып, балта төйҙәһе менән туҡмап иҙеп, көслө яғылған мейестә киптереп, килелә төшөрөп, үлән тамыры икмәге бешереп ашай башланыҡ. Ас кеше барын да ашай икән!
Бер көн мин ҡаршынан ғына бешкән, эре еләк тирҙем. Маҡсат еләкте Камундарға барып онға алмаштырып ҡайтыу.
 
Еләкте йәшереп йыйып ҡуйҙым. Бөтәһе лә иртүк эшкә китеү менән еләкте күнәк менән тотоп Камундарға киттем!
Түбәнге Муйнаҡ, Урта Муйнаҡ, Үрге Муйнаҡ, Өмбәт, Ғәббәс, Мәзит ауылдарында ҙур аслыҡ. Кеше шешенеп үлгән хәлдәр булды. Өҫкәлек буйы аслыҡ кисергәндә лә ҙур аслыҡ кисерҙе.
Бына ҡыпғыҙ тирмәне быуаһын үтеп бер үрҙе үткәс, алыҫиан ялтырап ятҡан быуа һыуын күреп атлауымды шәбәйттем! Юл сите эре үлән, селеклек! Алдан килгән, арттан килгән атлы кешеләрҙән селек араһында йәшенеп үткәрәм дә атлайым…
 
Быуа
'''Ер еләге'''
Быуа буйлап сығып бөтөүемә өйҙәр рәте лә яп-яҡын икән. Ҡулына сыбыҡ тотоп, тал араһынан бер мәрйә килеп сыҡты. Ул мине күреп, күнәгемдәге еләкте күреп, әллә ниҙәр һөйләнеп, йылмайып та, мине һөйөп-һыйпап, етәкләп алып китте! Күнәкте үҙе тотто! Бер өйгә индек. Берәү юҡ. Мине өҫтәл янына ултыртып, мейестән суйын сығарып аш ҡойоп бирҙе! Аш итле! Тәмле! Икмәкләп ашап алдым. Ул еләкте урындығына йәйеп, таратып һалды! Һаман шул көләс йөҙлө!
 
Минең ҡайтырға теләүемде белеп, күнәкте таҙалап, тултыра яҙып он һалып бирҙе лә минән күтәртеп ҡарай! Мин уға ауылды, өйҙө башҡортса һыҙғалап (бармаҡ менән өҫтәлгә) беҙгә кил ,тинем. Ул аңланы. Күрәһең, башҡортса аңлағандыр!
Ҡарт-ҡоро, бала-саға еләк тумалай башланғандан йыйып, алай-былай бешергән өйрәгә һалып бешереп эстек! Тамаҡ туйып ҡалды! Еләк көндән – көн эреләнә. Кешеләр өсөн ысынлап та туҡланыу ризығына әйләнде.
Ул ҡатын быуаны сыҡҡансы бергә күтәреп килеп тороп ғалды. Бьер нисә боролоп ҡарайым: береһендә уның күҙҙәрен һөртөүен күрҙем. Төш ауыуға өйгә ҡайттым!
 
Хәҙер беҙ уҙ өйөбөҙҙә йәшәйбеҙ. Өләсәйҙәрҙә түгел. Атай, туғандар күмәкләп ауыл осонда өй төҙөп биргәйнеләр. Шунда!
Камундар тигән урыҫ ауылында бер күнәк еләккә күп итеп он бирәләр тигән хәбәр таралды. Камундарҙан он алмаштырып алып ҡайтҡан ҡәрсәйемде, Фәрхиҙә, тағы бер нисә әбейҙе күреп аптыраным! Алыҫ түгел! Ҡырғыҙ һыу тирмәнен үтеп бер аҙ барғас, ҙур быуа ялтырап ята икән! Шул быуанан Камунар ауылына инәһең. Унда гел урыҫтар! Шулар еләккә он бирә! Бөтә юлды белдем. Әсәй, өләсәй, Сәфәрғәле абзый, Орхия еңгәй, Әхмәҙғәле абзыйҙар Аманингән буйында бригадта эштә. Өйҙә Ғәбиҙә өләсәйем - бик өлкән әбей. Ҡартатайыма еңгәләтә өйләндергән әбей. Башҡа бер кем юҡ.
Күнәкте йәшереп, урындыҡҡа йығылдым! Бик ҡаты, иҫ белмәй йоғлап киткәнмен! Аманингәндән эштән ҡайтҡас, минең йоҡлап ятыуымды күргәндәр. Әсәй күнәкте йәшереп ҡуйған ерҙән сығарып:
 
- Ҡарағыҙ әле! Күнәктә бер икмәк. Он! Ҡайҙан?! Кем, нисек килгән был ризыҡ? – тип аптырашалар. Мин тауышҡа уянам. Мине уратып ҡарап торалар. Урындыҡта – күнәк! Ҡапыл ырғып тороп:
'''Бәшәр ҡоҙоғо'''
- Әллә он юҡмы?! – тип ҡысҡырып ебәрҙем.
Ҡоҙоҡ тирәһендә өс-дүрт өйәнке. Эй һыуы шәп! Ярты ауыл шунан һыу ала! Унан урта тау китә. Уның Баһауәсенә тиклемге өлөшөндә еләк ғәләмәт күп! Еләк йыйып киләһеңдә бәшәр ҡоҙоғонан рәхәтләнеп һыу эсеп ҡайтып инәһең!
Бер көн мин ҡаршынан ғына бешкән, эре еләк тирҙем. Маҡсат еләкте Камундарға барып онға алмаштырып ҡайтыу. Еләкте йәшереп йыйып ҡуйҙым. Бөтәһе лә иртүк эшкә китеү менән еләкте күнәк менән тотоп Камундарға киттем!
Бына Ҡырғыҙ тирмәне быуаһын үтеп бер үрҙе үткәс, алыҫтан ялтырап ятҡан быуа һыуын күреп атлауымды шәбәйттем! Юл сите эре үлән, селеклек! Алдан килгән, арттан килгән атлы кешеләрҙән селек араһында йәшенеп үткәрәм дә атлайым…
 
'''Быуа'''
 
Быуа буйлап сығып бөтөүемә өйҙәр рәте лә яп-яҡын икән. Ҡулына сыбыҡ тотоп, тал араһынан бер мәрйә килеп сыҡты. Ул мине күреп, күнәгемдәге еләкте күреп, әллә ниҙәр һөйләнеп, йылмайып та, мине һөйөп-һыйпап, етәкләп алып китте! Күнәкте үҙе тотто! Бер өйгә индек. Берәү юҡ. Мине өҫтәл янына ултыртып, мейестән суйын сығарып аш ҡойоп бирҙе! Аш итле! Тәмле! Икмәкләп ашап алдым. Ул еләкте урындығына йәйеп, таратып һалды! Һаман шул көләс йөҙлө!
 
Минең ҡайтырға теләүемде белеп, күнәкте таҙалап, тултыра яҙып он һалып бирҙе лә минән күтәртеп ҡарай! Мин уға ауылды, өйҙө башҡортса һыҙғалап (бармаҡ менән өҫтәлгә) беҙгә кил ,тинем. Ул аңланы. Күрәһең, башҡортса аңлағандыр!
Ул ҡатын быуаны сыҡҡансы бергә күтәреп килеп тороп ғалды. Бьер нисә боролоп ҡарайым: береһендә уның күҙҙәрен һөртөүен күрҙем. Төш ауыуға өйгә ҡайттым!
 
Хәҙер беҙ уҙ өйөбөҙҙә йәшәйбеҙ. Өләсәйҙәрҙә түгел. Атай, туғандар күмәкләп ауыл осонда өй төҙөп биргәйнеләр. Шунда!
Күнәкте йәшереп, урындыҡҡа йығылдым! Бик ҡаты, иҫ белмәй йоғлап киткәнмен! Аманингәндән эштән ҡайтҡас, минең йоҡлап ятыуымды күргәндәр. Әсәй күнәкте йәшереп ҡуйған ерҙән сығарып:
- Ҡарағыҙ әле! Күнәктә бер икмәк. Он! Ҡайҙан?! Кем, нисек килгән был ризыҡ? – тип аптырашалар. Мин тауышҡа уянам. Мине уратып ҡарап торалар. Урындыҡта – күнәк! Ҡапыл ырғып тороп:
- Әллә он юҡмы?! – тип ҡысҡырып ебәрҙем.
Улар ипләп һорашып белгәс, баш сайҡап аптырап ҡуйҙылар!
- Еләкте нисек тирҙең? – тип ныҡышалар.
- - Юл буйына яҡын берәү йөрөмәгән, теймәгән ерҙән. Арба юлы буйынан услап тигәндәй эре, бешкән еләк тиҙ йыйҙым да Камунға барып ҡайттым! – тим.
Шулай итеп, мин алты йәшемдә Камунға барып он, икмәк алып ҡайттым! Быны ауылда сенсация кеүек һөйләнеләр инде! Һис онотолмай мине аслыҡ йөрөткәне! Бындай бала саҡта йөрөгәйнем, тип һөйләһәң әҙәм ышанмаҫлыҡ! Йәнәһе. Бик ҙур эш! Бәлки, шулайҙыр ҙа! Белмәйем! Онотолмай был сәйәхәт!
 
Сталауай
'''Сталауай'''
Интернатта сталауай ойошторолдо. Аш бешереүсе – әсәйем. Ярҙамсылар – шул уҡ Әминә, Хәбиб инәйҙәр. Интернатта хәҙер егет – ҡыҙҙар урынына ситтән килгән ауыл балалары һәм беҙҙең өс ауылдыҡылар.
 
Мин Кушловскийҙан һуң төрлө таҡтанан скрипка яһап, ат ҡойроғо ҡылы ҡуйып, селекте ян кеүек итәм. Ҡылы – ат ҡойроғо. Уны күмер менән ышҡып, “скрипкә” ҡылдарынан тауыш сығарам. Уны ҡолаҡҡа яҡынлатҡанда, бик һүлпән, тоноҡ тауыш сыға! Ташлайым да яңынан яһайым! Мин ян ҡылына ҡарағай сәйере һөртәм! Тауыш ишетелә биреп ҡалды.

Бәҙәмшә
 
Ғәббәстән килгәндәр араһында арҡаһында ҙур ороло, бөкөрө малай бар ине. Бер кем тегене үҙ янына ятҡырмай! Ҡыуалайҙар! Мин мейес янында иркен ятам. Мин уны үҙемдең янға саҡырып алдым. Килеп ятты. Мине арҡамдан һөйөп ала! Ҡарһүҙ алмашалап һөйләйҙәр… Инәй сығып, йоҡлағыҙ, тип әрләгәс кенә тынышалар.

Кемдер берәү Бәҙәмшәнең скрипкала уйнауы тураһында әйтте. Беҙ күмәкләп скрипкаһын бында алып килеүен һораныҡ. Ялға ҡайтып килгәнендә скрипкаһын алып килгән. Кисен уны төрлө көйҙәр уйнатып, хайран ҡалып, маҡтанылар! Бейеү көйҙәрен дә күп белә. Бейешеп тә алдылар. Мин дә “Перовский”ҙы бейенем. Икенсе көн ҡыҙҙар ҙә килде. Мөғәллим дә уйын ҡыҙғанда килеп инде. Бөтәбеҙҙе лә хәҙер мөғәллим әрләр тип, тын ғына ултырабыҙ.
 
'''Бәҙәмшә'''
 
- Үәт, исмаһам, Бәҙәмшә скрипкаһын килтергән! Ышкулда тәнәфестә уйнап бейетерһең! Йыр дәресендә лә уйнарһың! Был бик яҡшы! – тип маҡтаны.
Ошонан һуң бөтәһе лә иркен тын алды! Бәҙәмшә инде “үҙәк” кешегә әйләнде. Ҡыҙҙар уны йыш үҙ яндарына кис алып ҡайтырҙар ине!
 
Бәҙәмшә үкереп илай
'''Бәҙәмшә үкереп илай'''
Ул скрипкаһын тоҡҡа һалып урындыҡ аҫтына тығып ҡуя ине. Бер көнө дәрестәр бөтөп, интернатта ашап-эскәс:
 
- Йә әле, Бәҙәмшә, бер уйнап ебәр! – тиҙәр.
Ул тоғон сығарып урындыҡҡа ҡаҡты. Скрипка көл-фаякин килтереп ватылған! Кемдер берәү уны тоғо менән тапалап бик ныҡ ватҡан! Йүнәтерлек тә түгел! Кем, ни өсөн шулай ваҡлағансы тапалаған?! Бәҙретдин ағай ҡара янып көйҙө! Асыуланды бик ныҡ! Тик беленһен генә әле!
Бәҙәмшә илай-илай кейенде, тоғон йөкмәп сығып китте. Тау түбәһенән төшөп Үргауыл яғына атланы! Уны йыуатып-әүрәтеп тә ҡаранылар! Ә ул атлауын-илауын белде. Төнгә ҡарай Ғәббәскә ҡайтып китте! Ул минең күңелдә онотолмаҫ эҙ ҡалдырҙы! Мин уға ҡушылып йырлай, бейей торғайным! Мин – ҡурайҙа, ул – скрипкала уйнауы үҙе ни тора! Һай-һай, оҫта уйнай, тиҙәр ине. Ул киткәс, уны йәлләп илап та ала инем. Әсәй, улай ярамай тип, саҡ туҡтатты.
Мөғәллим Ғәббәскә китте ат менән. Бәҙәмшә ныҡ ауырый икән! Ул ҡайтҡас та аурып киткән! Ошо ҡайғыһынан башҡа тора алманы. Мөғәллим ҡайтҡас:
- Бәҙәмшә хәҙер юҡ инде! – тип күҙҙәренә йәш алды.
 
Ауылда ҡунаҡ булһа
'''Ауылда ҡунаҡ булһа'''

Ауылда бер ҡунаҡ булһа, төн булһа ла, беҙҙе уятып инеп, әсәйҙән үтенеп һорап мине күтәреп алып ҡайтып бейеккә, һандыҡ өҫтөнә, ултырталар.
Минән ҡурайҙа бейеү көйҙәре уйнатып эй рәхәтләнеп бейейҙәр! Күстәнәс, аҡса биреүҙәренә әсәй ныҡ тыя! Әгәр бирһәгеҙ, башҡа бер кемгә лә ебәрмәйем, ти. Хәтерҙә ҡалған: иҫергән ирҙәр ығы-зығы килеп, тауыш сығара! Улар бер-береһенең яҡаларынан тотоп айҡаша! Тауыш күтәрелә! Нәҡ бәләкәй малайҙар кеүек ҡыланалар! Миңә ҡыҙыҡ! Сағыу тауышым менән тегеләрҙән һенем ҡатҡансы ҡысҡырып көләм! Һуғышыусылар минең көлөүҙән туҡтайҙар! Тирә-яғына ҡарап, үҙҙәре лә көлә башлай! Һуғыш-ҡауға бөтә! Бары ла шаулашып, көлөшөп, тыныс мәдлестәрен дауам итә! Мин арығас, йоҡом килгәс, тағы өйгә алып ҡуялар ине. Скандал йыш булмаһа ла, бейетеп арығас, ҡайиам тиһәм дә әпкиләләр ине. Мине йырлаусы, бейеүсе, ҡурайсы тиҙәр ине.
 
Ғилмитдин үлде!..
'''Ғилмитдин үлде!..'''
Аттары һыу ҡойғандай тирләгән! Ауыр тын алалар, яй ғына атлатып Сәфәрғәле абзыйым ишегалдына килеп инде. Үҙе илаған! Уны күреп өләсәй, әсәй уның янына йүгереп килеп, ни булды ла ни булды тип, шаҡ ҡаттылар. Мин ситтә торам.
 
- Мин Амангингәндән Ғилмитдинде үлтереп тейәп ҡайттым! Уны өйҙәренә индерҙеләр! – тине.

Әсәй һорашып та тормай йүгереп сығып китте, уның артынан мин йүгерҙем. Беҙ ҡартәсәй, һурәсәйҙәргә килгәндә ишегалдары тулы ҡатын-ҡыҙ, бала-саға тора! Бары ла мышнап илай! Байтаҡтан һуң атай, ҡәрсәй, һурәсәй сыҡтылар.

Сәбәп

Байсәләм олатайҙың улы Зәбихулла Ишкинин, ауылдың беренсе егете, атып ултергән тинеләр. Ҡыуышында оҙаҡ ваҡыт ятҡан мылтыҡты алып, булышып ултырған саҡта ҡорал ҡапыл атып ебәргән! Үтеп барған Ғилмитдин абзыйымдың эсен аҡтарып, ныҡ яралаған! Бер кемдә ярҙам итергә өлгөрмәй! Шундуҡ үлә! Шулай фажиғәле ауылда дан алған, һәр яҡтан булдыҡлы абзыйым үлә!
Ул саҡта тикшереү – суд нисек булыуын белмәйем! Зәбихҡә бер ни ҙә булманы. Һиндә-мин шул көйө йәшәп китте! Халыҡ араһында Байсәләм бай булғас ней,бик күп бирем биргән, тигән хәбәр йөрөнө лә баҫылды. Ғилмитдин абзыйым һыуға батҡандай булды! Мин уны оноталмайым. Уның кеүек сәсемде үҫтереп, причәска ла йөрөттөм. Ул мине бейергә - йырларға, ҡурайҙа уйнарға өйрәтте!

Әсәйем скрипка алып ҡайтты

Әсәйемдең бер туған һылыуы Самаҙы ауылында йәшәй ине. Езнәй – Йылҡыбаев Хәсән самаҙы ауылы “Ҡыҙыл Маяҡ” колхозы председателе булып эшләй. Был колхоз Башҡортостанда билдәле булған бик бай колхоз һаналды! Өҫкәлек буйы ауылдары 1931- 1938 – се йылдарҙа аслыҡ кисерҙе, ә улар аҡ икмәк ашаны! Шәп колхоз, тинеләр!
 
1938 –се йылда Мәскәүгә сельхозсъездға барҙы. Фотоға төшкәндәр, И.В. Сталин дә, башҡа етәкселәр ҙә төшкәндәр ине. Шул уҡ съезда Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылынан Йыһанур Байтурин бар. Икенсе тапҡыр мин ул фотоларҙы тағы ла күрҙем. Шул Хәсән еҙнәй ҡустыһы Фәтхулла Йылҡыбаевтан скрипка һөйләшә.
'''Әсәйем скрипка алып ҡайтты'''
Әсәйем Фәтхуллаға барып скрипкаһын 5 һумға һатып ала! Ул саҡ 5 һум ҙур, бик күп аҡса булған! Ауылда:
 
- Ҡарасәле! Мәрхәбъямал Әһлиенә 5 һумға эскерипкә алып ҡайтҡан! Нисек аҡса йәлләмәй, ҡыҙғанмай! 5 тәңкә биргән! Ай-буй! 5 тәңкә ошо маңҡа өсөн! – тип геү килделәр.
Әсәйемдең бер туған һылыуы Самаҙы ауылында йәшәй ине. Езнәй – Йылҡыбаев Хәсән самаҙы ауылы “Ҡыҙыл Маяҡ” колхозы председателе булып эшләй. Был колхоз Башҡортостанда билдәле булған бик бай колхоз һаналды! Өҫкәлек буйы ауылдары 1931- 1938 – се йылдарҙа аслыҡ кисерҙе, ә улар аҡ икмәк ашаны! Шәп колхоз, тинеләр!
- Булһын! Яңғыҙ улыма бер ни йәл түгел! Өйрәнер, уйнар! Гармун да алып бирер инем, кәрәкмәй! – ти әсәй.
 
Скрипка ҡулдан, таҡтанан яһалған! Дүрт төрлө ҡылы бар, ялы бар! Мин уның ҡылдарын тарттырам да тауыш сығарам! Тауыш бик көслө, матур сыға, әммә һис көй уйнап булмай! Һәр көн ҡолаҡтарын борам, уйнарға маташам, ләкин һис көй сығара алмайым! Әсәйҙең маҙаһына тейгәнмендер инде:
1938 –се йылда Мәскәүгә сельхозсъездға барҙы. Фотоға төшкәндәр, И.В. Сталин дә, башҡа етәкселәр ҙә төшкәндәр ине. Шул уҡ съезда Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылынан Йыһанур Байтурин бар. Икенсе тапҡыр мин ул фотоларҙы тағы ла күрҙем. Шул Хәсән еҙнәй ҡустыһы Фәтхулла Йылҡыбаевтан скрипка һөйләшә.
- Бар, ана кәртә арты күл буйында тызылдат! – тип һуҡрана.
 
Мин кәртә артына китәм. Шәмислам, Миңнеғәле, Ғәлиәхмәт, Миңлебай, Әхмәҙғәле абзыйым минең яңға килеп тартып ҡарайҙар ҙа:
Әсәйем Фәтхуллаға барып скрипкаһын 5 һумға һатып ала! Ул саҡ 5 һум ҙур, бик күп аҡса булған! Ауылда:
- Бының тауышы көслө, көйө юҡ! – тип минең яндан ҡасалар.
- Ҡарасәле! Мәрхәбъямал Әһлиенә 5 һумға эскерипкә алып ҡайтҡан! Нисек аҡса йәлләмәй, ҡыҙғанмай! 5 тәңкә биргән! Ай-буй! 5 тәңкә ошо маңҡа өсөн! – тип геү килделәр.
Тауышы оҡшамай…
- Булһын! Яңғыҙ улыма бер ни йәл түгел! Өйрәнер, уйнар! Гармун да алып бирер инем, кәрәкмәй! – ти әсәй.
Зәйнәп һыйыр һауалыр…
Скрипка ҡулдан, таҡтанан яһалған! Дүрт төрлө ҡылы бар, ялы бар! Мин уның ҡылдарын тарттырам да тауыш сығарам! Тауыш бик көслө, матур сыға, әммә һис көй уйнап булмай! Һәр көн ҡолаҡтарын борам, уйнарға маташам, ләкин һис көй сығара алмайым! Әсәйҙең маҙаһына тейгәнмендер инде:
“Ҡолаҡтар”ҙы борғалай торғас, ике ҡыл матур яңғырауын белеп ҡалдым да “Зәйнәп һыйыр һауалыр төбө тишек күнәккә” тигән бейеү көйөнөң башын көтмәгәндә сығарҙым бит! Кәйҙәң икенсе яртыһына 3 – 4 ҡыл тауыштары тура килмәй! Ныҡыша торғас, 3 -4 ҡылдар ҙа матур яңғырауын һиҙеп ҡалдым! Хәҙер “Зәйнәп”те 1,2,3 ҡылдарҙа уйнап сығарҙым! Атҡа менгәндәй ҡыуандым!!!
- Бар, ана кәртә арты күл буйында тызылдат! – тип һуҡрана.
Шулай күп ныҡыша торғас, 4 ҡылын да көйләргә өйрәндем. “Зәйнәп” те бөткәнсә скрикала сығарҙым! Өйҙә әсәйҙе маҙаһыҙлаған саҡта юрый:
Мин кәртә артына китәм. Шәмислам, Миңнеғәле, Ғәлиәхмәт, Миңлебай, Әхмәҙғәле абзыйым минең яңға килеп тартып ҡарайҙар ҙа:
- Ҡы-ый! Улым уйнай! Мин бейейем! – тип мине үсекләп төшөп китеп бейей, ҡарышып бейей! Мин скрипкамды ташлап сығып ҡаса инем! Хәҙер:
- Бының тауышы көслө, көйө юҡ! – тип минең яндан ҡасалар.
- Йә! “Зәйнәп”те уйна! – ти.
Тауышы оҡшамай…
 
'''Зәйнәп һыйыр һауалыр…'''
 
“Ҡолаҡтар”ҙы борғалай торғас, ике ҡыл матур яңғырауын белеп ҡалдым да “Зәйнәп һыйыр һауалыр төбө тишек күнәккә” тигән бейеү көйөнөң башын көтмәгәндә сығарҙым бит! Кәйҙәң икенсе яртыһына 3 – 4 ҡыл тауыштары тура килмәй! Ныҡыша торғас, 3 -4 ҡылдар ҙа матур яңғырауын һиҙеп ҡалдым! Хәҙер “Зәйнәп”те 1,2,3 ҡылдарҙа уйнап сығарҙым! Атҡа менгәндәй ҡыуандым!!!
 
Шулай күп ныҡыша торғас, 4 ҡылын да көйләргә өйрәндем. “Зәйнәп” те бөткәнсә скрикала сығарҙым! Өйҙә әсәйҙе маҙаһыҙлаған саҡта юрый:
- Ҡы-ый! Улым уйнай! Мин бейейем! – тип мине үсекләп төшөп китеп бейей, ҡарышып бейей! Мин скрипкамды ташлап сығып ҡаса инем! Хәҙер:
- Йә! “Зәйнәп”те уйна! – ти.
Уйнайым. Тыңлап бөткәс:
- Ҡылдарың дөрөҫ көйләнмәгән! Дөрөҫ, матур итеп көйләргә өйрән, - ти.
Шулай ныҡыша торғас, мин скрипканы көйләргә лә өйрәндем! Мине өйрәтергә кеше юҡ бит! Бәҙәмшәне һағынам да! Ул да хәҙер юҡ! Арыу көйләнһә, башҡа көйҙәргә лә тауыш етә! Шуны белдем! Әбҙән көйләп өйрәнгәс, көй артынан көй сығара башланым.
- Һа-а-ай! Былай булғас, һин, Әһлетдин, скрипкәсе булырһың! – ти Сәфәрғәле абзый. – Тик һин кешене үтә маҙалама! Кәртә яғына, ситкәрәк китеп тызылдат! Кеше килһә, туҡтап тор!
Арыу көйләнһә, башҡа көйҙәргә лә тауыш етә! Шуны белдем! Әбҙән көйләп өйрәнгәс, көй артынан көй сығара башланым.
 
- Һа-а-ай! Былай булғас, һин, Әһлетдин, скрипкәсе булырһың! – ти Сәфәрғәле абзый. – Тик һин кешене үтә маҙалама! Кәртә яғына, ситкәрәк китеп тызылдат! Кеше килһә, туҡтап тор!
'''Скрипкәсе'''
 
Бара-тора халыҡ араһында киң таралған “Шахта” көйөн уйнаным. Әлек минең менән ныҡ шаярған, тотоп алһа илатҡанса аунатҡан, ҡышын салбар төбөнә ҡар тултырып ышҡыған беҙҙең яратҡан күрше еңгәйебеҙ, Шәкирйән ағайҙың ҡатыны Хәйерниса еңгәй ,шартып көлөүен ҡуйҙы. Көйҙәр уйнатып, тыңлай башланы. Мин уның әйткәнен үтәйем.

- Бына һиңә эшкашмаған маңҡа ҡәйнеш шул арала уйнаһынсәле!

Ошонан һуң ул мине элгәреге һымаҡ шаяртмай!
- Йә, ҡәйнеш, уйна әле, - тип уйнатып, ысын күңелдән уйнауымды тыңлап,- ҡайһы арала өйрәндең? Бына ғәжәп! – тип баш - арҡамдан һөйә.
Хәҙер мин унан тартынам!
- АҺ-аһ! Ишу ояла ла белә башлағанһың? Һин һис оялма! Туҡтама! Скрипкәңдә тағы матур, оҫта уйнарға өйрән! – тип ысын күңелдән әйтә.
- - Урамдан үткән юл саңын аяҡтарың менән туҙҙырып, боролдатып, асауыҙҙы һалдырып, көнмө – төнмө йырлай – йырлай бейеп тә киткән малай, хәҙер тындың, һыҙғырырға тотондоң! Атаңа ҡошап ҡурай тартаһың! Ауыҙ – мороноңдан шайыҡ ағыҙып! Бр-р-р! Нисек ерәнес! Шайығың лмәк түшенән аға! Бр-р-р! - тип мыҫҡыллап шаярта, көлә.
 
Ләкин элгәреге кеүек яҡанан алып, йығып, тулатып шаяртыуын туҡтатып:

- Эй, ҡәйнеш, йә әле уйнап ебәр! – тип уйната.

Мин һис инәлеүҙе белмәнем.
- - Бына! Көтмәгәндә, скрипкәсе! – тип иркәләтә.
Бер аҙҙан ауылда ҡунаҡ үтһә, әсәйҙән рөхсәт алып, хатта ай-вайына ҡарамай, күтәреп алып ҡайта башланылар! Өс ауылда “скрипкәсе малай” исеме менән йөрөтә башланылар! Мин быға үсегер инем – юҡҡа үсегәң, һинең уйнап бейетеүең кеше ҡунағы хозуры! Ана башҡа малайҙар бер ҙә, бер нәмәлә лә белмәй бит! – тип яйға килтерҙеләр. Хәйернисә еңгәм дә мин булып ауыҙынан шайыҡтарын ағыҙып “быж-быж” итеп, скрипкәлә үсекләп уйнауын ташланы! Миңә ҡарата ихтирам – иғтибарлы була башланы!
- Бикәм, Әһлей хәҙер ниндәй уйнай башланы! – ти әсәйемә.
Улар минең тураһында һөйләшә башлаһалар, ҡасып сығып китәм.
Шулай итеп ҡурайсы, скрипкәсе исеме менән әйтеүҙәренә лә үсекмәйем. Өйрәндем булһа кәрәк! Мыҫҡыл итеү, көлөүҙәр бөттө!
 
'''Экскурсия'''
4-се класты бөтөү мәле...
Уҡытыусы:
- Иртәгә ашарға алып килегеҙ. Уҡымайбыҙ, экскурсияға барабыҙ, - тип иғлан итте. – Кемдә һөҙгө бар, алығыҙ. Эңгәрселә балыҡ һөҙәрбеҙ.
Икенсе көндә ваҡытында ғына мәктәпкә йыйылдыҡ. Стройға теҙелеп, башта Алағашҡайынға тиклем килдек.
- Бына! Көндә күргән тауыбыҙ! Һеҙ нимә күрәһегеҙ? - өндәшмәй тик торабыҙ. – Күрмәйһегеҙме? Яҡшыраҡ ҡарағыҙ! Бәшәр ҡоҙоғонан алып ошонда тиклем юлды, юл ситтәрен, тау битен ҡарағыҙ! Нимә күрәһегеҙ?
Яуап юҡ. Нимә икән, тип аптырайбыҙ.
- Һеҙ көн дә күргәс, аптырап тик тораһығыҙ! Икенсе күҙ – күңел күҙе менән ҡарағыҙ!
Беҙ һаман өндәшмәгәс: