Туған тел һәм тыуған төйәк: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
 
53 юл:
Бер матур йола булған элек. Таныш-тонош, хәл-әхүәл һорашыр алдынан, иң оло йәштәгеһе: "Кем нәҫеле?"- тип һорар булған. Ете быуын атай-олатайын әйтеп бирергә тейеш ине тегеһе. Ҡулбаш быуыны, терһәк быуыны, беләҙек һәм бармаҡ быуындарын ҡушып, һанап китер ине. Шунда ғына был кешене иҫәпкә алалар, араға тығалар ине. Ә хәҙер, хатта өлкәндәр ҙә, олатай-өләсәйҙәренең исемен дә атап әйтә алмаған осраҡтар була.
 
Элек аҡһаҡалдар милләттең сифатын һаҡлап ҡалыу өҫтөндә ныҡ эшләгәндәр: бер йылға буйынан ҡыҙ алырға тыйғандар. Был тыуасаҡ яңы быуындың зиһенле, сәләмәт булыуы өсөн эшләнгән. Сөнки бер нәҫел эсендә ҡан ҡушылыу балаларҙың тыумыштан сирле булыуына, аҡыл яғынан зәғиф булыуына килтергән. Шуға ете быуынға тиклемге нәҫелдәштәрҙең үҙ-ара өйләнеүе тыйылған.

Беҙҙең олатайҙарҙың хәүефләнеүе бушҡа булмаған икән. Сөнки тамырын тойғаннтойған ағас ҡына үҫә, нығына, ә тамырһыҙы - ҡорой. Кеше нәҫел-нәсәбенең, туған-ҡарындашының, ырыуҙашының, ниһайәт, башҡорт башҡорттоң ҡәҙерен белмәһә, милләт йөҙөнә нуонур өҫтәлмәй шул. "Илен белмәгән - белекһеҙ, нәҫелен белмәгән - намыҫһыҙ" тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр шул. Беҙҙең районы халҡының күп өлөшө - Әйле ырыуы халҡы.
 
Үҙҙәрен Әйле ырыуынанмын тип танытҡан мәшһүр Ҡол Ғәли (бөтәгеҙ ҙә уның "Йософ вә Зөләйха" әҫәрен белә), Тажетдин Ялсығолов... Салауат Юлаев - көҙәй ырыуынан, әйлеләр менән ҡатнашып йәшәгән улар. Мәхмүт ауылынан - Байыҡ Айҙар сәсән. Уның атаһы Байназар тархан батша властарының тоғро бер яраны булһа, Байыҡ Айҙар иһә башҡорт халҡының азатлығы өсөн көрәштең алғы һыҙығында була. Ҡараһаҡал, Батырша ихтилалдарында ҡатнаша, һәм Крәҫтиәндәр һуғышының рухи әйҙәүсеһе була. Легенда мәғлүмәте буйынса, 1814 йылда 104 йәшендә донъя ҡуя.