Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
6 юл:
 
'''Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре'''
== У ==
*Уйламайынса башлама, башланыңмы ташлама.
*Уйламайынса ҡылған эштән аяғүрә күргән төш яҡшы.
*Уйламайынса эшләмә.
* Уйламай эшләһәң, ауырымай үлерһең.
*Уйлы уйлап торғансы, тәүәккәл эшен бөтөрөр.
*Уйламай һөйләгән - ауырымай үлгән.
*Уйнауын уйна, эшеңде лә уйла
*Уйнаш ингән йорт ҡорор
* Уҡыу - энә менән ҡойо ҡаҙыу.
*Ул ҡарғаһа — бер бәлә, ил ҡарғаһа — мең бәлә.
*Улай итмәй былай булмай
*Ултырған урыныңдан утын киҫмә.
*Ултырған ерҙән ут күҙәмә.
* Ултырып сыҡһаң, атың яҡшы булһын.
*Уңған игенде урыуы рәхәт.
*Ун һүҙеңдең береһен әйт, туғыҙы үҙеңдә ҡалһын
*Уңған ҡатын ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр
*Уңған ҡулда - бәрәкәт.
* Уңғандың яланын ҡар баҫыр, уңмағандың аранын ҡар баҫыр
*Уңған бер үлер, ялҡау мең үлер.
*Уңған кеше баҫҡан ерендә ут сығара.
*Уңған кеше ҡылды ҡырҡҡа ярыр.
*Уңған кеше осон көн дә ураҡ өҫтө.
*Уңған кеше шул булыр — уянғас та аяҡта.
*Уңған кеше эш ырата, уңмағаны төш юрата.
*Уңған ҡулда бәрәкәт.
*Уңған ҡулда ут уйнай.
*Уңған тырышып эшләр, ялҡау бармағын тешләр
*Уңған юлда туҙан тотмаҫ, ялҡау эш тапмаҫ.
*Уңғандың аты уңға киткән.
*Уңғандың ҡулы алтын, юнһеҙҙең йөҙө һалҡын.
*Уңғандың яланын ҡар баҫыр, уңмағандың аранын ҡар баҫыр.
*Уңғандыҡы уртаҡ, ялҡауҙыҡы ағас башында.
*Уңмағанды ҡыума.
*Уңмағандың уғы ҡыйыҡ китер.
*Уңмаҫтың уғын ел борор.
* Урау булһа ла юл яҡшы, һуҡыр булһа ла ҡыҙ яҡшы.
*Ураҡ урмаҡ — уйнамаҡ, бесән сапмаҡ — йән сыҡмаҡ.
*Ураҡсының елкәһенә ҡарама, көлтәһенә ҡара.
*Уралмаған урағынан күрер.
*Урман үҫтергән аслыҡ күрмәҫ.
*Урманға балтаһыҙ, ураҡҡа ураҡһыҙ бармайҙар.
*Урманлы юл — бер ҡат тун.
*Урманым — бер ҡат юрғаным.
*Урманға утын ташыған.
*Урыр инем ураҡты, баҫыуығыҙҙың көйө юҡ
*Уҫаҡ утындың көлө әсе, тинтәктең теле әсе.
* Уҫаҡта алма үҫмәй.
*Утыҙға тиклем үлем артыңдан йөрөй, утыҙҙан һуң - алдыңда
*Утыҙҙа ир - ил күрке
*Утыҙҙа ир ут баҫыр
*Утыҙында уҡ атмаған ҡырығында ҡылыс сапмаҫ
*Ут янмай төтөн булмаҫ, ярты эш бөтөн булмаҫ.
*Ут төтөнһөҙ, ил етемһеҙ булмаҫ.
 
== Ү ==
*Үгеҙ — үгеҙгә, үгеҙ — мөгөҙгә.