Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл:
 
'''Беҙҙең өй'''
 
Урта Муйнаҡ ауылын икегә бүлеп ауылдың урта өлөшөндә Ҡылы-Өҫкәлек һыуына (тыҡырыҡ төшөп) йәйенке ярына текәлә. Мәгәзәй түшенән ҡарағанда уң яҡтан беҙҙең өй тора. Уны атайымдың атаһы, Мырҙагилде ҡартатайым, һалған. Бишәр тәзрәле, киң, ҙур, иркен, күтәренке ике ҡарағай өйҙәрҙе яҡын ғына ултыртып бер ҡыйыҡ менән ҡаплаған. Ишектәр ҡапма-ҡаршы, бер-береһенә яҡындар. Уртанан – солан. Бәләкәй генә келәт. Унда ураған һайын файҙалана торған әйберҙәр, көндәлек ризыҡ һаҡлана.
 
Әсәй, атай, мин һайғауҙан эшләнгән ҙур ҡапҡа яғындағы өйҙә йәшәйбеҙ. Икенсеһе – аш өй. Бында атайҙың әсәһе Нәзифә (Нәфисә) исемле ҡәрсәй, һурәсәй Хәкимә көн күрә. Хәкимә – атайҙың тәүге ҡатыны. Ул бик ауырыу. Аяҡтары һыҙлай. Саҡ йөрөй. Йыш ҡына бөтөнләй йөрөй алмай ята. Уның иң өлкән ҡыҙы Фәтхиямал апай, шунан Нуритдин абзый, иң кесеһе әле үҫмер малай – Ғилмитдин абзый. Мәхүпямал апай минән өс-дүрт айға өлкән. Әлбиттә, ғәилә ҙур!
 
Юл 30 ⟶ 32:
 
Был Һыртҡыуаҡ араһы әҙәм үткеһеҙ шырлыҡ, батҡаҡлыҡ. Һул яҡ осонан шишмә ағып сығып Ҡылыға ҡушыла. Бер кем был ҡыуаҡтан ниндәй суғым булһа ла, бер бөртөк емеш өҙмәне, йыйманы.
 
– Нишләп анау өйҙө мәгәзәй тиҙәр? Ни өсөн унда кеше тормай, гел бикле ишеге? – тип һорайым әсәйҙән.
 
– Әүәле ошо өйҙө өс Муйнаҡ халҡы һалған. Тауар, аяҡ кейеме, өҫ кейеме һаҡлағандар. Арыш, бойҙай, тары ондары,ярма, сәй-шәкәр, бал-май һаҡлағандар. Аслыҡта шул әйберҙәрҙе бик йонсоғандарға, өс ауыл ҡарттары хәл итеүенсә, бүлеп ярҙамдан биргәндәр. Шуға мәгәзәй тип исем биргәндәр, - тип аңлатты.
 
Юл 51 ⟶ 55:
 
Мин айырыуса Ғилмитдин абзыйға һырлыҡҡанмын. Ул мине йырларға, бейергә өйрәтә. Гел үҙе менән эйәртеп йөрөтә.Өйҙә, ишек алдында, утъяҡҡыста, кәртә лапаҫында, хатта Ҡылы ярындағы мунсала- бөтә ерҙә лә! Шундағы тигеҙлектә таҡмаҡлап мине бейетә, йырлата. Ҡайсаҡ һыны ҡатып көлөп, мине күтәреп әйләнә, айпалай. Икәү шарҡылдашып көләбеҙ! Ишеткән-тыңлаған, күргән күршеләр: әллә былар аҡылдан яҙғанмы? Икеһе лә иҫәүән кешеме ни, бушалалайымға көләләр, әйләнә-тулғаналар! Сыу киләләр! – тиҙәр икән. Ҡартәсәй:
 
– Беҙ уларҙың шулай йырлап, бейеп, уйнай-уйнай бар эште эшләгәндәренә ҡыуанабыҙ! Уларҙа эшегеҙ булмаһын, һүҙгә алып һөйләүе оят! – ти. Ғилмитдин абзый үҙе йыр-бейеүгә бик оҫта ине.
 
– Һин мин өйрәткән “Перовский” көйөнә, Перовский бейеүен генә бейе! Башҡа бейүҙәр менән бутап быныһын да бейей алмаҫһың, - ти.
Мин ул әйткәнде үтәйем. Бер ваҡыт өйҙә икәү генә инек, ул “Перовский” көйөн таҡмаҡлап бейетә. Хәрәкәттәрҙе өйрәтмәй. Мин бейеп бөткәс: үәт, маладис, гел шулай бейе! Хәҙер булды, - тине. Мин “Перовский” бейеүен өйрәндем!
Юл 66 ⟶ 72:
 
Нуритдин, Ғилмитдин абзыйҙар, Фәтхиямал апай уны урындыҡҡа һөйрәп килтереп ултыртып, көскә быймаларын һалдырып, яҫтыҡтар өҫтөнә һалдылар. Бөтәһе лә ипләп кенә аш өйгә сығып киттеләр.
 
– Нисек йөрөп ҡайттың, балам? Ҡолсоға инмәнеңме?
 
Юл 75 ⟶ 82:
 
Атай яйлап тороп, ишеккә барып етеп ишек башы кәсәге артынан ынтылып бер таяҡ килтереп сығарҙы ла, урынына менеп, яҫтыҡтарын текәләп һөйәлеп ултырҙы һәм баяғы таяғын усы менән һөртөп сыҡты. Ошонан һуң бер осон ауыҙына ҡабып, өрөп ҡараны, төрлө тауыштар сығарып ҡарағас:
 
– Фәтхиямал, ҡыҙым, һин башла! – тип бейеү көйө уйнай башланы.
 
Был бейеү көйө кис ултырырға килгән кыҙҙар йырлағандан миңә таныш ине. Апай бер аҙ тыңлап торҙо ла, бейей башланы. Уның өр-яңы матур күлдәге күҙ яуын алып тора! Сәстәрен бығаса күрелмәгән формала тараған. Аяғында һары ботинка. Ҡуныстары килеп тороп оҙон! Тубығына етеп тора! Ҡуныстары һары бау менән һырмап алынған да бәйләп ҡуйылған! Ап-аҡ алъяпҡысы сәскәләр менән биҙәлгән. Бейегәндә ҡул барамаҡтары ғәжәп матур, көй ыңғайына шартлап торалар! Ул ике-өс әйләнде лә, Нуритдин абзыйға баҫты.
Юл 81 ⟶ 90:
 
Ғилмитдин абзый урынынан торғанда уҡ еңел, етеҙ атлап иҙән уртаһына сыҡты. Уның аяктарында ҡупшы ялтырап торған хром итек, һәр аҙымында шығырлап ҡына торалар. Ҡапыл туҡтап, башын бер яҡҡа ҡыйшайтып ҡаушырған ҡулдары менән иҙән уртаһында кинәт деңк ҡатып ҡалды. Әйтерһең, бағанамы ни! Ни булды?- тип һорауҙарына атайға ҡарамай ғына:
 
– Перовский ,- тине.
Атай дәртле итеп “Перовский”ҙы башланы. Ул түңәрәк яһап “Перовский”ҙы бейене лә урынына атлағайны, ҡәрсәй уны туҡтатып:
 
– Бик аҙ бейенең! Тағы аҙыраҡ бейе әле,- тип бойорҙо.
 
Ғилмитдингә әйтеү менән атайға ла уйна тип ымланы. Ул яңынан дәртле итеп уйнай башланы. Ғилмитдин яңынан –яңы хәрәкәттәр яһап бейеп бөтәһендә ғәжәпләндерҙе!
 
– Бына, исмаһам! Унан үрнәк алығыҙ! –тип ҡәрсәй уны арҡаһынан һөйөп алды. Теге сығып китте. Уның артынан барыһы ла эйәрҙе.
 
Юл 92 ⟶ 105:
Ауыҙ-ирендәре һис беленмәй, мыйыҡ-һаҡал бөтөнләй ҡаплаған! Ҡалын ҡаш менән сәс араһында маңлайы саҡ ҡына күренә. Шәүләһе бигерәк ҡурҡыныс! Был әллә атай тугел микән? Теге әкиәттәрҙә, ҡарһүҙҙәрҙәге ен-пәрей, йә булмаһа шайтан, юха түгел микән? – тигән уй килде миңә, ҡурҡышымдан бына-бына ҡысҡырам тигәндә әсәй мине мытҡып алып күтәреп күкрәгенә ҡапландырып йүгерә-атлай барып ишекте тибеп асты ла ҡараңғы соланға:
 
– Барығыҙ ҙа сығығыҙ! Аш беште! – тип ҡысҡырҙы.
Оҙаҡ көттөрмәнеләр тегеләр, инделәр. Ҡул сайыштылар. Атайға тас килтереп урындыҡта сайҙырҙылар. Ҡурайын тәҙрә төбөнә ҡуйҙылар. Мин һаман ғәжәпләнәм: ошо таяҡтан ниндәй матур, күп төрлө тауыштар сығара! Бына бит ниндәй ул атай, оҫта, көслө, әҙәм белмәгәнде үҙе белә! Мин ҡурайҙы беренсе тапҡыр күрҙем һәм тәүгә ишетеп бик аптыраным. Ә шулайҙа атай шикле кеше тигән уйҙа ҡалдым!
Юл 98 ⟶ 112:
 
Атай һүҙ башланы:
 
– Иртәгәнән ныҡлап әҙерләнәһегеҙ… Мин үҙем йөрөп ҡунаҡ саҡырам. Кискә аш-һыу әҙер булһын! Ә хәҙер – йоҡларға! Ял итегеҙ! Эш күп!
Мин һандыҡ янында янындағы яҫтыҡҡа яттым. Хатта ҡаты йоҡлағанмын! Уянһам, өйҙә берәү юҡ! Ҡояшлы, аяҙ көн!
Юл 111 ⟶ 126:
 
Уянһам һаман шул урынымда ятам. Өйҙә бер кем юҡ. Теге өйгә инһәм, бөтәһе лә урындыҡта ултыра. Сәй эсәләр. Мине барыһы ла һөйөп – яратып сәйгә ултырттылар. Ашап-эсеп туйғас, кире сығып киттем. Тәҙрәгә килеп теге таяҡҡа ҡарайым, аптырайым! Бының менән ул нисек тауыш сығара икән!? Соланда – аяҡ тауышы. Тиҙ генә һандыҡ яғына китеп иҙәнгә төштөм дә бесәй менән уйнайым. Атай килеп инде. Шаярып мине тотайым тигәйне, мин ҡастым!
 
– У-ух! Дика-арь! – тип үҙ урынына менеп ятты. Мин бер уға, бер ҡурайға ҡарайым, уйнамаҫ микән!? Тороп ишек кәсәгенән ҡурайҙы алып уйнай башланы. Мин тыңлайым да уйлайым: нишләп тәҙрә төбөндәге ҡурайҙа уйнамай икән? Аҙаҡ ҡына төшөндөм, уныһы сатнаған булған икән! Бына шулай тәүге тапҡыр ҡурайҙы күреп, тауышын ишетеп, сикһеҙ аптыраным! Ул шундай ғәжәп оҫталыҡ эйәһе! Ул ғына белә был ҡурай тигән нәмәне! Әллә сихырсы микән?! Урынында һуҙылып ятты, күп тә үтмәне хурылдап йоҡлап китте.
 
Юл 123 ⟶ 139:
 
Бына яҙ ҙа булды. Ҡылы яры ситендә беҙҙең мунса тора. Шунда матур урында ябыулап урын эшләп, эсенә йәш үлән килтереп түшәнеләр. Мунса яғып ебәрҙеләр, ике-өс самауыр ҡайнай. Ике-өс ҡаҙанда ит бешә. Төрлө тәм-том! Ҡунаҡтар килергә тейеш! Фәтхиямал апай, Нуритдин, Ғилмитдин абзыйҙар – ҡапҡа төбөндә. Түбән яҡтан Ҡырғыҙ яғынан күҙ алмайҙар! Мин дә, Мәхүпъямал апай ҙа ҡунаҡ көтәбеҙ. Ҡарауылда торабыҙ! Бер ваҡыт дуң аръяғынан саң күтәрелде. Был күмәк атлы арба саңы!
 
– Саң күтәрелде! Киләләр, ҡунаҡтар киләләр!- тип сыу булып ҡысҡырабыҙ.
 
Яр буйында ла ығы-зығы башланды. Дүңдән бер… ике…өс арба сабышып килә! Ҡу-наҡ-тар! Һыу буйынан ололар ҙа, атай ҙа ҡапҡаға килделәр. Күп тә үтмәй, атлылар ауылҡа инделәр!
 
– Әйе, дөрөҫ! Ҡунаҡтар! – тип ғауғаландылар.
 
Бына ҡапҡаға ла килеп еттеләр!
 
Һепереп таҙартҡан ишек алдына дүрт арба ҡунаҡтарҙың атын етәкләп индерҙеләр. Һә тигәнсе туғарып, һалҡын лапаҫҡа индереп бәйләнеләр. Арбанан әйберҙәрҙе алып бөткәс барыһын да һыу буйына төшөрҙөләр.
 
– А-а-ай! Бына ҡайҙа ул йәннәт! – тип йыуына башланылар. Ир-егеттәр аяҡтарын һәлендереп яр башына теҙелешеп ултырҙылар.
 
– Эх! Бына ҡайҙа ул балыҡ һөҙөргә! Ағын да түгел! Тәрән дә түгел, шикелле! Тик бына һөҙгө генә юҡ!
 
– Ә нишләп! Теләһәгеҙ, хәҙер һөҙгө була! Нуртин, Ғилмиттин, килтерегеҙ һөҙгөнө! – тип атай бойороҡ бирҙе.
Егеттәр йүгереп барып һөҙгө лә алып килде. Тағатып ҡарап ҡунаҡтар:
 
– Бик шәп һөҙгө! Әйҙә, төштөк! – тип ҡеүәтләштеләр.
Ҡунаҡтарҙан өсәү, беҙҙән – икәү ҡаҙандарҙан өҫкәрәк барып мунсаға ҡаршы йәйенке урынға һөйрәп сыҡтылар… Ни күҙең менән күрерһең: һөҙгө тулы балыҡ! Үҙе күп, үҙе эре! Бында суртан, шамбы, алабуға, опто, йомро сабаҡ! Өс күнәк алдылар! Эре балыҡты күнәккә һалманылар! Ҡабаланып тағыла бик яй, шым ғына барып икенсегә сыҡтылар! Был юлы һыуҙан сығып бер аҙ барып һөҙгөләрен ҡаҡтылар ҙа өсөнсөгә төштөләр.
 
– Етәр! Башҡа һөҙмәгеҙ! - тиһәләр ҙә, тыңламай ҡабат төштөләр.. Был ер тәрән! Күгәреп ята! Береһе ситтән атлай, ә икенсеһе шым ғына йөҙә. Етмәһә, һөҙгө бер урында, һыу төбөндә нимәгәлер эләкте! Тартһалар ҙа – ысҡынмай! Бер ҡунаҡ бик оҫта сумып, һөҙгөнө ысҡындырҙы. Яр башында:
– Был юлы балыҡ эләкмәҫ, һөҙгө оҙаҡ эләгеп торҙо,- тиештеләр.
 
Тегеләр ҡайҙа йөҙөп, ҡайҙа атлап һай ергә еттеләр ҙә бик ҡабаланып, шәпләп ярға ынтылдылар. Балыҡ юҡтыр, тигән кешеләр:
 
– Фу-у-у! Бына бит! Ниндәй эре, матур балыҡтар!
Ыуағын һыуға ырғытып, эреһен йыйып алдыларҙа, бө-тә-һе-лә:
 
– Ярай! Етәр инде! Унса балыҡ нимәгә! – тинеләр.
Һөҙгөнө ҡағып, сайып, ағасына урап, бәйләп ҡуйғас, мунсаға йүгерешеп инделәр. Балыҡ таҙалаусылар ҙа, балыҡ ҡурыусылар ҙа күмәк! Ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бергәләп эшләнеләр. Хатта хуш еҫ бөркөп торған йәшел үлән түшәлгән лапаҫҡа инеп берәр бәләкәй стәкән һыу эсеп өлгөрҙөләр. Шул тиклем тиҙ бер болот сыҡты, ҡай ерең иҫән ҡалырмы! Ғәжәп көслө, эре тамсылы, аяҙ күктән ямғыр яуа башланы.
Юл 147 ⟶ 176:
 
Ҡараңғы тиҙ төштө. Тәҙрә ҡапҡастарын ябып өс элмәле шәм яндырҙылар. Өйҙә яҡты. Әле мәжлес яңы ғына башланғайны, бер кеше:
 
– Һай-һай! Минһеҙ ҡунаҡ булмаҡтар! Тәки килеп еттем! – тип ҡысҡырҙы.
– Әйҙүк! Әлмәс ағай! Әйҙә, рәхим ит, Әлмөхәммәт ағай!
Юл 160 ⟶ 190:
Уйлаған инем: атайҙан башҡа ошондай матур итеп моңло тауышлы ҡурайҙа бер кем уйнамай, фәҡәт атай ғына белә тип! Башҡа бер кеше лә ҡурайҙа уйнай белмәй, сөнки ҡурай ғәжәп аптырарлыҡ ҡатмарлы!
– Айырым оҫталығы ғына булған кеше уйнай ала!
 
– Ҡурайҙа һәр теләгән кеше уйнай алмай шул! – тиештеләр ҡунаҡтар.
 
Ғилмитдин абзый барыһын да үҙенә ҡаратып бейегәндә, бер ҡунаҡ урынынан тороп сығып китте. Уның артынан бер ҡатын эйәрҙе.
Ғилмитдин абзый бейеүен дауам итә. Мәргән бик матур ике яғы ла аҡ-ҡара төймәләр менән биҙәлгән ҡумтаны индерҙе. Ул ҡумтаны ҡайыштар менән яурындарына элгән. Төймә – һиҙәптәрҙән бармаҡтары менән йөрөтә. Ғәжәптән ғәжәп, бығаса ишетмәгән, күрмәгән йәшниктән тауыштар сығарып, әҙәм аптыратып, ҡурайға ҡушылып Перовскийҙы уйнап ебәрҙе. Был мәжлестәгеләргә әйтеп оҡшатмаҫлыҡ дәрт өҫтәне! Уны “баян” тип атанылар!
Юл 168 ⟶ 200:
Ситтән килгән ҡунаҡтар бер тауыштан:
– Лил, бейе! – тип һорап ҡул саптылар.
 
Уларға беҙҙекеләрҙә ҡушылдалар. Мәргән Лилгә бер генә ҡарап алды ла икенсе көй уйнай башланы. Ҡурайсылар туҡтап, тыңлап алдыларҙа Мәргән менән ҡушылып уйнап ебәрҙеләр. Гөж килгән халыҡ кинәт тынды. Лил бейей башланы. Уның шундай төҫкә һылыулығы, матур кейеме, сәстәре айырылып тора. Бына Лил бейе башлауы булды, бөтәһе дә тынды.
Уларға беҙҙекеләр ҙә ҡушылдалар. Мәргән Лилгә бер генә ҡарап алды ла икенсе көй уйнай башланы. Ҡурайсылар туҡтап, тыңлап алдыларҙа Мәргән менән ҡушылып уйнап ебәрҙеләр. Гөж килгән халыҡ кинәт тынды. Лил бейей башланы. Уның шундай төҫкә һылыулығы, матур кейеме, сәстәре айырылып тора. Бына Лил бейе башлауы булды, бөтәһе дә тынды.
 
– Бындайҙа төҫкә-башҡа һылыу, оҫта булырмы? Хоҙай был ҡатынға барында өйөп биргән”, – тиештеләр.
 
Уға һоҡланмаған кеше булманы! Тышта, тәҙрә ҡапҡасы ярыҡтарынан ҡараған ҡатын-ҡыҙ, йәштәр ҙә;
Уға һоҡланмаған кеше булманы! Тышта, тәҙрә ҡапҡасы ярыҡтарынан ҡараған ҡатын-ҡыҙ, йәштәр ҙә:
 
– Бындай ҡунаҡтарҙы, уйынды бығаса күргән юҡ,- тип ихлас ҡаранылар.
Ниндәй кәмит! Этәрешеп, төртөшөп әрләшәләр ҙә икән! Йәйге төн ҡыҫҡа! Таң ата! Яҡтыра, ҡояш ҡалҡа башлай. Шул саҡ көскә туҡталышып, ял итергә таралышылар.
Юл 201 ⟶ 237:
 
Ҡыр эшен башҡарып, бесән сабып, ташып-өйөп ҡуйҙылар. Төп эш эшләнде, инде Сурашҡа ҡунаҡҡа барырға әҙерләнер кәрәк, тип атай бөтәһен дә иҫкәртеп ҡуйҙы. Сураш ауылындағы Лотфулла тигән олатайҙарға барабыҙ икән. Ул беҙҙә ҡунаҡта булғайны. Бер арбаға атай, әсәй, мин, икенсеһенә - ҡәрсәй, һурәсәй, Фәтхиямал апай, Нуритдин абзыйҙар тейәлеп юлға сыҡтыҡ. Өҫкәлек – Әндреевкә тигән урыҫ ауылына килеп юл ситендәге ҡоҙоҡ янында туҡтаныҡ. Ҡоҙоҡтоң тирә-яғы батҡаҡ, ҡойо! Шул ҡойола болғанған йәнлектәрҙе тәү тапҡыр күреп ғәжәпләндем. Был нимә ул, тип һорайым:
 
– Сусҡа балалары менән, - тип аңлатып рәхәтләнеп көлдөләр.
 
Элеүле торған күнәкте ҡоҙоҡҡа төшөрөп һыу сығарып эсеп алдыҡ та артабан киттек. Бер соҡорҙо ҡырлап теҙелгән өйҙәр – урыҫ ауылы икән. Уны Аптрагановка тиҙәр, был ауылды ла үтеп киттек. Ҡалай ҡыҙыҡ! Өҫкәлек тигән ауылға ҡаршы бейек, текә тау. Ул тауға уратып ҡаҙып арба юлы яһағандар. Тауҙың иң бейек, ослайған урынында өй һалғандар. Был өй беҙҙең ауылдан да күренә бит, тим.
 
- Их, шилма! Һин уны күреп йөрөгәнһең икән, - тиҙәр.
 
Андреевканың осонда беҙ барған юлдың һул яҡ ситендә ғәләмәт матур йорт төҙөгәндәр. Тирә яғын тимер рәшәткә уратҡан, һәр береһендә крест ҡуйылған. Ҙур йорттоң ҡыйығында түңәрәк өҫтөндә лә крест, ә урталағы ҙур түңәрәктең өҫтөндә иң ҙуры.
 
– Ә нишләп ул шулай? Ә кем унда ҡысҡырып йырлай? Әллә унда ла ҡунаҡтармы? – тип төпсөнәм.
 
– Ю-юҡ! Был урыҫтарҙың сиркәүе, уның эсендә күмәкләп намаҙ уҡыйҙар. Гел урыҫтар унда…
 
Мин быға бик ныҡ аптыраным һәм бүтән бер нәмә лә һорашманым.
 
Юл 212 ⟶ 255:
Бер аҙ барғас текә дүң башында туҡтаныҡ. Һул яғыбыҙҙа ҡыҙыл кирбестән оҙон ғына, бейек йорт тора. Уның да түбәһендә ҙур түңәрәк тимер ҡалай, уныңосонда ғәжәп ҙур крест.Был йорттоң бер яғындағы ҡапҡаһы асыҡ. Кеше күренмәй, ә тауыш көслө. Беҙ дүң башында артҡы ике тәгәрмәскә ағас-мажар тығып төшөргә әҙерләнгән саҡта:
 
– Ана! Түбәндә бер урында кешеләр ниндәй күмәк! Алай-былай сайҡалып тегеләй-былай йөрөйҙәр! Ана бер яҡта һатырға килтерелгән ат өйөрө, бирерәк һыйыр малы! Ә һул яҡта – һарыҡ, кәзә, - тип атай күрһәтеп алды.
 
Текәне төшкәнсе ике артҡы тәгәрмәс һыҙылып өйрөлмәне. Мажаларҙы алғас, атай бер ҙур ҡапҡаға туҡтап үҙе инеп китте. Күп тә үтмәй ҙур ҡапҡа ике яҡҡа асылып китте. Таҙа һеперелгән киң ишегалдына индек. Беҙҙе бер ир менән ҡатын ҡаршы алып:
 
– Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ өйгә! Эҫелә арып киткәнһегеҙҙер!- тип өйөнә индерҙеләр.
Юл 253 ⟶ 298:
 
Лил апай урынынан тороп:
 
– Ағайҙар, апайҙар! Әҙ генә тынлыҡ!
Өйҙә тып-тын ҡалдылар. Ул дауам итә:
 
– Мин күптән ҡарап, һоҡланып ултырам! Әсәһе тубығында ултырған бәләкәй малай ҡошмо ни, талпынып, ынтылып, осорҙай булып талпына! Әйҙәгеҙ, шул баланы бейетәйек!
 
– Әйҙәгеҙ, бейетәйек! – тип ҡул сабалар.
 
Мин куренһен өсөн бик тиҙ ике өҫтәлде беркетеп ултыртып клеәнка яптылар ҙа мине шул өҫтәлгә баҫтырҙылар. Бейейемме мин, юҡмы, уны һорамайҙар ҙа. Мин өҫтәлгә баҫҡас, бары ла тынды. Ике баянсы ғына уйнай башланы. Көй миңә оҡшамай!
Мин куренһен өсөн бик тиҙ ике өҫтәлде беркетеп ултыртып клеенка яптылар ҙа мине шул өҫтәлгә баҫтырҙылар. Бейейемме мин, юҡмы, уны һорамайҙар ҙа. Мин өҫтәлгә баҫҡас, бары ла тынды. Ике баянсы ғына уйнай башланы. Көй миңә оҡшамай!
 
– Йә, башла инде!- тиҙәр.
 
– Перовский булмағас…- тием.
 
– Һай, һай! Хатта көй ҙә һайлай белә икән! – тип көлөшәләр. Бөтә музыканттар “Перовский”ҙы уйнай, кешеләрҙә – йылмайыу. Шул саҡ ишек яңағына Ғилмитдин абзыйым килеп торҙо! Мин “Перовский”ға бейей башлағас, кешеләр береһе- береһен тыйып, көлөү-һөйләшеүҙәрҙе бөтөрҙөләр!
 
Ялан аяҡ клеенкаға таҫылдата баҫып, абзыйым өйрәткәнсә, “Перовский”ҙы бейеп бөтөп туҡтап торам. Халыҡ та тын! Кинәт ҡул сабыуҙар, өҫтәлгә ваҡ һәм ҡағыҙ аҡсалар яуа башланы! Минең аҡсаға иғтибар юҡ! Әсәйем алдына йүгерҙем! Йүгереүем дә ҡыҙыҡ күренгәндер, шау-геү килеп, бер ағай күтәреп алды ла:
 
– Икенсегә бейеһен инде! – тип ҡысҡыра!
 
Тәки икенсегә бейеттеләр! Ишек яғынан урынһыҙ баҫып торған кешеләр тағы өҫтәлгә аҡса ташлайҙар! Минең унда эшем юҡ! Лил апай килеп күтәреп алды ла, тышҡа сығып киттек. Тышта туғандарым да ихлас яратып, һөйөп, маҡтап алдылар! Ә мин:
– Бер ни булманы... Нишләп миңә улай итәләр икән, - тип тыныс ҡына үҙ яйыма йөрөйөм.
 
Лил апай менән урамға сыҡтыҡ. Ул мине күтәреп алды ла урам буйлап алып китте. Ауылдың лавкаһына индек. Лил апай кейҙереп ҡарап теүәтәй, күлдәк, костюмчик салбары менән, ойоҡ-носки, ялтырап торған тап-таман ботинкаларҙы алды. Өҫтөмдәгеһен төрөп алды. Лавканан мин атлап сыҡтым. Урам буйлап ҡайтҡанда ла етәкләшеп ҡайттыҡ. Ишегалдына ингәс, бер ҡайҙа ла китмә, йөрөмә, юғиһә бик-бик насар булаһың, тип өйгә инеп китте. Систергән кейемемде бер картуф огороды яғына ташлап киттек.
 
Юл 280 ⟶ 335:
 
Иртәнсәк уянһам, үҙебеҙҙең өйҙәмен! Тып-тын! Тышҡа сыҡһам, утъяҡҡыс һалҡынында күмәкләп сәй эсәләр. Миңә иғтибар итмәйҙәр.
 
– Тамаҡ туйҙырығыҙ ҙа ағас-ташты ҡарағыҙ. Әлегә башҡа эш юҡ, - тип атай команда бирә.
 
Сәйҙән һуң барыһы ла үҙ эштәренә тотона. Ғәҙәт буйынса мин гел Ғилмитдин абзыйҙан айырылмай бергә йөрөйөм. Ул мине бейергә өйрәтә!
Юл 292 ⟶ 349:
 
Урам буйына теҙелешеп күмәк ылаусылар туҡтап бер төркөм ирҙәр беҙҙең ишегалдына инделәр. Атайҙы һоранылар. Ул лапаҫ аҫтында ниҙер яһай ине. Уның менән оҙаҡ ҡына әңғәмәләшкәндән һуң:
 
– Фазтин ағай! әйҙә беҙҙең менән! Беҙҙең оҫталыҡ та, оһоллоҡ та юҡ! Һин беләһең, беҙгә һатыу итергә ярҙам ит! Беҙҙең менән бергә бар! Ярҙам ит инде! – тип үтенделәр.
– Фазтин ағай! әйҙә беҙҙең менән! Беҙҙең оҫталыҡ та, оһоллоҡ та юҡ! Һин беләһең, беҙгә һатыу итергә ярҙам ит! Беҙҙең менән бергә бар! Ярҙам ит инде! – тип үтенделәр.
Атайҙың бер генә лә йөрөгөһө килмәгәс, тейәп китер нәмәләре әҙер булмауына һылтанды.Былар аттарын туғарып, тау тышына тышап ебәрҙеләр ҙә ярҙам итергә тотондолар! Ике арбаны майлап-йүнәтеп атайҙың ағастарын,йүкә, септә, киндерҙән һуғылған төңктәр, сабата үреүселәр өсөн ҡурыс, көрәк-балта, һәнәк һаптары, тырма, фургон өсөн көбсәк-тырнаҡ, арба-тарантас тәгәрәмәсенә тырнаҡтар, тәгәрмәс туғындары, ҡамыт яңаҡтары, дуғалар тейәп, тынысланып лапаҫҡа йыйыйлышып һөйләштеләр.
 
Юл 300 ⟶ 359:
 
Ғәббәс, Мәзит, Өмбәт ауылдары кешеләре төркөм-төркөм булып ҡайтып үттеләр. Һәр төркөмдән:
 
– Фазтин ағай әйберҙәрен әле һатып бөтмәне! Бер-ике көндән ҡайтып етер! – тип үттеләр.
 
Беҙ атайҙың ҡайтыуын көн һайын көтәбеҙ. Ә ул һаман ҡайтмай! Уның оҙаҡлауына ике-өс ай үтте. Ул юҡ! Ҡартәсәй бер кувшин һағыҙҙарын алып Үргауылға, Өмбәт, Ғәббәс, Мәзит ауылдарында йөрөп үтә ябығып, тағы ла ҡартайып, хәлһеҙләнеп, танымаҫлыҡ булып үҙгәреп ҡайтып аш өйҙәге үҙ урынына йығылды! Көндәрен, төндәрен һыңҡылдап йыш иланы! Унан һорашып тороусы ла булманы, сөнки уның хәле, илауы әйтеп тора ине. Нисек әбейҙең йөрәген телгәләп һүҙ ҡуҙғатаһың! Ул иртән тороп сығып китә, ҡараңғы тәшәүгә ҡайтып инә. Ҡайҙа бара, нимә эшләй, бер кем уны борсоп һорашмай. Барыбыҙ ҙа мөмкин тиклем уға мәрхәмәтле булырға, ярҙам итергә әҙербеҙ! Ул бик аҙ һүҙлегә, ваҡытын ҡайҙалыр яңғыҙлыҡта үткәрер булды.
 
Юл 306 ⟶ 367:
 
Көтмәгәндә, ҡапыл иртән тороуға бөтә донъя ап –аҡ! Ҡалын итеп ҡар яуған! Кешеләр:
 
– Ер туңманы! Ҡалын булһа ла, был ҡар иреп бөтөр, бөтә ул! – тинеләр.
Ләкин көн ҡояшлы торһа ла, ҡар иремәне! Өҫтәп яуҙы! Ысындан ҡыш булды ла ҡуйҙы. Балалар, йәштәр һуңға тиклем Мәгәзәй түшенән сана шыуып, зыу булып уйнаны.
Юл 312 ⟶ 374:
 
Өйҙә әсәй һаман киндер ебе, балаҫтар, сәкмәнлектәр өсөн дә станогында эшләүен дауам итә. Ҡатын-ҡыҙ кис ултырырға эштәре менән киләләр. Ҡәрсәй көнөн-төнөн тигәндәй иҫке өйҙә. Бында мейес, усаҡ, урындыҡ, ҡаҙан, шәм, утын бар. Элгәреге кеүек ҡарһүҙ һөйләп, беҙҙең янда ятмай. Уға һәр төрлө яҡшы, йомшаҡ һүҙ-ней кәрәклеген һораһалар ҙа яуабы бер:
 
– Бары ла бар. Йылы…
Көн һайын сәйгә, ашарға инә. Гел, телһеҙҙәй, өндәшмәй. Күҙҙәре һәр саҡ йәшкәҙәп тора! Аш өйҙәге үҙ урынына ҡайтып китә.
Юл 320 ⟶ 383:
 
Бөгөнгө иртәнге сәйҙе беҙҙең яҡта әҙерләнеләр. Ҡәрсәй урындыҡ түре – үҙ урынына менеп ултырҙы. Сәй яһап, ашай-эсә башланылар. Нишләптер мин һуңлап өҫтәл аша урындыҡҡа төшөп үҙ урыныма ултырырға тип өҫтәлгә мендем дә тәҙрәгә ҡарап, бағаналай, шаҡ ҡатып ҡарап торам. Тышта ҡуйы томан! Көн йонсоу.
 
– Нимәгә ҡатып ҡалдың! Әллә урамда кәмит бармы? Үт! Ултыр урыныңа! – тип әсәй һуҡрана. Мин өндәшмәй һаман ҡарап:
 
– Ана-а-а! Мәгәзәй янында берғарыш әллә ен, әллә бәрейҙәр йөрөй! Аттары ла бар! Бәләкә-ә-әй генә! – тим.
 
– Бушты һөйләмә! Ниндәй ен-шайтан-бәрей булһын ти! Күҙеңә күренәме әллә!?- тип һуҡранып тәҙрәгә ябырылдылар.
 
Ундағы аттар, кешеләр, саналарҙы күреп аптырауға ҡалдылар!
 
– Был ни ғәжәп!? Мәгәзәй янында ығы-зығы киләләр!
 
Нуритдин, Ғилмитдин абзыйҙар тиҙ генә өҫ кейемдәрен кейә-кейә тышҡа дөбөр-шатыр сығып мәгәзәй яғына йүгерҙеләр. Мәгәзәй янына барып бәләкәй күренгән кешеләр араһына үҙҙәре лә бәләкәйләнеп инеп киттеләр. Унда-бында йөрөйҙәр. Туҡтап торҙолар ҙа түбәнгә ҡарай йән-фарман йүгереп төшә башланылар! Урыны менән аяҡ менән шыуалар, ҡолап торалар ҙа тағы түбән йүгерәләр.
 
Юл 332 ⟶ 401:
– Беҙҙә ышкул яһайҙар икән!
Ҡәрсәй, берәмләп һөйләгеҙ, тип ҡысҡырғас ҡына, тыныбыраҡ һөйләргә керештеләр:
 
– Беҙҙең ауылда, мәгәзәйҙән арыраҡ, тигеҙ ерҙә ышкул яһайҙар икән! Әле егермеләгән сана ҡарағай бүрәнәләр алып килгәндәр! Тағы-тағы ташыйҙар! Беҙҙә ышкул һалалар! Унда Ҡырғыҙ, беҙҙең ауыл, Үргауыл, Ғәббәс, мәзит ауылына балалар уҡыясаҡ. Бүрәнәләр күбәйгәс, эш башланасаҡ!
- Ай! Ышкул! Әндрей, Питрауҙа ҙур, матур йорттар бар. Унда йәш балалар уҡый! Беҙгә лә шул килеп еткән икән! Ышкул һалып, балаларҙы йыйып уҡытмаҡтарҙыр!
 
– Ҡәрсәй! Ышкулы нимә була?- тибеҙ.
 
– Ауыл балалары уҡырға-яҙырға өйрәнәләр. Былай булғас, ауылға уҡытыусылар ҙа килер әле…
 
– Уҡытыусы нимә була?
 
– Етәр! Ултырығыҙ! Сәй эсеүегеҙҙе белегеҙ! – тип асыуланғас, башҡа өндәшмәнек.
 
Ә шулайҙа ышкул, уҡытыусы - яңы һүҙ! Аңлашылмай!
 
'''Сенсация'''
 
Төш ваҡыттарына Ҡырғыҙҙан, Үргауылдан, беҙҙән мәгәзәй янында йыйылышып әңмәләшеп:
 
– Һай-һай! Ниндәй эре, матур ҡарағай бүрәнәләр килтергәндәр!
 
– Ышкул һалалар! Ышкул була! – тип беҙ ҙә ҡыуанабыҙ.
 
– Әҙерәк уҡытырҙар ҙа балаларығыҙҙы әллә-ә-ә ҡайҙа “пырыютҡа” алып китерҙәр әле! Шунан балаларығыҙҙың ҡайҙа икәнен белә алмай, күрә алмай интизар булырһығыҙ әлә! Балаларығыҙ ҡәҙерле булһа, берегеҙҙә балаларығыҙҙы ышкулға бирмәгеҙ!
 
Әле төҙөлә лә башланмаған ышкулға ҡаршы ҡотҡо тиҙ таралды! Күп кешеләр балаларын ышкулға ебәрмәҫкә ҡәһәтләнде! Айырыуса ҡыҙ балаларҙы!
 
– Кем һуң ул балаларҙы ебәрә? Нисек ебәрергә тейеш һуң?
 
– Мөғәллим! Ул балаларҙы йыйып ышкулда өйрәтеп, һайлап ситкә оҙатырға тейеш!
 
– ем ул мөғәллим? Ҡайҙан килгән кеше?
– Кем ул мөғәллим? Ҡайҙан килгән кеше?
 
– Ышкул һалынып, эшләнеп бөткәс, мөғәллим үҙе килер әле!
 
Бына ошондай ҡотҡо һүҙ күп халыҡты ышкулға ҡаршы ҡуйҙы. Берәүҙәр ҡыуанһа, икенселәре – нәфрәтләнде, әммә ышкул беҙҙең ауылда булыуға төп хужалыҡ итеүсе Бәҙретдин Хәсәнов тигән кешегә хөрмәт менән ҡарап:
 
– Ышкул тураһында бер ысхут үткәрһәң ине! – тигәндәр.
 
Бер буранһыҙ, аяҙ көндө мәгәзәй бүрәнәләр янында өс ауылдан кешеләр йыйылды. Ышкул хаҡында һөйләшеү оҙаҡ ҡына барҙы. Төш ауғас таралған халыҡ:
 
– Бына рәхмәт Бәҙретдинға! Ниндәй уҡымышлы кеше! Түлкә был ышкул ҡасан һалынып бөтөр икән? – тине.
 
Ошонан һуң ышкул хаҡында фәҡәт яҡшы һүҙ ишетелде, уның тиҙерәк һалынып бөтөүен теләнеләр!
Урман! Ҡайһы ерҙә, алыҫмы ул? Кем ағас ҡырҡа? Был халыҡҡа билдәһеҙ! Белмәйҙәр! Юлдан ҡалмаҫтан алда ағас сығарырға кәрәк тигән һүҙ таралды! Ошонан һуң һис туҡтауһыҙ мәгәзәй янында бүрәнәләр өйөмө артҡандан артты. Ҡар аҫтынан һыу сыҡҡас ҡына бүрәнә ташыу туҡтаны! Ат-саналар ҡайҙалыр китеп бөттө! Тып-тын булып ҡалды.
Юл 374 ⟶ 462:
Ҙур, ике бүлмәле өй. Ҡатын-ҡыҙ килеп тәҙрә, иҙәндәрҙе йыуып та алдылар. Коридор – соландарҙы ла үҙ таҡталары менән бүлделәр. Был ҡайҙандыр килтерелгән өйҙө өс-дүрт көндә тулыһынса ҡороп бөттөләр. Ике яҡҡа ла пичниктар килеп мейес урындары яһап, килтерелгән яңы кирбестәр менән мейес сығарҙылар.
Төпкөһөндә мейес, өс стена буйлатып урындыҡ яһап, таҡта менән яптылар. Өңөрәйеп урындыҡ аҫтары күренеп тора! Ал яҡта бер ҙур мейес, уны“урыҫ мейесе” тинеләр. Киң мейес башы ла эшләнеләр. Икенсе яҡтараҡ усаҡ яһап, киң, ҙур, тәрән эсле ҡаҙан ултыртып мейесен дә, усағын да яғып ебәрҙеләр! Төпкө мейесте лә яҡтылар.
 
– Мейестәр төтәмәй! Усаҡта ҡаҙан шәп ҡайнай! - тигән йомғаҡ яһанылар. Шундай ҡатмарлы ваҡ эште өс-дүрт көн эсендә эшләп тә ҡуйҙылар!
Өс стена буйындағы урындыҡта малайҙар ятып йөрөргә тейеш! Ал яҡта ҡыҫҡа урындыҡ поварҙың ятып йөрөр урыны!
 
– Ул ошонда йәшәргә, балаларға аш бешерергә, сәй эсерергә тейеш! – тип һөйләштеләр.
 
Соланда бүлмә. Унда – аҙыҡ-түлек! Улар план ҡороп һөйләшеп йөрөй, беҙ, эйәрсендәр, арттарынан йөрөйбөҙ. Беҙҙе әрләмәйҙәр ҙә, ҡыуаламайҙар ҙа!
 
– Бына был интернат була, йәғни, уҡыусылар ятағы! Тыштан һылаһалар, аҡлаһалар, интернат әҙер инде! – тип ят кешеләр сығып киттеләр.
Интернат һүҙен белмәй инек, белдек! Ул – ятаҡ икән!
Юл 398 ⟶ 490:
 
Бер йәй, бер ҡыш үтте! Атай тураһында ләм-мим! Ҡәрсәй Кршәник, Һарыҡташтағы таныш-белештәрҙән бер-ике рәт һорашып ҡайтты! Бер кем, бер ерҙә уның турала белмәй! Ғәиләлә тын алыш та үҙгәреүен һиҙеп ҡалам! Минең йыуаныс-ҡыуаныс! Теге йәйҙә ҡунаҡтарҙан һуң һыу буйында ҡурайҙа уйнайҙар кеүек ишетеп ҡалдым. Шунда йүгереп төштөм! Ғилмитдин абзыйым яр башында, мунса аръяғында, аяҡтарын ярҙан төшөрөп ултырған да ҡурайҙа уйнай! Мин янына ултырһам да иғтибар итмәне. Уйнап бөткәс:
 
- Ҡурай уйнарға өйрәнгең киләме? – ти.
– Ҡурай уйнарға өйрәнгең киләме? – ти.
 
Мин ҡыуанып, өйрәт тә өйрәт, өйрәнәм, тием. Ошонан һуң ул бәләкәй генә ҡурай яһап бирҙе лә, нисек ҡуйырға, нисек өрөргә кәрәклеген күрһәтте. Ул әйткәнсә, мин гел өрә торғас, һыҙғырта башланым. Беҙ гел бергә йөрөй башланыҡ. Бармаҡ урындары яһағас, бер еңел генә көйҙө сығарҙым! Абзыйҙың быға ҡыуанауының сиге булманы! Ул мине бейергә өйрәтеүенән башҡа хәҙер ҡурайҙа ысынтыллап өйрәтте! Ҙурыраҡ ҡурайҙа уйнауҙан көй ҙә һәйбәт сыға башланы! Ул ике ҡурай: үҙенә лә, миңә лә бер төрлө итеп эшләне, инде беҙ икәү уйнай башланыҡ. Уйнап туҡтағас, ул мине күтәреп, өйөрөлтөп- әйләндереп, яратып, төшөрә лә:
 
– Ҡайҙа йөрөһәң дә өр, уйна! – тине.
 
Бер - ике көйҙө айырыуса шәп уйнаныҡ!
 
Юл 406 ⟶ 502:
 
Бер йәйге кистә беҙгә Сәфәрғәле абзый килеп инде лә:
 
– Апай, Әһли! Хәҙер уҡ мин һеҙҙе үҙебеҙгә алып ҡайтам! Йыйынығыҙ! – тине.
 
Беҙгә йыйыныуға күп кәрәкмәй! Һандыҡты сығарып ултыртып, ятыр ҡаралты, кейемдәребеҙҙе алып сығып, арбаға ултырҙыҡ! Беҙҙе бер кем оҙатманы. Сыҡманылар! Һә тигәнсә уларға, ауыл осона, килдек тә нәмәләрҙе аш өйҙәренә ташып та ҡуйҙыҡ! Беҙҙең янға өләсәй, әсәйҙең әсәһе, Мәхмүзә әбей, Орхия еңгәй, Әхмәҙғәле абзый сыҡтылар! Бергә ултырып ашап-эсеп алдыҡ та Әхмәт менән мин бында йоҡларға яттыҡ! Шулай итеп, ҡапыл беҙ уларға күсеп сыҡтыҡ. Ул саҡ әле йәй, эҫе саҡ ине. Ололар ҡырға, эшкә, китеп бөтә. Беҙ икәү ҡала инек. Әхмәт абзыйҙы ҡыр эшенә алып киттеләр. Әсәй ҙә китте. Ҡартатайҙың тәүге ҡатыны Ғәбиҙә өләсәй мкәү өйҙә ҡалабыҙ. Башҡалар эштә!
 
Юл 413 ⟶ 511:
Йәй көндәре эҫе! Мин тиңдәштәрем менән Ҡылы буйында! Өшөгәнсе һыуға инеп, ҡыҙынабыҙ ҙа , өйрәк кеүек, сыу булып тағы һыуға һикерәбеҙ. Шулай, ирендәр буҙарып өшөгәндән, ҡалтыранып ишегалдына инһәм, утъяҡҡыста кемдер һауыттар шалтырата!
Инһәм, әсәй:
 
– Эштән ҡайтарҙылар. Ырымбурҙан әртистәр килгән… Шуларға ашарға әҙерләйем, - ти.
 
Кәртә яғына ҡараһам, бик ҡыҙыҡ ят тарантас. Кеше ултыра торған урын көплө, тәҙрәле! Арттан баҫҡыс бар. Ике яҡтан да баҫҡыстар. Ат тотҡан дилбәгесенең урыны айырым, алда. Лапаҫ аҫтында ике шоморт ҡара аттар тора! Ҡамыт, ыңғырсаҡ ышлыялар, югәндәр бик матур һары төймәләр менән биҙәлгән! Аптырырлыҡ! Барыһы ла уйынсыҡ кеүек!...
Әсәй янына инеп һорашырға уйлағайным да, өйҙән бер йөрәк өҙгөс матур тауыш ишетеп аптыраным да өйгә йүгереп инеп ишек яңағына һөйәлеп ҡапыл туҡтаным! Нәҙек, оҙон кеше ишеккә арты менән торған да баяғы тылсымлы тауыш сығара! Һул яғындағыһы күренмәй. Аҡ епле таяҡсығын уңға-һулға йөрөтә! Уйнай! Икенсеһе стена буйлап һуҙылып яҫтыҡта ята. Күрәһең, теге уйнағанға знак биргәндер, моңло тауыш туҡтаны. Яурынынан һул ҡулында бик ҡыҙыҡ, матур, ҡыҙыл төҫтәге уйынсығын (таяғын) төшөрөп, миңә ҡарап торҙо ла башымдан һөйөп-һыйпап:
- Эй, ыланҡай, ишек төбөндә торма, әйҙә, үт бире! - тип етәкләргә иткәйне, мин сығып ҡастым! Шул саҡ минең күҙ йәштәрем сыҡҡанын белдем!
Әсәй уларға ашарға әҙерләгәнсе, теге ғәжәп кеше әсәй һәм минең менән һөйләшеп китте. Теләмәһәм дә, бергә ашап-эскәс, ышкулға, театрға, киттек! Ул мине етәкләп бара…
Әсәй уларға ашарға әҙерләгәнсе, теге ғәжәп кеше әсәй һәм минең менән һөйләшеп китте. Теләмәһәм дә, бергә ашап-эскәс, ышкулға, театрға, киттек! Ул мине етәкләп бара…
 
'''Мәгәзәй. Ышкул яны'''
 
Беҙ килгәндә ҡояш тау артына ултыра башлағайны. Мәгәзәй янынан алып юл, һыртҡыуаҡ, интернат яғы, ышкул тирә-яғы ат-арба, йәйәү халыҡ менән тулған! Йырып үткеһеҙ… Беҙ аптырауҙа ҡалдыҡ! Ышкулға яҡын барырлыҡ түгел! Мәшхәр! Геү киләләр: аттар кешнәй, алай-былай этәрешеп, сайҡалалар! Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ сәрелдәп ҡысҡыра, һүгенәләр, әрләшәләр! Балалар аҡырып илай! Был әртист менән мин әллә ҡайҙа, ситкә этәрелеп, сығарылдыҡ. Ышкул түбәһенән бер әртист:
– Кушловский! Бер ерҙә тор! Хәҙер ярҙам ебәрәм! – тип ҡысҡыра.
 
Беҙгә ун биш-егермеләп кеше килеп, юл ярып тәҙрәгә килдек! Ишек бикле! Тик әртистәр генә ҡуйылған баҫҡыс аша тәҙрәнән инәләр! Башҡа әмәл юҡ! Беҙ ҙә көс-хәл менән тәҙрәгә ҡуйылған баҫҡыс аша эскә индек! Ышкул эсе шығырым тулы! Эҫе! Эленгән шәмдәр ҙә насар яна! Саҡ, көскә, шаршау артына индек. Мин мейес мөйөшөндә торҙом. Шаршау асылыр алда ғына иҙәндә ултырыусылар араһына урынлаштырҙылар!
 
Юл 429 ⟶ 531:
 
Шаршау асылғанда тынлыҡ! Себен бызылдауы ла ишетелерлек. Ғәләмәт матур кейенгән ҡыҙҙар, Лил кеүек һылыуҙар, теҙелешеп ултырып йырлайҙар. Баян-скрипка (уның исемен Кушловский әйткәйне), шаршау артында шундай уйнай! Ҡыҙҙарҙың ҡыҙғаныс һүҙҙәре, музыка илата инде! Был ҡыҙҙар ҡайҙалыр-кемгәлер һатылғандар, мал кеүек! Шуға илашалар икән! Ярай әле, театр күңелле тамамлана! Халыҡ гөж килеп ҡул саба!
 
– Инде кешеләр ҡайтыр, кәмер, - тиҙәр әртистәр.
 
Кушловский шундуҡ мине табып алып шаршау артына индерҙе. Көс-хәл менән залды бушатҡас ҡына, тын алдыҡ! Күп кешеләр ҡайтһа ла , ышкул янындағы кешеләр ҡайнаша, күмәктәр! Залдан күп ширлек, ултырғыстар ҙа алдылар. Стена буйлап ике-өс рәткә эскәмйәләр теҙҙеләр. Унда ла халыҡ бытҡышып ултырҙы.
Кушловский скрипкала, икенсеһе баянда уйнай башланылар. Тик берәү ҙә бейемәй, өндәшмәй ултыралар! Музыканан башҡа тауыш юҡ! Шул саҡ Бәҙритдин ағай тегеләр менән һөйләшеп, көйҙө алмаштыртты. Бер апай килеп:
 
– Әһли! Хәҙер бейе лә, анау ағайға баҫ, - тип күҙ менән генә күрһәтте.
 
Теге әртистәр икәүләп һыҙҙыралар бит “Перовский”ҙы! Мин ни... ялан аяҡ, ялан баш, күлмәк-ыштан, төшөп киттем бит бейергә! Башта көләләр ине минән! Тындылар! Ҡул сабып дәрт өҫтәйҙәр! Өс-дүрт түңәрәктән һуң күрһәткән кешеләренә баҫыуым булды, бына көслө ҡул сабыуҙар менән теге кешене халыҡ һорай! Ул уҡытыусы “Ҡаришбулды” кличкалы Ишбулды Арсланов икән! Мин уны тәүгә күрҙем. Бына ул “заказ” буйынса, көйгә ойота баҫып, кеше аптыратып бейене, минең кеүек! Ул икенсегә, өсөнсөгә, унан күмәк уйынға әйләнеп, таң атҡас таралышып ҡайттыҡ!
 
Юл 438 ⟶ 544:
 
Башҡа ауылдарҙа булғас, Кушловский Ырымбурға ҡайтышлай беҙҙә туҡтаны. Әсәй менән улар Мәргән, Лил тураһында һөйләшкәндәр ине. Әле лә уларҙы, Сураш ауылын иҫкә алдылар. Тағыла мине Ырымбурға уҡырға алып ҡайтыу тураһында һөйләштеләр.
 
– Мин ни, Ырымбурға ебәрергә риза, - ти әсәй.
Минең менән дә һөйләштеләр. Мин Ырымбурға уҡырға барырға шатланып риза булдым! Сәй эскәс, теге матур ҙа, ҡыҙыҡ та күренгән арбаға Алағаш ҡайынға тиклем ултырып барып төштөм. Кушловский ҙа төшөп:
 
– Көт! Мин һине уҙем килеп алам, - тип арбаға менде. Ишеге асыҡ. Ҡуҙғалыр алдынан бер сепрәккә төрөлгән нәмә тотторҙо ла китеп барҙы. Мин уларҙы күҙҙән юғалғансы ҡарап ҡалдым! Миңә әллә нисек күңелһеҙ, буш кеүек булды! Сәбәпһеҙ күҙҙән йәш килде! Төйөнсөктө тотоп, саң борҡотоп ҡайтып индем. Әсәй баяғы төргәкте ҡараны ла:
 
– Ҡайһылай күп аҡса биргән һиңә, - тип йыйып ҡуйҙы.
 
Ошонан һуң мин көн һайын тиерлек Кушловскийҙың килеүен көттөм. Ул килмәне лә килмәне! Беҙгә ауылға тағыла Ырымбурҙан әртитстәр килде… Уларҙан Кушловский тураһында һораштыҡ.
 
– Ул фәжиғәле һәләк булды! Хәҙер ул юҡ инде, - тигәс, мин башты түбән эйеп, әсе күҙ йәштәре түктем!
Әсәй йыуатып:
 
– Илама, балам! Улай ярамай! – тине.
 
Мин уны тыңлап, башҡа иламаным. Әҙ көлдөм. Онотоуы уны миңә ауыр булды, сөнки мин унан күпте көттөм! Ҡайсаҡ һөйләшеүемдең рәте булманы! Ҡайҙа йөрөһәм дә, ятһам да, скрипка тауышы ишетелгән кеүек тойолдо! Кушловский мине скрипкаға ғүмерлеккә ғашиҡ итте! Һәр саҡ ҡолаҡтарҙа скрипка сеңләүе ишетелгән кеүек булды! Барыбер скрипкала уйнарға өйрәнәм тигән уй-фекер миңә тыңғы бирмәне! ! Тик ҡайҙан, нисек уны табырға!?
 
Юл 463 ⟶ 576:
'''“Асыу” башланды'''
 
Өҫтәл уратып ситтән килгән кешеләр ултырҙы. Улар артындағы скәмйәгә список менән саҡырып ауыл кешеләрен ултырттылар. Улар араһында минең абзыйҙар, Фәтхиямал, Гөлзифа, Фәхерниса, Маһира, Зәнзәбил, Нәсимә апайҙарҙан тыш курше ауыл кешеләре. Бөтәһе лә ултырып. Тынысланғас бер район упалномучинныйына һүҙ бирҙеләр. Ул бик күп матур ҡотлау һүҙҙәре, рәхмәттәр әйтте. Икенсеһе, ҡулына ҡағыҙҙар тотҡаны, ышкул һалыныуы тураһында һөйләне. “Бына

– Бына, ошо ҡағыҙҙарҙа ышкул эшендә яҡшы эшләгән кешеләр исемлеге. Списокты уҡып тормайым! – тип һәр хужаға бирҙе.

-Бөгөн күп кешегә бүләк тапшырырға тейешле инек, был әллә нисә сәғәткә һуҙыла, бүләктәр алынған, һәр кемгә бүленеп яҙылды! Иртәгә үҙ ауылдарығыҙҙа алырһығыҙ, бер кем онотолмаған, мәхрүм ҡалған кеше юҡ! – тине лә кәнсирт башлана тип иғлан итте.
 
Сәхнәнән ултырғыстарҙы, өҫтәлде алдырып, үҙҙәре лә аҫҡа төшөп ултырҙылар. Шаршау ябылды. Бына кәнсирт башланды.! Хәсән хуторынан күмәк балалайкала уйнағандарына ғәжәпләнмәгән кеше булмағандыр! Ары йыр-бейеү, күмәк таҡмаҡ әйтеү! Ғәббәс, Мәзит күмәк йыр – хорҙан башланы, яңғыҙ йыр-бейеүҙәре бик яҡшы булды! Өмбәт, Үргауылдан ике-өс ҡурайсы , бер төркөм гармунсылар… Берәү халыҡ һынын ҡатырып көлкөлө декламация һөйләне. “Нисек ятлаған, ниндәй оҫта һөйләй бит әле!” - тиҙәр.
 
– Әбделәхәт Әбделғужин ағай бейей! – тип әйтеүҙәре булды, бөтә халыҡ алдан уҡ ҡул сабып, сыу булып ҡаршы алды!
 
Ул үҙе ҙур кәүҙәле, ҡулдарын йәйеп, сәхнә тултырып йөрөп бейеүе! Ике тапҡыр һорап бейеттеләр! Бына Уртауыл, Түбәнгеүауыл сығышы!
Ул үҙе ҙур кәүҙәле, ҡулдарын йәйеп, сәхнә тултырып йөрөп бейеүе! Ике тапҡыр һорап бейеттеләр! Бына Уртауыл, Түбәнгеүауыл сығышы!
 
– Скрипкала Зәбихулла Ишкинин! – тиҙәр.
Минең йөрәк аттай тулап тибә! Ул сығып бер көйҙө уйнап киткәйне лә, ҡабат бороп, шуны, шуны уйна, тип ҡысҡырышып сәхнәнән ебәрмәнеләр. Зәбихулла ағайҙың уйнауы бик оҡшаны! Беҙҙең ауылда бар икән скрипкасы, тием. Ошонан башҡа мин уның уйнағанын ишетмәнем. Концерт шундай ҡыҙыу бара!
– Хәҙер Сөләймәнов Ғилмитдин, Сөләймәнов Әһлитдин ҡурайҙа уйнайҙар! – тпи иғлан ителде.
– Хәҙер Сөләймәнов Ғилмитдин, Сөләймәнов Әһлитдин ҡурайҙа уйнайҙар! – тип иғлан ителде.
 
Мин абзыйым янында былайҙа бәләкәй генә, ә сәхнәнән бигерәк бәләкәй күренгәнмендер инде! Беҙ икәүләп тетә һуғып бейеү көйҙәре уйнайбыҙ!
 
Юл 476 ⟶ 599:
Кискә ат менән күпмәләр – матрас килтереп йәйеп, өҫтәрен турпыша – ҙур одеялдар менән ябып һәр кешегә бәләкәй яҫтыҡ биреп, йыйыштырғас, ябышырға одеялдар һалғас общежитиегә йәм керҙе. Тәҙрәгә аҡ ҡорғандар эленде.
 
– Сәпсим матурланды! – тип ҡыуанышалар.
 
Ҡыҙҙар ҡайҙа урынлашыуын бер кем һорамай ҙа, белмәй ҙә! Улар ауылда бер өйҙә урынлашҡан. Кискә табан ҡыҙҙар килде. “Фантик” уйыны ойошторҙолар. Отолған кешене йырларға, бейергә, нимәлер һөйләргә, төрлө һорауҙарға яуап бирергә мәжбүр итәләр! Бейергә төшкән кешегә таҡмаҡ әйтәләр. Зыу киләләр! Йоҡларға ятҡас, кем ниндәй “ҡарһүҙ” белә, шуны һөйләй! Ҡыҙығы ла, ҡурҡынысы ла бар! Мин улар эргәһендә, мейес янында ,ятам. Быға мөғәллим дә ҡаршы килмәне. Йоҡлар алдынан кемдер:
 
– Беҙ нисек, нимә уҡыйбйҙ икән? – ти.
– Беҙ нисек, нимә уҡыйбыҙ икән? – ти.
 
– Белмәйһеңме? Яҙырға, уҡырға! Иртән башлайбыҙ бит! Шунда күрерһең! – ти икенсеһе.
 
Юл 484 ⟶ 611:
 
Һәр кем звонок булғас, үҙ урынына ултырыштылар. Ҙур тынлыҡ! Аяҡ тауышы… Мин йылп итеп мейес артына йәшендем. Ҡарауылсы бисәһе менән, мөғәллим – өсөһө әллә ниндәй коробкалар, ҡағыҙҙар күтәреп инделәр. Мәғрифә инәй тағы килтерҙе! Класта мөғәллим һәм егеттәр генә ҡалды. Һәр береһенә чернила (күк) һалынған быяла, матур ғына ҡара һауыты өләште. Унан һары ручка, дәфтәрҙәр таратты ла:
 
– Пероларҙы ошо һауытҡа тығып, манып алғас, дәфтәрҙәрегеҙгә яҙаһығыҙ. Мин ҡара таҡтаға яҙғанды күсерерһегеҙ, - тип аңлатты.
 
Унан һәр береһенең исем-фамилияһын, тыуған йылын, кем сығышы буйынса бай, ярлы, крәҫтиән, интеллигент, колхозсы, единоличникмы тип һорап яҙҙы. Ҡайһы берәүҙәр нисек әйтергә белмәй аптыраны! Шулай икенсе дәрес бөтөүгә звонок яңғырауы булды, һеперелеп сығып киттеләр.
 
Ҡырғыҙ, Үргауылдар һуңланы
'''Ҡырғыҙ, Үргауылдар һуңланы'''
 
Звонок булып, кластан сыҡҡандарынса был залға ике ауыл йәштәре тулды. Мөғәллим сығып:
 
– Ҡырғыҙ, Үргауылдар! Звонок булыр, инерһегеҙ! – тип кәнсәһенә инеп китте.
Һеперелеп класҡа инеп ултырҙылар. Буш парталарға тегеләр икешәр-өсөшәр ултырыштылар. Мөғәллим инеп өҫтәл янына торҙо. Ул тора, уҡытыусылар ултыра.
 
– Бөтәгеҙ ҙә тороғоҙ!
Торҙолар.
 
– Бынан һуң звонок булыу менән үҙ урынығыҙҙа булығыҙ! Уҡытыусы инеү менән һүҙһеҙ генә тороп ҡаршылайһығыҙ. Рөхсәт булһа, ултырышаһығыҙ, бына шулай! – тине.
 
Ҡырғыҙ, Үргауылдарҙы стена буйына теҙеп:
 
– Һеҙ нишләп кисә килмәнегеҙ!? Ямғыр, имеш! Ғәббәс, Мәзиттәргә көн буйы килһәләр ҙә ел-ямғыр булмаған! Тороғоҙ шунда! – тип дәрес үткәрә башланы. Тегеләрҙә эше лә юҡ! Звонок тәнәфескә. Тегеләрҙе сығарманы.
– Һеҙ нишләп кисә килмәнегеҙ!? Ямғыр, имеш! Ғәббәс, Мәзиттәргә көн буйы килһәләр ҙә ел-ямғыр булмаған! Тороғоҙ шунда! – тип дәрес үткәрә башланы. Тегеләрҙә эше лә юҡ! Звонок тәнәфескә. Тегеләрҙе сығарманы.
– Икенсе тапҡыр килмәү түгел – һуңламағыҙ! – тип дәрес башланғас ҡына урынлаштырҙы.
– Икенсе тапҡыр килмәү түгел – һуңламағыҙ! – тип дәрес башланғас ҡына урынлаштырҙы.
Мин мейес артынан сығып ишек төбөндә ултырам. Ишек ярығынан ҡарайым, тыңлайым. Шулай көн һайын мәктәпкә йөрөйөм. Бер нисә уҡытыусының күҙенә эләктем.
– Мәрхәбә! Һин малайыңды ары мәктәпкә йөрөтмә! Ярамай, - тиҙәр.
Мин әсәйҙән ҡасып барыбер мәктәпкә киләм. Уларҙы ҡарайым, тыңлайым. Бер нисә иҫкәртеү ҙә туҡтатманы. Бер көн уҡытыусы үҙе класҡа индреп беренсе рәткә үҙенә ҡаршы ултыртты. Мин көн һайын йөрөй башланым. Бер бит аҡ ҡағыҙ, ҡәләм бирҙе. Дәрес барышында берәү һорауға яуап бирмәһә, мине торғоҙа:
 
– Әһли, әйт әле шул-шул нисек була?
Мин яуап бирәм. Мине, һин икенсе класс уҡыусыһы, тип маҡтай. Яуап бирмәгәндә , һин нуль класы булаһың, ти. Башҡалар бышылдап көләләр. Көлөүселәрҙе “наказать” итә. Хәҙер мин мейес артында гел, иң алда, иң шәп уҡыусы булып һаналам.
Юл 505 ⟶ 644:
 
– Хәҙер йыр дәресенән һуң ҡайтырһығыҙ. Ғәббәс, Мәзит алыҫ. Ҡайта алмаҫһығыҙ. Баҙар йөрөүселәр күп. Шулар аша нимә кәрәк, әйтеп ебәрерһегеҙ. Йә, кем ниндәй йыр белә? Оялмағыҙ! Йырлап күрһәтегеҙ!- тине мөғәллим.
 
Класта шымлыҡ. Уҡытыусы көтә. Бер йырлап күрһәтеүсе юҡ!
 
– Берегеҙҙә йыр белмәйме ни? Әһли! Тор! Бер йырлап ебәр әле беҙгә! -тигәс мөғәллим, мин торҙом.
Бер аҙыраҡ иҫкә алып йырлап та ебәрҙем, йәғни ишеткән-белгәнемде. Гел көлкө һүҙле, төртмәле йәштәр таҡмағын! Бөтәһе лә, мөғәллим үҙе лә, шаулашып, күҙҙәренән йәш сыҡҡансы көләләр! Тағыла, тип ҡеүәтләйҙәр! Мин, биғәләш, йырлауымды беләм! Үҙем көлмәйем дә. Туҡтап ҡалғас, мөғәллим:
 
– Әһли, һиңә биш! – ти. Мин ниндәй биш,ниндәй әйбер был, тип уйлайым. Мөғәллимдән биште биреүен көтәм. Ул класҡа мөрәжәғәт итеп:
 
– Хәҙер “Аҡ ҡайын” тигән йырҙы өйрәнәбеҙ! - үҙе йырлап күрһәтте.
 
Матур тауышлы! Бүлеп- бүлеп бергә өйрәнеп, гөр килеп “Аҡ ҡайын”ды йырлап ялға таралыштылар. Интернатта берәү ҡалманы. Өйгә ҡайтҡас, әсәйҙән һорайым:
 
– Бәҙретдин ағай һиңә биш тине лә, үҙе бер нәмә бирмәне!
 
– Ул һиңә берәй төрлө нәрҫә түгел, һин үҙеңде дәрестә матәр, тәртипле тотҡан өсөн “биш” әтмиткәһе ҡуйған! Ә һин нимә эшләгәйнең һуң? – тип төпсөнә әсәйем.
 
– Мин ни, йырлағайным! – тим.
 
– Улайһа һинең йырың матур булған! Оҡшаған! Шуның өсөн һиңә “биш” әтмиткәһе ҡуйған. “Биш “алғас ни яҡшы булған! – тине әсәйҙе лә ҡыуанып.
Мин тәки аңламаным! Биш тигәстә бер нәмә лә бирелмәй! Әтмиткә ҡуя!
Юл 520 ⟶ 668:
 
Ял көнө. Көҙгә табанғы аяҙ, эҫе көн! Ышкул ятағында бер кем юҡ! Тып-тын! Өй күләгендә, һалҡында беҙ сәй эсеп ултырабыҙ. Беҙҙең янға таныш түгел, йәш кенә егет килеп баҫты. Башында иҫке кепка, терһәктәре ямалған кәзәкей. Түше асыҡ иҫке аҡ күлдәк. Тубыҡтары ла ямалған иҫке салбар! Аяғында галош кейгән, ҡулында – сумка. Ул – беҙгә, беҙ – уға аптырап ҡарайбыҙ. Хәбибъямал инәй, кем булаһың, ҡайҙан, кем кәрәк, тип һорашҡас, ул баҙнатһыҙ ғына:
 
– Мин Һаҙый Ғүмәров булам. Ошо ышкулға уҡытыусы итеп ебәрҙеләр… Зиянчуранан, - тине.
Ғәжәпкә ҡалған бисәләр уны сәй эсергә ултырттылар. Күренеп тора, ул ныҡ һыуһаған да, асыҡҡан да! Ашап-эсеп туйынғас, һорашып, уның Ырымбурҙа уҡып, ошонда ебәрелеүен белдек. Һүҙгә бай, ябай башҡорт егете, тиештеләр. Хәҙер мөғәллимгә барып әйтербеҙ, тип торғанда, тегеһе үҙе күренде. Килеп етеү менән:
 
– Ә-ә-! Һеҙ Һаҙый Ғүмәров булаһығыҙмы? – тип танышты.
Ошо саҡ ат менән үтеп барған Шаһимәрҙән Исмәғилов – колхоз председателе, атын бороп, беҙҙең янға килде. Һорашып-һөйләшеп бөткәс:
– Яңы уҡытыусы Һаҙый Ғүмәров килә, тиҙәр ине. Ул һеҙ икән! Көн эҫе! Килеп етеүе ҡыйын булғандыр инде… Бәҙритдин! Мин Һаҙыйҙы үҙемә алып ҡайтайым! Әйҙә,Һаҙый ҡусты, ултыр атҡа, беҙгә төшәбеҙ! – тине.
 
– Һай, Шаймәрҙән ағай! Салт кешеһең дә инде! Кемгә урынлаштырайым тип торһам, бик-бик шәп иттең! Рәхмәт! – тип бөтәһе лә ҡыуаныштылар.
 
– Бахыр! Был кеше бик йонсоу күренә! Кейемгенәһе ҡайһылай! Был мәхлүк саҡ ҡына ла уҡытыусыға оҡшамаған! Нисек балалар янына барып күренер! Йәлләүес булып китте! – тип һаман Һаҙыйҙы иҫләп йәлләнеләр.
 
Юл 540 ⟶ 692:
 
Спиктәкел башланды. Бер ваҡыт сәхнәлә ысын ут яна! Ике тимергә эленгән ҡулаҡаҙан – бәләкәй ҡаҙанда урғылып һыу ҡайнай. Уны уратып һаҡал-мыйыҡлы, еткән сәсле кешеләр бысаҡтарын ялтыратып тотоп йырлайҙар! Уларға ҡарауы ҡурҡыныс! Бына береһе мине тоҡҡа һалып сәхнәгә сыҡты ла тоғон аса-аса:
 
– Һә-ә-әй! Һеҙ бер баш ҡына бешерергә ултыраһығыҙ! Мин һеҙгә ашарға ит килтерҙем! Хәҙер һуябыҙ! – ти.
 
Ә тегеләр алдында ҡашлы, ҙле, ауыҙы асыҡ “әҙәм башы”. Шуны өтөп, бешереп ашарға әҙерләнгәндәр! Мин был бик ҡурҡыныс әҙәм башын күреп, ҡуркам, ҡурҡам тип ҡысҡырыр урынына:
 
– Мин ҡурҡам, ҡурҡам, ысын ҡурҡам! – тип ҡысҡырып илай башлайым. Залдан:
 
– Мәрхәбә! Баланың йөрәген ярҙыраһың бит! Ал балаңды! – тип ҡысҡыра башланылар.
Мине кире тоҡҡа тығып алып сығырға тейештәр ине. Шул саҡ бер “людоед” һикереп тороп минең башты тубыҡтары араһына ҡуйып, үткер бысағы менән минең ике ҡашымды ла юнып-ҡырып та алды! Шул саҡ мине сәхнә артына алып сыҡтылар! Йыуатып, һылап-һыйпап, кәнфит тоттороп саҡ тынысландырҙылар!
Юл 554 ⟶ 710:
 
'''Атай ҡайтты'''
 
Тышта ҡаты һыуыҡ, буран! Еле үтеп бара! Әсе ел, тиҙәр. Ҡайсаҡ күҙгә бер ни күренмәй! Был буранда уҡыу ҙа юҡ. Кис. Өй йылы. Әхмәҙғәле абзыйым менән бер мөйөштә ҡарһүҙ һөйләшәбеҙ. Әсәй киндер һуға. Күмәк ҡатын-ҡыҙ бейәләй-ойоҡбаш бәйләй. Зыу килеп көлөшөп тә алалар! Өйҙә ике шәм яна, шулайҙа яҡтылыҡ етмәй. Кемдер берәү ишек ҡаға! Өләсәй ҡысҡыра:
 
– Ишек асыҡ! Кем шаяра! Инегеҙ!
 
Бер кеше көскә ишек асып инде лә, туҡтап өҫтөн ҡағып, буш тигәндәй тоғон мейес артына ырғытып, һепертке эҙләнә. Ул кеше ныҡ өшөгән! Быймаһы шыҡылдап туңған!
 
– Кем ул унда?! Һаман үтмәй, өндәшмәй! – тип кәрнистәге шәмде тотоп уның янына өләсәй килеп:
 
– Аһ-аһ! Фазтин кейәү түгелме? Әллә яңылышаммы?! – тине лә башҡа һүҙ таба алмай туҡтап ҡалды.
 
– Мин… Ҡайттым, тип өшөүҙән ҡалтыранған тауыш менән яуап бирҙе тегеһе.
 
Әсәй эшен туҡтатып шаҡ ҡатты. Нишләргә лә белмәй. Атай һаман ишек төбөндә! Кис ултырырға килгәндәр шунда уҡ һеперелеп сығып киттеләр. Өләсәй атайҙы етәкләп урындыҡҡа еткереп көскә туң быймаларын, өҫ кейемен систереп, ултыртты ла урындыҡҡа яҫтыҡ ырғытты. Яуырынына йылы кейем һала һалды. Шунда ғына әсәй иҫенә килгәндәй станок араһынан сығып, һүҙһеҙ генә өләсәйҙе ситләтеп, ашарға әҙерләй башланы. Ошо саҡ ҡулына стакан, шешә тотоп, шалтыратып ҡойҙо ла:
 
– Мына! Ошоно эс! Йылынырһың! – тине.
 
Атай өндәшмәй генә биргән нәмәне һыу кеүек эсте лә өҫтөндәге кейемгә төрөнөп стенаға терәлде! Бик тиҙ арала әсәй самауырҙа сәй шажлатып, бешкән ит менән картуф ҡурып килтерҙе. Атай инде ныҡ ҡалтырамай. Бер һүҙ һорашмай, һөйләшмәй сәй эстеләр. Атайға урын һалып бирҙеләр. Ул ятыу менән йоҡлап китмәне. Яртылаш тороп ултырып:
 
– Мине юғалтыу түгел, онота ла башлағанһығыҙҙыр инде! Мәзит, Өмбәт, Ғәббәстәр менән һатыу эше бөткәс, хушлаштыҡ. Минең эш бөтмәгәйне… Һарыҡташта ҡалдым. – тип һүҙ башланы.
 
Аръяғында ул ҡайтырға тип сыҡҡанда ғына, көтмәгәндә, ҡапыл иҫтән яҙыуы тураһында һөйләне:
 
– Иҫемә килгәндә, ҡараңғы төн ине. Ат-арбам юҡ! Торайым тиһәм тороп булмай! Тағыла иҫтән яҙғанмын. Бер аҡ бүлмәлә иҫемә килдем. Тимер карауатта ятам! Көс-хәл менәнаяҡтарымды төшөрөп ултырҙым. Аҡ халатлы урыҫ килеп инеп һине Фрол тигән кеше алып килде тине.
Ике-өс көндән атайҙы Ырымбурға алып килеп балнисҡа һалғандар. Быны уның таныш-белеш “знакум”дары эшләгән. Бик ҡаты сирләүе арҡаһында үҙе тураһында ауылға бер ниндәйҙә хәбәр ебәрә алмаған.
Юл 581 ⟶ 749:
 
Училищела бер кеше ҡарауылсы булып эшләй. Уның улы башҡалар менән уҡый икән. Йәшәйҙәр ҡарауанһарайҙа бер бүлмәлә. Улар гел итле, тәмле аштар ашай. Улы ҡунаҡҡа егет-ҡыҙҙарҙы алып эйәләштерә. Ҡайһы берҙәрен тора-бара –ҙҙәрендә йоҡларға ҡалдыралар! Был студент кире ҡайтмай! Нисектер бик оҫта, шыма эшләйҙәр! Былар –үлтерә, подвал юлынан икенселәр алып китә! Бына уларҙың групповой кәсибе!
 
Бер аҙҙан уларға подозрение төшә! Төн. Ҡарттың, улының бүлмәһендә шарылдаған тауыш ишетелеп ҡала! Ҡарауылда булған кешеләр күмәкләп ишек ватып инәләр! Һуң була! Үлтерелгән кәүҙә юҡ, ә улы ең һыҙғанып иҙәндәге ҡанды таҙарта! Ошо күренештә уларға ташланып, тотоп, бәйләп, кәрәгенсә хәбәр ителә! Подвал ҡапҡасынан иҙән аҫты юлын табалар! Юлдан тышҡа сығалар! Унда һуйылған кәүҙәне алып китергә генә йөрөгәндә уратып күмәкләп тотоп алалар!
Ошонан һуң тикшереү китә! Кеше ашаусы-үлтереүселәрҙең бер төркөмөн урам буйлап алып китеп барғандарында көтмәгәндә шәһәр халҡы нәфрәтләнеп уларға ташлана! Туҡмай! Самосуд! Бер нисәһен бөтөнләй эшлектән сығаралар! Ырымбур урамында шау-шыу! Һуғыш! Ярай әле һыбайлылар килеп етеп тыныслыҡ урынлаштыралар! Бына ошонан һуң инде Ҡарауанһарайҙан беҙҙекеләр ҡасып ҡайта! Ҡабат бармайҙар. Бик аҙҙары ғына Ҡаруанһарайҙы тамамлап сыға. Араларынан Нәҙерулла ағайҙың ҡатыны Хәзирә, Мөхәммәтсафа, Сәғит еҙнәй, Арсланов Хәйруллалар, мин белгәндән, Ырымбур педучилищеһын тамамлап ул замандың иң ҡәҙерле уҡытыусылары булдылар.
 
Һаҙый Ғүмәров, Ҡарабулатов Таһир Үргауылдыҡылар була.
 
'''Колхоз. Иген эше'''
 
Түбәнгауыл, беҙҙең ауыл – “Алға“Алға” ”колхозыколхозы, Үргауыл – “Ҡыҙыл Урал”. Аттарҙы йыйҙыларҙа “общекәртә” яһап шунда аҫранылар. Колхоз эшенә ектеләр. Һыйырҙар йыйып ферма яһанылар. Ферма Үргауыл менән Өмбәт араһында булды. Хужаһы булып Сәмсит исемле ағай эшләне. Ферма ике ауыл өсөн берәү.
 
Ат менән һөрөп, ирҙәр муйынына тәпән тағып, ҡул менән иген сәстеләр. Арттарынан болот кеүек сәүкә-ҡарға, һайыҫҡан, башҡа ҡош ябырылып сүпләй. Йөрөй алған ҡарт-ҡоро, беҙ, бала-саға , баҫыу өҫтөндә шул ҡоштарҙы һуйылға аҡ сепрәк бәйләп ҡыуабыҙ! Иген шытҡас ҡына тын алабыҙ! Көнбағыш, тары, арышта ҡош булмай.
Ҡатын-ҡыҙ ураҡ менән ура, көлтә бәйләй, ҡырлыҡҡа һала. Ут яғып ҡый-селектән таҙалап ырҙынды, шунда берәүҙәр скердкә һала, беҙ, малайҙар, ригә-ридван эсенә әйбер йәйеп ырҙынға ташыйбыҙ. Оҙон ағасҡа туҡмаҡ ҡуйып баулап ирҙәр иген һуға. Ҡатындар ҙа бар. Һаламын һелкеп, игенен йыйып, көрәк менән елгәреп, таҙаһын – келәткә, мәгәзәйгә һалалар. Был игенде унан хөкүмәткә тапшыралар.
 
Юл 602 ⟶ 772:
 
Трахтыр килә, тигәс, аптырашып “теге ахрызаман йәъ-юз- мәъ – юздер инде”. Уны ҡурҡмай кем йөрөтһөн! Ауылдың ябай ғына кешеһе Ғәлиев Ильяс ике бәләкәй алғы, ике ҙур, бейек, уҫтаптай эре ялтыр тешле колесный трактор алып ҡайтты. Был машина һәр эште шәп, тиҙ башҡара! Тик эсендәге бер нимәһе тиҙ ирей! Шаҡылдай башлай! Ильяс тракторҙы ҡутарып, әллә нимәһен йыша, юна, кире ҡуя! Трактор һиндә мин эшләп китә! Бына был Ильяста баш, атырарлыҡ” – тинеләр. Күп тә тормай Четвергов – Хәсәндеке ғәләмәт бейек, ҙур баҫҡысынан менеп-төшөп йөрөй, гусеница тәгәрмәсле трактор алып килде!
 
– Был аптырауҙың сиге! Бының һанһыҙ винттары! Хәсәндән дә шулай башлы кеше сығыр икән! Четвергов сихырлылыр ул! – тиҙәр.
Ҡайһылай көслө нимә быныһы! Һөрөү, тырматыу, иген сабыу эштәре һаман үҙгәрә! Көрәк урынына веялка, треер килде! Халыҡ өйрәнә башланы!
Юл 630 ⟶ 801:
Хәҙер беҙ уҙ өйөбөҙҙә йәшәйбеҙ. Өләсәйҙәрҙә түгел. Атай, туғандар күмәкләп ауыл осонда өй төҙөп биргәйнеләр. Шунда!
Күнәкте йәшереп, урындыҡҡа йығылдым! Бик ҡаты, иҫ белмәй йоғлап киткәнмен! Аманингәндән эштән ҡайтҡас, минең йоҡлап ятыуымды күргәндәр. Әсәй күнәкте йәшереп ҡуйған ерҙән сығарып:
 
– Ҡарағыҙ әле! Күнәктә бер икмәк. Он! Ҡайҙан?! Кем, нисек килгән был ризыҡ? – тип аптырашалар. Мин тауышҡа уянам. Мине уратып ҡарап торалар. Урындыҡта – күнәк! Ҡапыл ырғып тороп:
 
– Әллә он юҡмы?! – тип ҡысҡырып ебәрҙем.
 
Улар ипләп һорашып белгәс, баш сайҡап аптырап ҡуйҙылар!
 
– Еләкте нисек тирҙең? – тип ныҡышалар.
 
– Юл буйына яҡын берәү йөрөмәгән, теймәгән ерҙән. Арба юлы буйынан услап тигәндәй эре, бешкән еләк тиҙ йыйҙым да Камунға барып ҡайттым! – тим.
Шулай итеп, мин алты йәшемдә Камунға барып он, икмәк алып ҡайттым! Быны ауылда сенсация кеүек һөйләнеләр инде! Һис онотолмай мине аслыҡ йөрөткәне! Бындай бала саҡта йөрөгәйнем, тип һөйләһәң әҙәм ышанмаҫлыҡ! Йәнәһе. Бик ҙур эш! Бәлки, шулайҙыр ҙа! Белмәйем! Онотолмай был сәйәхәт!
Юл 647 ⟶ 823:
Ғәббәстән килгәндәр араһында арҡаһында ҙур ороло, бөкөрө малай бар ине. Бер кем тегене үҙ янына ятҡырмай! Ҡыуалайҙар! Мин мейес янында иркен ятам. Мин уны үҙемдең янға саҡырып алдым. Килеп ятты. Мине арҡамдан һөйөп ала! Ҡарһүҙ алмашалап һөйләйҙәр… Инәй сығып, йоҡлағыҙ, тип әрләгәс кенә тынышалар.
Кемдер берәү Бәҙәмшәнең скрипкала уйнауы тураһында әйтте. Беҙ күмәкләп скрипкаһын бында алып килеүен һораныҡ. Ялға ҡайтып килгәнендә скрипкаһын алып килгән. Кисен уны төрлө көйҙәр уйнатып, хайран ҡалып, маҡтанылар! Бейеү көйҙәрен дә күп белә. Бейешеп тә алдылар. Мин дә “Перовский”ҙы бейенем. Икенсе көн ҡыҙҙар ҙә килде. Мөғәллим дә уйын ҡыҙғанда килеп инде. Бөтәбеҙҙе лә хәҙер мөғәллим әрләр тип, тын ғына ултырабыҙ.
 
– Үәт, исмаһам, Бәҙәмшә скрипкаһын килтергән! Ышкулда тәнәфестә уйнап бейетерһең! Йыр дәресендә лә уйнарһың! Был бик яҡшы! – тип маҡтаны.
Ошонан һуң бөтәһе лә иркен тын алды! Бәҙәмшә инде “үҙәк” кешегә әйләнде. Ҡыҙҙар уны йыш үҙ яндарына кис алып ҡайтырҙар ине!
Юл 653 ⟶ 830:
 
Ул скрипкаһын тоҡҡа һалып урындыҡ аҫтына тығып ҡуя ине. Бер көнө дәрестәр бөтөп, интернатта ашап-эскәс:
 
– Йә әле, Бәҙәмшә, бер уйнап ебәр! – тиҙәр.
Ул тоғон сығарып урындыҡҡа ҡаҡты. Скрипка көл-фаякин килтереп ватылған! Кемдер берәү уны тоғо менән тапалап бик ныҡ ватҡан! Йүнәтерлек тә түгел! Кем, ни өсөн шулай ваҡлағансы тапалаған?! Бәҙретдин ағай ҡара янып көйҙө! Асыуланды бик ныҡ! Тик беленһен генә әле!
Бәҙәмшә илай-илай кейенде, тоғон йөкмәп сығып китте. Тау түбәһенән төшөп Үргауыл яғына атланы! Уны йыуатып-әүрәтеп тә ҡаранылар! Ә ул атлауын-илауын белде. Төнгә ҡарай Ғәббәскә ҡайтып китте! Ул минең күңелдә онотолмаҫ эҙ ҡалдырҙы! Мин уға ҡушылып йырлай, бейей торғайным! Мин – ҡурайҙа, ул – скрипкала уйнауы үҙе ни тора! Һай-һай, оҫта уйнай, тиҙәр ине. Ул киткәс, уны йәлләп илап та ала инем. Әсәй, улай ярамай тип, саҡ туҡтатты.
Мөғәллим Ғәббәскә китте ат менән. Бәҙәмшә ныҡ ауырый икән! Ул ҡайтҡас та аурып киткән! Ошо ҡайғыһынан башҡа тора алманы. Мөғәллим ҡайтҡас:
 
– Бәҙәмшә хәҙер юҡ инде! – тип күҙҙәренә йәш алды.
 
Юл 667 ⟶ 846:
 
Аттары һыу ҡойғандай тирләгән! Ауыр тын алалар, яй ғына атлатып Сәфәрғәле абзыйым ишегалдына килеп инде. Үҙе илаған! Уны күреп өләсәй, әсәй уның янына йүгереп килеп, ни булды ла ни булды тип, шаҡ ҡаттылар. Мин ситтә торам.
 
– Мин Амангингәндән Ғилмитдинде үлтереп тейәп ҡайттым! Уны өйҙәренә индерҙеләр! – тине.
 
Әсәй һорашып та тормай йүгереп сығып китте, уның артынан мин йүгерҙем. Беҙ ҡартәсәй, һурәсәйҙәргә килгәндә ишегалдары тулы ҡатын-ҡыҙ, бала-саға тора! Бары ла мышнап илай! Байтаҡтан һуң атай, ҡәрсәй, һурәсәй сыҡтылар.
Юл 680 ⟶ 861:
 
Әсәйем Фәтхуллаға барып скрипкаһын 5 һумға һатып ала! Ул саҡ 5 һум ҙур, бик күп аҡса булған! Ауылда:
 
– Ҡарасәле! Мәрхәбъямал Әһлиенә 5 һумға эскерипкә алып ҡайтҡан! Нисек аҡса йәлләмәй, ҡыҙғанмай! 5 тәңкә биргән! Ай-буй! 5 тәңкә ошо маңҡа өсөн! – тип геү килделәр.
 
– Булһын! Яңғыҙ улыма бер ни йәл түгел! Өйрәнер, уйнар! Гармун да алып бирер инем, кәрәкмәй! – ти әсәй.
 
Скрипка ҡулдан, таҡтанан яһалған! Дүрт төрлө ҡылы бар, ялы бар! Мин уның ҡылдарын тарттырам да тауыш сығарам! Тауыш бик көслө, матур сыға, әммә һис көй уйнап булмай! Һәр көн ҡолаҡтарын борам, уйнарға маташам, ләкин һис көй сығара алмайым! Әсәйҙең маҙаһына тейгәнмендер инде:
– Бар, ана кәртә арты күл буйында тызылдат! – тип һуҡрана.
 
Мин кәртә артына китәм. Шәмислам, Миңнеғәле, Ғәлиәхмәт, Миңлебай, Әхмәҙғәле абзыйым минең яңға килеп тартып ҡарайҙар ҙа:
 
– Бының тауышы көслө, көйө юҡ! – тип минең яндан ҡасалар.
 
Тауышы оҡшамай…
 
Юл 693 ⟶ 880:
 
Шулай күп ныҡыша торғас, 4 ҡылын да көйләргә өйрәндем. “Зәйнәп” те бөткәнсә скрикала сығарҙым! Өйҙә әсәйҙе маҙаһыҙлаған саҡта юрый:
 
– Ҡы-ый! Улым уйнай! Мин бейейем! – тип мине үсекләп төшөп китеп бейей, ҡарышып бейей! Мин скрипкамды ташлап сығып ҡаса инем! Хәҙер:
 
– Йә! “Зәйнәп”те уйна! – ти.
 
Уйнайым. Тыңлап бөткәс:
 
– Ҡылдарың дөрөҫ көйләнмәгән! Дөрөҫ, матур итеп көйләргә өйрән, - ти.
 
Шулай ныҡыша торғас, мин скрипканы көйләргә лә өйрәндем! Мине өйрәтергә кеше юҡ бит! Бәҙәмшәне һағынам да! Ул да хәҙер юҡ! Арыу көйләнһә, башҡа көйҙәргә лә тауыш етә! Шуны белдем! Әбҙән көйләп өйрәнгәс, көй артынан көй сығара башланым.
 
– Һа-а-ай! Былай булғас, һин, Әһлетдин, скрипкәсе булырһың! – ти Сәфәрғәле абзый. – Тик һин кешене үтә маҙалама! Кәртә яғына, ситкәрәк китеп тызылдат! Кеше килһә, туҡтап тор!
 
Юл 703 ⟶ 896:
 
Бара-тора халыҡ араһында киң таралған “Шахта” көйөн уйнаным. Әлек минең менән ныҡ шаярған, тотоп алһа илатҡанса аунатҡан, ҡышын салбар төбөнә ҡар тултырып ышҡыған беҙҙең яратҡан күрше еңгәйебеҙ, Шәкирйән ағайҙың ҡатыны Хәйерниса еңгәй ,шартып көлөүен ҡуйҙы. Көйҙәр уйнатып, тыңлай башланы. Мин уның әйткәнен үтәйем.
 
– Бына һиңә эшкашмаған маңҡа ҡәйнеш шул арала уйнаһынсәле!
Ошонан һуң ул мине элгәреге һымаҡ шаяртмай!
 
– Йә, ҡәйнеш, уйна әле, - тип уйнатып, ысын күңелдән уйнауымды тыңлап,- ҡайһы арала өйрәндең? Бына ғәжәп! – тип баш - арҡамдан һөйә.
Хәҙер мин унан тартынам!
 
– АҺ-аһ! Ишу ояла ла белә башлағанһың? Һин һис оялма! Туҡтама! Скрипкәңдә тағы матур, оҫта уйнарға өйрән! – тип ысын күңелдән әйтә.
– АҺ-аһ! Ишу ояла ла белә башлағанһың? Һин һис оялма! Туҡтама! Скрипкәңдә тағы матур, оҫта уйнарға өйрән! – тип ысын күңелдән әйтә.
– Урамдан үткән юл саңын аяҡтарың менән туҙҙырып, боролдатып, асауыҙҙы һалдырып, көнмө – төнмө йырлай – йырлай бейеп тә киткән малай, хәҙер тындың, һыҙғырырға тотондоң! Атаңа ҡошап ҡурай тартаһың! Ауыҙ – мороноңдан шайыҡ ағыҙып! Бр-р-р! Нисек ерәнес! Шайығың лмәк түшенән аға! Бр-р-р! - тип мыҫҡыллап шаярта, көлә.
 
Ләкин элгәреге кеүек яҡанан алып, йығып, тулатып шаяртыуын туҡтатып:
 
– Эй, ҡәйнеш, йә әле уйнап ебәр! – тип уйната.
 
Мин һис инәлеүҙе белмәнем.
 
– Бына! Көтмәгәндә, скрипкәсе! – тип иркәләтә.
 
Бер аҙҙан ауылда ҡунаҡ үтһә, әсәйҙән рөхсәт алып, хатта ай-вайына ҡарамай, күтәреп алып ҡайта башланылар! Өс ауылда “скрипкәсе малай” исеме менән йөрөтә башланылар! Мин быға үсегер инем – юҡҡа үсегәң, һинең уйнап бейетеүең кеше ҡунағы хозуры! Ана башҡа малайҙар бер ҙә, бер нәмәлә лә белмәй бит! – тип яйға килтерҙеләр. Хәйернисә еңгәм дә мин булып ауыҙынан шайыҡтарын ағыҙып “быж-быж” итеп, скрипкәлә үсекләп уйнауын ташланы! Миңә ҡарата ихтирам – иғтибарлы була башланы!
Бер аҙҙан ауылда ҡунаҡ үтһә, әсәйҙән рөхсәт алып, хатта ай-вайына ҡарамай, күтәреп алып ҡайта башланылар! Өс ауылда “скрипкәсе малай” исеме менән йөрөтә башланылар! Мин быға үсегер инем – юҡҡа үсегәң, һинең уйнап бейетеүең кеше ҡунағы хозуры! Ана башҡа малайҙар бер ҙә, бер нәмәлә лә белмәй бит! – тип яйға килтерҙеләр. Хәйернисә еңгәм дә мин булып ауыҙынан шайыҡтарын ағыҙып “быж-быж” итеп, скрипкәлә үсекләп уйнауын ташланы! Миңә ҡарата ихтирам – иғтибарлы була башланы!
 
– Бикәм, Әһлей хәҙер ниндәй уйнай башланы! – ти әсәйемә.
 
Улар минең тураһында һөйләшә башлаһалар, ҡасып сығып китәм.
Шулай итеп ҡурайсы, скрипкәсе исеме менән әйтеүҙәренә лә үсекмәйем. Өйрәндем булһа кәрәк! Мыҫҡыл итеү, көлөүҙәр бөттө!
Юл 722 ⟶ 925:
4-се класты бөтөү мәле...
Уҡытыусы:
 
– Иртәгә ашарға алып килегеҙ. Уҡымайбыҙ, экскурсияға барабыҙ, - тип иғлан итте. – Кемдә һөҙгө бар, алығыҙ. Эңгәрселә балыҡ һөҙәрбеҙ.
Икенсе көндә ваҡытында ғына мәктәпкә йыйылдыҡ. Стройға теҙелеп, башта Алағашҡайынға тиклем килдек.
 
– Бына! Көндә күргән тауыбыҙ! Һеҙ нимә күрәһегеҙ? - өндәшмәй тик торабыҙ. – Күрмәйһегеҙме? Яҡшыраҡ ҡарағыҙ! Бәшәр ҡоҙоғонан алып ошонда тиклем юлды, юл ситтәрен, тау битен ҡарағыҙ! Нимә күрәһегеҙ?
 
Яуап юҡ. Нимә икән, тип аптырайбыҙ.
 
– Һеҙ көн дә күргәс, аптырап тик тораһығыҙ! Икенсе күҙ – күңел күҙе менән ҡарағыҙ!
Беҙ һаман өндәшмәгәс:
 
– Улайһа ҡарағыҙ! Һыртҡыуаҡ янынан тау осона тиклем... Тау битен ноҡот селеге ҡаплаған да, алһыу, ҡыҙыл сәскә атып тау битен матур төҫлө “юрған” менән ҡаплаған! Уны өйкөм-өйкөм аҡ сәскә - тубылғы сәскәһе менән иҙән һепергән селектең асыҡ һары сәскәләре менән башҡа төр сәскә атҡан үлән, һары, күк умырзая менән биҙәгән! Хәҙер инде күрҙегеҙме?!
 
- Күрҙек! Күрҙек! – тип ҡысҡырабыҙ.
– Күрҙек! Күрҙек! – тип ҡысҡырабыҙ.
Ысынлап та тау битен тәбиғәт шундай матур “юрған” менән ҡаплаған! Күҙ яуын алып тора! Беҙ шунда тәүгә ысын күҙ менән тәбиғәт матурлығын күреп аптыраныҡ.
Ысынлап та тау битен тәбиғәт шундай матур “юрған” менән ҡаплаған! Күҙ яуын алып тора! Беҙ шунда тәүгә ысын күҙ менән тәбиғәт матурлығын күреп аптыраныҡ.
- Инде юғарыға, иң бейек бүлкәткә диҡҡәт менән ҡарағыҙ! Тау бите ап-аҡ! Һыу тулҡынындай елгә бәүелә! Уның араһында аҡ-һары өйкөм сәскәләр күрәбеҙ!
– Инде юғарыға, иң бейек бүлкәткә диҡҡәт менән ҡарағыҙ! Тау бите ап-аҡ! Һыу тулҡынындай елгә бәүелә! Уның араһында аҡ-һары өйкөм сәскәләр күрәбеҙ!
Дөрөҫ, елгә сайҡалғаны ҡылған үләненең оҙон ҡылғаны. Ябай ғына селек сәскәһе лә шундай матур икән!
 
- Бына нисек! Көн дә күргәс, үҙ тәбиғәтебеҙ матурлығына һис һоҡланып, шатланып ҡарай белмәйбеҙ. Бындай матур тәбиғәт башҡа бер ҡайҙа ла юҡ! Тик беҙҙә генә! – тип, уҡытыусыбыҙ беҙҙең иғтибарҙы Тишектауға, эргә-тирәләге тауҙарға күҙ йөрөттөрҙө.
Дөрөҫ, елгә сайҡалғаны ҡылған үләненең оҙон ҡылғаны. Ябай ғына селек сәскәһе лә шундай матур икән!
Үтәтишек тауы артынан ҡояш байтаҡ күтәрелеүгә мал тауыштары ишетелмәҫ булды. Бая, иртәнсәк һауа тын, һалҡынса ине, ә хәҙер, ҡояш күтәрелә башлағас, эҫелек тә һиҙелерлек, тауыш һауаны ярып үтә алмай. Шуға ишетелмәй! Беҙ быға ғәжәпләнеберәк ҡалдыҡ. Һорашып, ныҡышып торманыҡ. Ҡаршыла ятҡан Сейәлетүш, Артмаҡ, Ҡарағайтау, Ҡарағош, Аманингән һыуы, Эңгерсе һыуы тураһында диҡҡәт менән тыңланыҡ. Торған ерҙән бер аҙ араларына инеп йүкә, имән, саған, миләш менән таныштыҡ. Тау өҫтөнән барып, текә осонда туҡтаныҡ! Бөтә Өҫкәлек буйы, Үргауыл “ҡыҫығынан“ Ҡырғыҙ ауылы, туғайҙары, тирмән быуаһы, тирмәндең үҙе күренә. Унда тирмәнгә илеүселәрҙең арбалары, аттары ... Аръяғында туғай, тау. Ауылдар күренмәй!
– Бына нисек! Көн дә күргәс, үҙ тәбиғәтебеҙ матурлығына һис һоҡланып, шатланып ҡарай белмәйбеҙ. Бындай матур тәбиғәт башҡа бер ҡайҙа ла юҡ! Тик беҙҙә генә! – тип, уҡытыусыбыҙ беҙҙең иғтибарҙы Тишектауға, эргә-тирәләге тауҙарға күҙ йөрөттөрҙө.
 
Үтәтишек тауы артынан ҡояш байтаҡ күтәрелеүгә мал тауыштары ишетелмәҫ булды. Бая, иртәнсәк һауа тын, һалҡынса ине, ә хәҙер, ҡояш күтәрелә башлағас, эҫелек тә һиҙелерлек, тауыш һауаны ярып үтә алмай. Шуға ишетелмәй! Беҙ быға ғәжәпләнеберәк ҡалдыҡ. Һорашып, ныҡышып торманыҡ. Ҡаршыла ятҡан Сейәлетүш, Артмаҡ, Ҡарағайтау, Ҡарағош, Аманингән һыуы, Эңгерсе һыуы тураһында диҡҡәт менән тыңланыҡ. Торған ерҙән бер аҙ араларына инеп йүкә, имән, саған, миләш менән таныштыҡ. Тау өҫтөнән барып, текә осонда туҡтаныҡ! Бөтә Өҫкәлек буйы, Үргауыл “ҡыҫығынан“ Ҡырғыҙ ауылы, туғайҙары, тирмән быуаһы, тирмәндең үҙе күренә. Унда тирмәнгә илеүселәрҙең арбалары, аттары ... Аръяғында туғай, тау. Ауылдар күренмәй!
Текә тау бите һикәлтәһенә төшһәк, крестар ҡуйылған ҡәберлеккә текәлдек.
 
– Бында “Кахолдар ҡәберлеге” , - тине лә уҡытыусы, беҙҙе түбәнгә эйәртте. Тау бөттө! Бында өй урындары, нигеҙ таштары...
 
– Элегерәк ошонда “Кахолдар” тигән хутор бар ине... Икенсе яҡҡа күсеп бөттөләр! – тип аңлатҡандан һуң, беҙҙе балыҡ һөҙөү менән ҡыҙыҡтырып ебәрҙе. Балыҡ тигәс, беҙ тиҙ генә һөҙгөгә ағас бәйләп, рәткә килтерҙек.
Бик ҙур тынлыҡ менән беренсе сөмбәйҙе һөҙәбеҙ. Һыу төбө ташлы. Аяҡтар ауырта! Ярға сыҡҡанда ҡыҙыу барып сыҡтыҡ. Ни күҙең менән күрәһең. Һөҙгө моҡсайындағы балыҡтың күплеге! Гел генә бәрҙе лә бағры! Тиҙ генә һөҙгөнө бушаттыҡ та, икенсе сөмбәйгә төштөк. Таҡыр урынға йүгертеп килеп сыҡтыҡ! Балыҡ шулай уҡ күп тотолдо!
 
– Йә, балалар, бына балыҡ та күп итеп тоттоҡ Ары һөҙмәйбеҙ! Бешереп ашайһығыҙ ҙа, ял итәһегеҙ ҙә, юл буйлап ауылға ҡайтабыҙ, тине уҡытыусыбыҙ.
Күмәкләп балыҡ таҙартып, ике күнәккә бүлеп һалдыҡ. Май һалдыҡ мул ғына! Балыҡ ҡурылып беште! Сәй ҙә ҡайнаны. Бергәләп ултырып, туйғансы балыҡ ашаныҡ, хатта артып та ҡалды!
Юл 744 ⟶ 958:
 
– Ниндәй зәһәр! Ауыҙға алғыһыҙ! Теге кахолдар нисек уны ашаны икән?!
 
– Улар уны онтап, киптереп, бик әҙләп кенә ашҡа тәмләткес итеп файҙаланғандар...
 
Юл 749 ⟶ 964:
 
– Туғайға күҙ һалығыҙ! Һыҙат-һыҙат өйәнке, ерек, ҡарама, муйыл, балан, һары тал ағастары... Ана! Үргауылдың түбәнге осонан әле булған Эңгерсе һыуына тиклем! Өҫкәлектең бер урыны һеҙҙең барып ат йөҙҙөрөп, һыу ингән Өҫкәлек Уртауыл, Ҡырғыҙ ауылдарына бик яҡынлап аға башлаған! Ауылдар ҙа һыуға яҡынлашҡандар. Үргауылдан Ҡырғыҙға тиклем аралыҡта ғына ҙур аҡландар, матур яландар бар! Ошо яландарҙан колхоз скирд-скирд, кәбән-кәбән бесән әҙерләп ала! Туғай тулы турғай башы ҙурлыҡтағы еләк! Ана Йәйек! Уның яландарында күпереп үҫкән бесәндәре! Ғәжәп бай тәбиғәтле беҙҙең Өҫкәлек буйы! Йәйен күнәк-күнәк, көйәнтәләп муйылын, баланын, ҡарағатын, ҡара бөлдөргән, энәлек алып ҡайтабыҙ!
 
Ниндәй бейек, лапаҫ кеүек үҫкән ҡомалаҡ! Уны бер-ике сәғәттә ҡосаҡ-ҡосаҡ өҙөп алып сығалар, киптереп, һаталар. Ә андыҙ! Уның тамырын йыялар. Уны тоҡлап-тоҡлап йыйып һаталар. Йыбанмаған, тырыш кешегә аяҡ аҫтындағы аҡса!
Шулай итеп, беҙ тыуған ауылыбыҙ тирәһендәге тәбиғи байлыҡ менән таныштыҡ.
Юл 754 ⟶ 970:
 
5-се класта уҡыйым. Был йылда яңы ят уҡытыусылар күп килде. Интернат бөттө. Унда инде уҡытыусылар йәшәй. Ситтән килгәндәр өс Муйнаҡта квартирҙарға урынлашып, уҡый башланылар. Беҙ үҙ өйөбөҙҙә йәшәйбеҙ. Мәзит ауылынан апалы-ҡустылы Хәсәновтар, Мәзитовтар икәү йәшәйҙәр. Мәктәптә таланттар күбәйҙе: йыр, бейеү, матур һүҙ-шиғыр һөйләү. Тик уҡыусылар араһында бер генә уҡыусы ла ҡурайҙа, гармунда, мандолинала, скрипкала уйнай белмәй. Мин скрипка, мандолина, ҡурайҙа уйнай беләм.
 
Бер саҡ ышкулға ят кешеләр килделәр. Һәр уҡыусыны йырлатып, бейетеп, һөйләтеп, 3-4 көн мәктәптә булдылар. Мин йырлап-бейеп, декламация, әкиәт һөйләп, ҡурайҙа, мандолинала, скрипкала уйнап күрһәттем. Улар мине бер нисә ҡат тикшерҙеләр ҙә, бер нимәлә әйтмәнеләр. Бер тапҡыр звонок булыу менән мин дәрескә өлгөрмәй, аҙыраҡ һуңланым. “Учительский” ишеге янынан ғына класҡа үтеп инәһең. Шул саҡ:
- – Әһли Сөләймәнов... – тигәнде ишетеп ҡалдым да ҡырт туҡтаным. Аяҡ осонда ишеккә килеп тыңлайым. - Әһлиҙең йырға тауышы матур. Оҫта, асыҡ итеп йырлай! Бейегәндә инде профессиональ башҡара! Мандолинаға ҡарағанда скрипкала оҫта уйнай! Бармаҡтар ниндәй хәрәҡәт яһай! Әйтергә кәрәк, тәбиғи музыкант! Әле ул бәләкәй, әгәр яҡшы скрипкаала уйнаһа, бөтөнләй башҡа булыр ине! Тәртибен дә уҡытыусылар маҡтай! Феноменальный слух, память! Әгәр беҙ уны алмаһаҡ, кемде алырбыҙ? Беҙ бит тап ошондай балалар эҙләйбеҙ! Һис һүҙһеҙ уны алырға кәрәк! – ти береһе.
 
– Юҡ! Алмайбыҙ! Ҡарап тороуы имәнес! Яҫы, ҡалын, урман кеүек ҡаштар былайҙа бәләкәй күҙҙәрен ҡаплап, йәмһеҙҙән йәмһеҙ итә! Әртист кеше төҫ-башҡа һылыу булырға тейеш! Әһли һис тә сәхнәгә бармай! Алмайбыҙ! – ти икенсеһе.
Кешеләр үҙ-ара талашып киткәс, береһе:
– В конце-то концов! Һеҙ бында кемделер алыу-алмауҙы хәл итергә правағыҙ юҡ! Һеҙ тик члендар! Сулейманов Әһлиҙе ка-те-го-рич-но алмайбыҙ! – титп ҡырт киҫте. – Итак, хәл иттек! Ул бар-май! Ре-ше-но!
 
Ошоно ишетеүем менән мин класҡа йүгереп индем дә, китап-дәфтәрҙәремде алып, йүгереп сығып та киттем. Класташтар миңә аптырап ултырып ҡалдылар.
Былар йәш балаларҙан таланттар йыйып йөрөгән кешеләр икән. Мәктәптән ике уҡыусы алғандар. Береһе һуңынан ҡасып ҡайтты Өфөнән.
Мин 15 көнләп ышкулға йөрөмәнем! Өгөтләнеләр, әрләнеләр! Минең өсөн бөтәһе лә бер – башҡа ышкулға бармайым! Алмауҙарының сәбәбе ҡаштың бик йәмһеҙ булыуы! Дәрестә иғтибарһыҙ, насар уҡый башланым. Нишләптер тырышҡандай булһам да, йыш ҡына “”1, “2” алам. Яҡшы оценкалар бөтөнләй юҡ! Өндәшмәҫ, тупаҫ уҡыусыға әйләндем. 6 класҡа көскә күстем. Шулайҙа, яңы уҡыу йылында йоҡонан уянған кеше һымаҡ, бер аҙ уҡыумды арыулаттым. Спектаклдәрҙә, концерттарҙа ҡатнашып, асылып киттем. Тора-бара мәктәптең художество етәксеһенә әүрелдем. Бөтә программаларҙы үҙем төҙөр инем. Мәзит, Күгәрсен, Өмбәт, Муйнаҡтарҙа йыш ҡына сығыштар яһаныҡ.
 
Профессиональ сәхнәгә ҡаш үткәртмәне! Ул заман менән хәҙергене сағыштырғанда, мин бәләкәйҙән сәнғәт буйынса киткән булыр инем! Ул саҡты мин аңламайым! Миңә сәңғәт юлына ҡашты сәбәп итеп ишекте яптылар! Әле булһа, йөрәк һыҙлай ул саҡтағы ғәҙелһеҙлеккә!
Миңнеғәле бандитҡа “яза” бирә
'''Миңнеғәле бандитҡа “яза” бирә'''
 
Беҙ, бер тиҫтәр ауыл малайҙары, урамда ҡараңғыға тиклем уйнаныҡ, шаярҙыҡ. Һуң ғына таралыштыҡ. Мин йылпымшәм менән ары-бире ашаным да уйнап арып, соланда йоҡланым. Әсәйҙе тыңғыһыҙламаным. Иртәгеһен ҡояш ҡалҡҡайны инде:
 
– Төнгә тиклем йөрөмә! Тор! Ана! Кәнсә эргәһендә халыҡ йыйылған! Тор! Бандит тотоп алып килгәндәр! Һин дә бар! Ниндәй бандит килтергәндәрен күр, - тип әсәй йоҡонан уятты.
 
Мин бандит һүҙен беренсе тапҡыр ишеткәс ни, бик тиҙ тороп, ялан аяҡ - яланбаш сыҡ та йүгер! Унда бик күп кешеләр урам уртаһында өйөм – өйөм торалар! Йөрөйҙәр ҙә, кире түңәрәк эсенә инеп юғалалар! Йүгерә – атлай аяҡ менән йылы саң туҙҙыра баҫып килеп тә еттем! Кеше күп! Эстә ни барын күреп булмай! Аяҡтар араһынан тырышып – тырмашып уртаға ат – арба янына килеп сыҡтым.
Арбаға тимер сынйыр менән бәйләнгән бер кеше сүкәйеп ултыра. Ҡулында оҙон итеп уралған тәмәке! Уның ауыҙынан, мөрйәнән сыҡҡан кеүек, төтөн сыға! Кешеләр менән һөйләшеп, көлөшөп ултыра! Мыйығы ҙур, ҡалын! Ҡолаҡтарына етеп тора! Ҡарап торам! Ҡәҙимге кейенгән! Аяғына ҙур итек кейгән! Ҙур кәүҙәле, эре бармаҡтары гел ҡыбырлай! Бер кемдән дә айырырлыҡ түгел. Шул саә кешеләрҙе этә – төртә Ҡотлоәхмәт олатаә килеп бағүҫты! Ул йыш тын ала! Ярһыған! Улы Миңнеғәлене етәкләгән, ә икенсе ҡулында – һуйыл, оҙон, йыуан ағас!
 
– Ҡайҙа ул бандит?! Хәҙер мин уның башын яра һуғам! Ул беҙҙең яңғыҙ һыйырҙы урлап, һуйып, ауыл осонда баш – тояҡ, эс – ҡарын, тиреһен ташлап киткән! Бына кем икән ул! Үл – те- рәм!!! Балаларҙы ошондай аслыҡ йылы ризыҡтан, һөт – ҡатыҡтан яҙҙырҙы! – тип уға таяғын күтәрә башлағанда, кешеләр уны бик тиҙ тотоп, таяғын тартып алды!
 
Шунан Ҡотлоәхмәт эргәһендә торған улына:
 
– Йә! Әйт! Ниндәй хөкөм – яза бирергә был бандитҡа? – ти.
 
– Уға шул яза! Хәҙер берәр һыйырҙы ҡыуып алып киләйек тә ошо бандит берәм – берәм һыйырҙың дүрт имсәгендә һөтө бөткәнсе имһен!! – тине улы.
Уның әйтеүе булды, бөтә халыҡ шау – гөр килеп хахылдап көлә башланы! Үәт! Тапты бит малай язаны! Бик ҡаты яза! Әгәр имеп бөтмәһә, Ҡотлоәхмәт бандитты үлтерә һуға! Бына көлөш!
 
Шул саҡ кәнсәнән 5 – 6 кеше сығып:
 
– Нимә булды тағы? Нимәгә көләһегеҙ? – тип һорашырға керештеләр.
Сәбәбен белгәс, улар ҙа рәхәтләнеп көлөп:
 
– Йә! Етер! Йәнгир, тор! Урыныңа ултыр, бан – дит! – тип сынйырҙарын ҡыҫҡартып йыйып, йоҙаҡҡа ултыртып алып киттеләр!
 
– Был кеше Ҡырғыҙ ауылы Түбәнге Муйнаҡтан Йыһангир Арсланов, бандит булып йөрөй! Мал урлайҙар! Кеше талайҙар! Кеше үлтерәләр! Йыһангир бер үҙе түгел, улар бер шайка. – тип һөйләне бер ят кеше.
 
Халыҡ ҡапыл ғына таралманы. Оҙаҡ һөйләштеләр. Улар әллә нисә кешене талау, ултереүҙәре тураһында һүҙ барҙы.
Баланы ла йәлләмәйҙәр.
Бер сыуаш ҡатыны Кршәниккә һыйырын етәкләп килеп һата, аҡсаһын ала. Күмер яғып, күмер һатырға ете йәшлек ҡыҙы менән килә. Һыйыр һатҡан ҡатын күмер һатып торған кешегә килеп, бына аҡсаны йыйып тор әле тип аҡсаһын бирә. Ағаһы аҡсаны алып ҡала. Уны бандиттәр күрәләр һә, әһә, аҡса бында, албыҙ, тиҙәр. Бер аҙҙан һыйыр һатҡан ҡатын ағаһынан аҡсаны алып китә.
 
Бандиттар быны белмәй. Күрмәй! Күмерен һатып бөтөп ҡыҙына бүләккә күҙ һабыны, хушбуә алып бирә. Бала был бүләккә ҡыуана! Ҡайтырға сығалар. Бандиттар уларҙы Түбәнге Аҡбирҙегә етмәҫ элек өйөрөм – өйөрөм үҫкән таллыҡҡа еткән ерҙә ултерә һуғалар суҡмар менән! Ҡыҙ тал төбөнә йыйылған һыуға йөҙтүбән һалып тонсоҡтороп ултерәләр! Ләкин аҡса ла, байлыҡ та булмай! Күмер аҡсаһына алған күстәнәс, кейем – һалымға теймәйҙәр! Ҡайһылай мәрхәмәтһеҙ талау!
Юл 789 ⟶ 1022:
 
Яҡуп һәм Айһылыу исемле балалары беҙҙең менән уҡынылар. Айһылыу менән Шәмислам тормош ҡороп байтаҡ йәшәнеләр. Шәмислам – миңә ике туған. Өс көнгә минән өлкән. Минең балаларҙы олатай тип әйтергә өйрәтте, ә мин Айһылыуҙы өс көнгә оло еңгәй тип тә шаярта инем. Муйнаҡҡа ҡунаҡҡа ҡайтһаҡ, шуларға барып төшөр инек. Айһылыу беҙҙе бик һәйбәт хөрмәт итте! Эсеп алһа, мин бандит ҡыҙы, тиер ине. Ул бик оҫта, матур тауышы менән шәп итеп йырлай ине! Икеһенең дә ауыр тупрағы еңел булһын!
 
Кәнсә янынан өйгә ҡайтҡас:
 
– Әсәй! Һин бандитты ҡарарға бар, тиһең! Унда бандит юҡ! Сынйырлы, ҙур мыйыҡлы бер кеше генә! Бандит тугел, - тим.
 
Юл 797 ⟶ 1032:
 
Беренсе тапҡыр 1 Май байрамын байрам итәбеҙ! Беҙҙең ауылға колоннаға теҙелеп, флагтар күтәреп, күмәк кеше килде! Тиҙ генә беҙҙекеләр теҙелеп, флагтар күтәреп Үргауылға киттек! Колонналар көслө йырлап ауыл осона килебеүеҙгә бер һыбайлы туҡтатып, таралмай, ял итергә ҡушып китте. Үрге, Түбәнге, Аҡбирҙеләр килде. Команда:
 
– Тыңлағыҙ! Хәҙер сельсовет янына барабыҙ! Унда Хәсән хуторы, Үргауыл – ике колонна! Өмбәт ауылынан ике колонна сельсовет янында осрашҡан саҡта көслө йыр, мылтыҡтарҙан һауаға атыш була! Ул фәҡәт трибуна янында осрашҡанда!
Команда булыр! Хәҙер шагом марш!
 
Бөтәһе лә йырлай – йырлай атланылар. Үргауылдың өҫкө урамына, сельсовет янына киләбеҙ. Төрлө яҡлап колонналар килеп бер ваҡытта осраштылар! Шул саҡ эй китте хатта көслө, ҡурҡыныс мылтыҡтарҙан атыш!!! Атыш, йыр туҡтағас, ифрат та ҙур тынлыҡ! Трибунаға кешеләр күтәрелделәр! Митинг асыҡ, тип рупорҙан әйттеләр. Доклад башланды! Райондан килгән кеше, тиҙәр! Башта тыныс торған кешеләр әбҙән арынылар! Ултырышып бөттөләр! Үләнме, саңмы, бысраҡмы – уны ҡараманылар!
 
 
 
Бик оҙаҡ һөйләгәс, ял да бирмәй, кәнсирт башлайбыҙ, тинеләр.
Юл 809 ⟶ 1043:
'''Уртауыл сығышы'''
 
Хәтерҙә Мәғрифә Ғәлиева (Мәғфирә Ғәлиеваның, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисткаһының,артисткаһы Мәғфирә Ғәлиеваның әсәһе) йырлауы! Бик матур, шәп йырланы. Минең дә сират етте! Мине трибунаға күтәреп бағтырҙылар. Баян, гармунда уйнаусыларға ”Перауский”тип әйттеләр. Бейеп төштөм ялан аяҡ тасылдата баҫып! Үргауылдан Абделғужин Әбделәхәтте рупор аша хәбәр итеп трибунаға саҡырҙылар! Юл ярып трибунаға мендерҙеләр!
 
Уның был ниндәй аңлашылмаған хәл тигән мимика, шаян һүҙ, ҡул йөрөтөүе үҙе бер кәмит! Халыҡ әле бейемәйенсә ҡул сабып тәбрикләй. Площадь халҡы ҡул саба! Музыка уйнай. Әбделәхәт ағайтрибуна площадкаһынтултырып бейей! Хәтеремдә бейеп төшөргә килгәндә комиссия нимәлер бирҙе. Ул баҫҡысҡа аяҡ баҫыуы булды ергә төшөргә, худ бирмәнеләр! Ҡабатлап бейегәненән һуң ғына төшөп китте! Кәнсиртте ҡыҫҡартып тамамланды!
 
Колонналар бик тиҙ стройҙарында теҙелделәр.
 
– Ҡайтырға! А-а-арш! – тигән команда булыу менән һәр строй раз-два баҫа.
Ер һелкенәме ни! Йыр менән хәрәкәт, мылтыҡтан атыш! Күк йөҙө тағы ҡара төтөнгә әйләнде! Таралышабыҙ!
Юл 819 ⟶ 1054:
'''Па- жар!'''
 
Ауыл осонда туҡтап йыйылырға команда булды;:
 
– Беҙ хәҙер ауылға, ышкулға барабыҙ! Унда ҡаршы аласаҡтар! Тәртип, йыр булһын, ышкулға еткәс! Ҡырғыҙҙар үҙҙәренә ҡайта. Уларҙы байрам ашы, уйын-көлкө көтә!
 
Халыҡ дәртләнеп ҡайтырға ғына атлайбыҙ тигәндә йән-фарман бер һыбайлы сабып килә:
 
– Па – жар! Үргауыл яна! Пажар! Кире барығыҙ! – тине лә әйләнеп сапты.
 
Юл 832 ⟶ 1070:
Ышкулға ҡаршы, яҡын ғына ситән әүеҫлек. Унда арбаға мискә һыу менән тейәлгән. Һәр саҡ әҙер! Янында гел буш тороп ашап һимергән ат. Пожарник Байсәләм Ишкинин олатай, Ишкинин Искәнйәрҙең ҡартатаһы, ҡабаланып атын егеп Үргауылға саба! “Сөләймән күпере” тигән элгәре һыу аҡҡан соҡорға етеүе була, һиңкеп бер алғы тәгәрмәсе ватыла, ә артҡы берәүһе ҡыйшая. Мискә китә тәгәрләп!
 
Ул арыу ғына Үтәтишек тауы һарҡауына килеп етә. Ошо һарҡыуҙы төшөү өсөн пар атты ныҡ тотоп килә.Юлдың ике яғында бойҙай сәселгән. Бик матур юл. Уға ҡаршы ике велосипед менән килгән кешеләр тап була. Быларҙан өркөп, пожарникка көс бирмәй, аттар алып ҡаса! Тәгәрмәстәр ергә тейһә – тейә, теймәһә –юҡ! Тауҙан хулигандар тәгәрләтеп төшөргән ташҡа бик көслө, ныҡ һуҡлыға! Алғы, артҡы яғы берәр тәгәрмәс көл-фаяҡин килеп ватыла, ә мискәһе тәгәрләп иген араһына инеп юғала!
 
Башҡа ерҙән килер пожарник юҡ! Иҫәнғолға – район үҙәгенә – хәбәр итәләр! Унан пожарная машина килә, ләкин бик һуң була! Кешеләр һәнәк, көрәк, балта менән ҡоралланып утты туҡтата.
Юл 865 ⟶ 1103:
 
Минең күҙҙәрҙән эре-эре йәштәрем тәгәрәп төшә:
 
– Нишләп күҙҙәреңдән һыу аға? – ти.
 
– Ҡылы һыуын йөҙөп сыҡтым! Шул һыу аға, - тигән булам. Ул ышанды. Йүгереп инеп өләсәйгә:
 
– Әлтин абзыйым ҡайтты! – тип хәбәр итә.
 
Өләсәй хәлде белеп тора... Уҡыуымды һорашып, ҡатыҡҡа ҡаймаҡ туҡып бирҙе. Ҡабат Абзанға барыу тураһында һүҙ ҙә булманы! Ошоноң менән минең уҡыу тамамланды.
 
Юл 874 ⟶ 1116:
'''Һуғыш башланды'''
 
Ғәҙәттегесә мин скрипкала, Абдрахман Арсланов – гармунда уйнап, бер көтөү йәштәр 4 сакрым алыҫлыҡтағы Ҡырғыҙ ауылына барып бер аҙ бейешеп – йырлашып, кире Уртауылға килдек. Кис йылы. Ай яҡты. Киттек Үргауылға – 1саҡрым1 саҡрым. Был ауыл пожар яраһынан төҙөкләнгән, матурайған. Беҙ зыҡ куптырып уйнап-йырлап, клуб тапҡырында, ауыл уртаһында туҡтаныҡ. Уйынсыл кеше ятып түҙәме ни! Унан да, бынан да йәштәре лә, урта йәштәре лә, ҡарар өсөн ҡарттары ла килгәндәр. Үргауылда уйын дәртле лә, ҡыҙыу ҙа барҙы. Беҙ ҙә ҡапыл ғына боролоп, Уртауылға ҡайтып ингәнсә йырлашып ҡайтып таралыштыҡ.
 
Ай тын ғына яҡтырта... Төн йылы, ҙур тынлыҡ! Бер тауышта юҡ! Эттәрҙә өрмәй! Мин соланда йәйелгән урыныма ятыу менән ниндәйҙер ләззәт, рәхәтлек тойоп ятып йоҡлағанмын! Йоҡо аралаш мәгәзәй янында пожарник даң-доң килтереп ҡаҡҡанын ишетеп ҡалам да тағы йоҡлайым! 23 июндең иртәһе ине. Әсәй миңә:
Юл 893 ⟶ 1135:
 
Ошо уҡ көндө ауылға әллә ун биш, әллә егерме пар атлы фургон еккән һалдаттар һолоға килде. Келәт буш.Һис һүҙһеҙ 20-25 цнтнер һоло тейәтеп ебәрергә кәрәк. Районҙәгенән уполномоченныйҙа килеп етте. Кәнсәгә индек. Төрлөсә фкер йөрөтәләрҙә, бер ниндәй һығымтаға килә алмайҙар. Шул саҡ минең Сәфәрғәле абзыйым Әнгәрсе буйындағы һоло ап-аҡ булып бешкән! Бөтә ауыл, бала-сағаға хәтле, күнәк менән яңы бешкән һолоно ябырылып ҡул менән һыпырып йыйҙы. Елгәртеп, үлсәй һалып, фургондарға тейәнек. Был эш бик тиҙ эшләнде. Күмәк кеше ни ғуя! Фашистарҙы еңер өсөн тип шул тиклем тырыштылар. Һалдаттар был һолоно Саракташ станцияһына алып китте...
Баштары һыпырылған һабаҡтар “еңеләйҙек” тигәндәй, емһеҙ-йәмһеҙ ҡалдылар! Нисек кенә булмаһын, кәрәкле һоло йыйналды, задание үтәлде!Шулай итеп, фашистарға ҡаршы һуғышсылары был тәүге ярҙам булды.
Һәр кем һуғыш ана бөтөр, бына бөтөр тип өмөтләнде. Ләкин ауылдағы йәш ирҙәр военкоматтҡа китә торҙолар, ҡабат әйләнеп ҡайтыусы булманы! Оҙайлы, ҡан ҡойошло, ауыр һуғыш көсәйҙе генә!
Шулай итеп, фашистарға ҡаршы һуғышсылары был тәүге ярҙам булды.
 
Һәр кем һуғыш ана бөтөр, бына бөтөр тип өмөтләнде. Ләкин ауылдағы йәш ирҙәр военкоматтҡа китә торҙолар, ҡабат әйләнеп ҡайтыусы булманы! Оҙайлы, ҡан ҡойошло, ауыр һуғыш көсәйҙе генә!
'''Шәмисламды тырматам'''
 
Сәлимов Шәмисламдың атаһы, япон һуғышы инвалиды, тракторҙарҙы ҡарауыллай ине. Егерме алтынсы июндә трактор станында алты колесный трактор “эшһеҙ” тороп ҡалды. Алты тракторист бер көндө фронтҡа алынды. Ҡыр тып-тын. Тракторҙар йәтим кеүек торалар. Шәмислам, мин, Мәхүп, Ғәшиә дүрт тракторҙы йөрөтөп, эшкә тотондоҡ. Беҙгә ҡуйығыҙ йәки һәйбәт иттегеҙ, тигән кеше юҡ. Үҙ белдегебеҙ менән эшләйбеҙ. Июль баштарында Абзандан МТС директоры Турьянов, гл. механик Лопатин килделәр. Әрләрҙәр, тип ҡурҡып ҡына яндарына килдек. Улар беҙгә шат булды. Эшләргә рөхсәт биреп, үҙҙәре лә ҡыуанып китеп барҙылар.
 
Өсөнсө июлдән беҙгә хеҙмәт кенәгеһенә тракторист тип яҙа башланылар. Шулай итеп, ошо көндән ҡырҡ икенсе йылдың аҙағына тиклем беҙ Абзан МТС-ның тракторсылары булдыҡ. Көнбағыштың башын йыйып ырҙынға алғас, ялан көнбағыш һабағы менән ҡыйланып ятып ҡалды. Ошо ҡый-һабаҡты тырматып, яланды таҙаларға кәрәк. Һәр беребеҙгә икешәр ҡат һигеҙ тимер тырмалар тағылған. Шәмисламдың тракторы боҙолоп, ултырып ҡалды. Был төшкө аштан һуң ине. Мин тырматып йөрөйөм.
Сәлимов Шәмисламдың атаһы, япон һуғышы инвалиды, тракторҙарҙы ҡарауыллай ине. Егерме алтынсы июндә трактор станында алты колесный трактор “эшһеҙ” тороп ҡалды. Алты тракторист бер көндө фронтҡа алынды. Ҡыр тып-тын. Тракторҙар йәтим кеүек торалар. Шәмислам, мин, Мәхүп, Ғәшиә дүрт тракторҙы йөрөтөп, эшкә тотондоҡ. Беҙгә ҡуйығыҙ йәки һәйбәт иттегеҙ, тигән кеше юҡ. Үҙ белдегебеҙ менән эшләйбеҙ. Июль баштарында Абзандан МТС директоры Турьянов, гл. механик Лопатин килделәр. Әрләрҙәр, тип ҡурҡып ҡына яндарына килдек. Улар беҙгә шат булды. Эшләргә рөхсәт биреп, үҙҙәре лә ҡыуанып китеп барҙылар.
- Кискегә туҡтағанда, минең тракторҙы һөйрәтеп станға төшөрәйек, - тине Шәмислам.
 
Мин, әйҙә хәҙер уҡ илтәйек, тиһәм дә, тыңламаны, эшләп бөткәс, тине.
Өсөнсө июлдән беҙгә хеҙмәт кенәгеһенә тракторист тип яҙа башланылар. Шулай итеп, ошо көндән ҡырҡ икенсе йылдың аҙағына тиклем беҙ Абзан МТС-ның тракторсылары булдыҡ. Көнбағыштың башын йыйып ырҙынға алғас, ялан көнбағыш һабағы менән ҡыйланып ятып ҡалды. Ошо ҡый-һабаҡты тырматып, яланды таҙаларға кәрәк. Һәр беребеҙгә икешәр ҡат һигеҙ тимер тырмалар тағылған. Шәмисламдың тракторы боҙолоп, ултырып ҡалды. Был төшкө аштан һуң ине. Мин тырматып йөрөйөм.
Минең сиденье артына ултырып, тәмәке төрә ине. Мин уға әйләнеп ҡарамағаным әле. Ҡабыҙырға уйлаған да, йығылып тырма аҫтында ҡалған! Әйләнеп ҡараһам, Шәмислам яртылаш иңкәйгән, әллә илай, әллә көлә! Аңлауы ҡыйын. Минең трактор артынан 15-20 метр аралыҡта килә. Өҫтө ғәләмәт саң, бысраҡ! Бит, ҡул да ҡап-ҡара!. Өҫ кейеме ялбырлап өҙгәләнгән! Ҡаранымда, уның ҡилбәтһеҙ килеүенән, ҡияфәтенән тыйыла алмай көләм. Бер алға, бер уға ҡарайым. Ер башына Нурислам олатай һикрәңләп йүгерә, беҙгә табан килә. Уға ҡарап мин, һикрәңләүен ҡыҙыҡ күреп тағы көләм. Тракторҙы туҡтатам.
– Кискегә туҡтағанда, минең тракторҙы һөйрәтеп станға төшөрәйек, - тине Шәмислам.
- Шәмисламды нишләп тапаттың!? Нишләп тырматтың!? – тип аҡыра.
 
Мин аптырап киттем. Алыҫтан уҡ шулай асыулы ҡысҡырып килеүенә ғәжәпләнәм. Шәмислам да минең янға килде. Ул илай икән. Тәмәке ҡабыҙам тип, тырма аҫтында ҡалған. Уның өҫтөнән ике ҡатлы теҙелгән кәм тигәндә ике-өс ө тырматҡан! Күлдәге лыс ҡан! Нурислам олатай килеп етер-етмәҫ миңә таяғы менән ынтылғайны, мин ситкә йүгерҙем. Ҡарт Шәмисламдың кейемдәрен һалдырып тәнен ҡарай башланы. Мин нишләргә белмәйем.
Мин, әйҙә хәҙер уҡ илтәйек, тиһәм дә, тыңламаны, эшләп бөткәс, тине.
- Әһлитдин, кил, кил бында! Һуҡмайым, теймәйем! – тип ҡысҡырғас ҡына, янына килдем. - Ярай әле, эре, үткер тешле тырмалар күҙен, йә эсен яра батып инмәгән!
Минең сиденье артына ултырып, тәмәке төрә ине. Мин уға әйләнеп ҡарамағаным әле. Ҡабыҙырға уйлаған да, йығылып тырма аҫтында ҡалған! Әйләнеп ҡараһам, Шәмислам яртылаш иңкәйгән, әллә илай, әллә көлә! Аңлауы ҡыйын. Минең трактор артынан 15-20 метр аралыҡта килә. Өҫтө ғәләмәт саң, бысраҡ! Бит, ҡул да ҡап-ҡара!. Өҫ кейеме ялбырлап өҙгәләнгән! Ҡаранымда, уның ҡилбәтһеҙ килеүенән, ҡияфәтенән тыйыла алмай көләм. Бер алға, бер уға ҡарайым. Ер башына Нурислам олатай һикрәңләп йүгерә, беҙгә табан килә. Уға ҡарап мин, һикрәңләүен ҡыҙыҡ күреп тағы көләм. Тракторҙы туҡтатам.
Шәмисламдың ҡабырғаларында, арҡа-ултырыштарында яралар бар. Әлдә генә үтә ҡурҡыныс түгел. Станға ҡайтҡас, йыуынырға эшкашыуын күргәс, мин шатландым. Таҙа кейемдәрен кейеп алғас, мин бөтөнләйе тиерлек тынысландым. Олатай ҙа көлөп:
 
- Ошонан һуң тәмәке менән булышма, малай! Ғәйеп үҙеңдә булған икән! Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт инде, һаҡланы үҙеңде! – тине.
– Шәмисламды нишләп тапаттың!? Нишләп тырматтың!? – тип аҡыра.
Икебеҙ ҙә һуғыштан яраланып ҡайттыҡ. Мин ғәиләм менән Муйнаҡҡа ҡунаҡҡа ҡайтҡанда, Шәмисламдарҙа туҡтар инем. Элеккене иҫләп , яра эҙҙәрен күрһәтер ине.
 
Мөхәббәтме?
Мин аптырап киттем. Алыҫтан уҡ шулай асыулы ҡысҡырып килеүенә ғәжәпләнәм. Шәмислам да минең янға килде. Ул илай икән. Тәмәке ҡабыҙам тип, тырма аҫтында ҡалған. Уның өҫтөнән ике ҡатлы теҙелгән кәм тигәндә ике-өс ө тырматҡан! Күлдәге лыс ҡан! Нурислам олатай килеп етер-етмәҫ миңә таяғы менән ынтылғайны, мин ситкә йүгерҙем. Ҡарт Шәмисламдың кейемдәрен һалдырып тәнен ҡарай башланы. Мин нишләргә белмәйем.
Тәрән көҙ. Ер туңды. Тракторҙарҙы Абзанға МТС-ҡа ремонтларға ҡыуып килтерҙек. Бында төрлө ауылдарҙан трактористар килгәндәр. Беҙ инде колесный тракторҙа түгел, ә утын яғып эшләгән газогенератор тракторында эшләй инек. Кәрәсин юҡ, был “генератор” тракторҙарҙын утын яғып йөрөтәбеҙ.
 
Абзан МТС-ның ҙур, һыуыҡ цехында йылынырға тимер мейес-буржуйка янына киләбеҙ. Йәштәр бит, йырлайбыҙ, көлөшәбеҙ. Мин бер йыр башлауыма, Нурия тигән ҡыҙ ҡушылды. Бик шәп йырлағанбыҙҙыр инде, башҡа тракторсылар ҙа, Турьянов, Лопатиндар тыңлап торғандар. Беҙ тынғас, көслө ҡул сабыу, йырлауыбыҙҙы һорап тәки йырлаттылар. Йылы һүҙҙәр әйттеләр. Тора-бара нишләптер минең Нурияны йыш күрәһем килә башланы! Ләкин мин дә, ул да бер һүҙ әйтешмәнек. Киреһенсә, Нурия минән оялған кеүек, ситләшә... Башҡа иптәштәр, йәштәр беҙҙе пар килдегеҙ тип йыш әйтәләр. Маҡтайҙар. Нурия ла, йәнәһе, үҙе лә әйткән, тиҙәр. Йырлауҙар ҡабатланып торҙо, әммә беҙ үҙ-ара бер ауыҙ һүҙ һөйләшкәнебеҙ булманы. Мин Нурияны күрһәм, оялам, нисектә уның менән ҡалмаҫҡа тырышам! Ә ул минән батырыраҡ. Клубта концерт ҡуябыҙ. Нурия айырым йырлай, шунан беҙ икәүләп.
– Әһлитдин, кил, кил бында! Һуҡмайым, теймәйем! – тип ҡысҡырғас ҡына, янына килдем. - Ярай әле, эре, үткер тешле тырмалар күҙен, йә эсен яра батып инмәгән!
- Ошондай ауыр һуғыш барған саҡта, кешеләр йыр-моңға мохтаж! Ниндәй баш тартыу! Оят! – тип, беҙҙе күндерҙеләр.
 
Йырлап сыҡҡас, Нурия миңә һыйынып, иркәләнеп, мөләйем генә:
Шәмисламдың ҡабырғаларында, арҡа-ултырыштарында яралар бар. Әлдә генә үтә ҡурҡыныс түгел. Станға ҡайтҡас, йыуынырға эшкашыуын күргәс, мин шатландым. Таҙа кейемдәрен кейеп алғас, мин бөтөнләйе тиерлек тынысландым. Олатай ҙа көлөп:
- Әһли! Шулайҙа халыҡ беҙҙе ҡайһылай яратты! – ти.
– Ошонан һуң тәмәке менән булышма, малай! Ғәйеп үҙеңдә булған икән! Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт инде, һаҡланы үҙеңде! – тине.
 
Икебеҙ ҙә һуғыштан яраланып ҡайттыҡ. Мин ғәиләм менән Муйнаҡҡа ҡунаҡҡа ҡайтҡанда, Шәмисламдарҙа туҡтар инем. Элеккене иҫләп , яра эҙҙәрен күрһәтер ине.
 
'''Мөхәббәтме?'''
Тәрән көҙ. Ер туңды. Тракторҙарҙы Абзанға МТС-ҡа ремонтларға ҡыуып килтерҙек. Бында төрлө ауылдарҙан трактористар килгәндәр. Беҙ инде колесный тракторҙа түгел, ә утын яғып эшләгән газогенератор тракторында эшләй инек. Кәрәсин юҡ, был “генератор” тракторҙарҙын утын яғып йөрөтәбеҙ.
Абзан МТС-ның ҙур, һыуыҡ цехында йылынырға тимер мейес-буржуйка янына киләбеҙ. Йәштәр бит, йырлайбыҙ, көлөшәбеҙ. Мин бер йыр башлауыма, Нурия тигән ҡыҙ ҡушылды. Бик шәп йырлағанбыҙҙыр инде, башҡа тракторсылар ҙа, Турьянов, Лопатиндар тыңлап торғандар. Беҙ тынғас, көслө ҡул сабыу, йырлауыбыҙҙы һорап тәки йырлаттылар. Йылы һүҙҙәр әйттеләр. Тора-бара нишләптер минең Нурияны йыш күрәһем килә башланы! Ләкин мин дә, ул да бер һүҙ әйтешмәнек. Киреһенсә, Нурия минән оялған кеүек, ситләшә... Башҡа иптәштәр, йәштәр беҙҙе пар килдегеҙ тип йыш әйтәләр. Маҡтайҙар. Нурия ла, йәнәһе, үҙе лә әйткән, тиҙәр. Йырлауҙар ҡабатланып торҙо, әммә беҙ үҙ-ара бер ауыҙ һүҙ һөйләшкәнебеҙ булманы. Мин Нурияны күрһәм, оялам, нисектә уның менән ҡалмаҫҡа тырышам! Ә ул минән батырыраҡ. Клубта концерт ҡуябыҙ. Нурия айырым йырлай, шунан беҙ икәүләп.
– Ошондай ауыр һуғыш барған саҡта, кешеләр йыр-моңға мохтаж! Ниндәй баш тартыу! Оят! – тип, беҙҙе күндерҙеләр.
Йырлап сыҡҡас, Нурия миңә һыйынып, иркәләнеп, мөләйем генә:
 
– Әһли! Шулайҙа халыҡ беҙҙе ҡайһылай яратты! – ти.
 
Мин дә ҡосаҡлағандай булдым да, ситләштем.
 
- Ә һин ҡурҡаҡ! – тип көлдө Нурия.
– Ә һин ҡурҡаҡ! – тип көлдө Нурия.
Һуғышҡа китәм
 
Яҙ, йәй, көҙ колхозда тракторҙа эшләнек. Октябрҙең аҙаҡтарында МТС-ҡа алып килеп тағы ремонт эшен башланыҡ. Шул уҡ саҡта 15 көн военный обучениела булдыҡ. Бер айлы кисен, ҡыш, Мәхүп апай, Нурия, мин урамда, прогулкала. Тын. Төн матур. Мәхүп йомош менән инеп китте. Икәү ҡалдыҡ.
'''Һуғышҡа китәм'''
- Әйҙә, йырлайыҡ! – ти Нурия. Ул башланы. Мин ҡушылдым. Дүрт-биш йыр йырланыҡ. Яҡынлыҡ һөйләшеүебеҙ юҡ. Оялабыҙ асыҡ “яратам” тиергә.
 
1942-се йылдың 31 декабрь көнө буйы цехта эшләп беҙ дүртәүләп өйгә ҡайтабыҙ. Итле аш бешә, еҫе әйтә. Ауылдан Хәмиҙә апай килгән. Алай-былай иҫәнләшеп, һорашып, йыуынғас аш ашарға саҡырҙылар. Өй хужаһы Егетбай ағай өҫтәлгә бер шешә араҡы ла ҡуйыла. Аптырайбыҙ: араҡы нимәгә, кем эсә? Хәлимә апай, мин Шәмислам менән икегеҙҙе алырға килдем, военкомат саҡырта, ти. Быны ишетеп, беҙ берҙә ҡаушаманыҡ. Шул саҡ Мәхүп апай Нурияны саҡырайыҡ тине лә сығып та йүгерҙе. Ун- ун биш минуттан икәүләп килеп тә инделәр. Ашарға ултырҙыҡ. Араҡыны етегә бүлеп ҡойҙолар. Хәлимә апай , иртәгә, 1943 йылдың 1 ғинуар көнөндә район үҙәгендә , Иҫәнғолда, булырға тейешлегебеҙҙе әйтте. Төкәштерҙек. Беҙ бишебеҙҙә эсмәнек. Хужалар менән Хәлимә апай ғына эстеләр. Аштан һуң сәйгә туҡтаманыҡ. Сығып атты бороп, ҡуҙғалып та киттек. Тик беҙ генә йәйәү. Шартуғайҙы үтеп бер аҙ барғас:
Яҙ, йәй, көҙ колхозда тракторҙа эшләнек. Октябрҙең аҙаҡтарында МТС-ҡа алып килеп тағы ремонт эшен башланыҡ. Шул уҡ саҡта 15 көн военный обучениела булдыҡ. Бер айлы кисен, ҡыш, Мәхүп апай, Нурия, мин урамда, прогулкала. Тын. Төн матур. Мәхүп йомош менән инеп китте. Икәү ҡалдыҡ.
- Ярар инде, ҡыҙҙар! Һеҙгә ҡайтырға алыҫ булып китер! – тинек.
– Әйҙә, йырлайыҡ! – ти Нурия. Ул башланы. Мин ҡушылдым. Дүрт-биш йыр йырланыҡ. Яҡынлыҡ һөйләшеүебеҙ юҡ. Оялабыҙ асыҡ “яратам” тиергә.
Туҡтаныҡ. Ошо саҡ ҡул биреп хушлашабыҙ. Нурияның ҡулдары ҡалтырай. Башын минең түшкә терәп:
 
- Ярай, Әһли, бәлки, хат яҙырһың, - тине лә Нурия, ситкә тайпылды.
1942-се йылдың 31 декабрь көнө буйы цехта эшләп беҙ дүртәүләп өйгә ҡайтабыҙ. Итле аш бешә, еҫе әйтә. Ауылдан Хәмиҙә апай килгән. Алай-былай иҫәнләшеп, һорашып, йыуынғас аш ашарға саҡырҙылар. Өй хужаһы Егетбай ағай өҫтәлгә бер шешә араҡы ла ҡуйыла. Аптырайбыҙ: араҡы нимәгә, кем эсә? Хәлимә апай, мин Шәмислам менән икегеҙҙе алырға килдем, военкомат саҡырта, ти. Быны ишетеп, беҙ берҙә ҡаушаманыҡ. Шул саҡ Мәхүп апай Нурияны саҡырайыҡ тине лә сығып та йүгерҙе. Ун- ун биш минуттан икәүләп килеп тә инделәр. Ашарға ултырҙыҡ. Араҡыны етегә бүлеп ҡойҙолар. Хәлимә апай , иртәгә, 1943 йылдың 1 ғинуар көнөндә район үҙәгендә , Иҫәнғолда, булырға тейешлегебеҙҙе әйтте. Төкәштерҙек. Беҙ бишебеҙҙә эсмәнек. Хужалар менән Хәлимә апай ғына эстеләр. Аштан һуң сәйгә туҡтаманыҡ. Сығып атты бороп, ҡуҙғалып та киттек. Тик беҙ генә йәйәү. Шартуғайҙы үтеп бер аҙ барғас:
- Әһли! Ни эшләүең! Нурияны бер ҡосаҡлар инең дә үбер инең! Оҙаҡҡа айырылаһығыҙ бит! Йәшерһәгеҙҙә, яратышаһығыҙ бит! – тип үпкәләп тә ҡуйҙы Мәхүп апай.
 
Өндәшмәнек. Ултырҙыҡ та китеп барҙыҡ. Улар беҙ күҙҙән яҙғансы бер урында тороп ҡарап ҡалдылар.
– Ярар инде, ҡыҙҙар! Һеҙгә ҡайтырға алыҫ булып китер! – тинек.
Эй, йүләр, ҡыйыуһыҙ йәшлек! Был беҙҙең заман тәрбиә-тәртибе ине шул!
Өйҙә
Туҡтаныҡ. Ошо саҡ ҡул биреп хушлашабыҙ. Нурияның ҡулдары ҡалтырай. Башын минең түшкә терәп:
Беҙҙең өйҙә туҡтаныҡ. Төркөм-төркөм ауыл кешеләре тора. Иҫәнләшеп өйгә индек. Кешеләр таралышты. Урындыҡта ашарға әҙерләнгән. Ит, аш килтерҙеләр. Ғәлиәхмәт, Миңлеғәлеләр, Шәмисламдың да ата-әсәләре бар. Беҙҙе ашаттылар. Әле Ғәлиәхмәт, Миңлеғәле, Шәмисламдарға инәһе бар. Ныҡ ашамағыҙ, тип иҫкәртәләр. Бөтә өйҙәрҙә лә халыҡ шығырым тулы. Беҙҙе түргә ултырталар. Аш, ниндәйҙер закуска, балдан ҡойған бал, араҡы килтерҙеләр. Беҙ дүртебеҙ ҙә эсеүҙән ҡәтғи баш тарттыҡ. Көсләшһәләр ҙә эсмәнек. Бынан һуң башҡалар ҙа эсергә теләһәләр ҙә баҙнат итмәгәндәрҙер. Әҙ-маҙ ашап-эстек тә кучерҙың ҡуҙғалдыҡ тиеүе булды, сығып санаға ултырҙыҡ. Бында дүрт тоҡ. Беҙҙең аҙыҡ. Ауыл осона тиклем оҙатып тороп ҡалдылар бөтәһе лә.
 
Әйткәндәй, Нурислам олатай ҙа, ҡарт та, калека ла булһа ла, трудармияға алынған булған. Ул ҡайҙалыр, нисектер үлеп ҡалған, кире ҡайтманы.
– Ярай, Әһли, бәлки, хат яҙырһың, - тине лә Нурия, ситкә тайпылды.
Военкомат
 
Иртә менән Иҫәнғолға килдек. Бер-ике сәғәттә барлап, 8 һумдан аҡса биреп, сана янынан китмәҫкә ҡушылды. Башҡа аттар ҙа килтерҙерҙеләр. Теҙҙеләр. Йөҙгә яҡын ат. Дүрт-биш призывник-возчик. Халыҡтың күплеге! Ҡуҙғалдыҡ! Осо-ҡырыйы күренмәй. Ике-өс саҡрымдан яртыһын кире борҙолар. Самокин тигән ауылға килдек. Беҙ бер өйгә 12 кеше төштөк. Ике ҙур өй. Урын күп. Ашау-эсеү юҡ! Ныҡ арытылған, иҙәнгә нисек тура килде, шулай йығылдыҡ. Бында бер ят ҡыҙ ҙа бар.
– Әһли! Ни эшләүең! Нурияны бер ҡосаҡлар инең дә үбер инең! Оҙаҡҡа айырылаһығыҙ бит! Йәшерһәгеҙ ҙә, яратышаһығыҙ бит! – тип үпкәләп тә ҡуйҙы Мәхүп апай.
Өндәшмәнек. Ултырҙыҡ та китеп барҙыҡ. Улар беҙ күҙҙән яҙғансы бер урында тороп ҡарап ҡалдылар.
 
Эй, йүләр, ҡыйыуһыҙ йәшлек! Был беҙҙең заман тәрбиә-тәртибе ине шул!
 
'''Өйҙә'''
 
Беҙҙең өйҙә туҡтаныҡ. Төркөм-төркөм ауыл кешеләре тора. Иҫәнләшеп өйгә индек. Кешеләр таралышты. Урындыҡта ашарға әҙерләнгән. Ит, аш килтерҙеләр. Ғәлиәхмәт, Миңлеғәлеләр, Шәмисламдың да ата-әсәләре бар. Беҙҙе ашаттылар. Әле Ғәлиәхмәт, Миңлеғәле, Шәмисламдарға инәһе бар. Ныҡ ашамағыҙ, тип иҫкәртәләр. Бөтә өйҙәрҙә лә халыҡ шығырым тулы. Беҙҙе түргә ултырталар. Аш, ниндәйҙер закуска, балдан ҡойған бал, араҡы килтерҙеләр. Беҙ дүртебеҙ ҙә эсеүҙән ҡәтғи баш тарттыҡ. Көсләшһәләр ҙә эсмәнек. Бынан һуң башҡалар ҙа эсергә теләһәләр ҙә баҙнат итмәгәндәрҙер. Әҙ-маҙ ашап-эстек тә кучерҙың ҡуҙғалдыҡ тиеүе булды, сығып санаға ултырҙыҡ. Бында дүрт тоҡ. Беҙҙең аҙыҡ. Ауыл осона тиклем оҙатып тороп ҡалдылар бөтәһе лә.
 
Әйткәндәй, Нурислам олатай ҙа, ҡарт та, калека ла булһа ла, трудармияға алынған булған. Ул ҡайҙалыр, нисектер үлеп ҡалған, кире ҡайтманы.
 
'''Военкомат'''
 
Иртә менән Иҫәнғолға килдек. Бер-ике сәғәттә барлап, 8 һумдан аҡса биреп, сана янынан китмәҫкә ҡушылды. Башҡа аттар ҙа килтерҙерҙеләр. Теҙҙеләр. Йөҙгә яҡын ат. Дүрт-биш призывник-возчик. Халыҡтың күплеге! Ҡуҙғалдыҡ! Осо-ҡырыйы күренмәй. Ике-өс саҡрымдан яртыһын кире борҙолар. Самокин тигән ауылға килдек. Беҙ бер өйгә 12 кеше төштөк. Ике ҙур өй. Урын күп. Ашау-эсеү юҡ! Ныҡ арытылған, иҙәнгә нисек тура килде, шулай йығылдыҡ. Бында бер ят ҡыҙ ҙа бар.
- Мин Мея- Мей. Атам поляк, - тип миңә һырлығып, яурыныма ҡулын һалды ла: Һинең яратҡан ҡыҙың бармы? Армияға. Һуғышҡа китәһеңме?- тип төпсөнә башланы.
Ырғып тороп сығып киттем да ошондай ҡыҙҙар ҙа бар икән тип аптыраным. Ул минең арттан – тышҡа. Мин – эскә инәм. Саҡ ҡотолдом.