Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
6 юл:
 
'''Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре'''
== Й ==
*Йоҙағын эшләгән асҡысын да эшләр.
*Йоҡлаған йыланды уятма
*Йоҡлаған - ҡалыр, уяу - донъяны алыр.
*Йоҡо бесәйгә генә моң.
*Йоҡоһо оҙондоң бәхете ҡыҫҡа.
*Йоҡлаған йоҡо тапҡан, йоҡламаған йылҡы тапҡан.
*Йоҡлаған көлкө алыр, йоҡламаған төлкө алыр.
*Йоҡлаған ҡалыр, уяу донъяны алыр.
*Йоҡлағанға йоҡмаған.
*Йоҡлағанға өлөш юҡ.
*Йоҡлағандың өҫтөнә ҡар яуыр.
*Йоҡо тамаҡ туйҙырмай.
*Йоҡо ялҡауҙы ярата.
*Йоҡосан егеттә дәрт булмаҫ.
*Йоҡосоға аш юҡ.
* Йортҡа кергәнсе утҡа кер.
*Йорттан айырылған илде яу баҫыр.
*Йортһоҙ — йылан, ерһеҙ — шайтан.
* Йондоҙ һанап, аттан ҡалған.
*Йөҙө аҡ тип алданма, эсе ҡара булмаһын.
*Йөгөң күп булһа, келәтең тулы булыр.
*Йөҙ күтәреп кешенән теләнгәнсе, башыңды эй ҙә ерҙән һора.
*Йөҙлөк атың булһа, меңлек сыбыртҡың булһын.
* Йөрәк серең йөрәктә ҡалһын
*Йөрәк тынмай беләк тынмай.
*Йөрәгендә барҙың беләгендә бар.
*Йүгерек атҡа ял теймәй.
*Йүгерек атҡа менгән тәңреһен онотор.
*Йүгәнһеҙ тороп була, һөнәрһеҙ тороп булмай.
*Йүнһеҙ итеген майлар, итеге итәген майлар.
*Йүнһеҙ итексе беҙҙе ғәйепләр.
*Йүнһеҙ килеп, эшлегә эш өйрәтер.
*Йүнһеҙ менән ағас киҫмә — өҫтөңә ауҙарыр.
*Йүнһеҙ менән көнөң уртаҡ булмаһын.
*Йүнһеҙ әҙәм булғансы, юҡҡа сыҡҡан булһаңсы!
*Йүнһеҙҙе эшкә ҡуш, артынан үҙең эшлә.
*Йүнһеҙгә йүнле өндәшеп йүнле һүҙ көтмә
*Йүнһеҙҙең үҙе ни ҙә һүҙе ни!
*Йүнһеҙ һунарсы арба менән ҡуян тотҡан.
*Йыйнаҡ бул, йыйнаҡлы булһаң, тыйнаҡлы булырһың
*Йыбанмаған оҫта булған, оялмаған күрәҙә булған.
*Йығылһаң, ергә таян.
*Йылан йыландың ҡойроғон уҙмаҫ,Түрә түрәнең бойороғон боҙмаҫ.
*Йылҡы — малдың батшаһы.
*Йылҡы — данлыҡ, ҡуй — байлыҡ.
*Йылҡы ҡолондан үҫер.
*Йылҡыла үт юҡ, ҡоро үләндә һөт юҡ, түрәлә ҡот юҡ.
*Йылы һүҙ йән иретер.
*Йылы һүҙ - йән аҙығы, яман һүҙ - баш ҡаҙығы
*Йыуаш ат йүнләүгә яҡшы.
*Йә эшең үлһен, йә үҙең үл.
*Йәй эшләмәһәң, ҡыш ашарга танмаҫһың.
*Йәй ҡышты туйҙыра.
*Йәй эшләһәң, ҡыш ашарһың.
*Йәйге көн бер йылды туйҙыра.
*Йәйгә сыҡһаң, ҡышты уйла, ҡышҡа керһәң, йәйҙе уйла.
*Йәйҙең бер көнө ҡыштың бер айынан ҡиммәт.
*Йәйҙең бер көнө ҡыштың бер аҙнаһына тора.
*Йәйе барҙың ҡышы бар.
*Йәйең рәтле булһа, сәйең шәрбәтле булыр.
*Йәмһеҙҙең көҙгөһө насар, булдыҡһыҙҙың ҡоралы насар
*Йән биргәнгә йүн биргән.
*Йән ҡыйналмай эш бөтмәҫ, тырышмаған моратына ет¬мәҫ.
*Йәне барҙың йүне бар
*Йәне теләгән - йылан ите ашаған
*Йәнең тынһа, ҡулың тынмай, ҡулың тынһа, йәнең тын¬май.
*Йәнен аямаған яу алыр, малын аямаған дау алыр.
*Йән рәхәте тән менән, тән рәхәте мал менән.
*Йән тынысы — ямғыр
*Йәш үләндә арыҡ мал да уйнаҡлай
*Йәштәр килһә эш башлай, ҡарттар килһә һүҙ башлай.
*Йәш ҡайынға терәлеп ҡарт ҡайын йөҙ йыл йәшәгән
*Йәш сағыңдың ҡәҙерен бел
*Йәшем етте ҡырыҡҡа, эшем китте шырыҡҡа
 
== К ==
*Каруан күсер — ут ҡалыр, халыҡ күсер —- йорт ҡалыр.