Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Тамғалар: Алмаштырылған
 
6 юл:
 
'''Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре'''
== Я ==
Ябаға тайҙы хурлама: яҙға сыҡһа, ат булыр;
Йәш егетте хурлама: уҡыһа, илгә баш булыр.
* Ябыҡ ишек шығырҙамай
*Ябыҡ тайҙы хурлама, яҙҙы үтһә, ат булыр.
*Ябыулы атта ял ҡалыр,ял ҡалмаһа, йән ҡалыр.
* Ябағаны яуға менмә ялы бар тип, яман менән ҡоҙа булма малы бар тип
* Яҙ сәсеүен ҡыштан ал
*Яҙ уңмаған көҙ уңмаҫ.
*(Мал) яҙ үлмәһә, көҙ үлмәҫ.
*Яҙ эшләһәң, ҡыш алырһың.
*Яҙған мал үҙ аяғы менән кире ҡайта.
*Яҙға сыҡҡан атты яуҙан да йәлләмә,
Көҙгә кергән атты кейәүеңә лә бирмә
* Яҙғы айғыр ятҡан ерҙән кешәннәй.
*Яҙғы сәсеү — бер генә ваҡыт.
*Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра
*Яҙҙың йәме сәскә менән, көҙҙөң йәме көлтә менән.
* Яҙын бер биҙрә ямғыр-бер ҡалаҡ бысраҡ, көҙөн бер ҡалаҡ ямғыр- бер биҙрә бысраҡ.
* Яҡшы ат ирҙең данын сығарыр.
*Яҡшы аттың башы ҡашҡа.
* Яҡшы ат бығауһыҙ йөрөмәҫ, алама атҡа тышау ҙа теймәҫ.
* Яҡшы килен яҙ килер, яман килен көҙ килер.
*Яҡшы эш - һаулыҡтың балаһы.
* Яҡшы әкиәт ысынға яҡын була.
* Яҡшыға төшкән - ярпайған, Яманға төшкән - ҡартайған
*Яйлы эш — майлы эш.
*Яҡшы ат тәртә араһында үлә.
*Яҡшы атҡа ял юҡ.
*Яҡшы ағай ил көтһә, йорт кәрәген үтенер,
Яман ағай ил көтһә, илгә дошман килтерер;
Яҡшы ағай йорт көтһә, йортҡа шатлыҡ килтерер,
Яман ағай йорт көтһә, йәм-байлығын бөтөрөр.
*Яҡшы егет ил ғәйебен асмаҫ.
*Яҡшы түрә әҙәмгә юл асыр, яман түрә әҙәмдең юлын быуыр.
*Яҡшы кеше эш яратыр, яман кеше эш ҡыйратыр.
*Яҡшы эш үҙ-үҙен маҡтай.
*Яҡшы юртаҡ — күпкә уртаҡ
*Яҡшы ҡатын юҡтан ғына юрған һырыр, яман ҡатын яңғыҙ юрғаңды һуйҙырыр
*Яңғыҙ ағас сана булмай,
Яңғыҙ бейәнән һаба тулмай.
*Ялан йәме көлтә менән.
*Ялҡауҙың еренә бойҙай сәсһәң, билсән үҫә.
*Ялған яндырыр, яманатҡа ҡалдырыр.
*Ялғанлаған ямандың үҙ башына теле яу.
*Ялғансы менән хәйләкәрҙең дуҫы ла, иптәше лә, яҡыны ла булмай.
*Яман ат эйәһен ҡартайтыр.
*Яман айғыр өйөрсәк.
*Яман орлоҡ сәсеп, яҡшы иген көтмә.
* Яман менән юлдаш булһаң Һәрпәк (һәлмәк) балтаң билеңдә булһын
* Яманлыҡтың төбө - наҙанлыҡ
* Ямғыр менән ер йәшәр, фатиха менән ир йәшәр.
*Яман атты ял баҫыр, яман илде яу баҫыр.
*Яман илдең яҡшыһы булғансы, яҡшы илдең яманы бул.
*Яман түрә йән алыр.
*Яңы салғы ҡаты саба.
*Яр аҫтынан яу сыҡҡан
* Ярап торорға өй һалма, ярап торорға бисә алма.
*Ярма һораған көн күрмәҫ, ҡаҙна һораған ил уңмаҫ.
* Ятҡан ағас ял табыр, йөрөгән аяҡ мал табыр
*Ялҡау аҙ эшләй, аҙ эшләһә лә,күп тешләй
*Ялҡау аҡрын барһа ла, ярлылыҡтың артынан тиҙ етер
*Ялҡау атты ял баҫыр
*Ялҡау ашҡа килер, уңған эшкә килер
*Ялҡау булма-ялҡаулыҡ баҫыр
*Ялҡау йөрөшөнән билдәле
*Ялҡау кеше иҫәпкә бар, һанға юҡ
*Ялҡау кеше эш янында ат кеүек,эш янында ат кеүек
*Ялҡау өйҙә, бүрке сөйҙә.
*Ялҡау әйткән: «Бөгөн ял итәйем дә, иртәгә ныҡлап эшләрмен ».
Тырыш әйткән: «Бөгөн тырышып эшләйем дә, иртәгә ял итермен».
*Ялҡау кеше-ярты кеше,уңған кеше-ун кеше
*Ялҡау өйөнә еткәс йүгерер
*Ялҡау өмә әйтер,тамаҡһау өмәгә йөрөр
*Ялҡау торһа йән ҡуймаҫ
*Ялҡау ултырып йоҡлай, ятып эшләй
*Ялҡау урынын йыймаҫ
*Ялҡау үгеҙ ит бирә,ялҡау кеше ни бирә?
*Ялҡау үлмәҫ, рәхәт көн күрмәҫ
*Ялҡау ялдан туймаҫ,уңған эштән туймаҫ
*Ялҡау ялҡауға эйәрер
*Ялҡау ята белмәҫ,ятһа, тора белмәҫ
*Ялҡау ятып ашар
*Ялҡау аҙ эшләй, аҙ эшләһә лә, күп тешләй.
*Ялҡау аҡрын барһа ла, ярлылыҡтың артынан тиҙ етер.
*Ялҡау атты ял баҫыр.
*Ялҡау ашҡа килер, уңған эшкә килер.
*Ялҡау булма — ялҡаулыҡ баҫыр,
*Ялҡау йөрөшөнән билгеле.
*Ялҡау кеше иҫәпкә бар, һанға юҡ.
*Ялҡау кеше аш янында ат кеүек, эш янында ят кеүек.
*Ялҡау кеше — ярты кеше, уңған кеше — ун кеше.
*Ялҡау өйөнә еткәс йүгерер,
*Ялҡау өмә әйтер, тамаҡһау өмәгә йөрөр.
*Ялҡау торһа йән ҡуймаҫ.
*Ялҡау ултырып йоҡлай, ятып эшләй.
*Ялҡау урынын йыймаҫ.
*Ялҡау үгеҙ ит бирә, ялҡау кеше ни бирә?
*Ялҡау үлмәҫ, йәхәт көн күрмәҫ.
*Ялҡау ялдан туймаҫ, уңған эштән туймаҫ.
*Ялҡау ялҡауға эйәрер.
*Ялҡау ята белмәҫ, ятһа, тора белмәҫ.
*Ялҡау ятҡан ерҙән кеше өйрәтер.
*Ялҡау ятып ашар.
*Ялҡау ятыр ерҙең яйлыһын һайлар.
*Ялҡау ятыр, йоҡо тирмәне тартыр.
*Ялҡауға йомош ҡушһаң, ул Һиңә аҡыл өйрәтер.
*Ялҡауға көн дә байрам, кеше май ашағанда, ул эсә айран.
*Ялҡауға көн дә ял.
*Ялҡауға ҡояш та ваҡытында сыҡмай.
*Ялҡауға ҡәбер хәрәм.
*Ялҡауға үгеҙ үлһә — ит, арба ватылһа — утын.
*Ялҡауға эш ҡушһаң, атаң бирмәгән өгөттө бирер
* Ялҡауға эш ҡушһаң, башы ауырта,
*Ялҡауға эш юҡ.
*Ялҡауға эш ярамаҫ.
*Ялҡауға ярты көн эш, ярты көн ял.
* Ялҡауҙан эш ояла.
*Ялҡауҙы ҡандала баҫыр.
*Ялҡауҙы яланда күрмәҫһең.
* Ялҡауҙың аты ла аҙымһыҙ бул ы р.
* Ялҡауҙың башында план күп була.
* Ялҡауҙың — бешкән дә төшкән.
* Ялҡауҙың дуҫы — йоҡо.
* Ялҡауҙың көн дә башы ауырта.
*Ялҡауҙың эсе, йоҡосоноң башы ауырта.
*Ялҡауҙың эше тарҡау.
*Ялҡауҙың ялы аҙнаһына биш көн.
*Ялҡауланһаң — ауырырһың, тырышһаң— һауығырһың.
*Ялҡаулығыңды юҡ итһәң, тамагыңды туҡ итерһең.
*Ялҡаулыҡ башҡа бәлә килтерер.
*Ялҡаулыҡ — зәхмәт, дарыуы — хәрәкәт.
*Ялҡаулыҡтың дарыуы — эш.
*Яманды ашҡа саҡырһаң саҡыр, эшкә саҡырма.
*Ямандың эше ярты юлда ҡалыр.
*Яңғыҙҙың эше бөтмәҫ.
*Яңғыҙ һыйырым аранда,
Ни ҡайғым бар буранда?
*Яратҡан эш ялҡтырмай.
*Ярлылыҡ ғәйеп түгел, ялҡаулыҡ ғәйеп.
*Ярлылыҡҡа дарыу юҡ, ялҡаулыҡ менән ҡушылһа.
*Ярты көнгә ярыш юҡ.
*Ярты эш йөҙгә оят.
*Ярыҡ ҡайҙа — ел шунда, ялҡау ҡайҙа — тел шунда.
*Ярышмаған эш ауыр була.
*Ята-ята таш та сатнай.
*Ятҡан аяҡ ял табыр, йөрөгән аяҡ мал табыр.
*Ятҡан ерең көшөл өҫтө булһа ла, кеше өҫтөндә булмаһын.
*Ятып икмәк табылмай.
*Ятып ҡалғансы, атып ҡал.
*Ятһаң, ята бирәһең, торһаң, бара бирәһең.
*Яуға барған — йәйәһен онотҡан.
 
[[Категория:Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр]]