Таҡмаҡтар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
270 юл:
''Сығанағы: Йырҙар китабы. Башҡортостан китап нәшриәте. Өфө-1968. Өсөнсө баҫма. Төҙөүсеһе Хөрмәт Биҡҡолов.120-123 биттәр''

'''Һайлауҙар тураһында'''

{{refbegin|2}}
Ҡарлуғастар, һандуғастар

Баҫып һайрайҙар талға.

Законыбыҙ хоҡуҡ бирҙе

Хеҙмәткә, белем, ялға.

Олатайы һикһән биштә,

Ейән улы – ун һигеҙ;

Советтарға һайлағанда

Бөтәһе лә бер тигеҙ.

Алъяулығы башында,

Алъяпҡысы билендә.

Ҡатын-ҡыҙҙар тиң хоҡуҡлы

Тик Советтар илендә.

Алма бешһә – аллана,

Ҡауын бешһә – баллана.

Үҙ эшендә үрнәк булған –

Депутатҡа һайлана.

Һайлауҙарға барабыҙ беҙ

Яңы костюмдар кейеп,

Депутаттарҙы һайлайбыҙ

Ысын күңелдән һөйөп.

Ҡыҙыл флагтың ситтәре

Биҙәлгән ҡыҙыл суҡлы.

СССР-ҙа граждандар

Бары тиң хоҡуҡлы.

{{refend}}
''Сығанағы: Йырҙар китабы. Башҡортостан китап нәшриәте. Өфө-1968. Өсөнсө баҫма. Төҙөүсеһе Хөрмәт Биҡҡолов. 123 бит''
[[Категория:Фольклор]]
[[Категория:Таҡмаҡтар]]
«https://ba.wikibooks.org/wiki/Таҡмаҡтар» битенән алынған