Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
6 юл:
 
'''Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре'''
== И ==
*Игелек ит тә һыуға һал - халыҡ белер,халыҡ белмәһә балыҡ белер.
*Иген икһәк-икмәк,быҙау һуйһаҡ-туҡмаҡ
*Иген келәттә, кеше хеҙмәттә күренә.
*Иген ҡамылынан билгеле.
*Иген төбө — ҡыуаныс.
*Иген үҫмәҫ тип, ерҙән төңөлмә.
*Игенде арба өйгә ипдерә, сана баҙарға илтә.
*Игендең яйын иккәп белер, арбаның яйын еккән белер.
*Игенсе ямғыр теләй, юлсы аяҙ теләй.
*Игенсе яуында тыныр.
*Игенсенең ярты ғүмере яланда уҙыр.
*Игә белгән иген ашар, игә белмәгән ниен ашар?
*Иҙел даны менән боҙ китә, атай даны менән ҡыҙ китә.
*Иҙел башынан болғана, тамағынан тына.
*Иҙел һыуы бал булһа ла, илгә етмәй.
*Иҙел Яйыҡтың ағаһы,
Ағиҙел илдең яғаһы.
*Изге эштең иртәгеһе яҡшы.
*Ижтиһад иткән моратына еткән.
*Ике күңел бер булһа, сүплек башы гөл булыр.
*Ике ҡулыңа бер эш — ал да кереш.
*Ике күлдәкте бер иткән, бер күлдәкте юҡ иткән.
* Ике сибәр бергә килһә, береһе ғүмерһеҙ була, ти.
* Ике туған талаша, атҡа менһә яраша.
*Ике айғырҙы бер һарайға япмайҙар.
*Ике тәкә башы бер ҡаҙанға һыймаҫ.
*Ике дәрүиш бер балаҫҡа һыйыр, ике батша ер йөҙөнә һыймаҫ
* Икенең бере - йә ир, йә ҡатын баш булһын.
*Ике бейә — ил ашы,
Өс бейә — болаҡ башы,
Бер бейә — юҡтың ҡашы.
*Ике ҡатын алғандың вайраны бар,
*Ике һыйыр Һауғандың айраны бар.
*Ике уйла, бер эшлә.
*Икмәк — илдән, һыу — күлдән
*Ил һөйөр байҙы, ир һөйөр һауҙы
* Илар бала атаһының һаҡалы менән уйнар,
*Илар түрә иле менән уйнар
*Ил аралаған һынсы булыр, ер аралаған уҡсы булыр.
*Ил асыуы — яман асыу.
*Ил бай булһа, ярлылығың һиҙелмәй.
*Ил бар ерҙә сәпсек үлмәй.
*Ил барҙа ир хур булмаҫ, ир барҙа ил хур булмаҫ.
*Ил биргәндә дуҫың булһын, ер биргәндә ҡушың булһын.
*Ил дауһыҙ булмаҫ, ир дауһыҙ булмаҫ.
*Ил илдән ҡалһа, иргә намыҫ.
*Ил икмәге ирекле,
Эшләп алһаң, кимекле.
*Ил ирекһеҙ булһа, ир күрекһеҙ булыр.
*Ил ирекле булһа, түрә күрекле була.
*Ил йолаһыҙ булмаҫ.
*Ил йолаһына хан да буйһона.
*Ил көйөнгәндә көйөн, ил һөйөнгәндә һөйөн.
*Ил көсәйһә, бей хан була.
*Ил күрмәк — бер бурыс, ир һынамаҡ — бер бурыс.
*Ил күсә тип, утыңды һүндермә!
*Ил ҡулы тау күсерер.
*Ил ҡупһа — Иҙел ҡубыр, ауыл ҡупһа — дауыл ҡубыр.
*Ил ҡәҙерен белмәгән — башын юғалтҡан,
*Ер ҡәҙерен белмәгән — ашып юғалтҡан.
*Ил менән ҡара көн дә байрам булыр.
*Ил намыҫы ир муйынында.
*Ил намыҫы хур итмәҫ.
*Ил өҫтө — алтын бишек.
*Ил өҫтөндә илле алтын.
*Ил терәге — ир, ир терәге — бисә.
*Ил хөкөмһөҙ булмаҫ.
*Ил эшенең иртәгеһе маҡтаулы.
*Ил яҙмышы — ир яҙмышы.
*Илгә бирһәң ашыңды, ил ҡәҙерләр башыңды;
*Эткә бирһәң ашыңды, эттәр талар башыңды.
*Илгә ҡаза теләгән ҡаҙалып үлер.
*Илгә ҡушылһаң — ир булырһың, илдән айырылһаң — хур булырһың.
*Илгә сыҡһаң, илле төрлөнө күрерһең.
*Илгә таянған Иҙел кисер.
*Илгә һыймаған баш — Иҙелгә батҡан таш.
*Илде тинтәк боҙор.
*Илдең биле ныҡ булһа, ирҙең күңеле туҡ булыр.
*Илдең итәге киң.
*Илдең көнө ер менән.
*Илдең көнө — ир менән, ирҙең көнө — ил менән.
*Илдең күҙе илле.
*Илдең хаҡын ир даулар, ир дауламаһа, кем даулар?
*Илдең эше ир муйынында, ирҙең эше ил ҡуйынында.
*Илдә баш булмаһа, эт башҡа менә.
*Илдә булһа, иренгә тейә.
*Илдә булһа, үлмәҫһең, илһеҙ көнөң күрмәҫһең.
*Илдә егет һанаулы.
*Илдә ир үлмәҫ
*Иле байҙың бейе бай.
*Иле барҙың көнө бар
*Иле барҙың — ҡабымы бар.
*Иле барҙың — теле бар.
*Иле берҙәмдең — көнө берҙәм.
*Иле ныҡтың — биле ныҡ.
*Иле юҡтың— түшәге юҡ, икмәге юҡтың— көйшәме юҡ.
*Илем-көнөм булмаһа, айым-көнөм тыумаһын!
*«Илем» тимәҫ ир булмаҫ, «өйөрөм» тимәҫ ат булмаҫ.
Илен ҡурсыған ил ағаһы булыр,
*Илен борсоған ил буҫағаһы булыр.
*Илен танымаған илгә бей булмаҫ.
*Илен һатып ашаған — ике генә көн йәшәгән.
*Илен һөйгән ир булыр.
*Иленә ҡайтҡандың ояты юҡ.
*Иленән биҙгән ир уңмаҫ, күленән биҙгән ҡаҙ уңмаҫ.
*Илле илен маҡтар, юкәле күлен маҡтар.
*Илле йылдан ил яңырыр, йөҙ йылдан ҡаҙан яңырыр.
*Илләштереү илсенән, юлыҡтырыу яусынан.
*Илсегә үлем юҡ.
*Илсегә ялҡауҙы ебәрһәң, илгә яу килтерер.
*Илселек — димселек.
*Иләҫ илдән китер.
*Иллегә еткәс, ирҙәр ҙә ипкә килә
* Иллелә - ил ағаһы
*Иләктә һыу тормаҫ,
Ҡатын-ҡыҙҙа һүҙ тормаҫ
*Иләмәй күн булмаҫ, тирһеҙ тун булмаҫ.
*Иләктә һыу тормаҫ, тинтәктә һүҙ тормаҫ.
*Иләктәгең — күнәккә, күнәктәген — иләккә.
*Илһамлы хеҙмәт — илгә ҡеүәт.
* Иләк менән һыу ташымайҙар.
*Иләмәй күн булмаҫ, тиреһеҙ тун булмаҫ
*Имән ҡаты ергә төпләнер.
*Иң элек уйла, унан эшлә
* Инженер булыуҙан менеджер булыу хәйерлерәк.
*Инһәң — ил, сыҡһаң — яу.
* Инә ҡаҙ йомортҡа баҫҡанда ата ҡаҙ янында бейер
* Инә ҡаҙ ҡаңғылдамаһа, ата ҡаҙ бармай.
*Инәһеҙ ҡорт бал йыймаҫ,
Бал йыйһа ла, мул йыймаҫ
*Инәһеҙ ҡорт көсһөҙ булыр.
*Ипле кеше иленән китмәҫ.
* Ипһеҙ ҡыҙ йәрһеҙ ҡалыр.
*Ир аҡылы — бер алтын, ил аҡылы — мең алтын.
*Ир башына килһә килһен, ил башына килмәһен.
*Ир-егет — ил көҙгөһө
*Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр.
*Ир-егеттең яҡшыһы ил менән.
*Ир ике һөйләһә — үҙенә бөлә, хан ике һөйләһә — иленә бәлә.
*Ир илендә ҡәҙерле.
*Ир ҡайғыһы илдә.
*Ир ҡәҙере ил менән.
*Ир терәге — ер.
*Ир — тыуған илендә, ат — туйған ерендә.
*Ир үлһә лә, йола үлмәҫ.
*Ир үлһә, ил көйөнөр, дошман һөйөнөр.
*Ир яҡшыһы илгә ярай.
*Ирҙең даны иленән, халҡы менән еренән.
*Ирҙән ашмаҡ бар, илдән атма к юк.Ирҙән китһәң дә, илдән китмә.
*Ирҙәр айырылһа, ил таралыр.
*Ир аҡыллы булһа, ҡатын күндәм була.
*Ир булған ир егерме биштә баш булыр,
Ир булалмаған ир иллелә лә йәш булыр
*Ир булған кеше этеп йыҡһын, тартып торғоҙһон.
*Ир йәше - ике утыҙ, ҡатын йәше - бер утыҙ
*Ир йәше ике илле - береһе шәкәр, береһе бикәр
* Ир-аҙамат билгеһе - тышта мырҙа, өйҙә ҡол
*Ир ҡанаты ат була.
*Ирҙең юлдашы ла ат, моңдашы ла ат.
*Иренсәк йорт ил булмаҫ, ил булһа ла, гел булмаҫ.
*Иртә сәсһәң — уңырһың, һуңға ҡалһаң — туңырһың.
* Ит тапмаған - үпкәгә кинәнгән, ҡыҙ тапмаған - еңгәгә (бисәгә) кинәнгән.
*Ир үлһә лә йола үлмәҫ.
* Иргә бер ҡат барыу - ғәҙәт, икенсегә - оят.
* Ирең булмаҫтайға иренеңде бирмә
*Ире өмә әйткән, ҡатыны баланға киткән.
*Иреңдән айырылғансы күкрәгеңдәге йәнеңдән айырыл.
* Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә — ҡатын.
* Ирҙән ҡайтҡан яуҙан ҡаты.
* Иртәгә ҡалған эшең - һынып төшкән тешең.
*Иртәгә лә көн бөтмәҫ
*Иртән дә өйрә, кис тә өйрә - был ҡорһаҡтар ни күрә?
*Иртәгә лә көн бөтмәҫ.
*Ир аҫылы эштә беленә.
*Ир ғәйрәте тауҙы ҡом итә.
*Ир ҡоралы - ҡамсылыр, ҡулда барҙа ҡәҙере юҡ.
*Ир маҡтаныр, ҡорал эшләр.
*Ир һөнәре эш булыр.
*Иренгән ике үлгән.
*Иренгән ике эшләр, артынан бармағын тешләр.
*Иренгән эш һөймәҫ.
*Иренгәндең иренен эт ялаған.
*Иренмәгән иртәгәге эшен бөгөн бөтөргән.
*Иренмәгәндең ирене ашлы, иркәнең күҙе йәшле.
*Иренмәгәндең эше сифатлы.
*Иренмәһәң, оҫта булырһың.
*Иренсәк иркә булыр.
*Иренсәккә эш ярамаҫ.
*Иренсәкте илсе итһәң, илеңә яу килтерер.
*Иренсәктең ирене кибер.
*Иренсәктең табышы юҡ.
*Иренсәктең эше ике.
*Иренсәктә дәрт булмаҫ.
*Иренһәң - ауырырһың, тырышһаң - һауығырһың.
*Иренһәң — иренеңә теймәҫ.
*Иренһәң, эшең кем эшләр,оялһаң, һүҙең кем әйтер?
*Иртә барһаң- ит бешә, һуңға ҡалһаң - бит бешә
*Иртә торған ас ҡалмаҫ.
*Иртә торған егеттең ырыҫы артыҡ,иртә торған ҡатындың өлөшө артыҡ
*Иртә торған ир уңыр.
*Иртә торған үкенмәҫ.
*Иртә торғандың ғүмере оҙон.
*Иртә торғанндың ырыҫы артыр.
*Иртә торһаң — уңырһың, кискә ҡалһаң — туңырһың.
*Иртәгә ҡалған эшең — һынып төшкән тешең.
*«Иртәгә» тигән иренгән, бөгөндән ҡалган бөлгән.
*«Иртәгә» тигән уй менән бөгөп тамаҡ туймай.
*Иртәгәге эшеңде бөгөн уйлап ҡуй.
*Иртәгеһен ишәк ҡайғыртҡан.
*Ирән ерҙә ир үлмәҫ.
*Ирәндегем — бишегем, оло оңғол ишегем.
*Исемең шәп булһын, ырыуыңа тап булһын
Ырыуыңа тап булмаһа - ораныңа тап булһын
*Иҫәр менән иҫәр булма
*Иҫәр үҙе һөйләр, үҙе көлөр - кешегә ҡалдырмаҫ.
*Иҫәр этен маҡтар, өйөнә ҡайтһа бисәһен маҡтар.
*Иҫәп кәрәк, уй кәрәк, уйлап эшләгән һирәк.
*Иҫәпһеҙ колхоз — ишекһеҙ йорт.
*Иҫәпкә бар, һанға юҡ.
*Иҫәрҙе яҡлама, ялҡауҙы маҡтама.
*Иҫәрҙең ише булмаҫ, ялҡауҙың эше булмаҫ.
*Итексенең беҙе юҡ.
*Итексенең итеге булмаҫ, балтасының ишеге булмаҫ.
*Итексенең итеге тишек, балтасының балтаһы китек.
*Итеге тайыш булһа ла йөрәге тайыш булмаһын
*Итле өйҙә - ике кис, өйрәлелә - бер кис
*Ишәк арығанын белмәҫ,
Ир ҡартайғанын белмәҫ
*Ишәктең дә егәрлеһе була.
*Ишектән кереп, төнлөктән сыҡма.
*Ишәк тиреһе ябынһаң да, арыҫлан эшен эшлә.
* Ишек алдында һыйырың булһа, оҫтәл оҫтөндә һыйың бу¬лыр.
* Ишәк барға һаналһа ла, малға һаналмай.
*Ишәк ите ит булмаҫ.
*Ишәктең ите хәрәм, көсө хәләл.
 
== Й ==
*Йоҙағын эшләгән асҡысын да эшләр.