Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/Е: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
"{{Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр}} Категория:Һүҙлектәр:Мәҡәлдәр һәм әйт..." исемле яңы бит булдырылған
 
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
1 юл:
{{Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр}}
== Е ==
*Ебегән ауыҙҙан серегән һүҙ сығыр
*Егет булһа, батыр булһын, ҡыҙ булһа, матур булһын.
*Егет ҡыйыу, ҡыҙ һылыу булғаны яҡшы.
*Егет егәр, ҡыҙ сибәр булһын.
* Егет һөйһә - ала, ҡыҙ һөйһә - ҡала
* Егәрле атҡа һүҙ ҙә сыбыртҡы.
*Егә белгән айғыр егер.
*Еккән атың елдәй булһын.
*Екмәһәң дә, ат яҡшы.
*Елкәлә күҙ юҡ
*Елгә еленләгән, көнгә ҡолонлаған
* Емеш ашағың килһә, сәскәһен өҙмә.
*Емеште аша, ботағын һындырма.
*Еңгә - ҡәйнеш бисәһе
* Еңгәм сәнсә, мин тартам,
Мин дә нағыш һырыйым!
*Ер баҫтырығы — тау, тау баҫтырыры таш, ил баҫтырығы — баш.
*Ер кемдеке булһа — ел шуныҡы,
Бей кемдеке булһа — ил шуныҡы
*Ер тартмаһа, һыу тарта.
*Ер тауһыҙ булмай, халыҡ ханһыҙ булмай.
*Ер түбәһеҙ булмаҫ, ил түрәһеҙ булмаҫ.
*Ерҙең даны ирҙән.
*Ерҙән айырылған елгә оса.
*Ере байҙың иле бай.
*Ере барҙы ер тартыр, ер тартмаһа, ил тартыр.
*Ере барҙың еме бар, еме барҙың име бар.
*Ере күп булған ил көлөр, бейе күп булған ил бөлөр.
*Еренә күрә екәне.
*Еренә ҡарай йыланы, тауына ҡарай боланы.
*Ерле — ерендә, екән — күлендә.
*Ерле ерен маҡтай, балыҡсы күлен маҡтай.
*Ерле кеше еренә тартыр.
*Ерле боланды тирле ҡолан ҡыуалаған
*Ерһеҙ кеше илһеҙ кеше
*Ерҙең дә ҡолағы бар
*Ер туймай ил туймай.
*Ергә тамған тир — гәүһәр.
*Ергә төшкән гөл булыр, утҡа тошкән көл булыр.
*Ергә эйелһәң, байлыҡ килә.
*Ерҙе бер ҡат туйҙырһаң, ул һине ун ҡат туйҙырыр.
*Ергә ашлыҡ башағынан ҡалдырғансы, ашар ҡашығыңды ҡалдыр.
*Ерҙән алғанды ерҙә ҡалдырма.
*Еренә ҡарап иген ик.
* Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ.
*Еткән ҡыҙ кейәүҙән ҡурҡмаҫ.
*Етмеш килде - егәрлек китте
*Етмеш йондоҙ тыуһа ла, яҡтылығы айҙай юҡ.
*Етмештә ҡартлыҡ етте - аҡыл китте.
*Етәкләгән эт ауға ярамай, өйрәткән һүҙ дауға ярамай.
 
 
 
[[Категория:Һүҙлектәр:Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр]]