Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
6 юл:
 
'''Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре'''
== Ҡ ==
*Ҡабалан эшкә аҡыл эйәрмәй.
*Ҡабаланған ҡабырғаһын һындырған.
*Ҡабаландың аты өҙлөгә, ялҡауҙың аты һөрлөгә.
*Ҡағын, һөртөн дә тағы эшкә тотон.
*Ҡабат эшләнгән эш һабаҡ булыр.
*Ҡаза күрер егет аяғы һыҙлау ҡатын алыр.
*Ҡаҙна малы — ил малы.
*Ҡаҙ менән ҡаҙ, өйрәк менән өйрәк.
*Ҡаҙ ҡанаты — ҡауырһын, ир ҡанаты — ат.
*Ҡаҙансының ирке бар, ҡайҙан ҡолаҡ сығарһа.
*Ҡаҙынған ҡар аҫтынан ҡалъя тапҡан, ҡаҙынмаған - ҡар өҫтөндә ҡатып ятҡан
*Ҡаҙынған ‐ кеше баҙынан ҡалья тапҡан, аҙаҡтан зинданға инеп ятҡан.
*Ҡайғы килһә, игеҙ килә
*Ҡайһы ырыу көслө — ханды шул ҡуя,
Ҡайһы ырыу үсле — ҡанды шул ҡоя.
*Ҡайҙа барһаң — бер ҡояш, эш эшләүҙә тиң һайлаш.
*Ҡалаҡ тотһа, хан ҡыҙының ҡулы ҡабара.
*Ҡала — бер барһаң, ҡала,
Йыш барһаң, башыңды алып ҡала.
*Ҡалала эш һөймәҫ, ауылда кәбән өймәҫ.
*Ҡалала ҡалас бешерә белмәгән ауылда иген игергә өйрә¬тер.
*Ҡалалы ер — ҡаласлы ер.
*Ҡаланы маҡта, ауылда тор.
*Ҡаланың ҡапҡаһы ҡырҡ.
*Ҡаланың тауығы булғансы, ауылдың әтәсе бул.
*Ҡалын ырыуҙың ҡарағы күп була.
*Ҡалған эш — төштән кире.
*Ҡалған эшкә ҡар яуа.
*Ҡамыш һыуҙан туймаҫ, тырыш эштән туймаҫ.
*Ҡапҡа аҫтынан кергән, түргә менеп өргән.
*Ҡара ерҙә ҡармандап ҡал, ҡар яуғас, ҡайҙа барырһың?
*Ҡараҡ менән юлдаш булма,
Ғәйбәтсе менән серҙәш булма,
Уйнашсы менән ултырҙаш булма
*Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайната бел.
*Ҡар башын ҡар ашар, хан башын хан ашар.
*Ҡара ерҙе яманлама, ҡайтып, шунда барырһың; Ил-йортоңдо яманлама, ҡарғышына ҡалырһың.
* Ҡара урмандан үтеп, ҡамсы һаплыҡ ағас таба алмаған.
*Ҡара ерҙә ҡармаңдап ҡал, ҡар яуғас, ҡайҙа барырһың?
*Ҡара тояҡ ҡарында ятмаҫ.
*Ҡара тупраҡ иген уңдыра.
*Ҡарағайға ҡарап тал үҫер,
Колхозсыға ҡарап, мал үҫер.
*Ҡарамағандың ҡатыны ташлар, баҡмағандың малы таш¬лар.
*Ҡарағайға ҡарап тал үҫер, хеҙмәтеңә ҡаран дан үҫер.
*Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә.
*Ҡарама йәшенә, ҡара эшенә
*Ҡарама тешенә, ҡара эшенә.
*Ҡарға, һайрап, һандуғас булмаҫ
*Ҡарға һайыҫҡан кеүек йөрөп ҡарайым тип үҙ йөрөшөн онотҡан, ти
*Ҡарт булһа ла ирең булһын, алама булһа ла өйөң булһын.
*Ҡарт ҡуйынында ҡалас бар, йәш ҡуйынында ҡамсы бар.
* Ҡапҡам төбөнә туй еткән, ҡаба орсоғом ҡайҙа икән?
*Ҡасып китһәң дә, сәсеп кит, ҡайтыуыңа аш булыр.
*Ҡаты ерҙә ҡаҡ торор, игенле ерҙә мал торор.
*Ҡатын артынан мал килер, ҡыҙ артынан дан килер.
*Ҡатын ғәйрәтле булһа, ир ғибрәтле булыр
* Ҡатын теләһә, ишәктән ир яһар, теләһә, ирҙән ишәк яһар.
* Ҡатын тота белмәгән көң (ҡол)иткән, ебәк тота белмәгән йөн иткән.
* Ҡатын һәлкәү булһа, ир ялҡау булыр.
* Ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән дә, муса ташы иткән дә — ир.
*Ҡатындың теле уҙһа - иренең ҡулы уҙа
*Ҡатынмын тигән ҡатында ат башындай алтын ятыр
*Ҡатынынан айырылғандың ҡанаты ҡайырылған
*Ҡатын уңғаны иргә яраған, ир уңғаны илгә яраған.
*Ҡатын аҙһа ир башына, түрә аҙһа — ил башына.
* Ҡашығаяҡ шалтырамай тормаҫ.
*Ҡойроҡ тулап баш булмаҫ.
*Ҡойроҡ биткә бойороҡ бирмәҫ.
*Ҡол кеүек эшләһәң, хан кеүек йәшәрһең.
*Ҡолон аҫыраһаң, ат менерһең.
*Ҡолон — ҡырҙа, ҡондоҙ — һыуҙа.
*Ҡолон тояғына — ҡом терәк,
Ҡош аяғына — ел терәк,
Ҡара кешегә — мал терәк,
Хан кешегә — ил терәк.
*Ҡом татырҙа мал ятыр.
*Ҡомо юҡ һыу булмаҫ, бейе юҡ ил булмаҫ.
*Ҡомо юҡ һыу булмаҫ,
Яғаһы юҡ тун булмаҫ,
Законы юҡ йорт булмаҫ.
*Ҡомһоҙ ҡоторһа, ҡоҙоҡҡа ҡармаҡ һалыр,
Ялҡау ҡоторһа, байрамда эшкә барыр.
*Ҡорал әмәлһеҙ булмай, әмәл ғәмәлһеҙ булмай.
*Ҡорал юҡтан ҡороҡ та ҡорал.
*Ҡораллының ҡулы уйнай.
*Ҡоралһыҙ оҫта булмаҫ, теҙгенһеҙ нуҡта булмаҫ.
*Ҡоралы үтмәҫтең эше бөтмәҫ, тапҡаны тамағына етмәҫ.
*Ҡоро ҡулға ҡорал яу.
*Ҡоро ағастың емеше юҡ.
*Ҡоро ер булһа ла, иген сәс.
*Ҡорт саҡмайынса бал булмай.
*Ҡорт таныһаң, тотоп ал, күсе һайын бер бот бал.
*Ҡорт күсһә, иле менән.
*Ҡорттоң инәһе ҡайҙа ҡунһа, күсе шунда һарыр.
*Ҡорттоң сағыуы ла файҙаға.
*Ҡотһоҙға ҡот ҡунмаҫ, умартаһында ҡорт тормаҫ.
*Ҡош ҡош менән аулана.
*Ҡошон юғалтҡан күккә ҡарар,
*Ҡоштоң матурлығы төҫөнә ҡарап,кешенең матурлығы эшенә ҡарап.
* Ҡош аяғынан, ҡыҙ ирененән эләгер
* Ҡошона күрә тоҙағы
* Ҡошто ем менән алдайҙар
*Ҡош ояһыҙ булмай.
*Ҡояш таңһыҙ, ил дауһыҙ булмаҫ.
*Ҡуйын юғалтҡан ергә ҡарар.
*Ҡуй байлығы -туй байлығы.
*Ҡуй ырыҫы -ҡура эсендә.
*Кунаҡта рәхәт, өйҙә бәрәкәт
*Ҡулалмашта ҡул талмаҫ, эшләгәндән ҡул ҡалмаҫ.
*Ҡулайымламай ҡул яҙылмай.
*Ҡулалды ат төптән тартыр, ҡул алды әйбер ҡулбуй(ы) ятыр.
*Ҡул ҡайҙа ауыҙ шунда
*Ҡул ҡарышмаһа, эш ҡарышмай.
*Ҡулы берҙе эшләй, теле икенсене һөйләй.
*Ҡулы эшләй, теле йыуа.
*Ҡул һелтәй, балта саба.
*Ҡул эшләһә, ауыҙ тик тормаҫ.
*Ҡулда ҡорал -ярты эш, эшләһәң-бөтөн эш.
*Ҡуллана белмәһәң, ҡоралға үпкәләмә.
*Ҡулы белгән бал ашар.
*Ҡулы ҡыймылдағандың ауыҙы ҡыймылдар.
*Ҡулың күтәрә алмаған суҡмарҙы билеңә таҡма.
*Ҡулың оҫта булһын, һүҙең ҡыҫҡа булһын.
*Ҡулың уйнаһа, ауыҙың уйнар.
*Ҡулыңда эшең булһа, эс бошорға ваҡыт юҡ.
*Ҡулыңдан килмәгән эшкә тотонма.
*Ҡулыңдан килмәһә, телеңдән килһен.
*Ҡулыңдан элек башың уйлаһын.
*Ҡулыңдан эш китһә, ауыҙыңдан аш китә.
*Ҡурай тартһаң - көй була, бүрәнә тартһаң — өй була.
*Ҡурҡҡан эш хәйерле була.
*Ҡуян алмаҫ, ҡулынан килмәҫ.
Ҡуян алмаҫ, артынан ҡалмаҫ.
*Ҡуян тотоҡоң килһә, бурҙай ал.
*Ҡыйын эшкә ҡыйыу ҡул.
*Ҡыйынлығын күрмәй, ҡоймағын ашап булмай.
*Ҡыйынлыҡты еңгән рәхәт күргән, еңәлмәгән гүргә кер¬гән.
* Ҡыҙ аҡсаһы - тоҙ аҡсаһы..
*Ҡыҙ байлығы - күркәм холоҡ, ир байлығы - тәүәккәл.
*Ҡыҙ баланың бирнәһен етеһенән йыйһаң - етмәй торор, алтыһынан йыйһаң - артып ҡалыр.
*Ҡыҙ егеткә ҡушыла - ебәк булып ишелә.
*Ҡыҙ кемгә бармаҫ ине, егет кемде алмаҫ ине ҡалым малы булмаһа.
* Ҡыҙ күңелендә — балалы бишек, ир күңелендә — эйәрле ат.
*Ҡыҙ - ҡыйғыр тамаҡ,
* Ҡыҙ оҙатҡан яланғас ҡалыр, килен алған түренә урын һалыр
*Ҡыҙыл телем тыйманым,ҡыҙым өйөнә һыйманым
*Ҡыҙҙың кемлеге кемәйенән (әхирәтенән) билгеле.
*Ҡыҙыңды үҙеңдән түбәнерәккә бир, киленде үҙеңдән юғарыраҡтан ал
*Ҡыҙыңа тиң кейәү килһә, ҡалым алма, тиген (бушлай) бир.
*Ҡырҙа ҡалған- ҡар аҫтында.
*Ҡырҙа тиреҫ мул булһа, амбарың буш булмаҫ.
*Ҡырҙағы ашлыҡ байлыҡ түгел, амбарҙағы ашлыҡ байлыҡ.
* Ҡырҡ ҡаҙ бер тыу бейәне алмаштыра
* Ҡырҡ йыл ҡыйыш үҫкән ағас йыл эсендә тураймаҫ
*Ҡырҡҡа тиклем донъяны ҡырырмын, ҡырҡтан һуң бары менән торормон
*Ҡырҡта ат менмәгән иллелә айғыр менмәҫ
* Ҡырҡта булһа ла ҡыҙ булһын.
*Ҡырмыҫҡа ояһына таяҡ тыҡма
* Ҡырын эш ҡырыҡ йылдан һуң да беленә.
*Ҡыр — ҡырҡ күҙ, ил — илле күҙ.
*Ҡысҡырырға әтәсең булмаһа, ҡуналҡала тауыҡ йырлай.
*Ҡыҫыр ҡатындан бала таптырма .
*Ҡыш ҡайғыһын яҙ ҡайғырт.
*Ҡыш аҙығын йәй йыйна.
*Ҡышҡа керһәң, йәйҙе уйла,йәйгә сыҡһаң, ҡышты уйла.
*Ҡәйнәгә сәс менән иҙән йыуып та ярай алмаҫһың
 
== Л ==
*Лаф (ҡуҡырайыу) менән былау бешмәҫ