Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
6 юл:
 
'''Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре'''
== К ==
*Каруан күсер — ут ҡалыр, халыҡ күсер —- йорт ҡалыр.
*Кейеҙ ҡалыны беләккә төшә.
* Кейеменә ҡарап ҡаршылайҙар, аҡылына ҡарап оҙаталар.
*Кем ерендә йәшәһәң, шуның һыуын эсерһең,
* Кем менән даның сыҡһа, шуның менән йәнең сыҡһын.
*Кем эшләмәй - шул ашамай
*Кеше алдында кеше өгөтләгәнсе, битен дегетлә.
*Кеше һүҙе кеше үлтерә.
*Кеше ғәйебен күрһәң, үҙеңдекен уйла.
*Кеше күҙендәге сүпте күргәнсе, үҙ күҙеңдәге сүпте алып ҡуй.
*Кеше көшөлөн осора, үҙенекен ел алмай.
*Көн уҙһын, сабата туҙһын.
*Кеше хәлен кеше белмәй - үҙ башына төшмәһә
*Кеше юҡ тип һүгенмә - ауыҙың яман өйрәнер, кеше юҡ тип һауа боҙма, артың яман өйрәнер
*Кешегә барып ҡаҙы ашағансы, өйөңә ҡайтып һыу эс
*Кешегә кешенең малы, үҙенең аҡылы күп күренер.
*Кешене белгең килһә — ҡылығына, баланы белгең килһә, уйынына ҡара.
*Кешенең үлемен теләгәнсә, үҙеңдең йөрөмөңдө телә
*Кеше икмәгенә ауыҙыңды асма, үҙең тап.
*Кеше нәҫеле менән оло булмаҫ, һөнәре менән оло булыр.
*Кеше эше менән маҡтанма.
*Кеше эше — ярты эш, үҙ эшең — бөтөн эш.
*Кеше эштә һыналыр.
*Кешене кейеменә ҡарап баһалама, эшенә ҡарап баһала.
*Кешене белгең килһә, бер һүҙенә ҡара, бер эшенә ҡара.
*Кешенең ниндәйлеге төҫтә түгел, эштә.
*Кешенең төҫ матурлығы матур түгел, эш матурлығы матур.
*Кеше ерҙе күтәрә, ер кешене күтәрә.
*Кешәнле атың — бар атың, кешәнһеҙ атың — юҡ атың.
*Килен килбәтле булһын, теле ширбәтле булһын.
*Киндер сәсһәң, күлдәк кейерһең.
*Киске эш таңға көлкө.
*Киҫемле мал үҫемле
*Киң кейем туҙмаҫ, кәңәшле ил аҙмаҫ.
*Киткәндән китек сүлмәк ҡалыр
*Колхоз башлығын ашлығына ҡарап һынайҙар.
*Колхозың алда булһа, ауыҙың балда булыр.
*Көйһөҙ кейәү кейәүләп ятҡансы, көйлө кейәү кәләшен алып ҡайтҡан.
*Көҙ бай булма, яҙ бай бул.
*Көҙ көнөндә бары бай: тарттырған да ашаған,
Яҙ көнөндә нишләгән? — Хәйерсене теләнсе ҡыҫтаған,
*Көҙгө ашлыҡты көлгә сәс, яҙғы ашлыҡты боҙға сәс.
*Көндөҙ йоҡлаған ир уңмаҫ.
*Көн күрмәҫ көндөҙ йоҡлар, кис торор.
*Көн ҡайғыһы таңдан, йыл ҡайғыһы яҙҙан.
*Көн үтһен дә төн үтһен, ҡалғанына ҡар яуһын
*Көнөн күрһен, көлөндә аунаһын, барған ерҙән ҡайтмаһын.
*Көнсө көнө - көйөнөс.
*Көнсөл кеше көн күрмәҫ
*Көсләп асҡан күҙҙең нуры юҡ.
*Көс һабантуйҙа беленер,эш өмәлә беленер
*Көслө умарта геүләүенән билгеле.
*Көсө етмәгән ауыр күтәрер
*Көсөң барҙа эшлә, көсөң барҙа тешлә.
*Көсөң барҙа эшеңде ҡара, көсөң киткәс, эшең һине ҡарар.
*Көсөң етмәгәнгә көсәнмә.
*Көсөң менән маҡтанма, эшең менән маҡтан
*Көсөңә күрә көсән.
*Көсһөҙ көрәк һындырыр.
*Көткәнгә көн үтмәй, эшләгәнгә көн етмәй.
*Күҙ ҡурҡаҡ, ҡул батыр.
*Күҙең ауыртһа ҡулыңды тый,эсең ауыртһа тамағыңды тый
*Күҙең менән һайлама, ҡолағың менән һайла.
*Күк арҡаһы — Тимер ҡаҙыҡ.
*Күкрәк киреп эшләһәң, килер ерең киң булыр.
*Күктән эҙләгәнде ерҙән биргән.
*Күктә сулпан булыуҙан, һыуҙа суртан булыу артыҡ.
*Күл балығы менән данлы, ил халығы менән данлы.
*Күләгәһе юҡ тауҙан биҙ
*Күмәк ҡулға эш түҙмәй.
*Күмәк эш — ирмәк эш.
*Күмәкләгән - яу ҡайтарған
*Күнеккән ҡулда һәнәр бар.
*Күнсе күнде күндерер.
*Күңел биреп эшләгән эш өлгө булыр
*Күңел бирмәй эшләгән эш көлкө булыр.
*Күңел етһә, ҡеүәт етә.
*Күңелең ҡурҡһа, ҡулыңа таян.
*Күңелсәк күңеле менән көн күрә, иренсәк нимәһе менән көн күрә?
*Күңеле боҙоҡ – йортто туҙҙыра, халыҡты тарҡата...
*Күрмәгәнен күргән - күн итеген кейгән
*Күп йәшәгән күрмәгәнде күп йөрөгән күрер
*Күп һүҙ — юҡ һүҙ.
*Күп торғандан һорама, күп йөрөгәндән һора
*Күп һайланған һайландыҡҡа ҡалыр.
*Күп һөйләгән күп яңылышыр.
*Күпме бейек булһа ла, сигенмәһәң - тауға менерһең,
Күпме ауыр булһа ла, сигенмәһәң - эште еңерһең.
*Күп йоҡлаған атын алдырыр.
*Күп өргән эт тешләмәҫ, күп ҡысҡырған эшләмәҫ.
*Күп һөйләгән — аҙ эшләгән.
*Күпкә китһә, сүпкә китә
*Күптең эше күңелле
*Күрексенең туны юҡ
*Күренгәндең алыҫы юҡ, күтәргәндең ауыры юҡ
*Күрше тауығы ҡаҙ кеүек, ҡатыны ҡыҙ кеүек.
*Кәзә көн буйы баҡырһа ла - ишетмәйҙәр, һарыҡ бер баҡырһа - бар донъя ишетә
* Кәзә һауып ҡына һөткә байып булмай.
*Кәзә — мал түгел.
*Кәзә — ярлының һыйыры.
*Кәзә майы — туң май,
Кәзә көткән уңмай.
*Кәзәне маҡта, һыйырҙы һау.
*Кәзә һауғандан һыйыр һауған һөт һорап килгән.
*Көлә килгән түрәнән ҡас.
*Көн үтһен дә төн үтһен, ҡалғанына ҡар яуһын
*Көрәк бәләкәй булһа ла тирәкте йыға
*Көс кемдеке әмер шуныҡы.
*Көслө ырыу хан ҡуйыр, үсле ырыу ҡан ҡойор.
*Көтөү аҙашмай, көтөүсе аҙаштыра.
* Көтөү боролғанда, аҡһаҡ һарыҡ алға сыға.
*Көтөү ташлаған малды бүре алыр, ил ташлаған ирҙе гүр алыр.
* Көтөүсе күп булһа, һарыҡты бүре алыр.
*Көтөүсе ниндәй — көтөүе шундай.
*Көтөүсеһе юҡ мал уңмаҫ, башлығы юҡ ил уңмаҫ.
*Көтөүсеһеҙ көтөү йөрөмәй.
*Көтөүсеһеҙ ҡуй — бүре аҙығы
 
== Ҡ ==
*Ҡабалан эшкә аҡыл эйәрмәй.