Хәҙерге туй йолалары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
15 юл:
*Йылайырҙарҙа бар ине ҡороҡлау йолаһы.Ике таяҡтың осона эсәк бәйләп ҡыҙ яғы ҡоҙасалар егет яғыныҡыларҙы ҡороҡлай. Муйыныңа эсәк кейгең килмәһә аҡса биреп ҡотолаһың инде (''Филүзә Башарова''
 
== Ҡоҙаларҙы оҙатыу (сыбыртҡылау) ==
*Тағы бер йола.Ҡоҙаларҙы өс көн һыйлағандан һуң ҡайтыр ваҡыт еткәс,хужалар яғынан бер ҡоҙа тышҡа сыға ла бүрәнәме йәки икенсе берәй нәмә алып, ҡоҙалар ултырған түрьяҡтың стенаһын доңҡолдатып төкәтә.Ҡайтыр ваҡыт еткәнен аңлата.Ҡоҙалар һикереп тора ,ҡайтыр яҡҡа ыңғайлай башлайҙар (''Тәнзиля Бикбаева'').
*Ә беҙҙең яҡта туй аҙағына яҡынлашҡас "сыбыртҡылау"йолаһы бар.Хужалар "сыбыртҡы ашы "тип "бишбармаҡ"бешерә.Хужалар яғынан йәшерәк ҡоҙа-ҡоҙаса таҫмаларҙанмы,һалабаштанмы матур сыбыртҡы үрә лә тоҡсайға һарыҡтың баш-тояғын,бушаған шешә-фәлән һалып,тундың эсен әйләндереп кейеп ҡоҙаларҙы сыбыртҡы менән "туҡмай"."Ашар-эсергә бөттө,ҡайтаһыңмы-юҡмы?!-тип һамаҡлайҙар үҙҙәре.Ҡоҙалар сыбыртҡыға ҡағыҙ аҡса бәйләй.Шунан һуң табынға аш ҡуйып, тағы ла бер һыҙыра һыйлап, ҡоҙаларҙы оҙаталар (''Сәрбиямал Ихсанова'').
 
*Сыбыртҡылау беҙҙең Баймаҡта бар.Ҡыҙ йортонда булған туйҙың аҙағында ҡоҙаларҙы сыбыртҡылап ҡайтаралар.Таҫма осона кем күпме аҡса бәйләй ала,бәйләп ҡотола. Ҡыҙҙы оҙатып барғас,ҡаршы яҡтар сыбыртҡыламайҙар.(''Карима Аралбаева'')
 
* Сыбыртҡы ите ашатыу тип атала ул. Ҡоҙаларҙың ҡайтыр ваҡыты еткас, табынға ит ултыртыла. Шул мәл һыйлаусы ҡоҙаларҙың береһе тунын тиҫкәрегә әйләндереп кейеп,мәжлес барған бүлмәгә инә. Ҡулына төрлө бауҙарҙан торған "сыбыртҡы" (йәғни, ысын сыбыртҡы түгел, ә таяҡҡа бәйләнгән бауҙар, күбеһенсә ни өсөндөр ҡыҙыл төҫтә). Ул һыйланып ултырған ҡоҙаларға : " Ҡайтыр ваҡытығыҙ етте, ни эшлап һаман ултыраһығыҙ?" - тип ҡулындағы "сыбыртҡыһы" менан һуғырға ынтыла. Ә ҡайтырға тейешле ҡоҙа: " Итте ашап бөтмәй ҡайтмайым! - тип"сыбыртҡыны" тотоп ала һәм бауына аҡсамы йәки икенсе бер нәмәме бәйләй. Был йола уйын-көлкө, шаян таҡмаҡтар менән бергә үрелеп бара. Ҡоҙаларға күрһәткән иң һуңғы хөрмәт бына шул! (Хаят Йосопова)
*Ә беҙҙең яҡта туй аҙағына яҡынлашҡас "сыбыртҡылау"йолаһы бар.Хужалар "сыбыртҡы ашы "тип "бишбармаҡ"бешерә.Хужалар яғынан йәшерәк ҡоҙа-ҡоҙаса таҫмаларҙанмы,һалабаштанмы матур сыбыртҡы үрә лә тоҡсайға һарыҡтың баш-тояғын,бушаған шешә-фәлән һалып,тундың эсен әйләндереп кейеп ҡоҙаларҙы сыбыртҡы менән "туҡмай"."Ашар-эсергә бөттө,ҡайтаһыңмы-юҡмы?!-тип һамаҡлайҙар үҙҙәре.Ҡоҙалар сыбыртҡыға ҡағыҙ аҡса бәйләй.Шунан һуң табынға аш ҡуйып, тағы ла бер һыҙыра һыйлап, ҡоҙаларҙы оҙаталар (Сәрбиямал Ихсанова).
 
[[Категория:Башҡорт туй йолалары]]