Иҫке Мөсәт ауылының ер-һыу атамалары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
17 юл:
==ӨСУЙ==
Элек оло юл Иҫке Мөсәт ауылы аша үтә торғайны. Оло юлдан бер саҡырым тирәһе барғас, һул яҡҡа, йәғни көнбайышҡа, юл инеп китә. Уның буйлап ярты саҡырым
тирәһе барғас, Өсуй яланына барып сығаһың. Элек был ялан, бәләкәй булһа ла, һөрөлдө лә, сәселде лә. Ошо яланда айыу бер ҙур ғына һыйырҙы йыға. Алты һунарсы был айыуҙы ҡарауыллап йөрөп, бер нисек тә атып ала алмайҙар. Ошо тирәлә мал көтөп йөрөүсе Юлбирҙин Сабирйән ағай уларҙан: “Алты әзмәүерҙәй ир бер айыуҙайҙаайыуҙай ҙа була алмай”, - тип көлә лә, йә был ялан ни өсөн Өсуй тип атала, тип һорай. Берәү ҙә белмәгәс, һорауына үҙе яуап бирә: “Был яланға уң яҡтан бер уя төшә, һул яҡтан ике уя төшә, шуға күрә тәүҙә Өс уя тип йөрөткәндәр, һуңынан Өсуй булып киткән”.
 
==ҠЫУ СОЛОҠ ЯЛАНЫ==
Нуретдин ағайҙың атаһы Фәтхетдин бабайҙың ошо яландың осонда ҡыу солоғо булған. Ул уны йыл да ябып, ҡорт ҡундырған. Ә яландың үҙендә бесән әҙерләгән.