Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
6 юл:
 
'''Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре'''
== Ә ==
*Әбей белен бешерә, бабай ҡабыҡ төшөрә.
* Әҙәм алаһы эсендә, хайуан '''алаһы''' тышында
*Әҙәм арығын аҫыраһаң, ауыҙың-мороноң ҡан булыр, Мал арығын аҫыраһаң, ауыҙың-мороноң май булыр.
*Әҙәп барҙа оят бар.
*Әҙәпһеҙҙән әҙәп өйрән.
*Әҙәпкә ғәҙәтләнһәң - әҙәм булырһың, яманға ғәҙәтләнһәң - әрәм булырһың.
*Әҙәмдең яҡшыһы эштә беленер.
*Әйткәндән телең ҡалмаҫ, эшләгәндән ҡулың ҡалмаҫ,
*Әйтмәһен кеше, әйтеп торһон эше.
*Әкрен барған ҡалыр, йүгереп барған алыр
*Әкрен барһаң, етерһең,
Шәп барһаң, бөтөрһөң
*Әкрен эшен бөтөрөр,
Шәп тешен бөтөрөр
* Әкрен эшен бөтөрөр, ҡыҙыу тешен бөтөрөр.
*Әкрен иргә ҡатын баш
* Әмәлен белмәһәң, балыҡ та тоттормай.
*Әрем ашаған кәзәнең ите ни ҙә, һөтө ни.
*Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, атаһына ҡарап улын ҡос.
*Әсәй - ҡаҙна,
Атай - еҙнә
*Әтәс үҙ сүплегендә үҙе мырҙа
*Әтәлгене тый, ҡарсығаны һуй.
 
* Әсе тир менән тәмле аш табыла.
 
== Ю ==