Туған тел һәм тыуған төйәк: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
65 юл:
Малайҙар исеме: Йәнсура, Яҡшыхужа, Туңғатар, Бикташ, Атйетәр, Фәйзулла, Сәйфулла, Ғайсар, Юлаан, Даниял, Сәйетбаттал. Ҡыҙҙар исеме: Фәғилә, Әлифә, Өммөгөлсөм, Гөлшәкәр, Фатима, Маһифәриҙә, Нәзифә, Гөлбәзир, Нәзирә, Шәрифә Хәлимә. Бына шундай матур исемле кешеләр йәшәгән 180 йыл элек Ҡарағолда. Үҙҙәре лә, фекерҙәре лә саф, инсафлылыҡ бөркөп торғандыр уларҙан. Ул саҡта бит ирҙәр араҡы түгел, тәмәкенең дә ни икәнен белмәй, саф һауа һулап, айныҡ аҡыл менән донъя көткәндәр, барына шөкөр иткәндәр, сабыр кешеләр булғандар. Атай-инәй һүҙен өҫтөн ҡуйғандар, оҙон көйлө йырҙар йырлағандар, думбыра, ҡурай моңон тыңлағандар. Ҡымыҙ, буҙа эскәндәр. Эселекте улар күңел күтәренкелеге, ҡунаҡсыллыҡ билдәһе итеп кенә, самалап ҡына ҡулланғандар. Ҡымыҙ, буҙа дауа урынына ғына ҡулланылған. Ғүмерҙе оҙайта торған ферменттарға бай ат ите ашағандар. Бына шулай!
 
Аслыбыҙға, өлөшләтә булһа ла, кире ҡайтайыҡ, милләттәштәр! Бөгөндән үк эскеге ташлайыҡ. Тапҡан аҡсаларыбыҙҙы харамға түгел, хәләлгә генә тотайыҡ. Балаларыбыҙҙы кеше итергә тырышайыҡ. "балаларыбыҙҙың тормошо беҙҙекенә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ булырға тейеш", тип йәшәйек. Телебеҙҙе һаҡлайыҡ! Йолаларыбыҙҙы яҡлайыҡ! ''Миңһылыу Абдуллина, уҡытыусы. Ҡарағол ауылы''
== Әҙәбиәт ==
* «Йүрүҙән» № 14 18 февраль, 1998 йыл (Салауат районы башҡорт гәзите, 1994 йылдан бирле үҙ аллы баҫма булып сыға) «» <poem> </poem> ''' '''