Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
879 юл:
– Әсәй! Һин бандитты ҡарарға бар, тиһең! Унда бандит юҡ! Сынйырлы, ҙур мыйыҡлы бер кеше генә! Бандит тугел, - тим.
 
{{Текс тураһында
| ИСЕМ =Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре
| АВТОР =
| АВТОРҺЫҘ =
| АВТОРҘАР =
| АВТОР1 =
| ОРИГИНАЛ ТЕЛЕ =
| ОРИГИНАЛДА ИСЕМ=
| ТӘРЖЕМӘСЕ =
| ЙӨКМӘТКЕҺЕ =
| ИЖАД ИТЕЛЕҮ ВАҠЫТЫ =
| НӘШЕР ИТЕЛЕҮ ВАҠЫТЫ =
| СЫҒАНАҠ =
| ТӘҮҘӘРӘК =[[Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре/4-се бүлек]]
| ҺУҢЫРАҠ =[[Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре/3-сө бүлек]]
}}
'''5-се бүлек'''
 
'''Военкомат'''
 
Иртә менән Иҫәнғолға килдек. Бер-ике сәғәттә барлап, 8 һумдан аҡса биреп, сана янынан китмәҫкә ҡушылды. Башҡа аттар ҙа килтерҙерҙеләр. Теҙҙеләр. Йөҙгә яҡын ат. Дүрт-биш призывник-возчик. Халыҡтың күплеге! Ҡуҙғалдыҡ! Осо-ҡырыйы күренмәй. Ике-өс саҡрымдан яртыһын кире борҙолар. Самокин тигән ауылға килдек. Беҙ бер өйгә 12 кеше төштөк. Ике ҙур өй. Урын күп. Ашау-эсеү юҡ! Ныҡ арытылған, иҙәнгә нисек тура килде, шулай йығылдыҡ. Бында бер ят ҡыҙ ҙа бар.
 
– Мин Мея-Мей. Атам поляк, - тип миңә һырлығып, яурыныма ҡулын һалды ла: Һинең яратҡан ҡыҙың бармы? Армияға, һуғышҡа китәһеңме?- тип төпсөнә башланы.
 
Ырғып тороп сығып киттем да ошондай ҡыҙҙар ҙа бар икән тип аптыраным. Ул минең арттан – тышҡа. Мин – эскә инәм. Саҡ ҡотолдом.
Иртәнге туғыҙҙа Сараҡташ станцияһына киттек. Кискә саҡ килеп еттек. Кемдең квартираһы бар, барырға рөхсәт иттеләр. Әсәйем менән Миңлеғәленең әсәһе килеп еттеләр, беҙҙе осратып, күмәкләп апай-еҙнәйҙәргә килдек. Иртәгеһен кискә тиклем көттөрҙөләр. Бына киттек поезд менән. Тимер юлында һанһыҙ туҡталыш! Өсөнсө көн генә 90 км үтеп Ырымбурға килеп еттек.
 
'''Тоцк'''
 
Ырымбур аша Тоцк хәрби лагергә килтерҙеләр. Лагерь яҡын, йәйәүләп барабыҙ, тинеләр. Стройға ла теҙмәнеләр. Ҡапҡанан сыҡҡанда мал һанаған кеүек һанап үткәрҙеләр ҙә, йәйәү киттек. 7-8 км үткәс, бер оҙон землянкаға индек. . Ике ҡатлы урындыҡ ситән һалам ябылған.
Ошонда ун-ун биш көн йәшәнек. Һалам араһы шытырҙай эре-эре ап-аҡ беттән. Ныҡ беткә сумдыҡ. Мунсаға барҙыҡ. Тышта ҡаты һыуыҡ. Йылымыс һыу менән йыуынып сығыуға хәрби кейем кейҙек. Беребеҙҙе икенсебеҙ танымай. Башта йондоҙло кәпәс, брезент бушлат, күлмәк-ыштан, ботинкалар, обмотка... Үҙ кейемдәребеҙҙе тоҡҡа һалдыҡ. адресын ҡағыҙға яҙып.
 
Икенсе баракка ҡайттыҡ. Бында яҡты, йылы. Ике пар одеял менән ҡапланған. Икенсеһе ябынырға. Ашау хөрт. Маршовый рота төҙөлә, тинеләр. Беҙҙең күбебеҙ эләктек. Поезд менән алып киттеләр. Ҡайҙа - белгән юҡ.
 
Мин Шәмислам, Ғәлиәхмәт, Миңлеғәлеләрҙән айырылдым. Улар ҙа бер-береһенән айырылғандар. Тоцкиҙа айҙан ашыу булғанмындыр. Бер заман фамилия менән саҡырып алып киттеләр. Лагерҙың икенсе өлөшөндә шундай уҡ землянкала тора башланыҡ. Бында күп ташламалар. Мунсанан һуң яңынан кейендереп, строй менән Ырымбур вокзалына килдек. 2-3 көн бында булдыҡ. Тағыла поезд менән киттек.
 
'''Окоп, окоп, окоп'''
 
Поезда товарный вагондарҙа барабыҙ. Уртала – тимер мейес – буржуйка. Гел генә яҡһаң, тиҙ ҡыҙҙара. Ҡурҡыныс. Аҙ яҡһаң – һыуыҡ. Консерва, сухари – аша. Һыу – эс. Йыуыныуҙы оноттоҡ. Ҡайсаҡ бик оҙаҡ яланда торабыҙ. Ҡайсаҡ шәп барабыҙ.Бер тапҡыр беҙҙең ҡаршыға эшелон килеп туҡтаны. Унан раненныйҙар сығалар-инәләр. Һуғыштан инвалид булып ҡайтып баралар.
 
– Һинең шинелең өр-яңы! Мин ҡайтып барам... Шинелдәрҙе алмаштырайыҡ! Һин фронтҡа бараһың, әллә нисә шинель осрар! Бир инде – тип инәлә бит бер ҡаҙаҡ. Бирҙем.
Ауыл, станцияларҙа туҡтау юҡ. Гел ҡырҙа. Бер иртәлә вагондарҙан төшөрөп бер урман ҡырлауына килдек. Окопаться! Соҡор ҡаҙып, төшөп ултырҙыҡ. Һәр окопта ике кешебеҙ. Полевая кухня йылы аш килтереп яҡшы туйындырҙылар. Арытҡан. Окопта ултырған килеш бер ни белмәй йоҡлайбыҙ. Бер уянғанда – төн. Тынлыҡ. Барыһы ла йоҡлай. Обед килде. Күп кеше йөрөмәйбеҙ. Сират менән котелоктарға һалдырып алдырабыҙ. Көтмәгәндә команда: всем! Боевым маршем вперед! Снарядтар гөргөлдәгән яҡҡа – алғы һыҙыҡҡа барабыҙ. Артиллерия подготовкаһы туҡтамай беҙҙеке ата. Катюша ла ата. Уның снаряды күренеп оса! Ул бик көслө ҡорал. Яндыра, емерә! Шәп! Беҙгә лә ҡыуаныс. Унан – наступлениегә! Шуныһы ҡыуаныслы: бер генә отступление күрелмәне! Отступление – ҡурҡыныс хәл! Яраланып йығылған, әммә госпиталдә дауаланғас, йәшәрлек кешеләр йығылып ятып ҡала. Уларҙы фашистар атып үлтереп үтерҙәр ине!
 
 
Бына ошолай 1943 йылдың яҙы ла, йәйе лә булды. Июль-август. Эҫе! Каскаларҙы, артыҡ нәмәләрҙе вещмешоктан ташлап бөттөк. Шинель-скат ҡамыт кеүек муйынға эленгән. Шинелдәрҙе лә ташлап киттек. Алдағы көндәрҙә ней кейербеҙ – күҙ алдына килмәй.
 
'''Алма'''
 
Немецтар отступать иткәс, беҙ, һалдаттар, иркенерәк эркелешеп алға барабыҙ. Гел генә һуғыш – атыш булмай. “Воздух” тревогаһы алдан уҡ хәбәр ителә. Һәр беребеҙ йәшеренергә урын эҙләйбеҙ. Отбой – тағыла атлайбыҙ. Бына привал. Яҡын ғына ҡыуаҡлыҡ. Аранан бер ағастан ҡып-ҡыҙыл! Эре, бешкән алмалар күренә. Берәү ҙә бармай, алмай. Ял иткеһе килә. Мин ҡыҙығып, ағастан күҙ алмай өҫкә ҡарап ағасға барып еттем. Алмаға ынтылып , өҫкә күтәрелдем. Гимнастерканы салбарға тығып, иҙеүҙән эскә тыға башланым. Бер алма төшөп китте. Түбән ҡараһам – рогаткаларға арҡыры ағас ҡуйылған котелок эленгән. Өҫтө ап – аҡ күперек. Ут бик аҙ ғына янған да һүнгән. Ике яғынан ике һалдат ята! Улар икеһе лә үле. Эре йәшел себен, ҡуңғыҙҙар мәйеттәрҙе ҡаплаған.
 
Уларҙы күреп, мин ағас башынан мәйеттәр эргәһенә ҡолап төштөм. Нисек өҫтәренә йығылмағанмын! Тырмашып торҙом да йүгереп иптәштәр янына килеп, гимнастеркамды күтәрҙем дә алмаларҙы тупырҙатып ҡойолдорҙом. - Теләһәгеҙ, ашағыҙ, - тип көскә әйтә алдым. Комроты ла бында икән, уға һөйләнем күргәнемде. Ул санитарҙарға әйтергә кәрәк тигәйне лә, ошо моментта алға китергә команда булды. Ике һалдат ятып ҡалды. Хәбәр итеүсе булманы. Бына былар “без вести пропавшие” лар списогына эләктеләр тип фараз итергә генә ҡала.
 
'''Үлектәр'''
 
Фашистар сигенгән саҡта, беҙгә произвольно барырға рөхсәт ителә, тик ҡалышмаҫҡа, ныҡ таралышмаҫҡа. Алдан фашист самолетының килеүен иҫкәртеп торалар. Беҙ ҡалай етте шулай йәшенәбеҙ.: яр, соҡор, кювет, ағас араларына. Украин ере тигеҙ күренә, әммә тәрән, оҙон-оҙон бейек, текә ярлы валдар ҙа осрай. Беҙ вал буйлап киләбеҙ. Привал. Ял. Валдың иң төбөндә ҡояшҡа ялтырап баян ята. Берәү ҙә төшөргә теләмәй. Тәрән. Шул саҡ теүәккәләп төшөп киттем
Ярты вал төшкәс, ҡоро ҡыҙыл балсыҡ ҡом шикелле ишелеп мин шыуып килеп төштөм. Өр-яңы баян. Ҡайыштары ла файҙаланмаған. Төймәләрҙән тауышты тикшереп, арҡаға аҫтым да күтәрелмәксемн. Балсыҡ шыуа. Бик текә яр. Мин ҡат-ҡат тәгәрләп төшәм. Яр башында ҡарап торған һалдаттар минән көлә. Ахыры өҫкә киттем. Текә, өңөлөп торған яр аҫтында үлтерелгән, иҫәпһеҙ күп, кешеләр ята! Себен, ҡуңғыҙ шаулай, мыжлай. Ҡортлағандан гәүҙәләр ҡыбырлай Ҡурҡыныс! Ауыр еҫ!
 
Түбән йүгерҙем. Төшкән урында, өҫтә һалдаттар һаман тора. Минән хахылдап көләләр. Түбән төшһәм, тағын шундай урын, үлектәр! Ҡурҡыныс! Ҡара тир булып төшкән урынға килеп өҫкә үрмәләүҙән башҡа сара юҡ!
 
Бер офицер ремендәрҙе һалдырып, ялғатып оҙон бау эшләп төшөрҙөләр. Уның осона сытырмандай йәбешеүем булды, өҫкә, яр ситенә, һәй№№өйрәп тә сығарҙылар! Минең һөйләрлек тә хәл юҡ! Мин күргәндәрҙе һөйләгәс, көлөү ҡасты! Бер команда төшөп, тикшереп сыҡҡас:
 
– Собраться на митинг! – тигән приказ булды.
Ҡыҫҡа ғына фашистарҙың ҡанлыһығыҙын һөйләнеләр. Ҡыҫҡа ваҡытлы митинг үткәрҙеләр. Күргәндәрҙе һөйләп, бына ниндәй йыртҡыслыҡ эшләп киткән фашистар! Туған ил өсөн уларға бер ниндәй мәрхәмәтлек юҡ! Балаларҙы ла йәлләмәгәндәр, ҡәбәхәттәр!
 
'''Баянсы'''
 
– Баянды сығарғас, уйна инде, - тиҙәр.
 
Мин уйнай белмәйем. Баянист тә бик тиҙ табылды, баяғы баянда өҙҙөрөп уйнап ебәрҙе. Унан бейеү көйҙәренә күсеү менән һалдаттар беләләрме-юҡмы, бейергә керештеләр. Шулай, арыу- йонсоуҙы оноттороп, сихри музыка барыһында ла дәрт уятты. Ҡыҙыу бейешеү барғанда:
 
– Воздух! - тип тревога күтәрелде.
Тырым-тырағай һә тигәнсә бөтә һалдаттар юҡ булды. Фашист самолеттары күренеп, тиҙ арала килеп тә еттеләр. Инде бомбаға тоторҙар, ахыры! Шул саҡ беҙҙән алыҫ түгел минометтан шквальный күмәк зениткаларҙан ут астылар. Тәү тапҡыр шартлаған, яна-яна барып төшкән самолеттарҙы күрергә тура килде! Был беҙгә ҙур ләззәт, рәхәтлек, шатлыҡлы тын алыу бирҙе!
Кире ҡайтҡан самолеттар 3-4 – ҙән артманы.
 
– Отбой, вперед! - командаһы булғас, бер кемдең иҫе китмәй, баян янынан атлап үтәләр. Юлдың саңына ла иҫе китмәгәндәй, юл уртаһында һерәйеп гордо баян тороп ҡалды. Хәҙер уның бер кешегә лә кәрәге юҡ!
 
Түҙмәнем. Баянды арҡама йөкмәм алдым. Һуңынан мин был баянды поварға биреп киттем. Айырылмаҫ инем дә, мөмкин түгел! Ауыр шул!
'''Мөғжизәле осрашыу'''
 
Яҡтырғас, беҙҙекеләр ололар араһынан ауылдаштары, туғандары менән осрашалар. Шул саҡ беҙҙең эшелон һалдаты Муллануров:
 
– Урта Муйнаҡтан бер кеше, Ейәнсуранан, Муйнаҡ ауылынан берәйһе юҡмы тип һораша, - тине.
 
– Мин Ейәнсура! Мин – Урта Муйнаҡтан! Был кеше эргәһенә мине алып бар, - тип ҡысҡыра һалдым.
 
Барҙыҡ. Баяғы һорашыусы Урта Муйнаҡ ауылы уҡытыусыһы, скрипкасы Таһир ағай Ҡарабулатов булып сыҡты! Беҙ – ауылдаштар! (Ҡарабулатов Әнәс – уның улы, педагог, ул да скрипкасы. Хәҙер Өфөлә йәшәй. Уларҙың туғаны, Таһир ағайҙың бер туған ҡустыһы Рафиҡтың улы - билдәле музыкант Ҡарабулатов Рәсүл).
Таһир ағай миңә еҙнәй тейешле ине. Ағай тип әйтергә өйрәнгәс, ағай тинем дә ҡуйҙым. Бына ошондай мәхшәрҙә, һуғыш ваҡытында, туғандар осрашһын әле! 1943 йылдың май аҙағы – июнь баштарында... Яҡтыра башланы. Минең борсаҡ концентратынан бутҡа беште. Сәй ҡайнатып, ашап-эсеп алдыҡ. Эй, һүҙҙәрҙең күплеге! Ҡыҫҡа-ҡыҫҡа хәтирәләр, ҡайһы бер ҡыҙыҡтарҙы иҫкә төшөрөп, көлөшөп алдыҡ.
 
Ашап-эсеп бөтөүгә мин ағайға бер пакет борсаҡ концентраты бирҙем, ә ул миңә күп итеп көнбағыш колбаһы бирҙе! Колба- май сығартҡан ерҙә көнбағыш майын һығып, баҫым менән ҡыҫып сығарып алынған көнбағыш түпрәһе. Икмәк кеүек тәмле, майлы ашамлыҡ!
 
Таһир ағай менән ошо осрашыу аҙаҡҡыһы булған икән. Мин уны осратҡандан һуң ағай ҡаты яраланып, госпиталдә ятҡан, шунан ҡабаттан передовойға ебәргәндәр. Һуңынан инде, һөжүм ваҡытында, яу яланында ятып ҡалған. Был 1943 йылдың ноябре була. Ул гел фронтта, передовойҙа йөрөгән!
Беҙ передовойға ингәнсә, оҙаҡ ҡына урманда йәшәнек. Беҙҙән ауылдар, станция алыҫ булды. Яҙыу ҡыҫҡа булһын тип туҡталып тормайым. Тик шуныһы ғәжәп: ниндәй күп халыҡ араһында осраштыҡ! Һаман ошо осрашыуҙы онотоп булмай. Мөғжизәле осрашыу!
Таһир ағай ҡайта алманы...
 
'''Ҡоҙоҡ'''
 
Август айы. Эҫе. Һыу! Һыу! Тамаҡ ҡатты... Ҡайһы бер ауылдар тулыһынса емерелгән, яндырылған. Нигеҙ, мейес торбалары ғына һерәйешеп торалар. Ҡайһы бер ауылдар осрай ҡурсаҡ кеүек матур, бөтөн, төҙөк ! Бындайҙар элекке помещиктарҙың ауылдары. Хәҙер фашистар менән бергә ҡасҡандар. Украина ере, билдәле, уңдырышлы. Эшкәртелмәгән урын юҡ. Бөтә нәмә өлгөргән мәл. Ҡарбуз, ҡауын, помидор, ҡыяр, кәбеҫтә, кишер-шалҡан, картуф! Яланда кукуруза, арыш, арпа, борсаҡ, ҡара бойҙай. Эре-эре башлы көнбағыш. Айырым ҙур-ҙур майҙйндарҙа шылтырап ултырған мәк! Уларҙы күреп беҙ ғәжәпләндек. Фашистар опиум эшләү өсөн үҫтерткендәр!
 
Алда ҙур ауыл күренде. Ҡыуандыҡ! Һыу була, тип. Ауылға килеп ингәс, ҡоҙоҡ янына туҡтаныҡ. Оҙон сынйырлы ағас күнәк. Һыу сығарҙылар ҙа, алдағылар ҡоҫоп, төкөрөнөп ситкә йүгерҙеләр. Баҡһаң, фашистар тере кешеләрҙе баштүбән ошо ҡоҙоҡҡа ташлағандар! Килгән ауыл кешеләре фашистарҙың был вәхшиллеген һөйләй алмай, иланылар! Бына шулай фашист ҡанһыҙлығының сиге юҡ!
 
'''Малай'''
 
Фашистарҙы ҡыуалап киләбеҙ. Улар машина, мотоциклда ла, йәйәү ҙә һыпырталар. Был да шул 1943 йылдың август айында. Ауылға инеп киләбеҙ. Берәүҙәр ура ҡысҡыра, икенселәре йырлай, өсөнсөләре илап ҡаршы алалар. Квас, һыу сығаралар. Бер өйҙөң алдында ҡатын-ҡыҙ ике ҡулын алға һуҙып, беләктәренә арҡыры һалған үлек балаһын күтәреп тора. Үҙе бик әсе күҙ йәше түгеп, ҡысҡырып һөйләнеп, аҡырып та ебәрә, илай.
Сәбәбе: уның улы, алты-ете йәшлек малай немец телен белгән, уларса йырлағанда хатта. Бына был машиналарына тейәлеп үтеп барған фашистарға көтмәгәндә: Һеҙ Мәскәүҙе алдыҡ тип тә ҡысҡыраһығыҙ, Мәскәүҙе баҫып алыу түгел, уны күрмәнегеҙҙә! Ха-ха-ха! Хәҙер ҡуян кеүек ҡасаһығыҙ! – тип ҡысҡырып ебәргән. Кинәт машинаны туҡтаттылар ҙа бер фашист һикереп төшөүе булды, улым ишек алдына, унан һарайға ҡасты... Мин бер һүҙ әйтергә лә өлгөрмәнем, фашист һарайға инеүе булды, атыу тауышы ишетелде! Улымды атып ултереп, йүгереп барып машинаға менеүе булды, ҡуҙғалып та киттеләр! Ҡәһәрҙәр! Шулай һөйләнә-һөйләнә улын ҡосаҡлап, йәнөҙгөс тауыш менән илай башланы. Уны өйөнә индереп киттеләр, ә беҙ ары киттек.
 
'''Кортик'''
 
Наступлениеға барабыҙ. Артиллерия, “катюша”ларҙан һуң танктар ҙа ҡыуып етте! Фашистарҙы беҙ – пехота – уратып пленгә алдыҡ. Һөйләп-яҙыуы оҙон һымаҡ. Был бик тиҙ эшләнде. Пленныйҙарҙы ниндәйҙер отряд көтөү һымаҡ эркелдереп алып та китте. Саң-томан һауаны ҡапланы. Ҡояш ҡыҙарып ҡына яҡтырта. Әйтерһең дә, кис була башланы. Ошо саҡ беҙ фашистарҙың брустверына һикереп төштөк. Уның бейеклеге кәм тигәндә 1,5 метр.
Блиндажға иң тәүге булып керҙем. Фашистар бөтә нәмәһен ташлап ҡасҡан. Траншеяла ерҙән “тумбочка” ҡалдырылған. Өҫтө ебәк салфетка менән ябылған. Беҙҙең яҡҡа ҡараған траншея стенаһына ҙур ғына көҙгө батырылып ҡуйылған. Бер яғындағы кәштәлә - ҡырыныу приборҙары, икенсе яғында – помазок, һабын. Фашист офицерына һуғышта ла комфорт, привилегия!
Тумбочка янында яҫы ҡайышлы кортик. Кортиктың һабында, ҡынында алтын менән ниҙер яҙылған, именной! Мин үҙ ҡайышымды ташлап, быныһын быуып алдым. Кортик яҫы, яҡшы сталдән. Өр-яңы кеүек. Бер урында целлофан пакеттарға һауа инмәҫлек итеп йәбештерелгән икмәк буханкалары ята. Икмәккә “1939 бешерелгән” тип яҙылған. Шунда уҡ сынаяҡ аҫты ҙурлыҡта, һары-көрән төҫтә, түңәрәк һауыттар. Быларҙың һәр береһендә лә икмәк кеүек һыйыр майы тултырылған да печать ҡуйылған. Көс еткәнсә икмәк, май алып үҙ отделением барып, иптәштәргә бирҙем. Улар тиҙ генә тағы ла барып килделәр. Шпик, бөтөн сусҡа ҡабырғаһын да онотмағандар. Барыла 1939 йылда консервировать ителгән, бы4аса күрелмәгән целлофан пакеттарҙа.
 
'''Яраландым'''
 
1943 йылдың августы. Аҙаҡҡы ваҡыт беҙҙең ғәскәрҙәр сигенеү белмәне. Һуғышта иң ауыры - пехотала. Пехота үтмәгән ер-ауыл, ҡала фашистарҙан азат ителгән тип һаналманы. 25 августа Харьковты алдыҡ, унан бер туҡтамай алға киттек. Фашистар алдан әҙерләнгән рубеж – оборонаһына етеп ҡаршы торорға әҙерләнә, ләкин беҙҙең ғәскәрҙәр уларға тын алырға бирмәй тар-мар итә, алға, наступление менән баҫа киләбеҙ. Йүнәлеш - Полтава ҡалаһын азат итеү.
 
31 август. Иртәнге сәғәт 9 – ҙан артподготовка 40-45 минут барҙы. Унан наступление. Фашистар - ҡалҡыулыҡта, ә беҙ өҫтәл кеүек тигеҙ яланда үтеп, уларҙың оборонаһын йығырға тейешбеҙ. Беҙ оборона линияларын алып, туҡталмай фашистарҙың артынан йүгерәбеҙ.
 
Һуғыш ҡыҙғандан- ҡыҙа! Танктар менән бергә йүгерәбеҙ. Фашистҡа нәфрәттең сиге юҡ! Ниндәй яза бирһәңдә, аҙ кеүек! Әммә ҡоралын ташлап, ҡулдарын күтәреп торған фашистарҙы, күптән түгел беҙгә атып ятҡан кешеләрҙе, беҙҙең һалдаттар ҡырып һалыр көсө, мөмкинлеге бар, ләкин теймәйбеҙ, атмайбыҙ. Пленгә төшәләр. Тәү тапҡыр мадьяр, румын, чех, словак, болгар, тағы әллә ниндәй милләттәрҙе пленгә алабыҙ ҙа ары китәбеҙ.
Ҡояш байып, ҡараңғы төшөр алда һуғыш бик көсәйеп китте. Тубыҡтан юғары, аяҡҡа уралған, уңған, ҡуйы тары араһынан йүгерәбеҙ. Фашистҡа оборона тотоу форсатын бирмәй юҡ итеү – төп маҡсат. Ҡапыл мин туҡтаным. Һул янбашҡа бик ныҡ, көслө һуҡтылармы ни! Һул аяҡ йөрөмәй. Ойоған кеүек һул аяҡҡа көс етмәй! Сәүмәйеп йығылып киттем. Минең йығылғанды минең һалдат Ғайсин Шакир, Ишков Михаилдар күргәндәр ҙә; наш отделенный упал! Ранен или что, тип ҡысҡырып йүгерешеп килделәр.
 
Аяҡҡа баҫтырып ҡарарға уйлағайнылар, аяҡ ныҡ яраланғанын күреп, әле генә шартлаған снаряд воронкаһына төшөрҙөләр ҙә, үҙҙәре туҡтауһыҙ алға киттеләр. Мин шул снаряд воронкаһында ятып ҡалдым.
 
Хәҙер ныҡ әрнеү – ауыртыу башланды. Һул яҡ янбаш-аяҡ менән кәүҙә тоташҡанбыуыны ҙур осколка һөйәктәрҙе ватып инеп ултырған.Теге сталь кортиктың яртыһынан күберәген эләктереп, ярып ебәргән. Әгәр шул кортик булмаһа, был осколка минең аяҡты төбөнән өҙөп үтеп, уң аяҡты зарарлар ине. Уның көсөн кортик бик ныҡ кәметкән. Бына бит! Йән биргәнгә йүн бирә, тигәндәй, ошондай һаҡлағыс булыры насип булғандыр инде. Мин 8 ай алғы һыҙыҡта отделение командиры булып йөрөнөм пехотала. Пехота – ул дошманға аяуһыҙ, күкрәген-башын ҡуйып хәрәкәт итеүселәр!
 
Воронкала бызырлап һыу күтәрелә! Күбекләнеп, һыу аҫтынан сыҡҡан һауа өргән һабын ҡыуығы кеүек.Айырма шунда: күбектәр күтәреләләр ҙә тоноҡ шартлау менән юҡ булалар, ә бында һыу өҫтөн төтөн ҡаплай ҙа бер нәҙек көбөктән күтәрелгән кеүек уралып-уралып күтәрелә! Тын алыу ауырлаша! Киҫкен газ еҫе! Мин воронканан өҫкә, иркенгә сығырға тырмашам! Ярҙам һорап бер-ике ҡысҡырҙым! Хәҙер бөтә донъя тын! Танк, самолет, артиллерия, автомат – бер тауыш та ишетелмәй.
 
Бер комвзвода, комроты, комбат, штаб тирәһендә булманым, йөрөмәнем. Рядовой һалдат-пехотинец булып алғы һыҙыҡта йөрөнөм. Ялға сығыу, йә бер нисә еңел ранение кеүек хәл булманы! Бер тапҡыр һәм ҡаты яраландым да фронтҡа йәки башҡа частка, эштә файҙаланырға яраҡһыҙ тип госпиталдән госпиталгә күсереп дауаланылар!
'''Мародерҙар'''
 
Мин тигеҙ ерҙә, тары араһында ятам. Ныҡ сарсаным! Тамаҡ ҡатты! Аяҡтағы ҡыҙған, эҫе осколкаларҙың яндыра башлауына, йәрәхәттәрҙең аҡылдан шашырлыҡ дыуылдап һыҙлауы, ауыртыуҙар көсәйҙе. Тауыш биреүҙән файҙа юҡ! Сөнки минең тамаҡ төбө лә ныҡ ауырта! Тауыш сыҡмай! Күҙҙәрем ҡабағы тулыша! Күрмәй башланым! Һиҙәм: таң яҡтырып, ҡояш ҡалҡа! Йылылыҡ килә. Йән биргәнгә - йүн бирә, тигән әйтем бар. Һәрмәләнә торғас, бер оҙон ғына, нәҙек ағас ҡулға эләкте! Шуның осона аяҡ обмоткаһын бәйләп, өҫкә күтәрҙем дә, икенсе осон ергә терәп, тегеләй-былай йөрөтәм! Ауыртыу-һыҙланыу сикһеҙ! Тауыш юҡ ҡысҡырырға!
 
– Кемдер бар, ярҙам һорай! – тип русса һөйләшеүселәрҙе ишетеп, бөтә көсөм менән таяҡты сәүмәлетәм. Алдыма ике һалдат килеп баҫты. Береһе һыҙғырыуға, арба егелгән ат туҡтауын тойҙом. Өсәүҙәр. Башта минең вещмешокты арҡанан алып тикшерҙеләр.Унан кеҫәләрҙәге документтарҙы сығарып ҡаранылар ҙа кире минең өҫкә ырғытып:
 
– Бесполезно! Ничего нет, ни денег, ничего нема! – тинеләр ҙә, арбаға ултыра һалып китеп тә барҙылар!
Санитарҙар икән, тиһәм, былар мародерҙар булып сыҡтылар. Өмөт юғалды! Инде берәү ҙә килмәҫ! Яра ут кеүек яна, һыҙлай. Тәҡәт ҡалманы...
 
'''Таптылар'''
 
Шулай ҙа таяҡты әленән - әле өҫкә күтәрәм, сайҡайым. Ошоно күреп ҡалып, минең янға ике санитар килеп туҡтаны. Улар үҙ-ара мардерҙарҙы проклятые шакалы тип әрләп, документтарҙы йыйҙылар ҙа, мине күтәреп арбаға һалдылар. Унда минән башҡа ике яралы һалдат, үлгән офицер ята ине. Тары араһынан сыҡҡас, резина тәгәрмәсле арба еңел генә, һелкетмәй китте.
Ҡайҙалыр килеп еткәс, мине арбанан алып таҡтаға күсереп һалдылар. Бер медик өҫ кейемдәремде сисеп тә торманы. Ҡайсы менән ҡырҡҡылап алып ырғытты. Мин шәрә ятам. Врач-ҡатын бер ниндәй укол-дарыуһыҙ һул аяҡты йылы һыу һабынлап менән йыуғас, операция эшләргә кереште. Бысаҡ менән янбаш быуынды ҡырҡҡылай. Ҡан эркелә. Икенсеһе йыуып төшөрә. Мин бер ниндйә ҙә ауыртыу һиҙмәйем. Шытырлаған тауыш ишетелде. Бына ошо моментта йөрәк өҙгөс ауыртыу һиҙҙем! Әйтерһең дә, тере итте йолҡалармы ни!
– Ну, вот, мо-ло-дец, солдат! Выдержал! Вынула твои осколки! – тип миңә пинцет менән эләктергән ҙур ғына осколок күрһәтә.
Ҡыйынлыҡ менән генә күҙемде асып ҡараным.
– Может, возьмешь на память? Не надо? Бросаем! – тип, яраны эшкәртергә тотондо.
 
Бер оҙон тимергә мамыҡ уратып, бинт менән һул аяҡты, һуңынан күкрәккә тиклем бәйләгәс, алып китергә ҡушты.
Мине бер ер иҙәнле өйгә индереп, йәйелгән һаламға һалып сығып киттеләр. Был өйҙә бер үҙем. Бер кем юҡ. 3-4 көн дә үтеп киткән, ахырыһы. Төнөн, иртән-кисен фашист самолеттары передовойҙы үтеп беҙҙе бомбить итеп китә. Яраланғандар һаман күбәйә!
'''Дергачи госпиталендә'''
 
Санчастә нисәлер көн үткәс:
 
– Госпиталгә оҙатабыҙ, - тип носилка һалып тышҡа сығарҙылар.
Күҙ әҙерәк асылғайны инде. Машинаға һалдылар. Машина борты нышып тултырғандай, бик тығыҙ тейәнеләр! Ҡуҙғалдыҡ. Машинаның һәр һелкенеүе яраға һуҡҡандай, ныҡ ауырта! Ыңғырашыу – ҡысҡырыу, кемделер һүгеү... Шау-гөр киләбеҙ! Шофер нисек кенә булһа ла, һелкетмәҫкә тырыша.Уның радисвязе бар икән. Фашист самолетының хәрәкәте тураһында хәбәр итеп торалар. Шофер мөмкин тиклем тиҙлекте көсәйтеп урманға инеп ышыҡлана, кешеләрҙән тауыш-тынһыҙ ятыуын үтенә!
Тынлыҡ. Юғарынан разведчик - “рама” осоп үтә. Уның күрһәтмәһенән истребитель, бомбардировщиктар килә. Көтмәгәндә үтә лә яҡшы маскироваться иткән зенитчиктар залп артынан залп бирәләр! Көтөлмәгән урында зенит артиллерияһы утынан ялпылдап янып, уҡтай атылып береһе артынан икенселәре фашист астарының юҡ ителеүен күреп беҙ тауышланмай ғына ләззәт-йәм күрәбеҙ.
 
Ҡояш байыуға беҙҙең янға аттар килә һәм арбаға тейәп госпиталгә, Дергачигә, алып баралар.
 
Дергачигә көн дә тиерлек фашистарҙың налеттары барҙы. Тимер юлы эшлектән сыға. Бында ранбольнойҙар һаман килә лә килә. Тормош ауырлашты. Ашау бик насарланды.
 
'''Кризис'''
 
Бер саҡ минең тамаҡ шеште! Тын алыуы ауырлашты. Воронкала ағыуланыуымдың сәбәбе бына көтмәгәндә көсәйҙе! Иҫтән яҙам. 11 көн бер ни белмә! Ятам. Врачтар минең ғүмерем өсөн көрәштеләр. Иҫкә килеп йәшәй башлағас, улар миңә былар тураһында һөйләйҙәр, ҡыуаналар.
 
Ошонан һуң ғүмерем буйы тауышымдың сикләнеүе, йырлай алыу оҫталығы, ҡурайҙа өзләп күкрәк менән уйнауҙан мәхрүм ҡалдым.
Был ерҙә хөрмәтле Юлай Ғәйнетдинов менән килешмәүем хаҡында әйтеп үтәйем. Ул әйтә: ҡурайсылар ике төргә бүленә, беренселәре өзләп күкрәк менән уйнағандары, икенселәре һыҙғыртып уйнаусылар, улар өзләмәй, күкрәк менән уйнамай! Улар инде ысын ҡурайсылар булып һаналмай уныңса. Бының менән мин ризалаша алмайым! Аҙмы ни ангина, башҡа төр тамаҡ ауырыуы кисереүселәр! Бигерәк тә беҙҙең быуат йәштәре! Ашау-йәшәү, техника ремонтлау туң, ҡара ерҙә, буран һыуыҡтары... Былар йәшәү өсөн ынтылыш шарттары, әммә ул саҡ һаҡланыу, ҡурай тураһында хис итеү ҡайғыһы юҡ! Шуға күрә, мин “икенсе сорт” ҡурайсыларҙы яҡлайым һәм йәлләйем! Тормош шарттары ҡурайҙа уйнауға бик ныҡ тәьҫир итә!
 
Фронтовиктарҙың барыһы ла өзләмәй, күкрәккә һалмай! Минең йәштәштәр күбеһе тормош шарттарынан был һләтлектән мәхрүм ҡалды!
 
Төн. Поездға!
 
Тиҙ генә йыйынырға ҡушылды! Поезд көтә! Эвакуация! Раненый һалдаттарҙың нимәһе генә булһын! Хәҙер котелогы ла юҡ. Ҡалаҡ бар! Кружка! Ҡалала тынлыҡ. Ут-яҡтылыҡ юҡ. Маскировка. Носилка менән машинаға, унан ике ҡатлы нары – ҡаты таҡта. Постель юҡ. Эшелонға тейәү ҙә ударно, бик һәләт башҡарылды. Поезд свисток бирҙе лә, ҡуҙғалып та киттек.
Төн буйы, көн буйы, тағыла бер төн бер туҡтамай барабыҙ. Икенсе көн кисен туҡтаныҡ. Ишек шар асылды. Вагонда тын алғыһыҙ ауыр еҫ, һаһыҡ. Беҙҙе йәп-йәш ҡыҙҙар, ҡатындар тырышып-тырышып вагондан сығарып теҙеп һалдылар. Тағыла кемдәрҙер килеп беҙҙе грузовойға тейәп, бер зданиеға алып килделәр. Был ҙур ғына мунса икән!
 
Берәүҙәр эскә ташый, икенселәре – йылымыс һыу, һабын менән йыуындыралар, өсөнсөләре - кейендерә. Машинаға, арбаға тейәйҙәр. Бер әҙерәк ваҡыттан дүрт-биш ҡатлы бинаға килтерәләр. Был инде ысынындан да госпиталь икән!
Мин икенсе этаждағы палатаға тура килдем. Матрац, простыня, одеяло, яҫтыҡ – бары ла төш кеүек! Беҙҙең палатала 12 койка ҡуйылған. Ятыу менән барыбыҙ ҙа йоҡлап та киткәнбеҙ. Киске ашауға ла ҡайһы берәүҙәрҙе торғоҙа алманылар! Вагон таҡтаһында, ҡатылааунап килеү һәр беребеҙҙе ҡаҡшатты. 3-4 көн врачтар нисек кенә тырышмаһындар, ранбольнойҙарҙы йүнләп ҡарай алманы.
 
'''Гипста ятыу'''
 
Мине гипскә урап һалдылар. Һул аяҡтың башы ғына күренә. Шунан алып күкрәкте лә гипс менән урап һалдылар! Гипс кибә башлауҙан бөтә тәнде уратып ҡыҫты! Мин төрлөсә ярҙам һорап, шарылдап ятыуыма бер ниндәй иғтибар булманы. Башҡаларға тыңғы булмағас, айырым бүлмәлә тоттолар. Гипс кибеп ҡыҫыуҙан туҡтаны, ләкин ауырттырыу баҫылманы! Үҙем ашай башланым. Тарелканы гипс өҫтөнә, ауыҙға яҡын ҡуялар. Сестра ҡарап, көтөп ултыра. Башта бер аҙ күтәрттеләр. Дүрт ай гипста яттым. Ярарнан һары һүл ағып, янбаш һыуланғас, ныҡ ауырта башланы! Энә менән сәнскеләйҙәрме ни! Тәҡәт юҡ! Ҡарлыҡтым! Тауыш бөттө! Тын! Тулай алмайым! Бөтә тән таш менән ҡыҫылған!
 
Икенсе ҡабырғаға ла әйләнеп булмай! Гел бер төрлө арҡамда ятам. Врачтар күмәкләп обход яһайҙар!
– У него левый тазобедренный сустав разбит. Пока стараемся выдержать срок гипса, - тиҙәр ҙә үтә лә китәләр.
Бына гипсты сисәләр. Врачтар ҡарап торалар, сестралар бысҡы тешле бысаҡ менән гипсты йырталар, тарталар! Гипс аяҡ тиреһенә йәбешкән! Минең ҡысҡырыу-әрнеүемә иғтибар юҡ. Хәл ҡалманы... Гипсты ярып-һыҙырып, ҡанға туҙҙырып алдылар.
 
Гипсты бысып-ярып алған ике сестра:
 
– Черви! – тип берҙәм ҡысҡырып ебәрҙеләр.
 
Сестралар ҙә бит йәп-йәш ҡыҙҙар! Уларға ла был күренеш ҡурҡыныс булғандыр. Уларҙы тиҙ тыйҙылар. Терһәктәремә таянып иҙәндәге гипсты ҡарайым. Уның һап-һары булып еүешлән, йомшаған соҡоронда ап-аҡ ҡара башлы ҡорттар ҡайнаша! Өнһөҙ кире яҫтыҡҡа яттым. Гипсты йүгертеп алып киттеләр.
Күҙемде асҡанда иң беренсе йылмайышып миңә ҡарап торған врачтар:
 
– Йоҡоң бөттөмө инде? – тиҙәр.
 
Миңә рәхәт, еңел, әллә нисек күңелле тойола. Яуап бирергә тауыш сыҡмай.
 
– Обед ашарға ваҡыт. Ашарға килтерегеҙ. Бәлки, беҙҙең һалдат асыҡҡандыр...
 
Арҡама өҫтәмә яҫтыҡ ҡуйып алдыма рис бутҡаһы, аҡ икмәк килтерҙеләр. Ашап бөтөүемә, сәй эсергәс:
 
– Ну, вот, бары ла яҡшы! Тағы нимә кәрәк? – тиҙәр.
 
– Миңә бер ни кәрәкмәй, - тип ғырылдайым.
 
– Ярай, рәхәтләнеп ял итһен... – тип киттеләр. Мин татлы, тыныс йоҡоға сумдым!
 
'''Конезавод им. Хреновой'''
 
Ваҡыт минең өсөн билдәһеҙ. Ҡайһы көн, ҡайһы ай... Был госпиталдә нисә көнмө, нисә аймы ятам. Арыулана башланым. Тышта ҡояш, аяҙ. Йөрөгәндәр тышта оҙаҡ булалар. Палатала яңғыҙ ҡалам.Тышҡа сығарыуҙарын һораным. Носикаға мамыҡ юрған йәйеп, яҫтыҡ һалғас ҡына, мине һалдылар. Урап бөткәс, өҫтән одеял менән ҡаплап нянялар алып киттеләр. Беҙ өсөнсө этаждан винтовой лестницанан төшөп дврға сыҡтыҡ.
 
Көн ҡояшлы булһа ла, бик һыуыҡ икән! Ер туң. Ҡарһыҙ көҙ, тиҙәр. Бер ингеҙ буйына, ышыҡҡа һалдылар. Оҙаҡ ятманым. Ҡалтырап өшөгәс, нянялар көлә-көлә кире алып киттеләр. Түбән төшкәндә лә, күтәрелгәндә лә бер нисә асыҡ ишектәрҙән бүлмәләрҙең эстәрен күрҙем. Стеналар фаянс плиткалар менән ҡапланған. Һәр береһендә лә беҙҙеке кеүек плиткалы стеналар, улар сынаяҡ кеүек шыма, яп-ялтыр. Йыуыныу өсөн ҡуйылған ҙур ғына дүрткел умывальниктар стенаға ла, иҙәнгә лә ныҡ итеп беркетелгән. Бүлмәләр бик яҡшы яҡтыртылған. Ун ике койка һыйған бүлмәгә ни бары бер генә племенной мал тотҡандар! Кешеләр йәшәгән квартираларҙан күпкә яҡшы! Һуғыш башланыу менән малды алыҫ тылға оҙатҡандар.
 
Прогулканан һуң ашап алдым да, тәмле йоҡоға талғанмын. Шул саҡ врачтар ниндәйҙер дарыу еҫкәтеп, операционныға алып киткәндәр. Беренсе гипс ниндәй булһа, шулай уҡ гипска “кейендереп” машинаға һалғандар ҙа ЖД вокзалына илткәндәр. Пассажир вагондарына урынлаштырғандар. Бөтә госпиталь сәғәт – сәғәт ярымда тейәлеп бөтә һәм поезд ҡуҙғалып та китә! Тын алыу ауырлаша, тән ҡыҫылып ауырта. Башта төш кеүек... Уянып киттем. Мин сәңгелдәк кеүек эленгән носикала ятам. Вагон тәгәрмәстәре шалтырай. Бер мөйөштә йылпым пузырһеҙ шәм яна.
 
Минең хәрәкәтте күреп сестра яныма килә. Ул бик тиҙ эвакуироваться ителеүебеҙ тураһында һөйләне. Ҡайҙа барабыҙ – бер кем белмәй! Вагондың йомшаҡ барыуынан, “сәңгелдәктең” бәүелеүенән мин тағы йоҡоға сумам. Сөнки вагонда тып-тын! Ҡараңғы!
 
'''Баку'''
 
Моңло ла, матур ҙа, күңелгә тыныслыҡ та биреп арбаған ят музыка яңғырауына уянып, тыңлап ятам. Тәндә еңеллек, күтәренкелек тоям. Вагон да туҡтаған. Ара-тирә йүтәлләйҙәр. Һул ҡабырғаға брорлп музыка ҡоралын күрәһе килә! Ләкин гипс ныҡ бөрөп алған! Хәҙер ысынбарлыҡты төшөндөм.
 
– Молодой человек! Проснулись? – ти әкрен генә бер сестра, - мы в Махачкале... Стоим у Черного моря. Концерт вот-вот кончится. Скоро тебя буду кормить, умывать. Пока терпи, - тине лә вагон буйлап китте.
 
Еүеш таҫтамал менә “йыуындырғас”, иртәнге ашау: дөгөнән плов, емештәр, сәй. Мин өс көн, өс төн йоҡлағанмын, уятмағандар.
Ҡара диңгеҙ һыуы рельстарҙан яҡын ғына! Динғеҙ тын, тулҡын ишетелмәй. Поезд ҡуҙғалды.
{{Текс тураһында
| ИСЕМ =Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре
Юл 1251 ⟶ 1015:
 
Ысынлап та, мин бында оҙаҡ ятып, бик яҡшы таҙарып, төҙәлдем. Август аҙағы – сентябрь баштарында сыҡтым. Вокзалға килдем. Кинәт кенә уйымды үҙгәрттем: Әбйәлил район үҙәге Асҡар яҡын ғына. Шунда барырға булдым, фронтовой дуҫым ҡайтҡан булһа, уның менән осрашып ҡайтырға.
{{Текс тураһында
 
| ИСЕМ =Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре
| АВТОР =
| АВТОРҺЫҘ =
| АВТОРҘАР =
| АВТОР1 =
| ОРИГИНАЛ ТЕЛЕ =
| ОРИГИНАЛДА ИСЕМ=
| ТӘРЖЕМӘСЕ =
| ЙӨКМӘТКЕҺЕ =
| ИЖАД ИТЕЛЕҮ ВАҠЫТЫ =
| НӘШЕР ИТЕЛЕҮ ВАҠЫТЫ =
| СЫҒАНАҠ =
| ТӘҮҘӘРӘК =[[Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре/6-сы бүлек]]
| ҺУҢЫРАҠ =[[Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре]]
}}
'''7-се бүлек'''