Түбәләҫ - Оло Табын ҡәбиләһенең Ҡыуаҡан тармағы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Башкирика''' ''нәшриәте баҫтырып сығарған 25-се (1) томынан өҙөк''.
'''Әйле. Тырнаҡлы. Түбәләҫ'''
 
* Башҡортостанға күсеп килгәндәренән бирле, табындар һәм ҡатайҙар һәр ваҡыт сиктәш йәки йәнәш ултырғандар. всегда расселялись смежно.
Табын һәм ҡатай мәҙәниәтендә оҡшаш һыҙаттар күп: әйҙеләр менән бергә улар башҡорттарҙың төньяҡ-көнсығыш төркөмөн тәшкил итә, башҡорт теленең төньяҡ-көнсығыш (йәки ҡыуаҡан) диалектының яҡын һөйләштәрендә аралашалар. (245 б.)
 
== Ҡыуаҡан һәм һырҙы ҡәбиләләре ==
'''Ҡыуаҡан''' һәм '''һырҙы''' ҡәбиләләренең этник тарихы ҡаратабын ырыуы тарихы менән тығыҙ бәйләнгән.
Был иҫбатлауҙы тамғаларының тулы оҡшашлығы ғына түгел, ҡыуаҡандар һәм һырҙылар үҙҙәре лә табындарға яҡынлығын күрһәткән риүәйәттәр, генеалогиялар раҫлай.
 
Урал аръяғында таралып ултырыр алдынан һырҙы ҡәбиләһе '''Йүрүҙән йылғаһы''' үҙәнендә йәшәгән. Һәм быны күптән түгел генә Салауат районы Сулпан ауылында яҙып алынған '''Һырҙы йорт''', '''Һырҙы зыярат''' топонимдары раҫлай. Һырҙылар ҡыуаҡандар менән йәнәшә йәшәгән: хәҙерге СалауарСалауат районындағы кипкән йылға йырҙаһы әлегә тиклем '''Ҡыуаҡан йылғаһы''' тип атала.
 
== Ҡыуаҡандар ==
Ҡыуаҡандарҙың риүәйәттәрендә ата-бабаларының «Алтайҙан», «Монголиянан», «Байҡал күленән», «Ҡаҙағстандан» килеүе тураһында телгә алына.
 
'''Ҡыуаҡан ырыуы түбәләҫ''' башҡорттары (тюбеляс йә тубалас – С. Мирасов буйынса "түбәс") үҙҙәренең ата-бабаларының береһе тип «Алтай тауҙарында» ла ерҙәре булған Таймаҫ бейҙе иҫәпләй.
 
Был хикәйәттәрҙә, хатта XIX быуат аҙағында ла түбәләҫ-ҡыуаҡандарҙың алыҫ туғандары менән бәйләнеше өҙөлмәгәнлеге тураһында, һәм шул осорҙа ла әле Алтайға, «тыуған илдәренә», кире әйләнеп ҡайтырға өндәгәндәре бәйән ителә.
 
Риүәйәттәргә бик тасуири этнонимия биҙәге өҫтәлә.
Ҡыуаҡандағы ҡырҡөйлө'''ҡырғөйлө''' (кыркуйле) һәм '''ҡырҡтар''' тигән ырыу атамаларының Алтайҙа ла, атап әйткәндә, челканлыларҙа, аналогияһы бар. Ҡыуаҡандар составында «монгол» тигән этноним да теркәлгән.
 
Ә иң таң ҡалдырғаны - Түбәләҫтең ике бүлексәһендә '''Һунн''' – гунн атамаһының һаҡланып ҡалыуы.