Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
6 юл:
 
'''Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре'''
== Ү ==
*Үгеҙ — үгеҙгә, үгеҙ — мөгөҙгә.
*Үгеҙ үлһә - ит, арба ватылһа - утын
*Үгеҙ ат булмаҫ, һыйыр дөйә булмаҫ,
Күпме ҡымыҙ бирһә лә, кәзә бейә булмаҫ,
Улары ла булып торһа, заман яман булмаҫ.
*Үгеҙҙе маҡта, атты ек.
*Үҙ атыңды һынар осоп кеше атына ултыр.
*Үҙең ергә эйелмәһәң, ер һиңә һуҙылмаҫ.
*Үҙәкле малда үлем бар.
*Үҙ өйөндә ыштан киҫмәгән, кеше өйөндә сәкмән бескән
* Үҙ илең — алтын, кеше иле — тотҡон.
* Үҙ илем — алтын бишек, кеше иле — үтә тишек.
* Үҙ илендә кем дә бей.
* Үҙ илеңдә ҡарлуғас булһаң да, кеше илендә ҡарға буларһың.
* Үҙ илеңдә үҙең ҙур.
* Үҙ йортонда алйот та хужа.
* Үҙе уңған егеттең ата-инәһен һорама
*Үҙ көсөн белмәгән бәләгә ҡалыр.
*Үҙ ризығыңды үҙең тап.
*Үҙ эшеңде үҙең бел.
*Үҙе эш белмәгән кешене өйрәтергә оҫта булыр.
*Үҙең матур булмаһаң да, эшең матур булһын.
*Үҙеңдән олоға кәңәш итмәйенсә эш башлама.
*Үҙе ятып йоҡлаған, һике башы ҡортлаған.
*Үҙ илем — алтын бишек, кеше иле — үтә тишек.
*Үҙ илендә кем дә бей.
*Үҙ илеңдә ҡарлуғас булһаң да, кеше илендә ҡарға бу¬лырһың.
*Үҙ илеңдә һалма аша, кеше илендә әлбә аша
*Үҙ илеңдә үҙең ҙур.
*Үҙ йортон яманлаған кеше йортонда әрләнер.
*Үҙ ояһында эт тә юлбарыҫ.
*Үҙ өйөм — үлән түшәгем.
*Үҙ сүплегендә әтәс тә батыр.
*Үҙ түрем үҙемә иркен.
*Үҙ түремдә үҙем түрә.
*Үҙ халҡын танымаған илгә баш булмаҫ, баш булһа ла оҙаҡҡа булмаҫ.
*Үҙен ҙур тотҡан т үрәнең һуңғы көнө хур булыр.
*Үҙәккә үткән ел яман, илен һатҡан ир яман
*Үкереп үгеҙ булмаҫһың, екереп түрә булмаҫһың.
*Үлгән арыҫланға ҡуян да барып тибеп киткән, ти
*Үле малы-ҡар hыуы.
*Үлем илауһыҙ, туй үпкәһеҙ, ер ташһыҙ, ил яуһыҙ булмаҫ.
*Үлем тураһында уйлама, илең тураһында уйла.
*Үләнле ерҙә мал һимерер, үлемле ерҙә мулла һимерер.
*Үрмәксенән күрмәксе.
*Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа.
*Үткен ҡылыс ҡынға көс, үтмәҫ бысаҡ йәнгә көс.
*Үтә башһыҙ булһаң, башһыҙ ҡалырһың,
*Үтә булдыҡһыҙ булһаң, ашһыҙ ҡалырһың.
*Үҫер илдең балаһы бер-береһенә «батыр» ти,
Үҫмәҫ илдең балаһы бер-береһенә «бахыр» ти
 
== Ф==
*Фарты (уңышы) юҡтың даны юҡ