Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
6 юл:
 
'''Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре'''
== Т ==
*Табан аҫтындағын күрмә, танау аҫтындағын күр
*Табылмаған мал таш аҫтында.
*Таҙа орлоҡ таҙа иген үҫтерер,насар орлоҡ ҡырға сүп-сар тултырыр.
*Тай тулап, өйөрөнән сыҡмаҫ.
*Тай атҡа еткерер, ат моратҡа еткерер.
*Тай байталға еткерер,байтал атҡа еткерер,ат моратҡа еткерер.
*Талҡый-талҡый киндерҙән ебәк булған
*Тамырын белмәгән - тере йәтим
*Тамғалы мал юғалмай.
*Тамыр тартҡан тарыҡмаҫ.
*Таналының тамағы туҡ.
*Таныған ерҙә буйға хөрмәт, танымаған ерҙә тунға хөрмәт.
*Тау менмәгән тауҙы белмәҫ
*Талпынған тауға менер.
*Тал ы м л ы ға аш килешмәҫ, ялҡауға эш килешмәҫ.
*Тау билһеҙ булмаҫ, әҙәм илһеҙ булмаҫ.
*Тау бүреле булһа, ил ороло була
*Тау ҡаяһыҙ булмай, бөркөт ояһыҙ булмай.
*Тау ташһыҙ булмаҫ, ил башһыҙ булмаҫ.
*Тауға тау ҡушылмаҫ, илгә ил ҡушылыр.
*Тауына күрә төлкөһө.
*Тауҙай талабың менән бергә күбәләй эшең күренһен
*Тауҙың күрке таш менән, табаҡ күрке аш менән;
*Табаҡ күрке аш менән, ирҙең күрке эш менән
*Тауыҡ менән ят, әтәс менән тор
*Тауға ҡарап тау булып булмай
*Тауыҡ тауға менгәс, әтәс булып ҡысҡырған.
*Татлынан-татлы - яҡшы һүҙ,затлынан-затлы - яҡты йөҙ
*Татыр , татырҙа мал ятыр.
*Тауышлы йорттан фәрештә ҡасҡан
*Таш менән атҡанға аш менән ат
*Ташлама илеңде: ҡан баҫыр юлыңды.
*Ташта тамыр юҡ, түрәлә бауыр юҡ.
*Таяҡ тайға еткерер,
*Таянма билеңә, таян илеңә.
*Тегеүсенең төймәһе булмаҫ.
*Тегеүсе боҙа, үтек төҙәтә.
*Тегеүсенең туны юҡ.
*Тейҙерә алмағандың уғы кәкере.
*Теле ямандың көнө яман.
*Теле оҫта, ҡулы ҡыҫҡа
*Тел менән тирмән тарттырып, онло булып булмай.
*Тел менән һөйләгәнсе, ҡул менән эшләп күрһәт
*Тел һөйләй, ҡул эшләй.
*Телеңдән килгән ҡулыңдан килһен.
*Телең һөйләһен, ҡулың эшләһен.
*Телеңде бәйләп ҡуй ҙа, ҡулыңды эшкә ҡуш.
*Телеңә таянма, көсөңә таян, көсөңә таянма, эшеңә таян.
*Теләк булһа, беләк ҡарышмай.
*Теленең өҫтө - һөт, аҫты - ҡорт.
*Телеңә урын тапмаһаң, тешеңә ҡыҫтыр
*Телеңде теш артында тот, ҡолағыңды киҫмәһен.
*Теләге булған яйын эҙләр, теләге булмаған сәбәбен табыр.
*Теләгән түш ите ашаған.
*Тернәкле әҙәм түрәне ҡол итер.
*Тернәксел кеше ат тиҙәген дә алтын итер.
*Теш телде тешләр, эшле бергә эшләр.
*Тешең барҙа ашап ҡал, көсөң барҙа эшләп ҡал.
*Тешләүенә ҡарама, эшләүенә ҡара.
*Тибешеп ятһа ла тиңең булһын.
*Тиле ҡыҙ туй иткән, үҙе түргә менеп ултырған
*Тилене килегә һалып төйһәң дә тиле
*Тиленең уйында ни, телендә шул.
*Тик йөрөгәндән тәңре биҙер.
*Тик торған тиктән үлгән.
*Тик торған отторған, тик тормаған — туҡ торған.
*Тик тормаҫ йә теленән табыр, йә ҡулынан табыр.
*Тик тормаҫта бөлә бар.
*Тик ултырған тиле булған.
*Тик ятҡан ятып ҡалыр, тик ятмаған атып ҡалыр.
*Тик ятҡандың ҡабырғаһына көс
*Тик торған да юҡ, эш ҡырған да юҡ.
*Тик торгансы, тун сабыуыңды ыуа тор
*Тик ятырға үлгәс тә өлгөрөрһөң.
*Тимерҙе ҡыҙыуында Һуҡ.
*Тимерсе бысаҡҡа йәлсемәҫ.
*Тимерселә бысаҡ —бер ҡосаҡ.
*Тимерсенең балтаһы булмай.
*Тинтәк башым һау ҡалһа, тик ятҡаным ҡулайлы
*Тинтәк илде еңмәҫ.
*Тинтәк түрә булмаҫ.
*Тиң — тиңе менән, йүнле эш — йүне менән.
*Тир таммайса, ер бирмәй.
*Тир түкмәйенсә труддень булмаҫ,
Бил бөкмәйенсә бураң тулмаҫ.
*Тиреҫ сығарһаң ереңә, ташып бөтөрә алмаҫһың өйөңә.
*Тиреҫте ҡалын түшәһәң, амбарың буш булмаҫ.
*Тирәктең сайҡалыуы елдән, түрәләрҙең көн күреүе ил¬дән.
*Тирәгең булһа, терәгең булыр.
*Тирең кипмәһә, байлығың китмәҫ.
*Тирләп эшләһәң, тәмләп ашарһың.
*Тишек йортҡа тамсы тамыр, иренгән атҡа ҡамсы яуыр,
*Тоҙҙай әсе булма, Балдай татлы булма
*Тота белгән — арба менән ҡуян тотҡан.
*Төлкө ҡыуҙым — тотторманы, ҡуян ҡыуҙым — еткермәне
*Төлкө ҡойроғо менән, түрә бойороғо менән.
*Төнгө эштән көндөҙгө эш көлгән.
*Төндө көнгә ауҙарма.
*Төҫ менән түгел, эш менән.
*Төҫө барҙан төңөлмә.
*Төҫөң һары булһа ла йөҙөң нурлы булһын
*Төҫ бирмәгән малды аҫырама.
*Төшкән ереңә таш булып бат.
*Туғандарҙың татыулығы бар байлыҡтан артыҡ
*Туйға барһаң туйып бар, Асыуыңды ҡуйып бар
*Туйғанға тауыҡ ите лә тупраҡ тәме итер
*Туйғансы аша, тирләгәнсе эшлә.
*Туйҙың булғанынан була тигәне ҡыҙыҡ
*Туй үткәс, дөмбөрөнә
*Туймаҫ элек туя бел, ҡалағыңды ҡуя бел
*Туйған ерҙән тыуған ер яҡшы.
*Туйынған да — ер, һыйынған да ер.
*Тун яғаһыҙ булмаҫ, ил ағаһыҙ булмаҫ.
*Туҡһан билең бөкөрәйтер, ике күҙең секерәйтер
*Туҡлыҡ йыл яҙынан билгеле.
*Туры ат еккән тура киткән.
*Турпыша төбөн еҫкәмәк, ат туймай
*Тупраҡ игеп, тары урмаҫһың.
*Тура бармаҡҡа май эләкмәй
*Тура барһаң - уңырһың, кәкре барһаң - туңырһың.
*Тура әйткән хатта туғанына ла ярамаған!
* Түҙемһеҙ - уңмаҫ, түҙемле - уңыр
*Түккән көсөң буш булмаҫ, эшләгән күңел хуш булмаҫ.
*Түрә түрәнең бойороғон боҙмаҫ.
*Түр кемдеке булһа, мендәр шуныҡы,
Ер кемдеке булһа, түрә шуныҡы.
Түрә аяғы тайғаҡ, түбә башы һайғак.
*Түрә барҙа түргә уҙма.
*Түрә-бейҙә туған юҡ, туған бейҙә имам юҡ.
*Түрә бойороғона, толко ҡойроғона, ярлы беләгенә, егет йөрәгенә ышаныр.
*Түрә булһаң, түҙем бул, телгә татлы йөҙөм бул.
*Түрә күп булһа, дау күп булыр
*Түрә ҡуштанды һөймәҫ — унһыҙ көн күрмәҫ.
*Түрә ни әйтһә, шул дөрөҫ.
*Түрә саҡта түрҙә, түрәлектән төшһә, күрмә.
*Түрә түрен бирмәҫ.
*Түрә түрәне яҡлар.
*Түрә «тәнҡит», «тәнҡит» тиһә лә, үҙен тәнҡит иткәнде яратмаҫ.
*Түрә һимерһә, ҡырғын килә.
*Түрәгә бармаҡ һелкмә.
*Түрәгә тел тейҙермә, телһеҙ ҡалырһың.
*Түрәгә ышанма, һыуға таянма.
*Түрәнең атын, һунарсының этен ҡаҡма.
*Түрәнең түрен күрмәҫһең, йыландың аяғын күрмәҫһең.
*Түрәнең урыны түрҙә, байҙар менән бергә.
*Түрәнең һүҙе һүҙ, ни әйтһә шул төҙ
*Тымыҡ өйҙә тын тарығыр,
*Тыныслыҡтың төбө - уңышлыҡ
*Тырыш тәкә һуйғанда, байғош йүкә һуйған.
*Тырышҡан тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан.
*Тыйнаҡлының ҡулы эшләр, маҡтансыҡтың теле эшләр.
*Тырнамаған тауыҡтың тамағы туймай.
*Тырыш таш тишер.
*Тырыш тәкә һуйғанда, байғош йүкә һуйған.
*Тырыш эшкә һырышыр, ялҡау атҡа һырышыр.
*Тырышҡан кеше ас ҡалмаҫ.
*Тырышҡан — моратына ирешкән.
*Тырышҡай моратына етер, ялҡауҙың абруйы китер.
*Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр.
*Тырышҡан табыр, эшләгән ҡабыр.
*Тырышҡан эшләр, тырышмаған нишләр?
*Тырышҡан ярпайған, иренгән янтайган.
*Тырышҡанға дәүләт бар.
*Тырышҡандың даны сыға, иренгәндең йәне сыға.
*Тырышлыҡ — ҙурлыҡ, ялҡаулыҡ — хурлыҡ.
*Тырыштан тир кипмәҫ, ялҡауҙан сир китмәҫ.
*Тырышыу бушҡа китмәҫ
*Тыуған ерҙең туҙаны ла ҡәҙерле
*Тыуған ерҙең әреме лә хуш еҫле.
*Тыуған ерҙәй ер булмаҫ, тыуған илдәй ил булмаҫ.
*Тыуған ерем — тыуған тупрағым.
*Тыуған илдең ҡәҙерен ситтә йөрөһәң белерһең.
*Тыуған илдең эте лә яҡын.
*Тыуған ер — яҡын, тыуған ил - алтын.
* Тыуған илдән туйған юҡ.
*Тыуған тупраҡ һыуытмай.
*Тәгәрмәс өйләнгәндә, күсәренә көс төшөр.
*Тәмле тел - ағыу, әсе тел - дарыу.
*Тән зиннәте - кейем, аҡыл зиннәте - ғилем.
*Тәүфиҡҡа бәхет эйәрә.
*Тәңре эше фарман менән, бәндәнеке— дарман менән.
*Тәүәккәл булмаған ғүмер буйы уңмаған.
*Тәүәккәлләгән таш йотҡан.
*Тәүәккәл таш ярыр, булдыҡһыҙ баш арыр.
*Тәүәккәллә лә —бил бәйлә
 
== У ==
*Уйламайынса башлама, башланыңмы ташлама.