Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
6 юл:
 
'''Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре'''
== М ==
*Май сүлмәге тышынан билдәле
*Майҙан һуң ҡурмы уртаҡ.
*Майлы ҡулың менән тотма, һөйәкле ҡулың менән тот
*Мал аҙығы — йән аҙығы,
*Мал асыуы — йән асыуы.
*Мал арығын һимертһәң, ауыҙың-мороноң май булыр.
*Мал аҫыраған — май сәйнәгән.
*Мал башы — тауыҡ.
*Мал көрлөгө көтөүсенән.
*Мал көткән ашҡа туйыр.
*Мал күн булһа, ҡәҙере юҡ.
*Мал ҡазаһы баш ҡазаһы түгел,
*Мал табыла, баш табылмай.
*Мал ҡазаһы эткә яҡшы.
*Мал табылыр, иҫәп кәрәк.
*Мал эйәһенә оҡшай
*Малһыҙ донъя — һанһыҙ.
*Малы барҙың наҙы бар.
*Малы барҙың һыйы бар, малы юҡтың һыйы юҡ.
*Малы юҡтың йәне юҡ.
*Малы юҡтың ҡайғыһы юҡ.
*Малың булһа, көтөүсе табылыр.
*Маңлайы тирләмәгәндең ҡаҙаны ҡайнамай.
*Маңлайҙан аҡҡан әсе тир, ергә тамһа, ем булыр.
*Мал малдан үҫә, аҡса тиндән үҫә
*Малһыҙлыҡ ярлылыҡ түгел, аҡылһыҙлыҡ - ярлылыҡ.
*Мал ашаған еренә, ир тыуған иленә ҡайтыр.
*Мал торған ерен, ир тыуған илен онотмаҫ.
*Малсының инсеһе булыр, батшаларҙың илсеһе булыр.
*Матур - күҙ өсөн, аҡыллы - күңел өсөн.
*Матурлығы хәжәт түгел, аҡылы-тәүфиғы булһын.
*Матурлыҡ туйҙа кәрәк, уңғанлыҡ көн дә кәрәк.
*Мейес башында ятып ҡалас бешмәҫ.
*Мейесен яҡҡан, үҙе ятҡан.
*Мең башты бер баш юҡ иткән.
*Мең яманға баш булғансы, бер яҡшыға ҡуш бул.
*Мең кешегә -бер башсы, ун кешегә- бер ашсы.
*Минең бойороғом менән, суртандың ҡойроғо менән
*Минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе.
*Мир бөтмәһә ир бөтмәҫ
*Мир елкәһе ҡалын.
* Мөхәббәт өсөн йән фиҙа.
*Мөхәббәт тамуҡ утынан ете өлөш артыҡ булыр, ти.
* Мөхәббәт таш ярҙырта.
*Мөхәббәт тешкә ҡарамай, эшкә ҡарай
*Муллаға тел тейҙерһәң — телең киҫелер,
Түрәгә тел тейҙерһәң — ҡулың киҫелер.
 
*Мыштыр кеше иртә лә мыштыр, кистә мыштыр.
 
== Н ==
*Наҙлы наҙланғансы наҙһыҙ ашап туйған