Хәҙерге туй йолалары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''''ВКонтакте - Бәйләнештә''''' сайтындағы "Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" төркөмөндә хәҙерге һәм борондан ҡалған туй йолаларын яңыса башҡарыу тураһында яҙмалар күп. Бына уларҙың бер өлөшө [https://vk.com/topic-36676061_26723461]).
 
== Ҡот тағып барыу ==
*Хәйбулла районында туйға ҡот тағып барыу йолаһы бар.
Беҙ Хәйбулла р-да туйҙа булғанда күрҙек ул ҡотто)))Таң атҡансы һеңлем ҡот яһатты.Бер ҡолғаға яулыҡ,туҡыма киҫәге,таҫмалар,таҫтамал бәйләп машина тәҙрәһенән сығарып тотоп барҙыҡ күрше ауылғаса.Көлөп арып бөттөк)))Ул ҡотто үҙеңә тейеш ҡоҙа ала ла үҙеңә шундай 2-се ҡот алып килә...(''Сарбиямал Ихсанова'' [https://vk.com/topic-36676061_26723461])
 
*Машина ишегенә француз яулыҡтар, һөлгөләр тағып барыу ҙа күҙәтелә
[[File:Башкирская свадьба. Украшение машины.jpg|thumb|БашкирскаяБашҡорт свадьбатуйы. УкрашениеМашина машиныишегенә ҡушъяулыҡ тағып биҙәү]]
 
== Мылтыҡ атыу ==
*Беҙҙең яҡтарҙа бала сағымда ошондай бер йола барлығы хәтеремдә ҡалған: кейәү йортона килен төшкәндә(ҡапҡанан килен ултырған аттар ингәндә генә) мылтыҡтан аталар ине. Еңгәйҙәрем килен булып төшкән саҡта атайым шулай иткәйне .Бынан бер нисә йыл элек абызыйым , улы кәләш алғанда , шул йоланы яңыртты. Аңлауымса, мәғәнәһе - ен-шайтандарҙы,ҡара көстәрҙе ҡыуып,килендең ҡәйнә,ҡайны йортона инеүен нығытыуҙалыр (Танзиля Бикбаева) .
== Ҡороҡлау йолаһы ==
* Баймаҡ яғында ҡоҙаларҙың аяҡтарын сыбыртҡылайҙар.Сыбыртҡының осо аяғыңа эләкһә,осона аҡса бәйләргә кәрәк.(''Тәнзиля Бикбаева'')
*Йылайырҙарҙа бар ине ҡороҡлау йолаһы.Ике таяҡтың осона эсәк бәйләп ҡыҙ яғы ҡоҙасалар егет яғыныҡыларҙы ҡороҡлай. Муйыныңа эсәк кейгең килмәһә аҡса биреп ҡотолаһың инде (''Филүзә Башарова'' [https://vk.com/topic-36676061_26723461]).
 
== Ҡоҙаларҙы оҙатыу ==
*Тағы бер йола.Ҡоҙаларҙы өс көн һыйлағандан һуң ҡайтыр ваҡыт еткәс,хужалар яғынан бер ҡоҙа тышҡа сыға ла бүрәнәме йәки икенсе берәй нәмә алып, ҡоҙалар ултырған түрьяҡтың стенаһын доңҡолдатып төкәтә.Ҡайтыр ваҡыт еткәнен аңлата.Ҡоҙалар һикереп тора ,ҡайтыр яҡҡа ыңғайлай башлайҙар (''Тәнзиля Бикбаева'').
 
 
*Ә беҙҙең яҡта туй аҙағына яҡынлашҡас "сыбыртҡылау"йолаһы бар.Хужалар "сыбыртҡы ашы "тип "бишбармаҡ"бешерә.Хужалар яғынан йәшерәк ҡоҙа-ҡоҙаса таҫмаларҙанмы,һалабаштанмы матур сыбыртҡы үрә лә тоҡсайға һарыҡтың баш-тояғын,бушаған шешә-фәлән һалып,тундың эсен әйләндереп кейеп ҡоҙаларҙы сыбыртҡы менән "туҡмай"."Ашар-эсергә бөттө,ҡайтаһыңмы-юҡмы?!-тип һамаҡлайҙар үҙҙәре.Ҡоҙалар сыбыртҡыға ҡағыҙ аҡса бәйләй.Шунан һуң табынға аш ҡуйып, тағы ла бер һыҙыра һыйлап, ҡоҙаларҙы оҙаталар (Сәрбиямал Ихсанова).
 
[[Категория:Башҡорт туй йолалары]]