Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
6 юл:
 
'''Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре'''
== С ==
*Сабый барған юлда ҡалыр.
*Сабыр эшен бөтөрөр, ҡауҙыр үҙен бөтөрөр.
* Сабырлы булһаң, уңырһың.
* Сабырлыҡтың төбө һары алтын.
*Сабырлынан дошман шашалыр, сабырһыҙҙан бәрәкәт ҡасалыр
*Сапҡан аттың башына һуҡма.
*Сапҡан уҙыр, ятҡан ҡалыр.
*Себеште көҙ һанайҙар.
*Сентябрҙә һин дә бер, мин дә бер — мартта арыта
*Сирле булып атҡа ултырып йөрөгәнсе, таҙа булып йәйәү йөрөгәнең артыҡ
* Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул
*Сит ерҙең гөлөнән үҙ ереңдең дегәнәге артыҡ.
*Сит ерҙә мал да ерҫәй.
*Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул.
*Сит илдең ҡарсығаһын үҙ иленең ҡарғаһы талар.
*Сит өйҙөң түшәгендә йоҡлағансы, үҙ өйөңдөң иҙәнендә йоҡла.
*Ситкә китеп эшлә, өйөңә ҡайтып аша.
*Ситкә китһәң дә, ситәнгә элеп кит.
*Ситте маҡта, илеңдә тор.
*Ситтең ситәне ҡороһон.
*Ситтә йөрөгән тарығыр, тыуған илен һағыныр.
*Ситтән килгән эттең ҡойроғо бот араһында булыр.
*Сифаты юҡ та, һаны бар, норма тигән даны бар.
*Сулаҡ суҡмар күтәрер.
*Сумар - үлмәҫкә бер тумар
*Суфый һуған ашамаҫ, ҡабығын да ташламаҫ
*Сүлдә йөрөгән ҡуңыр ҡаҙ күл ҡәҙерен белмәҫ,
Күлдә йөрөгән ҡара өйрәк сүл ҡәҙерен белмәҫ,
Тауҙа йәйләп, ташта үҫкән ил ҡәҙерен белмәҫ.
*Сүлмәксе ярыҡ сүлмәктән һыу эсә.
*Сүп баҫҡан ер боҙолор, йоҡо баҫҡан ир боҙолор.
*Сүтәшкәне бей итһәң, илеңде дауға ҡалдырыр.
*Сыҡмай сыҡтым ҡунаҡҡа,
Осраным ҡараҡҡа
*Сәйнәп биргәнде йота бел.
*Сәйнәп ҡаптырғанды көтмә.
*Сәмле эш йәмле.
*Сәскәне ваҡытында өҙөү фарыз
*Сәскән йыяр, сәсмәгән илар.
*Сәсмәгән урмаҫ.
*Сәсмәнең иһә яҙ көнө, ни йыйырһың көҙ көнө?
*Сәсән барҙа телең тый, оҫта барҙа ҡулың тый.
*Сәсәндең теле уртаҡ, сибәрҙең йөҙө уртаҡ, оҫтаның ҡулы уртаҡ
 
== Т ==
*Табан аҫтындағын күрмә, танау аҫтындағын күр