Туған тел һәм тыуған төйәк: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
62 юл:
 
''' ''Араҡы ҡолона әйләнеп, сит заттарға бәйләнеп, телебеҙҙе онотоп киләбеҙ бит, туғандар. Беҙгә бөгөн бик уяу шәхестәр кәрәк, йәнле телебеҙҙе, йәмле йолаларыбыҙҙы тергеҙеү, күҙ араһы кеүек һаҡлау зарур'' '''
==Балаларыбыҙға башҡортса исемдәр бирегеҙ==
 
Милләт мәсьәләләренә көйөнөп йәшәгән кешеләр, мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәнғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдарыбыҙ саң ҡағалар. Үҙҙәренең төрлө тәҡдимдәре менән сыҡҡан ябай кешеләребеҙ һоҡланырлыҡ. Мәҫәлән, "Йәшлек"тең 1997 йылдың 20 март һанында Баймаҡ районынан Альберт Әмиров тигән егет, әрнеп-әрнеп, үҙ тәҡдимдәрен яҙып сыҡты. Бик тә ҡолаҡ һалырлыҡ та бит ни... Тәбиғәтнең ағыуланылыуына эсе бошоп яҙа ул, милләт-ара өйләнешеүҙәргә, милли телдә уҡытыуға ҡарашын белдерә.
 
Уның һүҙҙәренә өҫтәп, шуны әйтке килә: балаларыбыҙға башҡортса исемдәр бирегеҙ. Борон ниндәй матур исемдәр ҡушҡан булған ата-бабаларыбыҙ, әсәй-өләсәйҙәребеҙ.
Малайҙар исеме: Йәнсура, Яҡшыхужа, Туңғатар, Бикташ, Атйетәр, Фәйзулла, Сәйфулла, Ғайсар, Юлаан, Даниял, Сәйетбаттал. Ҡыҙҙар исеме: Фәғилә, Әлифә, Өммөгөлсөм, Гөлшәкәр, Фатима, Маһифәриҙә, Нәзифә, Гөлбәзир, Нәзирә, Шәрифә Хәлимә. Бына шундай матур исемле кешеләр йәшәгән 180 йыл элек Ҡарағолда. Үҙҙәре лә, фекерҙәре лә саф, инсафлылыҡ бөркөп торғандыр уларҙан. Ул саҡта бит ирҙәр араҡы түгел, тәмәкенең дә ни икәнен белмәй, саф һауа һулап, айныҡ аҡыл менән донъя көткәндәр, барына шөкөр иткәндәр, сабыр кешеләр булғандар. Атай-инәй һүҙен өҫтөн ҡуйғандар, оҙон көйлө йырҙар йырлағандар, думбыра, ҡурай моңон тыңлағандар. Ҡымыҙ, буҙа эскәндәр. ЭселектеЭсемлекте улар күңел күтәренкелеге, ҡунаҡсыллыҡ билдәһе итеп кенә, самалап ҡына ҡулланғандар. Ҡымыҙ, буҙа дауа урынына ғына ҡулланылған. Ғүмерҙе оҙайта торған ферменттарға бай ат ите ашағандар. Бына шулай!
 
АслыбыҙғаАсылыбыҙға, өлөшләтә булһа ла, кире ҡайтайыҡ, милләттәштәр! Бөгөндән үк эскеге ташлайыҡ. Тапҡан аҡсаларыбыҙҙы харамға түгел, хәләлгә генә тотайыҡ. Балаларыбыҙҙы кеше итергә тырышайыҡ. "балаларыбыҙҙың тормошо беҙҙекенә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ булырға тейеш", тип йәшәйек. Телебеҙҙе һаҡлайыҡ! Йолаларыбыҙҙы яҡлайыҡ! ''Миңһылыу Абдуллина, уҡытыусы. Ҡарағол ауылы''
 
== Әҙәбиәт ==