Туған тел һәм тыуған төйәк: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
42 юл:
''' ''Ләкин беҙҙе башҡа нимә һағайта. Рухи түбәнселек кисерәбе, тарихыбыҙҙы, тамырыбыҙҙы белмәйбеҙ. Татыу, ғорур, бер ҙур, бөйөк милләт булып туплана алмайбыҙ. Әллә киҫеп-тунап бөткәндәр инде беҙҙәге Салауат рухын?!'' '''
 
Һуңғы йөҙ йылда башҡорт халҡы һан яғынан артмай тиерлек. Ошо осорҙа ҡаҙаҡтар, үзбәктәр, татарҙар, ҡырғыҙҙар, әрмәндәр үҙ һанын 4-10 тапҡырға арттырһа, башҡорттар ни бары 8-9 процентҡа ғына артҡан. Был аңлы рәүештә башҡорт халҡын бөтөрөү сәйәсәте һөҙөмтһәһе. Башҡорттар Рәсәй алып барған һуғыштарҙа, аслыҡ йылдарында, коллекттивлаштырыу, репрессиялар осоронда аяуһыҙ юҡ ителә. Октябрь революцияһы батша дәүерендәгенән дә уҙҙыра. Батша ваҡытында еребеҙҙе хәйләләп алһалар, көсләп һаттырһалар, «Ер тураһындағы Декреты» башҡорттоң ергә аҫаба хужа булыуын бер юлы бөтөрә. 1917 йылдан һуң ғына ла башҡорт 1 миллионға яҡын кешеһен юғалта. Шуның өсөн беҙ быуат башында ла 1,5 млн. булһаҡ, хәҙер ҙә шулай ғынабыҙ. Һаман ҡырылабыҙ.
 
''' ''Хәҙер инде төп дошманыбыҙ - эскелек һәм бәләбеҙ - аҡса юҡлыҡта. Сҡнки башҡорттоң күпселеге ауыл ерендә йәшәй, эшһеҙ булғас, аҡсаһыҙ интегә. Һәм был күренеш эҙемтәһеҙ ҡалмай. Кешеләрҙең бер-беренә ҡарашы үҙгәрә, иптәшлек, өмәләп ярҙам итеү кеүек аралашыу юҡҡа сыға бара.'' '''
Ошо ауыр заманда, киреһенсә, башҡорттоң ярҙамсыллығы өҫкә ҡалҡһын ине лә бит. Быны йола белмәү менән дә аңлатырға мөмкиндер.
 
Аҡыл һатып ҡына эш сыҡмаҫ, әйҙәгеҙ, шәжәрә байрамдары үткәреп, аҙ булһа ла йолаларҙы иҫләп, уйланып, хаталарҙы төҙәтеүгә бер аҙым яһайыҡ.
Бер матур йола булған элек. Таныш-тонош, хәл-әхүәл һорашыр алдынан, иң оло йәштәгеһе: "Кем нәҫеле?"- тип һорар булған. Ете быуын атай-олатайын әйтеп бирергә тейеш ине тегеһе. Ҡулбаш быуыны, терһәк быуыны, беләҙек һәм бармаҡ быуындарын ҡушып, һанап китер ине. Шунда ғына был кешене иҫәпкә алалар, араға тығалар ине. Ә хәҙер, хатта өлкәндәр ҙә, олатай-өләсәйҙәренең исемен дә атап әйтә алмаған осраҡтар була.
 
Элек аҡһаҡалдар милләттең сифатын һаҡлап ҡалыу өҫтөндә ныҡ эшләгәндәр: бер йылға буйынан ҡыҙ алырға тыйғандар. Был тыуасаҡ яңы быуындың зиһенле, сәләмәт булыуы өсөн эшләнгән. Сөнки бер нәҫел эсендә ҡан ҡушылыу балаларҙың тыумыштан сирле булыуына, аҡыл яғынан зәғиф булыуына килтергән. Шуға ете быуынға тиклемге нәҫелдәштәрҙең үҙ-ара өйләнеүе тыйылған. Беҙҙең олатайҙарҙың хәүефләнеүе бушҡа булмаған икән. Сөнки тамырын тойғанн ағас ҡына үҫә, нығына, ә тамырһыҙы - ҡорой. Кеше нәҫел-нәсәбенең, туған-ҡарындашының, ырыуҙашының, ниһайәт, башҡорт башҡорттоң ҡәҙерен белмәһә, милләт йөҙөнә нуо өҫтәлмәй шул. "Илен белмәгән - белекһеҙ, нәҫелен белмәгән - намыҫһыҙ" тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр шул. Беҙҙең районы халҡының күп өлөшө - ӘЙле ырыуы халҡы.
 
Үҙҙәрен Әйле ырыуынанмын тип танытҡан мәшһүр Ҡол Ғәли (бөтәгеҙ ҙә уның "Йософ вә Зөләйха" әҫәрен белә), Тажетдин Ялсығолов... Салауат Юлаев - көҙәй ырыуынан, әйлеләр менән ҡатнашып йәшәгән улар. Мәхмүт ауылынан - Байыҡ Айҙар сәсән. Уның атаһы Байназар тархан батша властарының тоғро бер яраны булһа, Байыҡ Айҙар иһә башҡорт халҡының азатлығы өсөн көрәштең алғы һыҙығында була. Ҡараһаҡал, Батырша ихтилалдарында ҡатнаша, һәм Крәҫтиәндәр һуғышының рухи әйҙәүсеһе була. Легенда мәғлүмәте буйынса, 1814 йылда 104 йәшендә донъя ҡуя.
 
Байыҡ Айҙарҙың дәүерҙәштәре булған ҡайһы бер ата-бабаларҙың исемен асыҡлап һеҙгә еткереү, шәжәрәгеҙҙе боронғораҡ олатайҙарыбыҙға тиклем белдереү ниәтенән, мин бынан 2-3 йыл элек, Өфөгә барыу форсатынан файҙаланып, архив материалдарын күсереп алып ҡайта башланым.
 
Тереләрҙең ҡәҙерен белеп, үлгәндәрҙең ҡәберен белеп, яҡты иҫтәлектәр һаҡлап, тормош ваҡлыҡтарына, ғәйбәткә бирелмәй, кеше булып ҡала белһәк, тормошобоҙ күпкә нурланыр ине.
 
''' ''Араҡы ҡолона әйләнеп, сит заттарға бәйләнеп, телебеҙҙе онотоп киләбеҙ бит, туғандар. Беҙгә бөгөн бик уяу шәхестәр кәрәк, йәнле телебеҙҙе, йәмле йолаларыбыҙҙы тергеҙеү, күҙ араһы кеүек һаҡлау зарур'' '''
 
Милләт мәсьәләләренә көйөнөп йәшәгән кешеләр, мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәнғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдарыбыҙ саң ҡағалар. Үҙҙәренең төрлө тәҡдимдәре менән сыҡҡан ябай кешеләребеҙ һоҡланырлыҡ. Мәҫәлән, "Йәшлек"тең 1997 йылдың 20 март һанында Баймаҡ районынан Альберт Әмиров тигән егет, әрнеп-әрнеп, үҙ тәҡдимдәрен яҙып сыҡты. Бик тә ҡолаҡ һалырлыҡ та бит ни... Тәбиғәтнең ағыуланылыуына эсе бошоп яҙа ул, милләт-ара өйләнешеүҙәргә, милли телдә уҡытыуға ҡарашын белдерә.
 
Уның һүҙҙәренә өҫтәп, шуны әйтке килә: балаларыбыҙға башҡортса исемдәр бирегеҙ. Борон ниндәй матур исемдәр ҡушҡан булған ата-бабаларыбыҙ, әсәй-өләсәйҙәребеҙ.
Малайҙар исеме: Йәнсура, Яҡшыхужа, Туңғатар, Бикташ, Атйетәр, Фәйзулла, Сәйфулла, Ғайсар, Юлаан, Даниял, Сәйетбаттал. Ҡыҙҙар исеме: Фәғилә, Әлифә, Өммөгөлсөм, Гөлшәкәр, Фатима, Маһифәриҙә, Нәзифә, Гөлбәзир, Нәзирә, Шәрифә Хәлимә. Бына шундай матур исемле кешеләр йәшәгән 180 йыл элек Ҡарағолда. Үҙҙәре лә, фекерҙәре лә саф, инсафлылыҡ бөркөп торғандыр уларҙан. Ул саҡта бит ирҙәр араҡы түгел, тәмәкенең дә ни икәнен белмәй, саф һауа һулап, айныҡ аҡыл менән донъя көткәндәр, барына шөкөр иткәндәр, сабыр кешеләр булғандар. Атай-инәй һүҙен өҫтөн ҡуйғандар, оҙон көйлө йырҙар йырлағандар, думбыра, ҡурай моңон тыңлағандар. Ҡымыҙ, буҙа эскәндәр. Эселекте улар күңел күтәренкелеге, ҡунаҡсыллыҡ билдәһе итеп кенә, самалап ҡына ҡулланғандар. Ҡымыҙ, буҙа дауа урынына ғына ҡулланылған. Ғүмерҙе оҙайта торған ферменттарға бай ат ите ашағандар. Бына шулай!
 
Аслыбыҙға, өлөшләтә булһа ла, кире ҡайтайыҡ, милләттәштәр! Бөгөндән үк эскеге ташлайыҡ. Тапҡан аҡсаларыбыҙҙы харамға түгел, хәләлгә генә тотайыҡ. Балаларыбыҙҙы кеше итергә тырышайыҡ. "балаларыбыҙҙың тормошо беҙҙекенә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ булырға тейеш", тип йәшәйек. Телебеҙҙе һаҡлайыҡ! Йолаларыбыҙҙы яҡлайыҡ!
Миңһылыу Абдуллина, уҡытыусы
Ҡарағол ауылы
== Әҙәбиәт ==
* «Йүрүҙән» № 14 18 февраль, 1998 йыл (Салауат районы башҡорт гәзите, 1994 йылдан бирле үҙ аллы баҫма булып сыға)
 
 
«» <poem> </poem> ''' '''