Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
6 юл:
 
'''Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре'''
== Д ==
*Далаға ебәргән атыңа ышанма.
*Дала эсе — киң ер, оло-кесе тиң ер.
*Даланың бейе булғансы, ҡаланың эте бул.
*Данлы егет ил өсөн үлер.
*Даръя төбөндәге ынйынан тау башындағы таш артыҡ
*Даръяға төшкән - йыланға һарылған
*Дандың төбө хөрмәт, хөрмәт төбө хеҙмәт.
*Дегетсе күмерсегә, мине буяма, тигән
* Дегәнәк араһында үҫкән сәскәнән һаҡлан.
*Диңгеҙ баштан болғаныр.
*Диуанаға ҡайғы ла байрам
* Донъя - йоҙаҡ, асҡысы - белем.
*Донъя киң тип таралма, таралған тарыны тауыҡ сүпләй.
* Донъя күрке - йәр менән.
*Донъя ҡораманан башлана.
* Донъя - яйы менән, ҡоймаҡ - майы менән.
* Донъяны һүҙ биҙәр.
* Донъяның яйы китһә, Ҡоймаҡтың майы китә
*Донъяның рәхәтенән михнәте күп
* Донъя бөтөр, эш бөтмәҫ.
*Донъя эшен әхирәткә ҡалдырма.
*Донъяһына күрә түрәһе.
*Дөйә үҙ бөкөрөһөн күрмәҫ.
*Дуңғыҙҙан бер ҡыл, байҙан бер һөйәк (артмаҫ)
*Дуҫынан айырылған ете йыл илар,
Иленән айырылған илле йыл илар.
* Дәртһеҙ кеше - күҫәк, йәрһеҙ кеше - ишәк.
*Дәрүиш ашауынан, бай йәшәүенән билгеле
*Дәрт биргәнгә дарман бирер.
*Дәрт бар — дарман юҡ.
*Дәрт — даръя, дарман — донъя.
*Дәрт иткән эшләр.
*Дәртең булмаһа, дарманың булмай.
* Дәртле дарманын табыр.
*Дәртһеҙ егет йоҡосан булыр.
*Дәртһеҙ кешенән эш сыҡмаҫ.
*Дәртһеҙгә дан юҡ.
 
==Ҙ==
*Ҙур ағастың күләгәһе лә киң.