Туған тел һәм тыуған төйәк: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
19 юл:
</poem>
 
Хәҙерге көндә ғалимдар башҡорт халҡының боронғо халыҡ икәнен иҫбат иттеләр. Башҡорт халҡы, уның мәҙәниәте боронғо Иран, Мысыр осорона уҡ барып тоташа. Беҙҙең ата-бабаларУралда ғына б. э. т. 4-5 меңйыллыҡтарҙа йәшәгән. Лев Толстой юҡҡа ғына «Башҡорттарҙан Геродот еҫе аңҡый» тип әйтмәгәндер. Иң сал ҡобайырыбың «Урал батыр»ға 4 мең йыл тулды. Былтыр башҡорт йәмәғәтселеге был юбилейҙы киң билдәләне.
Хәҙерге көндә ғалимдар башҡорт халҡының боронғо халыҡ икәнен иҫбат иттеләр.
 
Бынан биш йөҙ йыл ижад ителгән йырҙа:
<poem> </poem>
Зөлхәбирә китап уҡый,
Ҡыя һалып шәлен иңенә,</poem>тиелә.
Тимәк башҡорт элек-электән яҙма телле халыҡ булған, бала-сағаһы ла, ҡатын-ҡыҙы ла уҡый-яҙа белгән.
 
Татар-монгол баҫҡынсылығына тиклем башҡорт үҙенең дәүләте, бик күп ҡалалары, мәсет-мәҙрәсәләре булған ҙур илдең халҡы булғанлығы билдәле.
 
'''Башҡорт халҡының тарихында оялырлыҡ, хурланырлыҡ бер генә бит тә юҡ. Беҙҙең аһ-зарҙар, ҡан-йәш менән һуғарылған тарих юлы көмөш кеүек саф. Беҙҙең халыҡ бер ваҡытта ла башҡа халыҡтарҙың ер-һыуына баҫып инеп, ҡан ҡоймаған, бала-сағаһын, ҡатын-ҡыҙын ҡан илатмаған. Киреһенсә, ул үҙе быуаттар дауамында һанһыҙ баҫҡынсыларҙың йыртҡыслығынан ҡаты ғазап сиккән, йән аямай ғәҙеллек һәм азатлыҡ өсөн көрәшкән. Башҡорт халҡының тарихы нигеҙҙә ошо ғазап һәм көрәш тарихынан ғибәрәт'''
 
Был ғазап һаман бөтмәгән, хәҙер инде нисәнсе тапҡыр башҡорт инде йәнә һәләкәт алдына килеп баҫҡан. Һәләкәткә төшмәҫ өсөн, тамам бөтмәҫ өсөн, тағы ла көрәшергә, тағы ла ҙур көс һалырға кәрәк.
 
Үҙебеҙгә зыянлы насар ғәҙәттәребеҙгә, вайымһыҙлыҡҡа, үгеҙ үлһә - ит, арба ватылһа - утын, тип йөрөүебеҙгә ҡаршы үҙебеҙ көрәшмәһәк, беҙгә берәү ҙә ситтән килеп ярҙам итмәҫ.
 
Тапҡан таянғанды эскегә тығып, күҙҙән төшөп, юлдан яҙып йөрөгән егеттәребеҙ генә түгел, хатта әбейҙәр, йәш ҡатындар бар. Бындай кешеләр, балаларының киләсәге бәхетле булһын, тип ҡайғыртып йәшәмәйҙәр. Тимәк, милләтте, телебеҙҙе һаҡлау кәрәклеген йөрәге менән ҡабул итмәйҙәр.
 
Суверенитетҡа аяҡ баҫыр алдынан Башҡортостандың хәле үтә лә аяныс ине. Был турала йәш һәм һәләтле шағир (хәҙер инде мәрхүм) Ҡол-Дәүләт Рәмил саң ҡағып яҙҙы. Иғтибар итһәгеҙ, ул илебеҙҙең хәлен хатта үҙенең үҙенсәлекле фамилияһы Ҡолдәүләтовты Ҡол-Дәүләт, тип үҙгәртеп, Башҡортостандың ул саҡтағы хәленә, иҡтисади, сәйәси үҙ аллы була алмауына, хеҙмәтсе ролен үтәүенә ишара иткәйне.
 
Аллаға шөкөр,ете йыл буйына үҙ аллы йәшәп, иҡтисади бығауҙарҙан һиҙелерлек ҡотолдоҡ, шикелле.
 
 
<poem> </poem>
== Әҙәбиәт ==
* «Йүрүҙән» № 14 18 февраль, 1998 йыл (Салауат районы башҡорт гәзите, 1994 йылдан бирле үҙ аллы баҫма булып сыға)
 
«» <poem> </poem> ''' '''
== Һылтанмалар ==