Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
6 юл:
 
'''Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре'''
== Ы ==
*Ыҡтың (йылға) башы - ел башы
Ырыҫ арыҫландың ауыҙында, төркмәндең түрендә
*Ыласындың ҡоласы киң
*Ынйы бөртөгө ҙур булмай
*Ырҙыныңда булмаһа, келәтеңдә лә булмаҫ.
*Ырыҫ тырыш ҡулында
*Ырыҫҡалын (бәхетен) эт ашаған
*Ырыҫлы арыш сәсһә бойҙай үҫер, ырыҫһыҙ бойҙай сәсһә лә арыш үҫер.
*Ырыҫы барҙың ырыҫы алда
*Ырыҫы булған кешегә хәйерһеҙ йәйҙән ҡыш артыҡ
*Ырыуына күрә йолаһы.
*Ырыулы ил — оялы ҡаҙ.
*Ырыулының уғы юғалмаҫ.
*Ырыуына күрә йолаһы, биреүенә күрә доғаһы.
*Ылдым-йылдым иткән ике туйыр,
Иң-һынын тартҡан тик торор
*Ысҡынған балыҡ суртан була
*Ысыҡһыҙ үлән үҫмәҫ
*Ысынлап илаһаң, һуҡыр күҙҙән дә йәш сыға
*Ышанған ояла ҡош юҡ,
Ышанған тауҙа кейек юҡ
 
== Э ==
*Эҙләгән ҡорт бал табыр, эшләгән кеше мал табыр.