Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
6 юл:
 
'''Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре'''
== Э ==
*Эҙләгән ҡорт бал табыр, эшләгән кеше мал табыр.
*Эҙләгән моратына етер, ялҡауҙың ғүмере бушҡа үтер.
*Эйелгән илгә яраған.
*Эйәһенә күрә бейәһе.
*Энә менән ҡойо ҡаҙып булмай.
*Энә текмәй, ҡул тегә.
*Энә эшенә өмә кәрәкмәй.
*Энә осо хәтле ут, тубал ҙурлығы төтөн.
*Эңер төшкәс күләгә кәрәкмәй
*Эт Айға ҡарап өргәндән Айҙың нуры китмәҫ
*Эт асыуын беттән алған
*Эт артында ҡойроҡ, түрә артында бойороҡ.
*Эт ашаған еренә ҡайта.
*Эт ояһында көслө.
*Эт өргән ерҙә ауыл бар, ут күренгән ерҙә фатир бар.
*Эт — туйған ерендә, бисә — һыйған ерендә, ир — тыуған ерендә.
*Эт туйған ерен эҙләй, ир тыуған ерен эҙләй.
*Эт тә үҙ йортон белә.
*Этте илсе итеп ебәрһәң, илеңә яу килтерер..
*Этте түрә итһәң, эт ҡәҙере күтәрелә.
*Эттең туйған ере бар, тыуған ере юҡ.
*Эттең тамағы ҡайҙа булһа, башы шунда.
*Эт доғаһы ҡабул булһа, күктән һөйәк яуыр ине
*Эт күңеле бер һөйәк
* Эт өрә тип, һин өрмә.
*Эт саба тип бет саба
*Эт - эткә, эт - ҡойроҡҡа
*Эте торор, көсөгө өрөр
* Эҙләгән тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан.
*Эт алған төлкөлә һын булмаҫ.
*Этеңә ышанма, атыңа ышан.
*Этһеҙ ҡуян тотолмай.
*Эшләй белеп эшләгәнгә иген эше — кинәнес, ялҡаулашып йоҡлағанға иген эше — көйөнөс.
*Эш бөткәс, уйнарға ярай.
* Эш эшләнгәс - ирмәк, бөтмәй ҡалһа - имгәк.
*Эшең һәм аҡылың барҙа һаулығыңа үлем булмаҫ.
*Эшкә ашмаған ир - башыңа сир.
*Эшкә теләгең - һаулыҡҡа бүләгең .
*Эшләгән - тапҡан, ауыҙына ҡапҡан.
*Эшләгәнгә эш ҡарышмай
*Эш айыу түгел, урманға ҡасмаҫ.
*Эш араһында шеш булма.
* Эш араһында эш бөтә.
*Эш башында маҡтанма.
*Эш белмәгән эш өҫтөндә үлгән.
*Эш белмәйенсә, аҡыл белмәҫһең.
*Эш беләктә түгел, йөрәктә.
*Эш бөтмәй йән тынмай.
*Эш иплене ярата.
*Эш кемдеке — беләк шуныҡы.
*Эш кешене кеше итер.
* Эш ҡаты булһа ла, тырышҡас, йомошай.
*Эш ҡиммәт түгел, эште белеү ҡиммәт.
*Эш майлы бутҡа түгел.
*Эш менән ваҡыт тиҙ үтер.
*Эш менән үткән ғүмер — алтын ғүмер.
*Эш оҫтаһынан ҡурҡа.
*Эш үҙе өйрәтә.
*Эш һөйгәнде ил һөйгән.
*Эш һөйгәндең дәрәжәһе артыр, эшлекһеҙлек боҙоҡлоҡ¬ҡа тартыр.
*Эш һөймәгән көн итмәҫ (күрмәҫ).
*Эш һөймәҫте ил һөймәҫ.
* Эш эшкә өйрәтә.
*Эш эшләгән интекмәҫ, эшләмәгән көн итмәҫ!
*Эш эшләнгәс — ирмәк, бөтмәй ҡалһа — имгәк.
*Эш эште тартыр.
*Эш яратҡан — уңған, яратмаған — туңған.
*Эше бар кешелә мең кешенең эше бар,
*Эше юҡ кешелә кемдең ни эше бар?
*Эше бар тик тормаҫ, эшләмәгән көн күрмәҫ.
*Эше барҙың ашы бар, эше юҡтың ашы юҡ.
*Эше барҙың көсө бар.
*Эше ҡаты, икмәге татлы.
*Эше юҡтың — ашы юҡ, туны юҡтың көнө юҡ.
*Эше юҡтың ҡәҙере юҡ, ҡәҙере юҡтың ҡәбере юҡ.
*Эшенә күрә ашы.
*Эшенә күрә ялы.
*Эшең бер булһын, берәгәйле булһын.
*Эшең булһа йөҙ, туҡлыҡлы килер көҙ.
*Эшең кире китһә, эше алға барғанға кәңәш ит.
*Эшең ҡалһа иртәгә, сиҡан сығыр елкәңә.
*Эшең ҡаты булһа, тешеңә йомшаҡ булыр.
*Эшең теүәл булмаһа, кешегә күрһәтмә.
*Эшеңде башлар алдынан аҙағын уйла.
*Эшеңде кешегә тапшырма.
*Эшеңде эш иткәс кенә маҡтан.
*Эшкә ауырҙың теле оҙон.
*Эшкә теләк булһа, беләк сыҙар.
*Эшкә ялҡау (бала) һабаҡҡа аңҡау булыр.
*Эшкә булһа — «алла, башым», ашҡа булһа — «ҡайҙа ҡашығым?»
*Эшкә булһа «уф, табаным!», ашҡа булһа «китер табағым!»
*Эшле кеше — көслө кеше.
*Эшле килер — эш арттырыр, эшһеҙ килер — эш ҡалды¬рыр.
*Эшле эш өҫтөндә, әрәмтамаҡ әҙәм өҫтөндә.
*Эшле эштән бушағансы, ялҡау түргә уҙған.
*Эшле янында эшһеҙ көсләнгән.
*Эшленең ҡулы тынмаҫ, телсәндең теле тынмаҫ.
*Эшлекле миҫалға ҡарар, эшлекһеҙ мыҫҡалға ҡарар.
*Эшлекле норма өсөн йөрөр, эшлекһеҙ форма өсөн йөрөр.
*Эшлеклене иген баҫыр, эшлекһеҙҙе йоҡо баҫыр.
*Эшлекленең ҡулы уйнай.
*Эшлекленең эше бөтөр, эшлекһеҙҙең көнө үтер.
*Эшлекһеҙ аҡыл һатыр.
*Эшлекһеҙгә эш хәрәм.
*Эшлекһеҙгә эш бирһәң, ғариза килтерер.
*Эшләгән ашаған, эшләмәгән ҡаҡшаған.
*Эшләгән ашар, эшләмәгәндең хәле насар.
*Эшләгән башҡа таяҡ теймәй.
*Эшләгән бер яңылыша, эшләмәгән гел яңылыша.
*Эшләгән ике туйыр.
*Эшләгән ирешер, теш төбөнә килешер.
*Эшләгән кеше туҡ булыр, эшләмәгән юҡ булыр.
*Эшләгән кеше үлмәҫ, эшләмәгән көн күрмәҫ.
*Эшләгән тапҡан, ауыҙына ҡапҡан.
*Эшләгәп тешләгән, эшләмәгән нишләгән?
*Эшләгән туҡ булған, эшләмәгән юҡ булған.
*Эшләгән уҙыр, эшләмәгән туҙыр.
*Эшләгән үлмәҫ, эшләмәгән көн күрмәҫ.
*Эшләгән эшләй, эшләмәгән терһәген тешләй.
*Эшләгәнгә эш түҙмәҫ.
*Эшләгәндә йөрәгең елкенһен, ашағанда ҡолағың һел¬кенһен
*Эшләгәндән кеше үлмәй.
*Эшләй белгән ашай ҙа белер.
*Эшләмәгән кешенән күкәй һалған тауыҡ яҡшы.
*Эшләгән туңмаҫ, эшләмәгән уңмаҫ.
*Эшкә саҡырһаң бармам, ашҡа саҡырһаң — ҡалмам.
*Эшләмәгән эшем юҡ, «рәхмәт» тигән кеше юҡ.
*Эшләмәгән көн итмәҫ.
*Эшләмәгән эштән шайтан көлгән.
*Эшләмәй ашаһаң, сирләмәй үлерһең.
*Эшләмәй тамаҡ туймай.
*Эшләмәйенсә ашап булмай, ашамаһаң йәшәп булмай.
*Эшләмәйенсә уңыш бүлмә.
*Эшләмәһәң план менән, ашарһың грамм менән.
* Эшләмәһәң эш көнө, ни ашарһың, ҡыш көнө.
*Эшләнгән эш иргә ҡот, яҡшы эшләнһә, илгә ҡот.
*Эшләп үлмәҫһең, ауырып үлерһең.
*Эшләргә иренгән — ашарға тилмергән.
*Эшләргә иренгән — көлөр ерҙә көрһөнгән.
*Эшләһәң, эш көс бирә.
*Эшләһәң, эш ҡарышмай.
*Эшләһәң, эсең тишмәҫ.
*Эште башла: башлаусыһы булһа, ҡушылыусыһы булыр.
*Эште башлаған кешене маҡтама, эшләп бөтөргән кеше¬не маҡта.
*Эште башлап ташлағансы, башламауың яҡшы.
*Эште башлама, башлаһаң — ташлама.
*Эште башлап ебәреү генә ҡыйын.
*Эште үҙең белеп эшлә, кеше ҡушҡанды көтмә.
*Эште һөйгән үкенмәҫ.
*Эш һөйгән һөйөнгән.
*Эште эшләгән кеше өҫтөнә өйәләр.
*Эште эшләйһең икән, еренә еткереп эшлә.
*Эштең башы — ҡөрал.
*Эштең башы михнәтле булһа, төбө хикмәтле була.
*Эштең башы — ниәт.
*Эштең башы — эштең яртыһы.
*Эштең башында маҡтанма, аҙағында маҡтан.
*Эштең иң яҡшыһы — үҙең булдыра алған эш.
*Эштең яты юҡ.
*Эштең өҫтөнән өсөн булмай.
*Эштең тәме аҙағында.
*Эштең яйы булмаһа, ҡаймаҡтың майы булмай.
*Эштә билеңде бушатма.
*Эштән көлмә — көлкө булырһың.
*Эштән ҡалған — кеше икмәгенә ауыҙ асҡан.
*Эшһеҙ ғүмер — утһыҙ күмер.
*Эшһеҙ кеше — көсһөҙ кеше.
*Эшһеҙгә аш юҡ.
*Эшһеҙлек эс бошорор.
*Эшсе эшенән билгеле.
*Эшсән бәхетте эшендә күрер, ялҡау бәхетте төшөндә күрер.
*Эшсән бәхетте эштән әҙләр, ялҡау бәхетте ситтән эҙләр
*Эшсәи кеше эшһеҙ тормаҫ, иренгән кеше көн күрмәҫ.
*Эшсән эштән туймаҫ.
 
== Ә ==
*Әбей белен бешерә, бабай ҡабыҡ төшөрә.