Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/А: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
"{{Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр}} Категория:Һүҙлектәр:Мәҡәлдәр һәм әйт..." исемле яңы бит булдырылған
 
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр}}
== А ==
'''Аб'''
* Абайламай''' ашаһаң, ауыҙың бешер
* Абайламай''' һөйләгән - ауырымай үлгән
* '''Абруй''' - ирҙең ҡеүәте
* '''Абын'''маҫ ерҙә абынма, абруйың төшөр
* '''Абын'''маҫ ат булмаҫ
* '''Абын'''маҫ аяҡ булмаҫ, ярылмаҫ таяҡ булмаҫ
* '''Абын'''ыр өсөн түңгәк табылыр
* '''Абын'''ған алты һөрөнгән
* '''Абын'''ғанға аяҡ салмайҙар
* '''Абын'''ғандың хәлен һөрөнгәндән һора
 
'''Ағ'''
* '''Аға''' булыр егеттең итәк-еңе киң булыр
* Ағай '''алғанда''', еңгә йыйғанда яҡшы
* '''Аға'''һы барҙың һағы бар, балаһы барҙың ялы бар
* '''Аға'''һын күреп эне үҫер, апаһын күреп һеңле үҫер
* '''Ағай'''ым кемде алһа - еңгәм шул, апайым кемгә барһа - еҙнәм шул
* '''Ағай''' алғанда, еңгәй йыйғанда яҡшы
* '''Ағай''' булыр егеттең итәк-еңе киң булыр
* '''Ағай''' булыр егеттең әйткән һүҙе им булыр, Булыр - булмаҫ егеттең әйткән һүҙе ел булыр
* '''Ағай''' - оло, мин - ҙур, атҡа бесән кем һалыр?
* '''Ағай'''ым алғансы, еңгәм килгәнсе(яҡшы)
* Ағайым кемде '''алһа''' - еңгәм шул, апайым кемгә барһа - еҙнәм шул
* '''Ағай'''ым өйө - аҡ йәйләү, энем өйө - өң төбө
* '''Ағай'''ҙыҡы алғансы, еңгәйҙеке елгәнсе
* '''Ағай - эне''' -'''ағай - эне'''нең көҙгөһө
* '''Ағай - эне''' аҙһа, ала булыр
* '''Ағай- эне''' бер үлелә, бер терелә кәрәк
* '''Ағай - эне''' менән аш татлы
* '''Ағай - эне''' талашһа, ятҡа йәм
* '''Ағай - эне''' талашыр, атҡа менһә ярашыр
* '''Ағай - эне''' татыу булһа, ат күп булыр; Апһын - әзе татыу булһа, аш күп булыр
* '''Ағай - эне''' татыу булһа, менергә ат етә; Килендәштәр татыу булһа, ашарға аш етә
* '''Ағай - эне''' яуға кәрәк, мал дауға кәрәк
* '''Ағай - эне'''гә ҡарап мал үҫер, ҡарағайға ҡарап тал үҫер
* Ағай-эненән '''айыу-бүре''' ҡурҡҡан
* '''Ағай - эне'''ңдең аты уҙғансы, ауылдашыңдың тайы уҙһын
* '''Ағай - эне'''ңдең аты үткәнсе, ауылыңдың эте үтһен
* '''Ағай- эне'''нең ҡыҙығы - алыш-биреш, ҡоҙалыҡтың ҡыҙығы - барып килеш
* '''Ағай - эне'''нең тартышы - туй бүләге йыртышы
* '''Ағай - эне'''нән айыу-бүре ҡурҡҡан
* '''Ағай - эне'''ң бар ерҙә, "дошманым" юҡ тимә, апһының бар ерҙә, "көндәшем" юҡ тимә
* Ағайым өйө - '''аҡ''' йәйләү, энем өйө - өң төбө
* '''Ағас''' ағасҡа таяна, әҙәм әҙәмгә таяна
* '''Ағас''' айыры үҫһә лә тамыры бер
* '''Ағас''' ауыҙ, балта тел
* '''Ағас''' балтанан ҡурҡа
* '''Ағас''' башы - ҡаҙыҡ, балдыҙ алыу - яҙыҡ
* '''Ағас''' башы - япраҡ, ҡырау төшһә, һарғайыр, кеше күрке - сепрәк, баҫып кейһәң, таушалыр
* '''Ағас''' башын ел алыр, күпер башын һыу алыр
* '''Ағас''' башын ел борор, әҙәм башын һүҙ борор
* '''Ағас''' бейек булһа ла, тамыры ерҙә
* '''Ағас''' ботаҡһыҙ булмаҫ, дан уртаҡһыҙ булмаҫ
* '''Ағас''' емеше менән, кеше эше менән
* '''Ағас''' емеше менән матур
* '''Ағас''' емешенән, кеше ҡыланышынан билгеле
* '''Ағас''' күрке -япраҡ, әҙәм күрке - сепрәк
* '''Ағас''' ҡырҡһаң, оҙон ҡырҡ: ҡырҡа -ҡырҡа ҡыҫҡарыр, тимер ҡырҡһаң, ҡыҫҡа ҡырҡ: һуға-һуға оҙонайыр
* '''Ағас''' нәҫеле - ерҙә, ир нәҫеле - илдә
* '''Ағас''' сыбыҡ саҡта бөгөлә
* '''Ағас''' та ергә төпләнә
* '''Ағас''' та үҙ нәҫелен үҙе тирәһенә йыя
* '''Ағас''' тамыры ер үтә керә, әҙәм тамыры ил үтә керә
* '''Ағас''' тамырынан әҙәм тамыры күберәк
* '''Ағас''' урмандан йыраҡ үҫһә лә шунда табан һығыла
* '''Ағас''' үлеме балтанан
* '''Ағас''' япрағы менән матур
* '''Ағас'''ҡа ла мен, ботаҡҡа ла ҡаҙалмаһын
* '''Ағас'''тан япраҡ төшмәй тормай
* '''Ағас'''ты йәштән бөк
* '''Ағас'''ты кем ултыртһа, емеше шуныҡы
* '''Ағас'''ты ҡапыл эймә -һыныр
* '''Ағас'''ты тотҡан ерҙән һындырып булмай
* '''Ағас'''ты япраҡ биҙәй, кешене хеҙмәт биҙәй.
* '''Ағас'''тың башын киҫһәң, төбө ҡалыр
* '''Ағас'''тың йомшағын ҡорт баҫыр
* '''Ағас'''тың тамырына балта сабып, япрағы менән дуҫ булма
* '''Ағас'''ына күрә алмаһы, инәһенә күрә балаһы
* '''Ағасһыҙ''' йортҡа ҡош ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ
* '''Ағасһыҙ''' урман юҡ, хужаһыҙ донъя юҡ
* '''Ағас'''ына күрә емеше
* '''Ағиҙел''' ҡаты аҡһа ла, ҡомо ҡалыр; Хәсрәт үҙе баҫылһа ла, моңо ҡалыр
* '''Ағиҙел'''дең аръяғында бер энәгә бер һыйыр
* '''Ағиҙел'''дең башы — Ирәмәл
* '''Ағы''' барҙың туғы бар
* '''Ағыр''' һыуҙың ҡәҙере юҡ
* '''Ағыу''' хәтәр, '''ағыу'''ҙан ғәйбәт хәтәр
* '''Ағыу''' яһаған '''ағыу'''ҙан үлер, һөңгө яһаған һөңгөнән үлер
* '''Ағым'''ға ҡаршы йөҙөү ауыр
* '''Аҡҡан''' һыу кире ҡайтмай
* '''Аҡҡан''' һыу юлын табыр
* '''Аҡҡан''' һыуҙа монтар юҡ
* '''Аҡмаған''' һыуҙы үлән баҫа
* '''Аҡмаһа''' ла тама
 
'''Аж'''
* '''Ажғырған''' айғырҙың өйөрөн күр
 
'''Аҙ'''
* '''Аҙ''' аҙҙырыр, күп яҙҙырыр
* '''Аҙ''' ауырыу, анһат үлем(бир)
* '''Аҙ''' аша - йыш аша
* '''Аҙ''' ашаған да ауырыған, күп ашаған да ауырыған
* '''Аҙ''' ашаған май ашар, күп ашаған лай ашар
* '''Аҙ''' ашаһаң, тағы ашарһың, күп ашаһаң, ни ашарһың?
* '''Аҙ''' ашым - ҡайғыһыҙ башым
* '''Аҙ''' белмәгән күп тә белмәҫ
* '''Аҙ''' булһа ла күптәй күр
* '''Аҙ''' булһын, тәмле булһын
* '''Аҙ''' ҙа етә, күп тә бөтә, бергә торғанға ни етә?
* '''Аҙ''' кешене күп кеше бер яйға килтерер
* '''Аҙ''' күпкә буйһонор
* '''Аҙ''' ҡап, ҡаҙ ҡап
* '''Аҙ''' һөйлә, күп тыңла
* '''Аҙ''' һөйлә, күп эшлә
* '''Аҙ''' һөйләгән күп эшләр
* '''Аҙ''' һөйләһәң, күп ишетерһең
* '''Аҙ''' һүҙ менән күпте әйт
* '''Аҙ''' һүҙҙән мәғәнә сығыр, күп һүҙҙән бәлә сығыр
* '''Аҙ''' эш күп һүҙҙән яҡшыраҡ
* '''Аҙ'''ға ҡәнәғәт итмәгән күбен күрмәҫ
* Аҙғын ат тайға эйәрер, әрһеҙ кеше байға эйәрер.
* '''Аҙ'''ҙан ғына күңел табыла, юҡтан ғына күңел ҡала
* '''Аҙ'''ҙан күп була, күптән юҡ була
* '''Аҙ'''ҙы күпкә ҡушҡандың арманы юҡ
* '''Аҙ'''ҙың аҙығы бергә
* '''Аҙ'''ҙың ҡәҙерен белмәгән күптең ҡәҙерен белмәҫ
*Аҙыҡлы ат арымаҫ, аҙыҡһыҙ ат бармаҫ.
*Аҙыҡлы ат арымаҫ, дағалы ат таймаҫ.
* Аҙамат ирҙең билдәһе - '''аҙ''' һөйләр ҙә күп тыңлар, арғымаҡ аттың билдәһе - '''аҙ''' уртлар ҙа күп юшар
* '''Аҙамат'''ҡа ҡул бирһәң, абруйың артыр
* '''Аҙан'''ды ҡырҡ ҡабат әйтмәйҙәр
* '''Аҙашҡан'''дан юл һорамайҙар
* "'''Аҙашмам'''" тигән егетте ҡара томан аҙаштырыр
* "'''Аҙашмайым'''" тигән кеше күҙ менән ҡаш араһында аҙашыр
* Аҙашһаң, '''алдыңа''' ҡара
* '''Аҙашһаң''', алдыңа ҡара
* '''Аҙашһаң''', ил менән аҙаш
* '''Аҙбар'''ы бар, аты юҡ
* '''Аҙғын''' ат тайға эйәрер, әрһеҙ кеше байға эйәрер
* '''Аҙғын''' ҡатын йөрөр-йөрөр ҙә, өйөнә еткәс, йүгерер
* Аҙғын тапһа, '''айырым''' ашар; йомарт тапһа, бергә ашар
* '''Аҙғын''' эт үҙ ояһына ҡарап өрөр
* '''Аҙғын''' тапһа, айырым ашар; йомарт тапһа, бергә ашар
* '''Аҙғын'''ға эйәрһәң, аҙырһың, тоғро юлдан яҙырһың
* '''Аҙығ'''ың булһа, арымаҫһың, дуҫың булһа, бәләгә тарымаҫһың
* '''Аҙығ'''ыңды алыҫ ҡуй, ҡаҙығыңды ҡулбуй(ы)
* '''Аҙыҡ''' мул ерҙә ауырыу булмаҫ
* '''Аҙыҡлы''' ат арымаҫ, аҙыҡһыҙ ат бармаҫ
* '''Аҙыҡлы''' ат арымаҫ, дағалы ат таймаҫ
* '''Аҙыҡлы''' ҡунаҡ ҡупрайыр
* Аҙыҡлы ат арымаҫ, '''аҙыҡһыҙ''' ат бармаҫ
 
'''Ай'''
* '''Ай''' айламай ат маҡтама, йыл йылламай килен маҡтама
* '''Ай''' байыһа - йондоҙ бар, ҡатын үлһә - балдыҙ бар
* '''Ай''' бирҙе - ҡояш алды
* '''Ай''' йөрө - аман йөрө
* '''Ай''' йөрөмәй ат маҡтама, йыл тормай кейәү маҡтама
* '''Ай''' ҡолаҡланһа - аяғыңды нығыт, көн ҡолаҡланһа - ҡолаҡсыныңды нығыт
* '''Ай''' менән көн уртаҡ, йыр менән көй
* '''Ай''' менән көндәй, һәр кемгә берҙәй
* '''Ай''' менән ҡояш берәр генә була
* '''Ай''' менән '''ай''' бер түгел
* '''Ай''' уртаҡ, көн уртаҡ, яҡшы кешенең эше уртаҡ
* '''Ай''' уртаҡ, төн уртаҡ
* '''Ай'''ға үрелгән – нурға күмелгән
* '''Ай''' үткәс - көн һана, көн үткәс - '''ай''' һана(ғүмер үтә)
* '''Ай''' үтә, йыл үтә, '''ай''' әйләнә көн үтә
* '''Ай''' яҡтыртҡанда, йондоҙ күренмәй
* '''Ай'''ға ҡарап '''ай''' булма
* '''Ай'''ға ҡарап аҡырма, илгә бәлә саҡырма
* '''Айғыр''' ҡалдырһаң, йүнлеһен ҡалдыр, ҡусҡар ҡалдырһаң, йөнлөһөн ҡалдыр
* '''Айғыр''' малға ни етә, йөрөй белгән кешегә?Тыуған илгә ни етә - ҡәҙерен белгән кешегә?
* '''Айғыр''' менән уйнаған тайҙың арҡаһы яралы булыр
* '''Айғыр''' өйөрөн ташламаҫ
* '''Айғыр'''ың ала булһа, ҡолоноң ҡола булыр
* '''Ай'''ҙың да йондоҙо бар
*Айғыр ҡалдырһаң, йүнлеһен ҡалдыр, ҡусҡар ҡалдырһаң, йөнлөһөн ҡалдыр.
* '''Айлы''' төн аҙашмаҫҡа яҡшы
* Айныҡ башта - айныҡ '''аҡыл'''
* '''Айныҡ''' өгөтө иҫереккә кермәй
* '''Айран''' һорап килһәң, туҫтағыңды йәшермә
* '''Айран''' эскән ҡотолған, күнәк ялаған тотолған
* '''"Айт"''' иткәнгә "тайт" иткән
* '''Айһыҙ''' атың маҡтама, йылһыҙ ҡатын маҡтама
* '''Айһыҙ''' төндә ҡыҙ күҙләмәйҙәр, болғансыҡ һыуҙа балыҡ эҙләмәйҙәр
* '''Ай'''ы еткән -'''ай'''ында үлә, көнө еткән - көнөндә үлә
* '''Ай'''ым тура баҡҡанда, йондоҙҙарға йоҙроҡ
* '''Айың-көнөң''' уртаҡ булһын, ирең уртаҡ булмаһын
* '''Айың-көнөң''' уртаҡ булһын, малың уртаҡ булмаһын
* Айырылған ир '''аҙыр''', ҡушылған ир уҙыр
* '''Айырылған''' ҡаҙ тупланған ҡарғаға ем булыр
* '''Айырылғанды''' айыу ашар, бүленгәнде бүре ашар
* '''Айырылғандың''' ҡанаты ҡайырылған
* '''Айырылмаҫтай''' дуҫыңа ҡайырылмаҫтай һүҙ әйтмә
* '''Айырылыу''' - ҡанатың ҡайырылыу
* '''Айырылма''' өйөрөңдән: '''айырылһаң''' өйөрөңдән, ике ҡулың китмәҫ бөйөрөңдән
* '''Айырылыр''' дуҫ аяулы малыңды һорар
* '''Айырылыр''' дуҫ эйәрҙең арт ҡашын һорай
* '''Айыу''' алыр егетте атынан танырмын, бүре алыр егетте бүркенән танырмын
* '''Айыу''' йоҡоһон йоҡлама, '''айыу''' йоҡоһо айҙа ла бөтмәй.
* '''Айыу''' атырҙың аяғынан, бүре атырҙың бүркенән билгеле
* '''Айыу''' балаһын алға һалһаң да иш булмаҫ
* '''Айыу''' балаһын итәккә һалһаң да илекмәҫ, бүре балаһын бүреккә һалһаң да берекмәҫ
* '''Айыу''' беләгенә, әҙәм белегенә ышана
* '''Айыу''' беләгенә ышаныр, егет йөрәгенә ышаныр
* '''Айыу''' ҡашҡа булмаҫ, яман яҡшы булмаҫ
* '''Айыу''' ҡыуып ҡуян тотҡан
* '''Айыу''' өңөндә, ҡурҡаҡ өйөндә көслө
* '''Айыу''' урманды һаҡлай, урман айыуҙы һаҡлай
* '''Айыу-бүре''' берекмәҫ
* '''Айыуға''' аҡыл өйрәткән - таяҡ
* '''Айыуға''' аҡыл өйрәткән - таяҡ, муллаға аҡыл өйрәткән - тамаҡ
* '''Айыуға''' аҡыл өйрәткән - таяҡ, йүнһеҙгә аҡыл өйрәткән - һабаҡ
* Айыуға '''аҡыл''' өйрәткән - таяҡ
* Айыуға '''аҡыл''' өйрәткән - таяҡ, йүнһеҙгә '''аҡыл''' өйрәткән - һабаҡ
* Айыуға '''аҡыл''' өйрәткән - таяҡ, муллаға '''аҡыл''' өйрәткән - тамаҡ
* '''Айыуға''' намаҙ өйрәткән - таяҡ
* '''Айыуҙан''' ҡасҡан -бүрегә тарыған; Дощмандан ҡасҡан - үлемгә тарыған
* '''Айыуҙан''' ҡастым - бүрегә юлыҡтым
* '''Айыуҙан''' ҡурҡҡан урманға бармаҫ
* '''Айыуҙан''' ҡурҡҡан урманға бармаҫ, сиңерткәнән ҡурҡҡан иген икмәҫ
* '''Айыуҙы''' айыу ашамаҫ, бүрене бүре ашамаҫ
* '''Айыуҙы''' еңгән - ярты ир, асыуҙы еңгән - бөтөн ир
* '''Айыуҙы''' ла бейергә өйрәтәләр
* '''Айыуҙы''' үҙ майы менән майлайҙар
* '''Айыуҙы''' үлтермәҫ борон тиреһен һатмайҙар
* '''Айыуҙы''' һыйпау менән һыйыр булмаҫ
* '''Айыуҙың''' үҙен тапҡас, эҙен эҙләмә
*Айыуҙы айыу ашамаҫ, бүрене бүре ашамаҫ.
*Айыу балаһын алға һалһаң да, иш булмаҫ.
*Айыу-бүре берекмәҫ.
 
 
 
'''Аҡ'''
* '''Аҡ''' аҡса ҡара көн өсөн
* '''Аҡ''' ашаған арымаҫ
* '''Аҡ''' булмаһа ла пак булһын
* '''Аҡ''' кейем кер тотмай
* '''Аҡ''' кеше - саҡ кеше, ҡара кеше - ныҡ кеше
* '''Аҡ''' күңелдең аты арымаҫ, туны туҙмаҫ
* '''Аҡ''' кәүҙәңдең ҡәҙерен ауырыу булғас белерһең
* '''Аҡҡа''' ҡара тамһа - бөтмәй
* '''Аҡҡа''' ҡара тиҙ тейә
* '''Аҡҡа''' төшкәнсе, ташҡа төш
* '''Аҡ''' матур - саҡ матур, ҡара матур - бик матур
* '''Аҡ''' сәлләле мулланан аҡ яулыҡлы ҡатын артыҡ
* '''Аҡ''' тигәнең - алғыш, ҡара тигәнең - ҡарғыш
* '''Аҡ''' өҫтөндә аҡ яҙыу беленмәҫ, аҡ өҫтөнә ҡара төшһә, юйылмаҫ
* '''Аҡ''' туныңды яманлап, атлас ҡайҙан табырһың? Түрәләрҙе яманлап, ғәҙел ҡайҙан табырһың?
* '''Аҡ''' эт бәләһе ҡара эткә
* '''Аҡ''' эт, ҡара эт - икеһе лә эт
* '''Аҡ''' юл - оҙон ғүмер
* Аҡайған күҙҙә аҡыл '''аҙ'''
* '''Аҡбуҙ''' атҡа еҙ ҡамсы
*Аҡҡа ҡара тиҙ йоға
*Аҡҡан һыу кире ҡайтмай
*Аҡҡан һыу юлын табыр
* '''Аҡҡан-тамғанды''' көтмә, үҙең тап
* '''Аҡҡош''' күлдә булыр, аҡсарлаҡ һыуҙа булыр
* '''Аҡҡош''' күрһәң, атып ал, былбыл күрһәң, һатып ал
* '''Аҡҡош''' боҙ ашап китә,боҙ ашап ҡайта
*Аҡмаған һыуҙы үлән баҫа
* '''Аҡрын''' барған '''аҡрын''' аттан уҙған, йүгереп барған тайҙан ҡалған
* '''Аҡса''' аҡыл таптыра
* '''Аҡса''' алһаң, һанап ал, ҡатын алһаң, һынап ал
*Аҡса таш аҫтында, таш аждаһа башы аҫтында.
* '''Аҡса''' - байҙыҡы, янсыҡ - тайҙыҡы
* '''Аҡса''' - баҡса емеше түгел
* '''Аҡса''' баҡыр, һанарға таҡыр
* '''Аҡса''' барҙа бары ла дуҫ
* '''Аҡса''' батшаны еңгән
* '''Аҡса''' бөткәнгә ҡайғырма, эш бөткәнгә ҡайғыр
* '''Аҡса''' бөткәс, аҡыл керә
* '''Аҡса''' бөтә донъяны гиҙә
*Аҡса иҫәп ярата.
* '''Аҡса''' - иҫәпте, аҡыл үлсәүҙе ярата
* '''Аҡса''' кемдеке - мал шуныҡы
* '''Аҡса''' кешене кешегә ят итә
* '''Аҡса''' ҡалала ҡала
* '''Аҡса-мал''' бер көнлөк, ғилем-һөнәр ғүмерлек
* Аҡса - һанаулы, '''аҡсалы''' - танаулы
* '''Аҡса''' сыҡмай, аҡса кермәй
* '''Аҡса''' тапҡансы, аҡыл тап
* '''Аҡса''' тарат, белем йый
* '''Аҡса''' - таш аҫтында, таш аждаһа башы аҫтында
* '''Аҡса''' таш киҫтерә
* '''Аҡса''' туҙа, мал уҙа
* '''Аҡса''' һанағанды ярата
* '''Аҡса''' - һанаулы, аҡсалы - танаулы
* '''Аҡса''' эсте тищмәй
* '''Аҡса''' янына аҡса һыя
* '''Аҡсаға''' һат, аҡсаға һатылма
*Аҡсаға хеҙмәт итмә, һаулыҡҡа хеҙмәт ит.
* Аҡсалының ҡулы уйнай, '''аҡсаһыҙҙың''' күҙе уйнай
* Аҡсалының ҡулы уйнар, '''аҙғын'''дың күҙе уйнар
* '''Аҡсалының''' эше күп, баҡсалының ашы күп
* '''Аҡсаны''' аҡса таба
* '''Аҡсаны''' ахмаҡ та ярата
* '''Аҡсаны''' берәү ҙә һыуға атмай
* '''Аҡсаның''' йоҙағы - һаран, ашлыҡтың йоҙағы - һалам
* '''Аҡсаның''' күҙе юҡ
* '''Аҡсаң''' бөткәнгә ҡайғырма, эшең бөткәнгә ҡайғыр
* '''Аҡсаң''' бөттө - ҡәҙерең бөттө
* '''Аҡсаң''' булмаһа ла, выжданың булһын
* '''Аҡсаң''' булһа - аш күп, ашың булһа - дуҫ күп
* '''Аҡсаң''' күп булғансы, дуҫың күп булһын
* '''Аҡсаңды''' юғалт, өмөтөңдө юғалтма
* '''Аҡсаңды''' юғалтһаң да, аҡылыңды юғалтма
* '''Аҡсаһыҙ''' баҙарға барғансы, кәфенһеҙ гүргә бар
*Аҡсаһыҙ баҙарға бармайҙар.
* '''Аҡта''' ҡара юҡ, ҡараға сара юҡ
* '''Аҡһаҡ''' ат күп йөрөр
* '''Аҡһаҡ''' булһа ла үҙ атың
* '''Аҡһаҡ''' булһа ла үҙ атың булһын
* '''Аҡһаҡ''' йөрөп туҡтамаҫ, һуҡыр күреп туҡтамаҫ
* '''Аҡһаҡ''' ултырмаҫ, һаҡау тик тормаҫ
* '''Аҡһаҡты''' сатанларға өйрәтмәйҙәр
* Аҡыл '''айнымаҫ''', алтын серемәҫ
* '''Аҡыл''' аҡсаны таба
* '''Аҡыл''' йәштә түгел, башта
* '''Аҡыл''' йәштән сыға, аҫыл нәмә таштан сыға
* '''Аҡыл''' көстө еңә
* '''Аҡыл''' - ҡаҙна, күңел - йоҙаҡ, тел- асҡыс
* '''Аҡыл''' менән алтын табыла, алтын менән '''аҡыл''' табылмай
* '''Аҡыл''' өләшкәндә урынында булмаған
* '''Аҡыл''' - теҙген, ҡылыҡ - ат, теҙгенеңде белеп тарт
* '''Аҡыл''' теше ахмаҡта ла бар
* '''Аҡыл''' төбө- тәжрибә
* '''Аҡыл''' һаҡалға ҡарап йөрөмәй
* '''Аҡыл''' һатма, үҙеңә ҡалмаҫ
* '''Аҡыл''' эҙләгән - '''аҡыл''' табыр, мал эҙләгән - мал табыр, Нәфсеһенә эйәргән малынан да, '''аҡылынан''' да яҙыр
* '''Аҡыл''' эйәһен табыр
* '''Аҡылды''' аҡсаға һатып алып булмай
* '''Аҡылды''' ҡаш аҫтында маяҡ ит
* '''Аҡылды''' сәсеп үҫтермәйҙәр
* '''Аҡылдың''' ҡулы нәфсенең теҙгенен тотор
* '''Аҡылдың''' ҡәҙере әҙәп менән
* '''Аҡылдың''' ҡәҙере әҙәп менән, байлыҡтың ҡәҙере йомартлыҡ менән
* '''Аҡылдың''' ҡәҙере- әҙәп менән, Байлыҡтың ҡәҙере йомартлыҡ менән, Ҡеүәттең ҡәҙере - баһадирлыҡ менән
* '''Аҡылдың''' үлсәүе - һүҙҙә
* '''Аҡылдың''' юлдашы - бәхет
* Аҡыллы '''аҡса''' йыя, аҡылһыҙ таш йыя
* Аҡыллы '''аҡса''' йыя, ахмаҡ тоҡсай тегә
* '''Аҡыллы''' алға барыр, артына ҡарар
* '''Аҡыллы''' атын маҡтар, тинтәк ҡатынын маҡтар
* '''Аҡыллы''' атын маҡтар, урта йүләр ҡатынын маҡтар, үтә йүләр үҙен маҡтар
* '''Аҡыллы''' аҡса йыя, аҡылһыҙ таш йыя
* '''Аҡыллы''' аҡса йыя, ахмаҡ тоҡсай тегә
* '''Аҡылһыҙ''' баш аяҡ тындырмаҫ, аяҡһыҙ баш донъя ҡыҙырмаҫ
* '''Аҡылһыҙ''' башҡа алтын бүрек файҙа бирмәҫ
* '''Аҡылһыҙ''' башҡа дан ҡунмаҫ, ҡунһа ла оҙаҡ тормаҫ
* '''Аҡыллы''' булған - әйтмәй белгән, йомарт булған - һорамай биргән
* '''Аҡыллы''' ир - ил ағаһы, аҡылһыҙ ир - ил бәләһе
* '''Аҡыллы''' ир ҡатынын яманламаҫ
* '''Аҡыллы''' ир шул булыр: ҡулындағың алдырмаҫ; Кеше һайын туҡталып, юҡ һүҙ тыңлап ҡаңғырмаҫ;Барынан да бере шул: бөгөнгө эшен таңға ҡалдырмаҫ
* '''Аҡыллы''' ирҙең эсендә эйәрле - йүгәнле ат ятыр
* '''Аҡыллы''' кеше алдамаҫ та, алдатмаҫ та
* '''Аҡыллы''' кешенең һүҙе алдан йөрөр
* '''Аҡыллы''' ҡатын - хазина
*''' Аҡыллы''' ҡатын 3 көнлөгөн алдан уйлар, аҡыллы ир 3 йыллығын алдан уйлар
* '''Аҡыллы''' ҡош ҡанатын һаҡлай, аҡыллы кеше һүҙен һаҡлай
* '''Аҡыллы''' ҡуйҙым, иҫәр еңдем тиәр
* '''Аҡыллы''' өйләнгәнсе, тиленең улы булған
* '''Аҡыллы''' тигәнең маҡтана башлаһа, тинтәк тип иҫәплә
* '''Аҡыллы''' тип әйтәләр кеше әйтмәй белгәнгә, Йомарт тип әйтәләр - кеше һорамай биргәнгә
* '''Аҡыллы''' тиргәлһә лә, тир сығармаҫ
* '''Аҡыллы''' тәкә һуйыр, ахмаҡ йүкә һуйыр
* '''Аҡыллы''' уйлағансы, тиле һуғып йыҡҡан
* '''Аҡыллы''' ул - алтын ҡул
* '''Аҡыллы''' үҙен ғәйепләр, алйот иптәшен ғәйепләр
* '''Аҡыллы''' хәтер ҡалдырмаҫ, ахмаҡ хәтер һаҡламаҫ
* '''Аҡыллы''' һүҙҙән ҡурҡа, ахмаҡ таяҡтан ҡурҡа
* '''Аҡыллы''' һүҙен тыңлағанда, ашар ашың онотолор
* '''Аҡыллыға''' аҡыл бирһәң, күпте белер, Аҡылһыҙға аҡыл бирһәң, ҡысҡырып көлөр
* '''Аҡыллыға''' баш ҡиммәт, аҡылһыҙға мал ҡиммәт
* '''Аҡыллыға''' бер һүҙ - мая, аҡылһыҙға мең һүҙ -зая
* '''Аҡыллыға''' ишара
* '''Аҡыллыға''' һүҙ әйттем - уйланы ла белде, Аҡылһыҙға һүҙ әйттем - тыңланы ла көлдө
* Аҡыллыға '''аҡыл''' бирһәң, күпте белер, Аҡылһыҙға '''аҡыл''' бирһәң, ҡысҡырып көлөр
* Аҡыллыға ым да етә, ахмаҡҡа туҡмаҡ та '''аҙ'''
* '''Аҡыллыға''' әйтһәң - белә, тинтәккә әйтһәң - көлә
* '''Аҡыллылар''' янына барһаң, аңраны эйәртмә
*Аҡыллынан ғилем ал,
Аҡылһыҙҙан ғибрәт ал
* '''Аҡыллының''' аҡылы - йөрәгендә, тинтәктеке - телендә
* '''Аҡыллының''' аты ла арымай, туны ла туҙмай
* '''Аҡыллының''' йөҙө әйтер, йөҙө әйтмәһә, һүҙе әйтер
* '''Аҡыллының''' ҡәҙере ахмаҡ янында беленер
* '''Аҡыллының''' теле күңелендә, аҡылһыҙҙың күңеле телендә
* '''Аҡыллының''' - уйында, тиленең - телендә
* Аҡыллының '''аҡылы''' - йөрәгендә, тиленеке - телендә
* '''Аҡылһыҙ''' атҡа менһә, атаһын танымаҫ
* '''Аҡылһыҙ''' егет - ауыҙлыҡһыҙ ат, йүнһеҙ егет - йүгәнһеҙ ат
* '''Аҡылһыҙ''' кеше алтмышта ла йәш була, аҡыллы алтыла ла баш була
* '''Аҡылһыҙ''' кеше дошманы менән дуҫ булыр, дуҫы менән дошман булыр
* Аҡылһыҙҙан алты тапҡыр маҡталғансы, '''аҡыллынан''' бер тиргәл
* '''Аҡылһыҙҙан''' кәңәш һорау - үҙе аҡылһыҙлыҡ
* '''Аҡылһыҙҙан''' маҡталғансы, аҡыллынан бер тиргәл
* '''Аҡылһыҙҙың''' аҡылын эт ашар
* '''Аҡылһыҙҙың''' ауыҙынан да бер аҡыллы һүҙ сығыр
* '''Аҡылһыҙҙың''' һаҡалы үҫһә лә, аҡылы үҫмәҫ
* Аҡылһыҙҙан кәңәш - үҙе '''аҡылһыҙлыҡ'''
 
* Аҡылһыҙҙың '''аҡылын''' эт ашар
* Аҡылһыҙҙың ауыҙынан да бер '''аҡыллы''' һүҙ сыға
* Аҡылһыҙҙың һаҡалы үҫһә лә, '''аҡылы''' үҫмәҫ
* '''Аҡылы''' ҡыҫҡаның теле оҙон
* '''Аҡылы''' юҡ кешенең аҙырайған күҙе бар
* '''Аҡылы''' юҡтың яҡыны юҡ
* '''Аҡылын''' алтынға алышҡан алтынын баҡырға алышыр
* '''Аҡылың''' булһа, аҡыллыға эйәр, '''аҡылың''' булмаһа - мәҡәлгә эйәр
* '''Аҡылың''' булһа, алданмаҫһың, алйот булһаң, алдыра алмаҫһың
* '''Аҡылың''' булһа, асыу һаҡлама
* '''Аҡылыңды''' ҡаш араңа маяҡ ит
* Аҡырған башлыҡ түгел, '''аҡылы''' бар башлыҡ
* Аҡшам ваҡыты - ашам ваҡыты
 
'''Ал'''
 
* '''Ала''' белһәң, бирә бел
* '''Ала''' ҡарға алдан ҡысҡырыр
* '''Ала''' ҡарҙа аласағың булһын, бирәсәгең булмаһын
* Ала ҡарғала '''аласағың''' булһын, бирәсәгең бул¬маһын
* '''Аласағым''' китһә лә, әйтәсәгем китмәһен
* '''Аласағың''' булһын, бирәсәгең булмаһын
* '''Аласағың''' китһә лә, әйтәсәгең китмәһен
* '''Аласаҡ''' менән бирәсәк бөтмәй
* '''Алаһы''' нәмә алтын булып күренер
* '''Алаһы''' тауар — мең алтын
* '''Алашаны''' атҡа һанама
* '''Ала''' ҡуңыҙ тиреһе эйегә күнмәҫ
* Алабута аш икән, баҡыр '''аҡса''' таш икән
* '''Алабута''' аш булмаҫ, алтын-көмөш таш булмаҫ
* '''Алабута''' аш булмаҫ, ара бутаған иш булмаҫ
* '''Алабута''' аш икән, баҡыр аҡса таш икән
* '''Алабутала''' ҡолаҡ юҡ, алйот кешелә оят юҡ
* '''Алам''' тигән ауыҙ яман, күрәм тигән күҙ яман
* Алама '''ағас''' ботаҡҡа үҫер
* '''Алама''' атҡа менгәнсе, йүгер кеше күргәнсе
* Алама булһа ла ир яҡшы
* '''Алама''' булһа ла, ир яҡшы, һуҡыр булһа ла, ҡыҙ яҡшы
* '''Алама''' кешегә дәрәжә килешмәй
* '''Алама''' кешелә һүҙ тормаҫ
* '''Алама''' ҡәйнәгә сәсең менән ер һеперһәң дә ярамаҫһың
* '''Алама''' тайҙың тире әсе, алдаҡсының теле әсе
* '''Алама''' эт ҡойроҡҡа үҫер
* Алан-йолан йә артыңды '''алыр''', йә ҡатыныңды '''алыр'''
* '''Алға''' бар, артыңа ҡара
* '''Алға''' барырҙың эте үлән ашар
* '''Алға''' киткән кешенең эте үлән ашар, Кирегә киткән кешенең килене урлап ашар
* '''Алған''' алғанда ҡала
* '''Алған''' — алғандыҡы, ат — менгәндеке
* '''Алған''' алыр, ҡалған ҡалыр
* '''Алған''' бер яҙыҡлы, алдырған мең яҙыҡлы
* '''Алған''' ҡулдан биргән ҡул артыҡ
* '''Алған''' менән биргән бер түгел, сыҡҡан менән кергән бер түгел
* '''Алғанға''' алты ла аҙ, биргәнгә биш тә күп
* '''Алғанда''' - бисмилла, биргәндә –әстәғафирулла!
* '''Алғандың''' бирәһе бар
* '''Алғаныңа''' ҡарап шөкөр ит, алырыңа ҡарап фекер ит
* Алғанға алты ла '''аҙ''', биргәнгә биш тә күп
* Алғыр кеше алымынан, йылғыр кеше аҙымынан билдәле
* Алғыр кеше алмышынан, йылғыр кеше '''аҙмыш'''ынан билдәле
* Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк
* Алдан аяғын кейенгән – алға сыҡҡан
* Алданым тип маҡтанма, үҙеңде лә алдарҙар
* Алдап, алты '''аҙым''' да китмәҫһең
* Алдашһаң - абруйың китер, әрләшһәң - ҡәҙерең китер
* '''Алды''' барҙың арты бар
* '''Алды''' болот булһа, арты - аяҙ
* '''Алды-артыңды''' ҡарап йөрө
* '''Алдың-артың''' йыйып йөрө
* '''Алдыма''' килде тип тығынма: ҡоҫоуың бар
* Алдын аяғына ҡарап юрғанын һуҙыр, ялҡау юрғанына ҡарап аяғын һуҙыр.
* '''Алдын''' бер уйла, артын биш уйла
* Алдынғылыҡ – тәхеткә, иремтәлек – ләхеткә.
* '''Алдыңа''' бер ҡара, артыңа биш ҡара
* '''Алдыңа''' килгән ашты йота бел
* '''Алдыңа''' ҡуйған ашты хурлама
* '''Алдыңда''' етәксең булһа, артыңда таянысың булһын
* '''Алдыңда''' ышаныс булһын, артыңда таяныс булһын
* '''Алдыңдан''' әйткән телең артыңдан килеп тотмаһын
* '''Алдыңды''' бер ҡара, артыңды биш ҡара
* Алйот булһаң, '''аҡыл''' кәрәкмәй
*Алйоттоң эше булмаҫ, ялҡауҙың ашы булмаҫ.
* Алйот дуҫтан '''аҡыллы''' дошман артыҡ
* Алйот ирҙән аҡыллы ҡатын артыҡ.
* Алйот төйнәгән төйөндө '''аҡыллы''' ла сисә алмаҫ
*Алйот юлдаш булмаҫ, ишәк моңдаш булмаҫ
* Алйотҡа өгөт әйтһәң, алдай, тиер, '''аҡыллыға''' өгөт әйтһәң, балдай, тиер
* Алйотҡа әйткән кәңәшең '''ағып''' киткән һыуға тиң
* Алйоттан '''аҡыл''' һорама
* Алма '''ағас'''ынан алыҫ төшмәҫ
* '''Алма''' үҙең һөйгәнде - алданырһың, '''Ал''' һине һөйгәнде - ҡыуанырһың
* '''Алма''' һигеҙҙе, '''ал''' һимеҙҙе
* Алмағаста алма бешә, дегәнәктә - дегәнәк
* Алманың '''алына''' ҡорт төшөр
*Алма беш, ауыҙыма төш.
* Алтау '''ала''' булһа — аулағаны китер, икәү иптәш булһа — аңдығаны китер
* Алтау '''ала''' булһа — ауыҙҙағы китер,Дүртәү теүәл булһа — түбәләге китер
* Алтмыш '''аҙым''' алға атла, алты тапҡыр артыңа ҡара
* Алтмыш көн ат булғансы, алты көн '''айғыр''' бул
*Алтмыш ҡолон ат булмаҫ.
* Алтмыш - ҡайтмыш
* -Алтмыш, һиңә ни ҡылдым? Аяғыма бау һалдың, ҡолағыма шау һалдың.-Етмеш, Һиңә ни ҡылдым? Уртымдағы теште алдың, башымдағы һушты алдың.
-Һикһән, һиңә ни ҡылдым?Маңлайҙағы күҙҙе алдың, бурбайҙағы биҙҙе алдың. - Туҡһан, һиңә ни ҡылдым?Ауыҙҙағы һүҙҙе алдың, илтеп ләхеткә һалдың.
* Алтмышҡа еткәс, атайыңдан '''аҡыл''' һорама
* Алтмыштыҡы бөтә, алтыныҡы бөтмәй
* Алтмышта ҡартлығың ҡаршы '''алыр'''
* Алты ағай-эненән '''айыу-бүре''' ҡурҡыр
* Алты '''аҙым''' атлағансы алтмыш тапҡыр артыңа ҡара
* Алты йәшәр юлдан ҡайтһа, алтмыш йәшәр күрешергә килер
* Алты көн утын киҫмәһәң, алты '''ай''' туҡылдарһың
* Алты тин '''аҡсаһы''' юҡ, баҙарҙа ат һатыулашҡан
* Алты тин файҙа итәм тип, алтмыш тин '''аҡсаһын''' сығарған
* Алтыға '''алып''' бишкә һат, атың булһын һатыусы
* Алтыға '''алып''' бишкә һатмайҙар
* Алтыла бер дәңгелдәк, алтмышта бер дәңгелдәк
* Алтылағы '''аҡылың''' алтмышҡа тиклем
* Алтын алма, '''аҡыл''' ал
* Алтын алма, '''аҡыл''' ал, алтын - '''аҡыл''' була алмаҫ
* Алтын '''алма''', алғыш '''ал'''
* Алтын балдаҡ кейһәң дә кәкре бармаҡ тураймай.
*Алтын булһа ла, эш һаулыҡты алмаштырмай.
*Алтын тотҡан алтынды таныр, күрмәй күргән еҙҙе лә алтын тир.
* Алтын түгел, ғилем дәүләт.
* Алтын ирең атыңа тейһә, алтынын '''ал''' да утҡа яҡ
* Алтын кәрәкмәй, '''аҡыл''' кәрәк, '''аҡыл''' булһа, алтын табылыр
* Алтын күрһә, фәрештә лә шайтанға әйләнә
* Алтын өҫтөнә '''аҡыл''' - ике алтын
* Алтын таш ҡаш булмаҫ, '''алабута''' аш булмаҫ, дошман яуҙа иш булмаҫ
* Алтын - ташта, '''аҡыл''' - башта
* Алтын теш тә телде тешләй.
* Алтын тотҡан алтынды таныр, күрмәй күргән еҙҙе лә алтын тиер
* Алтынға иҫе киткән - аҡылынан ситкә киткән
* Алтынға эйәргән юғалған, '''аҡылға''' эйәргән - юл алған
*Алтын эйәр атҡа тейер, эйәһе белмәҫ, ат белер.
* Алтындан '''аҡыл''' ҡиммәт
* Алтынды тут '''алмаҫ''', һыуҙы ут '''алмаҫ'''
* '''Алы''' булды, гөлө лә булыр
* '''Алып''' маҡтарлыҡ түгел, һалып таптарлыҡ түгел
* Алыҫ аҙаштыра, тәрән батыра
* Алыҫтан ут '''алма''', яҡындан ҡыҙ '''алма'''
* Алтынды эҙлә таштан, '''аҡылды''' эҙлә баштан
* Алтының менән маҡтанма, '''аҡылың''' менән маҡтан
* Алтын ҡомһоҙҙоң күңелен ташҡа, күҙен '''аҡҡа''' әйләндерә
* '''Алырмын''' тигән '''алдан''' ингән
* Алыҫ '''аҙаштыра''', тәрән батыра
*Алыуҙан биреү яҡшы.
'''Ам'''
* Аманатҡа итһәң хыянат, '''алырһың''' ғүмерлек яман
*Амин, амин — аман төбө,әбейҙәргә — ҡаба төбө,ирҙәргә — һуҡа башы,
ҡатындарға — киҫәү башы
 
'''Ан'''
 
*Андыҙлы ерҙә ат үлмәҫ, атлы ерҙә ир үлмәҫ.
 
 
 
'''Аң'''
* Аңра башҡа '''аҡыл''' йоҡмаҫ
 
'''Ап'''
* Аптыраған атаһының ҡуйынын '''аҡтарған'''
* Аптыраған ҡатын '''абышҡа'''һын "атай" тигән
* Ата-инә ҡәҙерен балалы булғас белерһең; '''Ағай-эне''' ҡәҙерен ялалы булғас белерһең
* Аптыраған һөлөк '''ағас''' тешләр
* Аптырағанда ахмаҡҡа ла " '''ағай'''" тиерһең
* Апһын '''ағар'''ып алдыма сыҡмаһын, ҡарайып артымда ҡалмаһын
* Апһынды апһын күрә '''алмай'''
* Асыу - '''ағыу''', йотһаң - дарыу
* Аҫылынһаң, '''ағас'''тың аҫылына аҫылын
 
'''Ар'''
* Араҡы яратҡан - '''аҡылын''' таратҡан
* Араланған ҡуйҙы бүре '''алыр'''
* Арбаның '''алды''' ҡайҙа аунаһа, арты шундай аунай
* Арғымаҡ '''алын''' бирмәҫ
*Арғымаҡ менгән арымаҫ.
* Арғымаҡ ат юл башлар, '''Аҡыллы''' егет ил башлар; Батыр егет яу башлар; Сәсән егет дау башлар
* Арғымаҡ һыйпау һөймәҫ, '''алаша''' маҡтау һөймәҫ
* Арғымаҡты яманлап, толпар ҡайҙан табырһың? '''Ағай-эне'''ңде яманлап, туған ҡайҙа табырһың?
* Арғымаҡтың билгеһе - ҡаҙы йыймаҫ, ял йыйыр; Яман егеттең билгеһе - ҡатын '''алмаҫ''', мал йыйыр
*Арҡан ишһәң, бау булыр, арбаң-санаң һау булыр.
* Арҡауын атһаң, буйын '''алырһың'''
* Арҡыры ятҡан ағасты буй һалмаҫ
*Арпа алтмыш көндә өлгөрә.
*Арпа сәскән бойҙай урмаҫ.
* Арт йортто туйҙырған ҡатын иренә баш бирмәҫ
* Арт йортто туйҙырған ҡатын ирҙе '''алға''' сығармай
* Артҡа ҡалһаң — тапалырһың, '''алға''' сыҡһаң - туҡмалырһың
* Артҡа ҡарап ғибрәт '''ал''', '''алға''' ҡарап шөһрәт '''ал'''
* Артҡы '''аҡылға''' кем дә бай
* Артҡы '''айылың''' ныҡ булһа, атың тулап ни ҡылыр? Алған ҡатының яҡшы булһа, йортоң тулап ни ҡылыр?
* Артығын һөйләгән аҡылын ашаған.
* Артыҡ байлыҡ әҙәмде '''аҙҙыр'''ыр
* Артыш ағасы им булыр
*Артыңда ни барын белмәһәң - тотолорһоң,'''Алдыңда''' ни барын белмәһәң - йығылырһың
*Арыған ат соҡор һанай, асыҡҡан ат ҡулыңды ялай, ярат¬ҡан ат күҙеңә ҡарай.
*Арыҡ атҡа ҡамсы ла йөк.
*Арыҡ атҡа менгәнсе, аяғыңа мен.
*Арыҡ булһа ла, һарыҡ аҫыра.
*Арыҡ мал яҙга сыҡһа уйнаҡлар.
* Арыҫландың '''аҙған'''ы айға һикерер
* Арыҫландың аҙғаны айға һикерер; тауыҡтың аҙғаны әтәс булып ҡысҡырыр
* Арыҫландың '''ай'''ға менмәһә лә һикереүе дан
* Арыҫландың '''ай'''ға менәм тип, биле биртенгән
*Арыш сәсһәң, икмәк ашарһың.
*Арыштың хисабы һуҡҡас беленер.
*Арышы булһа, батманы табылыр.
*Арбам һынды тип күстән ҡалма,
Башым ауырта тип эштән ҡалма.
*Арбаны ат тартыр,күләгәне эт тартыр
*Арғымаҡтың билгеһе-ҡаҙылыҡ йыймаҫ,ял йыйыр
*Арҡан ишһәң бау булыр,арба-санаң һау булыр
*Арҡауын атһаң,буйын алырһың
Артҡа ҡалһаң, тапалырһың
*Артыҡ байлыҡ — башҡа бәлә.
*Артыҡ байлыҡ әҙәмде аҙҙырыр.
*Арыҡлыҡтан ат үлмәҫ, ярлылыҡтан ир үлмәҫ.
*Арыҫлан аста төлкө туҡ.
 
 
 
 
'''Ас'''
* Ас '''айыу''' уйнамаҫ
* Ас балыҡ та селәү һайлай.
*Ас бүре тотолмаҫ, туҡ бүре ҡотолмаҫ.
* Ас кергән, яланғас керә '''алмаған'''
* Ас кешегә барыһы тәмле
* Ас французға '''ала''' ҡарға ла аш
*Ас айыу уйнамаҫ.
*Ас күңеле икмәктә, туҡ күңеле хикмәттә.
*Астың хәлен ас белер.
*Астың хәлен туҡ белмәҫ.
*Ас һөлөк әсе тешләр.
*Астың иманы юҡ.
*Астың уйы икмәктә, яланғастың — бишмәттә.
* Асҡыс ярамаҫ йоҙаҡ юҡ
* Астан '''аҡыл''' һорама
*Астан үлһәң дә, ата-әсәңде, тыуған илеңде ташлама.
* Астың күҙе -икмәктә, туҡтың күҙе - хикмәттә
* Асыҡ ҡапҡанан кем кермәҫ (ҡыҙ намыҫына ҡарата)
* Асыны татымаһаң, тәмлене белә '''алмаҫһың'''
* Асыу - ағыу,Йота белһәң - дарыу!
* Асыу - '''аҡыл''' дошманы
* Асыу - алдан, '''аҡыл''' арттан
* Асыу алдан йөрөр, '''аҡыл''' арттан йөрөр
* Асыу - бысаҡ, '''аҡыл''' - дуҫ
* Асыу - бысаҡ, '''аҡыл''' - һап
* Асыу - дошман, '''аҡыл''' - дуҫ, асыуыңа '''аҡыл''' ҡуш
* Асыу йыйма, '''аҡыл''' йый
* Асыу килһә, '''аҡыл''' китер, '''аҡылың''' күп булһа - асыу бөтөр
* Асыуын алға ҡуйған - '''аҡылын''' артҡа ҡуйған
* Асыуыңды ат ит, '''аҡылыңды''' теҙген ит
 
'''Аҫ'''
* Аҫтындағын алты '''ай''' эҙләгән
* Аҫыл ат һыртына ҡамсы тейҙертмәҫ
* Аҫыл ҡоштоң балаһы '''алдына''' ҡуймаҡ аш еймәҫ
* Аҫыл шоңҡар ҡаҙ '''алһа''', ҡанатын ҡанға тигеҙмәҫ
* Аҫылынһаң, ағастың аҫылына аҫылын
 
'''Ат'''
* Ат '''абын'''ғанға ишәк ғәйепле
* Ат '''аҙғын'''ы тай була, ир '''аҙғын'''ы бай була
* Ат '''аҙғын'''ы тайға эйәрер, ир '''аҙғын'''ы байға эйәрер
* Ат '''аҙғын'''ы тайға эйәрер, ир '''аҙғын'''ы ҡыҙға эйәрер
* Ат '''аҙғын'''ы тайға эйәрер, ярлы малы байға эйәрер
* Ат '''аҙғын'''ы юрға булыр, ир '''аҙғын'''ы мулла булыр
*Ат аҙғыны тай була, ир аҙғыны бай була.
* Ат '''айғырланһа''', баш була
* Ат '''айғырланһа''', үҙ башына була
* Ат '''алмаҫ''' борон йүгән эҙләмә
* Ат '''ай'''ҙа һыналыр, әҙәм йылда һыналыр
* Ат '''ай'''ында, ир йылында һыналыр
*Ат айында һыналыр.
*Ат алғансы, тай ҙа мал.
*Ат алмаҫ борон йүгән эҙләмә.
* Ат '''алһаң''', арба кәрәк
* Ат '''алһаң''', арба кәрәк, ҡатын '''алһаң''', бары ла кәрәк
* Ат '''алһаң''', ауылына тартыр
* Ат '''алһаң''', ауылың менән, ауылың менән булмаһа, бүркең менән кәңәш ит
* Ат '''алһаң''', ауылыңдан '''алма'''
* Ат '''алһаң''' - ауылың менән, ҡыҙ '''алһаң''' - ырыуың менән кәңәшләш
* Ат '''алһаң''', баш менән түш '''ал''', ҡыл '''алһаң''', ҡабаҡ менән ҡаш '''ал'''
* Ат '''алһаң''', өйөң менән кәңәшләш, ҡатын '''алһаң''', ауылың менән кәңәшләш
* Ат '''алһаң''', һынап '''ал''', аҡса '''алһаң''', һанап '''ал'''
* Ат '''алһаң''', яҡындан '''ал''', ҡатын '''алһаң''', алыҫтан '''ал'''
* Ат арымаһа, '''аҙыҡ'''тан
*Ат арығын маҡтама, арғымаҡтан тай уҙыр.
*Ат аяған ат менер, тун аяған тун кейер.
*Ат аяғынан һимерер.
*Ат — байҙа.
* Ат барҙа бейә сапмаһын, ир барҙа ҡатын '''алға''' сыҡмаһын
*Ат баҫмайым тигән еренә өс баҫа.
*Ат башы менән уйнағансы, атаң башы менән уйна.
*Ат башы тотҡан арымаҫ.
*Ат булмағанда, ишәк тә ярай.
*Ат йәлләгән ергә ҡарар, ҡош йәлләгән күккә ҡарар.
* Ат күреп аяғың '''аҡһамаһын'''
*Ат күрмәгән ат күрһә, саба-саба үлтерер,
Тун күрмәгән тун күрһә, ҡаға-ҡаға туҙҙырыр.
* Ат асыуын арбанан '''алмайҙар'''
* Ат бирҙем - атлата '''алманым''', тай бирҙем - туҡтата '''алманым'''
* Ат йөрөп юл '''ала'''
* Ат ҡаҡҡанды тай ҡаҡҡан, ир ҡаҡҡанды мир ҡаҡҡан.
*Ат ҡартайһа — һуғымлыҡ.
* Ат менән ҡыҙҙы ауылдан '''алма'''
*Ат — менгәндеке, тун — кейгәндеке.
* Ат юрғалар, эйәһе дан '''алыр'''
* Ат, эйәһенә килгәс, '''аҡһамаһын'''
*Ат юҡ аранда, ҡайғы юҡ буранда.
*Ат яҡшы ла, ел ҡаршы.
* Ат яҡшыһы — '''ала''' тояҡ, тун яҡшыһы — төлкө тояҡ
* Ат яҡшыһы '''алға''' сығыр, '''алға''' сыҡҡан данға сығы
*Ат санала беленер.
*Ат тапҡансы ишәк мен.
*Ат тапҡансы эйәр тап.
*Ат тапһаң, эйәр табыла.
*Ат тирләһен, сирләмәһен.
*Ат ТОЯҒЫ сабата түгел, тишелһә, ямап булмай.
*Ат туйған ерендә, ир тыуған илендә.
*Ат әйләнеп, ҡаҙығын табыр,
Ьыу әйләнеп, юлығын табыр,
Ир әйләнеп, илен табыр.
*Ат холҡона таянма.
* Ат хурлаған тай менер, тай хурлаған таяҡ менер.
*Ат юрғалар, эйәһе дан алыр.
*Ат яҡшыһы аранда.
*Ат яҡшыһы алға сығыр, алга сагаҡай данға сығыр..
*Атка - һоло, машинаға — май.
* Атҡа ышанма: ат, кем менһә, шуныҡы.
*Атланһаң үҙ атыңа атлан, кеше аты тиҙ арыр.
* Атлы тәртә төҙәтер, атһыҙ кәртә төҙәтер.
* Атлының аяғы да арымай, туны ла туҙмай.
*Атлыға тай менһә лә килешә.
*Атты айһыҙ маҡтама.
*Атты ат һаҡлай.
*Атты сыбыртҡы менән ҡыума, һоло менән ҡыу.
*Аттың даны егет ҡулында.
*Аттың күрке ял булыр.
*Аттың саяһы — юрға.
*Аттың хаҡы оло, айғырҙың даны оло.
*Атһыҙ ир — ҡанатһыҙ ҡош.
*Атһыҙ ир — ҡулһыҙ кеше.
*Атһыҙ кеше — затһыҙ кеше.
*Аты бар — арыҫлан.
*Аты бар атланмаҫ, эйәре бар атланыр.
*Аты бар — батыр, аты юҡ — ятыр.
*Аты барҙың дуҫы бар.
*Аты барҙың ҡанаты бар
*Аты булһа, ҡамыты табыла.
*Аты барҙың ҡанаты бар, һыйыры барҙың һыйы бар.
*Аты-туны бар кешелә Алпамышаның көсө бар.
*Атым яҡшы тип, сыбыртҡыңды ҡуйма.
*Атың арыһа, абруйың китер.
*Атың арыһа, үҙеңә үпкәлә.
*Атың барҙа арыш сәс.
*Атың булһа, арымаһын.
*Атың булһа, ил таный.
*Атың юғалһа ла, йүгәнең ташлама.
* Ата - ата ҡаҙ.
* Ата балаһы хур булмаҫ.
* Ата балаһы хатаһыҙ булмаҫ
* Ата балаһы алтмышҡа етмәй, '''аҡыл''' тапмаҫ
* Ата маҡтағанды '''алма''', ауыл маҡтағанды ҡуйма
* Ата-бабам баҡҡан ер - кендек ҡаным '''аҡҡан''' ер
* Ата - инә ҡәҙерен балалы булғас белерһең, ағай - эне ҡәҙерен ялалы булғас белерһең
* Ата-инәңә ни ҡылһаң, '''алдыңа''' шул килер
* Ата-инәһен һөймәгән ҡыҙ яман, Ҡәрҙәш-ҡәүемен һөймәгән ул яман
* Атай булмай тороп атай ҡәҙерен белмәҫһең, Әсәй булмай тороп әсәй ҡәҙерен белмәҫһең
* Ата-әсә һүҙе - бала-саға күҙе.
*Атайҙар һүҙе – аҡылдың үҙе
* Атайҙың һүҙе- '''аҡылдың''' үҙе
* Атайһыҙға ҡыҙ бирмә, инәйһеҙҙән ҡыҙ алма
* Атайһыҙҙы кейәү итмә, инәйһеҙҙе килен итмә.
* Атайым '''ай''' күргән, иртәгә байрам икән
* Атанан йәш ҡалдым, '''аҡылдан''' буш ҡалдым
* Атанан күргән уҡ юнған, инәнән күргән тун бескән.
* Атаңдан '''айырылһаң''' айырыл, илеңдән '''айырылма'''
*Атаһы '''айырымды''' ау ҡушыр,өйөрө '''айырымды''' яу ҡушыр
* Атаһы торор - улы һөйләр, Әсәһе торор - ҡыҙы һөйләр.
* Атаһынан күргән - уҡ юнған, инәһенән күргән - тун бескән.
* Атҡа ышанып, арбала йоҡлама, '''аҙаштыр'''һа, үҙеңә үпкәлә
* Атҡаҙанған артистар була, президенттар булмай.
* Атҡан таң '''алға''' һөйрәй, ахырҙа ҡәбергә һөйрәй
* Атты '''айһыҙ''' маҡтама
* Ат алһаң, һынап ал, '''аҡса''' алһаң, һанап ал
* Атты ҡамытҡа үлсәп '''алмайҙар''', ҡамытты атҡа үлсәп '''алалар'''
* Атты өйрәтә белмәһәң, сығынсы булыр.
* Аттың хаҡы оло, '''айғыр'''ҙың даны оло
* Аттың - юрғаһын, бисәнең уңғанын '''ал'''
* Аттың яҡшыһы '''алға''' сыға, егеттең яҡшыһы данға сыға
* Атһыҙ арба алға китмәй, ирһеҙ ҡатын ал-ял белмәй.
* Атым юҡ бурамда, ҡайғым юҡ буранда
*Атын '''алма''', затын '''ал'''
* Атын атама, '''аҙашып''' китһен
* Атың барҙа юл таны, '''аҡылың''' барҙа ир таны
* Атың насар булһа, һатып ҡотолорһоң; '''Аға-энең''' яман булһа ҡасып ҡотолорһоң; Ҡатының яман булһа нисек ҡотолорһоң?
* Атың арыҡ булһа - бер сап, утының '''аҙ''' булһа - бер яҡ
* Атың арыһа -абруйың китер, ҡарының асһа - ҡәҙерең китер
* Атың барҙа елеп ҡал, йөрөй '''алмай''' торған көн килер
* Атың булмаһа ла хутың булһын
* Атың насар булһа, һатып ҡотолорһоң, Аға-энең яман булһа, ҡасып ҡотолорһоң,Ҡатының яман булһа, нисек ҡотолорһоң?
*Ат тешенән билгеле, егет эшенән билгеле.
*Аттың үҙе ниндәй, йөгө шундай.
*Ата алмаған - атаһына үпкәләр.
*Ата алмаған атынан күрер,
Ҡайтып килеп ҡатынынан күрер.
*Ата алмаған йәйә һайлар.
*Ата алмаған мылтығынан күрер
*Ата алмағандың уғы алты ҡолас китер
*Атаһыҙ тороп-балтаһыҙ тороп булмай
Инәһеҙ тороп була-энәһеҙ тороп булмай
*Аты булһа, ҡамыты табылыр.
 
 
'''Ау'''
*Ау аула, ауылда тор.
*Ауға барһаң, зирәк бул, юлдашыңа терәк бул.
*Ауға сыҡҡанда эт ашатмайҙар.
*Аулаҡ күлгә тәлмәрйен хужа.
*Ауылда булмаған далала булыр.
*Ауылы башҡаның һыуы башҡа.
*Аусы — ауҙа, юлсы — юлда.
*Аусыны аяғы туйҙыра.
*Аусы ҡоҙғон ауламаҫ, өйрәк аулар.
* Ауыҙы онға тейгән эт тирмән яламай түҙә '''алмай'''
* Ауыҙың менән сәскәнде ҡулың менән йыйып '''ала''' '''алмаҫһың'''
* Ауыҙың тулы ҡан булһа ла яттар алдында төкөрмә.
* Ауылдан ҡыҙ '''алма''' ла мал '''алма'''
* Ауыҙың тулы ҡан булһа ла, дошман '''алдында''' төкөрмә
*Ауыҙы-мороно ҡыйыш булһын, бай балаһы һөйләһен.
* Ауыҙыңдан ел '''алһын'''
* Ауыл эте '''ала''' булһа, бүре килеп баш булыр
* Ауыл эте '''ала''' булһа ла, бүре килгәндә берегер
* Ауыл эте '''ала''' булыр
* Ауырыу '''ағас''' башынан йөрөмәй, әҙәм башынан йөрөй
*Ауырыу хәлен һау белмәҫ, ярлы хәлен бай белмәҫ.
* Ауырыу - аяҡтан, ҡайғы йөрәктән '''алыр'''
*Ауырыу китһә лә, ғәҙәт китмәй.
* Ауырыу көсәйһә, йәнеңде алыр; Дарыу көсәйһә, малыңды '''алыр'''
* Ауырыуҙың '''аҙығ'''ы үҙе менән
* Ауан кеше ауыҙы менән ҡош тотор.
* Ауан ауға сыҡһа, ауҙа ғауға сыға.
*Ауыҙыңа кергәнде сәйнәргә иренмә.
*Ауыр йөктө ат тарта, ауыр эште ир тарта
*Ауыр күтәргән - билен һындырған
*Ауыр таш - тау аҫтында, ауыр эш -бауыр аҫтында
*Ауыр эшкә беләк бар, ҡыйыу эшкә йөрәк бар.
*Ауыр эште күмәк ҡул еңгән.
*Ауырыу бер үлер, иренсәк көн дә үлер.
*Ауырыуға дауа бар, дәртһеҙгә дауа юҡ.
*«Ауырып торам» тимә, «иренеп торам» тиң.
 
'''Ат'''
*Ата алмаған «уғым кәкере булды» тигән.
 
'''Ах'''
* Ахмаҡ бирер, '''аҡыллы''' алыр
* Ахмаҡтан '''аҡыл''' һорама
* Ахмаҡтың эшләгән эше '''аҡыллыны''' алйытыр
* Ахмаҡтың һаҡалы үҫһә лә, '''аҡылы''' үҫмәҫ
*Ахыры заман булғанда, йүнһеҙ кеше йүнлегә эш өйрәтер.
'''Аш'''
 
*Аш ҡәҙерен белмәгән өй хужаһын оялтыр
* Аш хурлама-ҡоҫторор,ир хурлама-боҫторор.
*Аш янында аш үтә.
* Ашаған аттың теше '''аҡ'''
* Ашағанда '''аҙ''' яҡшы, эшләгәндә күп яҡшы
*Ашаған мал үлмәй.
*Ашаған еренә эт тә ҡайта.
*Ашаған аш табыр, эшләгән эш табыр.
*Ашағанда аҙ яҡшы, эшләгәндә күп яҡшы.
*Ашағанда ҡолағың һелкенһен, эшләгәндә йөрәгең ел¬кенһен.
*Ашағанда телһеҙ бул, эшләгәндә өнһөҙ бул.
* Ашап, '''алаша''' булмаҫһың
* *Ашамаһаң да, май яҡшы, яманлаһаң да, бай яҡшы
*Ашаған үлмәҫ, ярлы бөлмәҫ.
Ашҡаҙар менән '''Ағиҙел''', Йөрәктауҙа табышҡан; Яҡшы егет, яҡшы ҡыҙ, шулай итеп табышҡан, яр иткәнде пар иткән, айырылтмаҫҡа ҡауышҡан
* Ашлыҡты бураға һалмайынса "уңыш '''алдым'''", тимә
*Ашланған ер аш бирер.
*Ашлыҡты бураға һалмайынса «уңыш алдым» тимә.
*Ашлыҡтың йоҙағы — һалам.
* Ашыҡ уйнаған - '''аҙыр'''; Туп уйнаған - туҙыр; Ҡуй көтөп, ҡарын майы ашаған барынан да уҙыр
* Ашыҡҡан арба '''аҡрын''' тәгәрәй
* Ашыҡҡан арыр, '''аҡрын''' барыр
* Ашыҡҡан ашҡа бешкән.
* Ашыҡҡан күҙгә '''аҡ''' төшә
* Ашыҡҡан ҡыҙ кейәүгә барһа ла мантымаҫ
* Ашыҡҡан юл '''алмаҫ'''
* Ашыҡҡанда артыңа йыш ҡарама.
* Ашыҡҡандан '''аҡыл''' һорама
* Ашын - тоҙон эсеп ултыр, '''аҡыллыны''' тыңлап ултыр
*Ашыуһыҙ булһа, тауҙан биҙ, үткеһеҙ булһа, һыуҙан биҙ.
*Ашаған белмәй, тураған белә.
*Аш тигәндә — йән фарман, эш тигәндә — юҡ дарман.
*Аш янында ат кеүек, эш янында эт кеүек
*Ашамаған ашым түгел, эшләмәгән эшем түгел.
*Ашау татлы — эшләү ҡаты.
*Ашамай тамаҡ туймай, эшләмәй ризыҡ булмай.
*Аштан ҡалһаң да, эштән ҡалма.
*Ашы юҡ ураҙа тотҡан, эше юҡ ас ултырған.
*Ашын яратһаң, эшен дә ярат.
*Ашына күрә табағы, эшенә күрә тамағы.
*Ашыҡҡан арба аҡрын тәгәрәй.
*Ашыҡҡан арыр, аҡрый барыр.
*Ашыҡҡан эштә хәйер юҡ.
*Ашыҡҡан һыу диңгеҙгә етмәҫ.
 
 
'''Ая'''
*Аяғы яман түрҙе бысрата, теле яман – илде бысрата.
* Аяғың тәп итһә, ауыҙың сәп итер.
*Аяғына тартһа — башына юҡ, башына тартһа аяғына юҡ — йүнһеҙ ирҙең көнө шул.
* Аяҙлы-болотло '''аҡылы''' бар, кәҙәнеке хәтлем һаҡалы бар
* Аяҡлы ҡаза күрәһе егет аяғы һыҙлау ҡатын '''алыр'''
* Аяҡтан кергән ауырыу бөтә тәнде '''алыр'''
*Аяҡ атламаһа, баш йөрөмәй