Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
6 юл:
 
'''Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре'''
== Х ==
*Халыҡ аҡылы — ҡойон, ҡаршы тороуы ҡыйын.
*Халыҡ барҙа хаҡлыҡ бар.
*Халыҡ бар ерҙә батыр бар.
*Халыҡ дуҫлығы — күңел хушлығы.
*Халыҡ — илендә, балыҡ — күлендә.
*Халыҡ йорто — Тыуған ил.
*Халыҡ көсө таш яра.
*Халыҡ ҡан түгер, хан'дан күрер.
*Халыҡ менән хаҡлыҡҡа ҡарышма!
*Халҡың өсөн йәшә, халҡың өсөн үл.
*Халыҡ теләһә хан дөйәһен һуйҙырыр.
*Халыҡ һөйгәнде хаҡ һөйгән.
*Халыҡ һүҙен ташлама, кеше хаҡын ашама.
*Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә.
*Халыҡ әйтһә, хата әйтмәҫ.
*Халыҡҡа таянған таймаҫ.
*Халыҡҡа хыянат — Ватанға хыянат.
*«Халҡым» тигән ир — алтын.
*Халыҡты хан да еңмәҫ.
*Хандың алдынан, аттың артынан үтма.
*Хандың эше халыҡҡа төшөр.
* Халыҡ барҙа хаҡлыҡ бар.
*Хан ҡаршында ғәйебең булһа, ҡара ерҙән ҡайыҡ (кәмә) тарттырыр
*Хан ҡыҙының битендә лә бармаҡ битендәй миң булыр
*Хан урлай, халыҡ юллай
*Хан ятҡан - ҡан ятҡан
*Ханға ышанма - Иҙелгә таянма
*Ханға яраған таҙға ярамаҫ
*Хан ярлығы (бында - бойороғо)ике булмаҫ
*Хан ярлығы ҡарыуһыҙ
*Хандан-ҡаҙыҡ, бейҙән - туҡмаҡ
*Хан булһа — яу күп, бей булһа — дау күп.
*Хандың әтәсенә лә «әссәләмәғәләйкүм!»
*Хан күп булһа — ҡан күп,
Бей күп булһа — яу күп,
Түрә күп булһа — дау күп.
*Ханды Хоҙай ораһы булһа, үҙ халҡына хасланыр,
Байҙы Хоҙай ораһы булһа, байлығына маһайыр
*Хеҙмәт менән күтәрелһәң, һаулығың ишәйер.
* Хеҙмәте ҡаты - емеше татлы.
*Хеҙмәт төбө — хазина.
*Хеҙмәт төбө — хөрмәт.
*Хеҙмәт эйәһе — хөрмәт эйәһе.
*Хеҙмәте ҡаты — емеше татлы.
*Хеҙмәте юҡтың хөрмәте юҡ.
*Хеҙмәтенә күрә хөрмәте.
*Хеҙмәтең ҡаты булһа, тотҡаның татлы булыр.
*Хеҙмәттең тире әсе, емеше татлы.
*Хеҙмәтһеҙ тапҡан мал иҫәпһеҙ китә.
* Хужаһыҙ йортта бәрәкәт юҡ.
*Хужа юҡта ат хужа.
* Хәҙер аҡсаға һөйөүҙе түгел, дейеүҙе лә һатып алалар.
*Хәйерһеҙ ҡатын ир бөлдөрөр, хәйерһеҙ түрә ил бөлдөрөр.
*Хәрәмдән килгән - әрәмгә китә...
*Хөрмәт һөйһәң, хеҙмәт һөй.
*Хәйерһеҙ булған малдан хәйерле ҡаза яҡшы.
*Хәлеңдән килмәгәнгә көсәнмә.
*Хәрәкәттә — бәрәкәт.
 
== Һ ==
*Һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың