Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
6 юл:
 
'''Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре'''
== Һ ==
*Һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың
*Һаҙ булһа ла яҙ булһын
*Һаҡалда булһа ҙурлыҡ
Кәзәгә "олатай" тиерҙәр ине
* Һандуғасмын тиһәң һайрай бел
* Һантый һыйпағанды белмәҫ.
*Һанаулы мал юғалмаҫ.
*Һапһыҙ балта — ҡаҙан ҡырғысы.
*Һаран өс һалыр,өсөнсөһөн кире алыр.
*Һарттың көйгәнен ал, башҡорттоң менгәнен ал.
*Һаулыҡ күрке - эш, эш күрке - аҡыл, аҡыл күрке - йөҙ, йөҙ күрке - күңел.
*Һаулыҡ менән хеҙмәт никахынан шатлыҡ менән бәхет тыуған.
*һауып эсһәң—мең көнлөк, һуйып элһәң — бер көнлөк.
* Һигеҙ көн ғүмергә туғыҙ көн тырышлыҡ кәрәк.
* Һикһәндә һикерә алмаҫһың
*Һигеҙ көн ғүмергә туғыҙ көн тырышлыҡ кәрәк.
*Һигеҙ һарыҡ һуйғансы, һимеҙ һарыҡ һуй.
*Һигеҙ һыйыр аҫырағансы, һимеҙ һыйыр аҫыра.
*Һимеҙ аттың арҡаһы йомшаҡ.
*Һимеҙҙең аяғы һигеҙ
*Һин ялҡауға эш өйрәтһәң, ул һиңә аҡыл өйрәтер.
*Һин дә мулла, мин дә мулла — атҡа бесән кем һала?
*Һин дә түрә, мин дә түрә- беҙҙең эште кем күрә?
*Һинән хәрәкәт, минән бәрәкәт.
*Һорау - бер яман, бирмәү - ике яман.
* Һөйгән йәр - һөйәгең елеге
*Һөйләргә ашыҡма, эшләргә ашыҡ.
*Һөйләй-һөйләй сәсән булырһың, күрә күрә күсәм бу¬лырһың.
* Һөймәгәнгә һөйкәлмә.
*Һөйәк этте ҡол иткән
* Һөнәр эйәһе бай булмаһа ла мохтажлы булмай.
* Һөнәрһеҙ тырышты күрә алмаҫ, Эшләп, артыҡ түҙә алмаҫ
*Һөнәр алды — аҡыл.
*Һөнәр ашарға һорамай.
*Һөнәр ирҙең ҡанаты
*Һөнәр тамағына һорамай, ҡулға йәбешеп тормай.
*Һөнәр -һәнәрле ҡулында ғына һөнәр, һөнәрһеҙ ҡу¬лында түмәр.
*Һөнәр эйәһе бай булмаһа ла, мохтажлы булмай.
*Һөнәрҙең артығы юҡ.
*Һөнәре бар ғәрип тә үлмәй.
*Һөнәре бар күккә осор, һөнәре юҡ ерҙә лә йөрөй алмаҫ.
*Һөнәре бар ҡом өҫтөндә кәмә йөрөтөр.
*Һөнәре бар мал таба.
*Һөнәре бар үргә йөҙөр.
*Һөнәрле булыу гәүһәрле булыуҙан мең артыҡ.
*Һөнәрле ир үргә оса, һөнәрһеҙ ир күлгә оса.
*Һөнәрле кеше — ҡораллы кеше.
*Һөнәрле ҡул ас булмаҫ.
*Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар.
*Һөнәрле үлмәҫ, һөнәрһеҙ көн күрмәҫ.
*Һөнәрлегә үлем юҡ.
*Һөнәрленең ҡулы алтын.
*Һөнәрленең ҡулы алтын, аҡыллының аҡылы алтын.
*Һөнәрһеҙ ир — аяҡлы сир.
*Һөнәрһеҙ ир — ҡанатһыҙ ҡош.
* Һөнәрһеҙгә донъя тар.
*Һөнәрһеҙҙе иш итмә.
*Һөнәрһеҙҙән йыраҡ ҡас.
*Һөт бирмәгән һыйырҙы иткә һуялар.
*Һуҡа тотоп ҡулың ҡабармаһа, мейес яғып әпәкәйең ҡа¬бармаҫ.
*Һунарсыға эҙ кәрәк, эҙ табырга күҙ кәрәк.
*Һунарсының көнлөгө бер тин.
*Һүҙ тейһә — ағаға, уҡ тейһә боғаға.
*Һыйлы көнөң — Һыйыр.
*Һыйыр ашауҙан туймаҫ.
*Һыйыр еленендә һөт әсемәҫ.
*Һыйырҙың йәше мөгөҙ һырынан билгеле.
*Һыйырҙың тубығына һыу тейһә, һөтө кәмей
*Һыйырҙың һөтө елендә,е лендән алда телендә.
*Һыйыр кемдеке булһа — быҙау уныҡы, бей кемдеке бул¬һа — ил уныҡы.
*Һыйырҙың һөтө — телендә, ирҙең бәхете — илендә.
*Һыйыры бар асҡа үлмәҫ.
*Һыйыры барҙың Һыйы бар.
*Һыуға таянма, ергә таян.
*Һуғыш сығарыр дөрөҫтән тыныслыҡ һаҡлар ялған яҡшы
* Һуҡыр булһа ла - ҡыҙ яҡшы, урау булһа ла - юл яҡшы
*Һуҡмаҫ һуйыл күтәргән.
*Һурпалыла бер кис, өйрәлелә ике кис
*Һүҙенә күрә яуабы, саҙаҡаһына күрә cауабы
*Һүҙенән ҡайтҡан - ир түгел
*Һүҙ күп ерҙә эш аҙ булыр.
*Һүҙ менән түгел, эш менән күрһәт.
*Һүҙ һөймәгән тирмән ҡорған.
*Һүҙең менән эшең бер булһын.
*Һыйырҙы яҡшы күрһәткән - артындағығы танаһы,
Әсәйҙе яҡшы күрһәткән - алдындағы балаһы
* Һыуыҡ менән көрәшкән ҡолаҡһыҙ ҡалған
* Һәр миҙгелдең үҙ йыры бар.
*Һыйыр һөтө менән, кеше эше менән.
*Һыйыр майы — һары май, һыйыр көткән арымай;
*Һыналмайҙар төҫ менән, һыналалар эш менән.
*Һыу бешеү менән май төшмәҫ.
*Һыуға инмәй йөҙөргә өйрәнеп булмай.
*Һыуға таянма, ергә таян.
*Һыу башынан болғаныр.
*Һыу — һыйған ярында, ир — тыуған яғында.
*Һыуы менән ер ҡәҙерле, иле менән ир ҡәҙерле.
*Һыуына күрә балығы, ауылына күрә халығы.
*Һыуһыҙ ергә өй ҡорма, утһыҙ ергә ил ҡорма.
*Һыуыҡ менән көрәшкән ҡолаҡһыҙ ҡалған,
Бармағына ышанған ҡалаҡһыҙ ҡалған.
*Һәләтлене һәнәк тотоуынан күреп була.
*Һәләтһеҙ һәнәк һындырыр, көсһөҙ көрәк һындырыр.
*Һәр бер эш п(ы)лан менән, ат һуҡалай ыҙан менән.
*Һәр бер эштең ваҡыты бар.
*Һәр бер эштең яйы бар, бутҡаның да майы бар.
*Һәр ҡулымда йөҙ бармаҡ, йөҙөһө лә —беҙ бармаҡ
*Һәр ерҙең үҙ емеше.
*Һәр кем үҙ өйөндә батша.
*Һәр кемгә үҙ иле ғәзиз.
*Һәр сәскәнең үҙ еҫе, һәр халыҡтың үҙ төҫө.
 
== Ш ==
*Шаҙра йөрәк яндыра